«Әсәләр нур сәсәләр» исемле концерт
Максаты: уҡыусыларға әсәйҙәр яҡын,изге,ҡәҙерле кеше барлығын төшөндөрөү;
Уҡыусыларҙың иҗади һәләттәрен үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,яратыу һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү.
Алып барыусылар:
5 класс монтаж менән сығыш яһай.
- Йыр “Әсәйем,ҡәҙерлем”
1-се алып барыусы:
Хәйерле көн, ҡәҙерле әсәйҙәр, уҡыусылар, уҡытыусылар!
Хәйерле көн, тамашасылар!
Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ,ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ!
- “Ҡайындар” бейеүе. Ҡарша алығыҙ!
2-се алып барыусы:
Көндөң яҡтылығы-ҡояшта,
Күктең матурлығы-йондоҙҙарҙа,
Ерҙең гүзәллеге-ҡатын-ҡыҙҙарҙа.
Һеҙҙе бөтөн ер йөҙөн биҙәгән Әсәйҙәр байрамы менән тәбрикләйбеҙ.Ҡәҙерләйеҡ беҙ әсәйҙәрҙе,ололайыҡ!Уларҙың ҡанаттары ҡайырылмаһын,тормош ауырлыҡтарынан иңдәре һығылып төшмәһен!Ҡатын-ҡыҙ һәр вакытта ла ҡатын-ҡыҙ булып ҡалһын!
- Һеҙҙең өсөн “Йәшлек”бейеүе.
1-се алып барыусы:
-Әсәй!Күпме наҙ бар был һүҙҙә.”Әсәй” тиеп телебеҙ асыла.Беренсе аҙымдарыбыҙҙы күреп ғәзиз әсәйҙәребеҙ һөйөнә.Беҙҙең иң якын кәңәшсебез,серҙәшсебеҙ ул!
-Аллаһы Тәғәлә ҡатын-кыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле,һүҙсән,нәфис,хиссән итеп яралтҡан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы,сетерекле вазифаны — бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән.Ҡатын-ҡыҙ- иң элек әсә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы ул.
3. Ҡаршы алығыҙ! 1-се, 3-сө класс ҡыҙҙары башҡарыуында “Бейеүсе”йыры
1-се алып барыусы:
Әсә бөйөк исем
Нимә етә әсә булыуға
Ҡатындарҙың бөтә матурлығы
Сибәрлеге әсә булыуҙа.
- 2 класс башҡарыуында “Дуҫлыҡ” бейеүе. Ҡаршы алығыҙ!
2-се алып барыусы:
Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле
Һин ул әсәйем!
Иң яғымлы,иң һөйкөмлө
Һин ул әсәйем!
Таңдар ҙа нурлыраҡ,
Көндәр ҙә йылыраҡ,
Күңел дә йылыраҡ,
Янда һин булғанда.
- Һеҙҙең өсөн йырлай 4-се класс ҡыҙҙары. Йыр “Татыу ғаилә – ил терәге”. Рәхим итегеҙ!
1-се алып барыусы:
-Әсә!Ниндәй бөйөк исем! Доньяла әсәйҙәрҙән дә ғәзиз,изге зат юктыр.Күпме наҙ,күпме йылылык бар был һүҙҙә.Сабый доньяға килгән сәғәтенән уҡ әсәһенең йомшаҡ ҡулдарын һиҙеп,яғымлы ҡарашын тойоп йәшәй.Әсә өсөн бала ер йөҙөндә бер нәмә менән дә тиңләй алмаҫлык йөрәк пәрҙәһе.Йылдар үтеп,сәстәргә сал керһә лә,ғәзиз әсәйҙәребеҙ өсөн беҙ һәр ваҡыт бала булып ҡалабыҙ.
6. Ҡаршы алығыҙ! Шаян ҡыҙҙар бейей.
2-се алып барыусы:
— Дөньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй.Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып ,….йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеүек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине.
7. 7 класс ҡыҙҙары башҡарыуында “Әсәйемә”йыры.
1-се алып барыусы:
Ғумерем буйына
Бурыслы мин уға
Көслө һин, изге һин
Бөйөк һин, әй-әсә!
