Башкорт халык йолалары сценарий

Сценарий фольклора "Ҡатыҡ тәмләшеү" проводится весной в начальных классах (на башкирском языке).

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районының муниципаль автономиялы Дөйөм белем биреү учреждениеһы Аҡъяр ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы

Сәғит ауылының Башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе

«Ҡатыҡ тәмләшеү» йолаһы

(фольклор байрамына арналған кисә сценарийы)

Уҡытыусы Абдуллина С. З.

башланғыс кластар уҡытыусыһы

2014

Маҡсат: халыҡ йолалары, байрамдары менән таныштырыу, башҡорт халыҡ уйындарына, шаян йырҙарына, таҡмаҡтарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тойғоһо уятыу, көйҙө дөрөҫ итеп башҡарырға өйрәтеү, телмәр үҫтереү.

Йыһазландырыу: сәскәләр, ноутбук, ҡалаҡтар, ҡатыҡлы табаҡ.

Ҡатнашалар: ҡыҙҙар, малайҙар, әбейҙәр.

Байрам барышы:

Музыка яңғырай. Болонға ҡыҙҙар инә.

1-се ҡыҙ. Аҡ сәскәләр, күк сәскәләр,

Күп сәскәләр яланда.

2-се ҡыҙ. Беҙ исемен белмәй торған

сәскәләр ҙә күп бында.

3-сө ҡыҙ. Кем буяған, нисек улар

күп төрлө төҫкә кергән!

4-се ҡыҙ. Яҙғы миләүшә сәскәһен

танып була күҙенән.

5-се ҡыҙ. Бына быныһы ынйы сәскә,

хуш еҫ аңҡый үҙенән.

6-сы ҡыҙ. Ҡалай матур сәскәләр!

1-се ҡыҙ. Ялан хуш еҫкә күмелгән!

2-се ҡыҙ. Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, иртәгә ошо болонға ҡатыҡ тәмләшергә киләйек!

3-се ҡыҙ. Минең ҡатығым юҡ.

4-се ҡыҙ. Беҙгә кил, беҙҙең ҡатыҡ күп, өләсәйем бирер.

5-се ҡыҙ. Беҙ күстәнәс тоторбоҙ,

Яңы йырҙар оторбоҙ.

6-сы ҡыҙ. Ҡатыҡ етер һәр кешегә,

Иреп юғалыр телдә.

1-се ҡыҙ. Ҡайһы ергә сығайыҡ?

2-се ҡыҙ. Айғыр тауға сығайыҡ. Барабыҙға ла яҡыныраҡ булыр.

3-сө ҡыҙ. Балитәкле күлдәк кейәйек,

тәңкәләрҙе камзулға теҙәйек.

4-се ҡыҙ. Таҫмалар – сәстә,

Яулыҡтар – башта.

5-се ҡыҙ. Беләҙек, йөҙөк, муйынсаҡтар ҙа онотолмаһын!

6-сы ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, киттек! Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

Ҡыҙҙар сығалар. Малайҙар инә.

1-се малай.Малайҙар, иртәгә ҡыҙҙар ҡатыҡ тәмләшергә сығалар.

2-се малай.Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә киләйек!

3-сө малай.Мин дә ҡалмайым. Мин дә сығам.

4-се малай.Әйҙәгеҙ.

Малайҙар сығалар.

Алып барыусы. Ҡатыҡ тәмләшеү – бер урам ҡыҙҙарының байрамы. Ул яландар сәскәләргә күмелеп, һыйырҙың һөтө тәмләнгәс, үткәрелгән. Уйында бер нисә оло кеше ҡатнаша торған булған. Ҡыҙҙар, киске уйын ваҡытында һөйләшеп, вәғәҙә бирешкәндәр. Байрамға егеттәр ҙә килгән.

Күңелле музыка. Болонға шаулашып ҡыҙҙар инә, күлдәктәрен өйөрөлөп күрһәтәләр. Бейешеп әйләнгәндә малайҙар килеп инә.

1-се малай. Ҡыҙҙар, беҙ һеҙҙең менән уйнайыҡ әле?

1-се ҡыҙ. Эй был малайҙар! Бер үҙҙәре генә уйнай алмайҙар!

2-се малай. Уйнайыҡ инде һеҙҙең менән?

2-се ҡыҙ. Сәстән тартмаһағыҙ…

3-сө малай. Ю-ю-юҡ!

3-сө ҡыҙ. Хәрәмләшмәһәгеҙ…

4-се малай. Ҡайҙа инде!

Аҡ тирәк, күк тирәк” уйыны

4-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, малайҙар таҡмаҡ әйтешеп алайыҡ.

Ҡыҙҙар. (йырлайҙар)

Эй малайҙар, малайҙар!

Бәләкәй генә малайҙар.

Ҡатыҡ ашап үҫегеҙ,

Артһын һеҙҙең көсөгөҙ.