8. Тик һеҙҙең өсөн генә бейей 2 класс ҡыҙҙары
2-се алып барыусы:
“Әсәй” тип асыла беҙҙең тел,
Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел.
Әсәй өйҙә булһа, бик рәхәт
Әйтәбеҙ һиңә: мең рәхмәт!
9. 1 класс башҡарыуында йыр “Шаян бесәй балаһы”
1-се алып барыусы:
Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр
Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.
10. Ҡаршы алығыҙ “Гөлнәзирә” бейеүе
2-се алып барыусы:
Һинән дә яктыраҡ
Һинән дә якшыраҡ
Матурыраҡ кеше юҡ
Бөтә ер шарында.
11. Һеҙҙең өсөн йырлай 6 класс уҡыусылары. Ҡаршы алығыҙ!
1-се алып барыусы:
Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!
Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
12. “Бөрйән ҡыҙҙары”бейеүе менән ҡыҙҙар сыға бейергә. Ҡаршы алығыҙ!
2-се алып барыусы:
Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.
Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,
Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,
Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен
13. 4 класс малайҙары башҡарыуында йыр.
1-се алып барыусы:
Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ!Һеҙ-тыйнаҡ та,һөйкөмлө лә, һеҙ-эшсән дә,түҙемле лә, һеҙ-иманлы ла, дарманлы ла. Һеҙ өйҙәребеҙҙең йәме,аштарыбыҙҙың тәме.Дөнъя йөгөн һеҙ күтәргәнһегеҙ , ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйсә, һеҙ дөрләтеп тораһығыҙ.
14. ҡыҙҙар башҡарыуында “кәсәләр менән” бейеү. Ҡаршы алығыҙ!.
2-се алып барыусы:
Әсә һәм бала!Улар бер бөтөн,айырылғыһыҙ.
Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағыла нығыһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.
15. “атай-әсәй ҡәҙерлеләрем” йыры менән 9 класс уҡыусылары
Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағы бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!!!
ӘСӘЙҘӘР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН БАЙРАМ.
«ӘСӘЙҘӘР ТОРМОШ БИҘӘГЕ »
Сәхнә байрамса биҙәлгән, шат балалар тауышы ишетелә.
Сценка. 8 синыф
Говорил нерожденный малыш:
-Я боюсь приходить в этот мир…
Столько здесь неприветливых, злых
Глаз колючих, усмешек чужих…
Я замерзну, я там заблужусь,
Я промокну под сильным дождем…
Ну к кому я тихонько прижмусь?
С кем оставшись, побуду вдвоем?…
Отвечал ему тихо Господь:
— Не печалься, малыш, не грусти…
Ангел добрый, он будет с тобой,
Пока будешь мужать и расти…
Будет он тебя нежить, качать,
Наклонясь, колыбельные петь.
Будет крепко к груди прижимать,
Будет крыльями бережно греть.
Первый зуб, первый шаг видеть твой.
И ладошкой слезинки стирать.
А в болезни, склонясь над тобой,
Жар губами со лба убирать…
И когда, начиная взрослеть,
Ты дорогу отыщешь твою,
Ангел будет вослед лишь смотреть,
Повторяя молитву свою…
— Как же Ангела имя? Скажи…
Как его мне средь тысяч узнать?
— Это вовсе не важно, малыш…
Мамой будешь ты Ангела звать.
Анелия: Добрый вечер, говорим мы вам. Мы не случайно собрались сегодня в этот ноябрьский вечер, в нашем уютном зале. Ведь именно в ноябре мы отмечаем такой праздник, как Мамин День. Приветствуем всех мам и бабушек, кто пришел на наш вечер, который мы посвятили самым добрым, самым чутким, самым нежным, заботливым, трудолюбивым, и, конечно же, самым красивым, нашим мамам.
Инсаф
-Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.
Күрешеү бит шулай башлана
Һеҙҙең менән осрашҡанға, әсәйҙәр,
Күңелебеҙ шундай шатлана.
Анелия:
День особенный мы отмечаем,
И всех мам мы сейчас поздравляем,
Всем желаем любви, красоты,
Чтобы близкие вас берегли!
Инсаф:
-Барығыҙға, ҡартығыҙға, олоғоҙға, йәшегеҙгә, кесегеҙгә!
Хеҙмәт һөйгән,эштә уңған
Йыр йырларға, көй көйләргә
Оҫта булған әсәйҙәргә
Ҡайнар сәләм!
Анелия:
Любому, кто живет на белом свете,
Любить, кто может, думать и дышать,
На нашей голубой планете
Роднее слова нет, чем мать.
Инсаф:
«Әсәйҙәр көнөнә арналған «ӘСӘЙҘӘР-ТОРМОШ БИҘӘГЕ»- тип аталған кисәне башларға рөхсәт итегеҙ.
Анелия:
Любимая мама, тебя поздравляю,
В День мамы я счастья, здоровья желаю.
Ты в сердце моём, даже, если в разлуке,
И помню всегда твои теплые, нежные руки.
Инсаф:
Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә
Уларғалыр бөтә ауырлыҡ
Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан
Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.
-
Байрам менән ҡотлау өсөн һүҙ Ырғыҙлы мәктәбе директоры һәм Ырғыҙлы ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Лилиә Миңлеғәле ҡыҙына бирелә. Рәхим итегеҙ. (Лилиә Миннигалиева ҡотлай)
-
Әсәйҙәр байрамына арналған иншалар конкурсы еңеүсеһе 9 синыф уҡыусыһы Көҫәпова Земфира үҙенең иншаһын уҡып ишеттерә.
Анелия:
Самый лучший день на свете —
Поздравляют мам всех дети!
Счастья вам, родные наши.
Нет Вас лучше, нет вас краше!
— Для вас поют самые маленькие учащиеся начальных классов кл. руководители Сайфуллина Гузяль Миннибаевни и Сайфуллина Василя Исхаковна.
Песня “Мамочка”
Инсаф:
Әсәй наҙы беҙгә кәрәк
Йылы һүҙе, ярҙамы
Бөтә эштә лә өлгөрә
Әсәйҙең алтын ҡулы.
-
Башланғыс синыф ҡыҙҙары башҡарыуында йыр “Топни ножкой”.
Анелия:
Что за день сегодня теплый,
Очень ласковый и добрый —
Мамин день в календаре,
Вот и солнце на дворе,
Пусть для мам всегда оно
Дарит ласку и добро
-
Наши мальчишки из начальных классов дарят вам песню “Һыбайлылар”.
Инсаф:
Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,
Илһам бирә миңә йәшәргә,
Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын
“Әсәй” тиеп уға әйтергә
-
Ҡәҙерле әсәйҙәр һеҙгә бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе башланғыс синыф ҡыҙҙары үҙҙәренең “Нағышсылар” бейеүен бүләк итә. Етәкселәре Газина Айгөл Султановна.
Анелия:
-
Дорогие мамы, учащиеся 9 класса Янбердин Риф, Рысбаева Амина и Галина Зульхиза дарят вам стихи собственного сочинения. (читают стихи)
-
А теперь для вас танцуют девочки 8 класса кл. рук. Газина А.С.
Инсаф:
-
Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ.
Шат бейеүҙәр, матур йырҙар
Һеҙгә бүләк итеп
Әҙерләндек үҙебеҙ.
-
Хөрмәтле әсәйҙәр, һеҙҙең өсөн йырлайҙар 5-се синыф егеттәре. Синыф етәкселәре Абдульманова Альбина Раилевна. Йыр “Эх, егеттәр, егеттәр”.
Инсаф:
Бәлеш һала, туҡмас киҫә
Тәмле аштар бешерә:
Торт яһаһа өҫтәренә
Һырлап сәскә төшөрә.
-
Һеҙгә, ҡәҙерле әсәйҙәр, 6-сы синыф егеттәре “Бишбармаҡ ” әҙерләнеләр, әйҙәгеҙ ауыҙ итәйек.
Анелия:
-
Пусть День матери подарит
Волшебство, надежду, веру!
В сердце нежности добавит,
Доброты, любви без меры.— Для вас поют парни вокального ансамбля “Бүгәсәү”, руководитель Газина Айгуль Султановна, “Башҡортостан”.
Инсаф:
Әсәй ерҙә иң кәрәкле кеше.
Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,
Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,
Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен.
-
Ҡәҙерле әсәйҙәр, һәр саҡ матур, йәш, зауыҡлы булып ҡалығыҙ. Һеҙҙең өсөн 6-сы синыф ҡыҙҙары “Беләҙегем-йөҙөгөм” бейеүен бүләк итә.
Анелия:
Мама — лучшее из слов!
Это значит: чистый дом,
Вкусный на столе обед,
Добрый искренний совет.
-
Для вас поют девочки 5 класса, песня “Әсәйемә”.
Инсаф:
6-с ы синыф уҡыусыһы Хөснөтдинов Айгиз ,7-се синыф уҡыусыһы Ғәйнуллина Аҙилә һәм 8 – се синыф уҡыусыһы Мостафина Рәмилә , һеҙгә үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын бүләк итә. (шиғыр уҡыйҙар)
Инсаф:
-
Бөрөләрҙе тирбәлдереп,
Йылы, йомшаҡ елдәр иҫә,
әсәләрҙең наҙлы һүҙе
Бәхетле һәм көслө итә.
-
10 синыф уҡыусыһы Галина Юлиә һеҙгә “Бөрйән ҡыҙы” бейеүен бүләк итә.
Анелия:
-
Для вас, прекрасные мамы, выступает ученица 7-го класса Зарипова Ильвина. (стих)
Инсаф:
Иң аҫылын йырҙарымдың
Йырлайым, әсәй, һиңә.
Гөлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,
Сибәрһең, әсәй миңә.
— Һеҙҙең өсөн “Бүгәсәү” ансамбле егеттәре йырлай “Беҙ ауылдың шәп егеттәре”.
Анелия:
Мамочка моя родная,
В День я твой тебе желаю
Быть счастливой и веселой,
И всегда-всегда здоровой
-
Для вас танцует ученица 10 класса Йәнбирҙина Гөлкәй “Оҙон сәс”
Анелия:
Как хорошо, когда есть мама,
Её улыбка — так чудесно,
Когда она всегда есть с нами.
Друзья, ведь это так прелестно!
-И хочется танцевать, говорят учащиеся 7-го класса и дарят вам зажигательный танец кл. руководитель Ккульдавлетова Елена Николаевна.
Инсаф:
Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!
Донья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
— Һеҙҙең өсөн “Бүгәсәү” ансамбле егеттәре йырлай “Иҙел буйы һары сәскә”.
-
Беҙҙең әсәйҙәр матурлыҡ алиһәһе беҙ уларға таждар әҙерләнек. Әйҙә Виталий !
Виталий:
Для единственной на свете
Эту песню я пою.
Я сегодня поздравляю
Маму милую свою.
Много женщин на планете,
Но для меня милее ты,
Потому что моя мама —
Королева красоты!
А я одной тобой любуюсь,
И сама не знаешь ты,
Что красотой затмишь любую
Королеву красоты.
И я иду к тебе навстречу,
И я несу тебе цветы
Как единственной на свете
Королеве красоты!
УЙЫНДАР.
Материал на тему:
Әсәләр көнөнә сценарий
Предварительный просмотр документа:
Название файла:
slr_nur_sslr.doc.
Краткое описание:
Материал на тему:
Әсәләр көнөнә сценарий
Нравиться файл? Нажми лайк!
Комментарии пользователей к документу:
Случайные документы:
- Тест по русскому языку (3 класс) на тему: Итоговый диктант по русскому языку 3 класс
- План-конспект урока по математике (4 класс) на тему: Уроки математики в 4 классе
- Методическая разработка по окружающему миру (3 класс) по теме: Игра «Звездный час»
- План-конспект занятия по чтению (2 класс) на тему: Конспект урока 2 класс Л.Н. Толстой «Филипок»
- Материал на тему: Доклад для родителей
- Классный час по теме: Школа пешеходов
- Тест по русскому языку (4 класс) на тему: Тест по теме :Словосочетание»
- Опыты и эксперименты по физкультуре (2 класс) по теме: Совершенствование форм и методов работы с учащимися с высокой мотивацией.
- Консультация (1 класс) на тему: Родителям о детях
- Рабочая программа (4 класс) на тему: Программа кружка Занимательная математика 4 класс