Малайҙар. (ҡулдарында ҡалаҡтар)

Батыр булып үҫербеҙ,

Киң булһын күңелегеҙ.

Ах, ниндәй малайҙар тиеп,

Ҡыҙыр әле күҙегеҙ!

Ҡыҙҙар. Эй малайҙар, малайҙар!

Түбәләге ҡалайҙар.

Ҡатыҡтарын ашап бөткәс,

Табаҡ төбөн ялайҙар.

Малайҙар. Әле ҡатыҡ ҡапманыҡ,

Ҡатыҡта ҡаймаҡ тапманыҡ.

Әсе ҡатыҡ ашап булмай,

Сеүәтәне алманыҡ.

Алып барыусы. Ҡайһылай оҫта йырлайҙар! Малайҙар шаяныраҡ булып сыҡты. Ҡатыҡтары юҡ, ә ҡалаҡ алырға онотмағандар. Ярай, хәҙер һеҙгә ҡыҙҙар ҡатыҡ әҙерләп тәмләттерерҙәр, ултырып тороғоҙ.

Ҡыҙҙарҙың ҡулында сеүәтә. Бейейҙәр.

Бергә. Ҡулыбыҙҙа сеүәтә,

Бөтәбеҙ таҡмаҡ әйтә.

Тәмле ҡатыҡ йырлата,

Йырлата ла бейетә.

1-се ҡыҙ. Ҡатыҡ ашап ҙурайҙым,

Бигерәк оҙонайҙым.

Йөҙөм түп-түңәрәк,

Тулған айҙай түңәрәк.

Йыр “Айҙар ғынайым”

2-се ҡыҙ. Һөйөнсө, һөйөнсө!

1-се малай. Һөйөнсөгә ҡолағың!

1-се ҡыҙ. Һөйөнсө! Һөйөнсө!

1-се малай.Ауыҙыңа бал да май!

1-се ҡыҙ. Килде таҡмаҡсы әбей,

Таҡмаҡ әйтә лә бейей.

Уның әйткән таҡмағына

Беҙҙең күңелдәр ирей.

Табаҡ тотоп 3 әбей инә. Бейейҙәр

1-се әбей. Ҡыҙҙар ҡатыҡ тәмләшә тигәс, килдек әле. Борон заманда беҙҙең өләсәйҙәр беҙгә ҡуйылтмаҡ яһап ялата торғайны (бармағы менән табаҡ төбөн һыпырып ялай. Ҡыҙҙар менән малайҙар уға эйәрә).

2-се әбей. Тәмлеме?

Малайҙар. Тәмле, тәмле, тәмлекәс!

Ҡыҙҙар. Инәй, уны нисек эшләйҙәр?

5-се ҡыҙ. Ә мин беләм, уны өләсәйем ялата.

1-се әбей. Тәүҙә ҡорот әҙерләргә кәрәк. Ҡоротто нисек ҡуйырға өйрәтәйемме?

Ҡатыҡ ҡойҙом ҡаҙанға,

Ҡатыҡҡа ике аҙна.

Эркет ҡайнай ҡаҙанда,

Ҡабармай болғағанда.

Эркет ҡайнаны урғып,

Һөҙҙөм иләкте алып.

Ултырҙы ул тонғансы,

Тағы бер кис ҡунғансы.

Тап-таҙа тоҡҡа ҡойҙом,

Баш түбән аҫып ҡуйҙым.

Эркет һыуҙары аҡты,

Аҡ ташты һалдым тағы.

Тоҡто асһам, ап-аҡ ҡорот,

Услап-услап уны тот.

Юҡ икән тоҙо, кәрәк,

Тоҙһоҙ сөсө бигерәк.

3-сө әбей. Ҡорот йомарлаған саҡта табаҡ төбөнә йәш ҡорот ҡалдырып, һөт ҡойоп ҡуяһың.

2-се әбей. Уны тәмле булһын тиһәң,

Яңы һөттө ҡояһың.

Ҡаймаҡ ҡушһаң, бигерәк шәп,

Их, ялап бер туяһың.

1-се әбей. Бына, балалар, ҡуйылтмаҡ шулай яһала.

2-се әбей. Был матур йоланы онотмай, уйнап йөрөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, балалар.

1-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, хәҙер бер аҙ уйнап алайыҡ.

Бергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

Йөҙөк һалыш” уйыны.

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/303178-scenarij-folklornogo-meroprijatija

Башҡорт йолалары

f83fb7cdd4622ec9c01617a50d92443d_big.jpg

«Ҡар һыуына барыу»  йолаһы

Ҡар һыуына барыу йолаһы — башҡорттар араһында киң таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Оло инәйҙәр бала-сағаға, сирле-сырхауға им итер өсөн ҡар һыуын мотлаҡ йыйып ҡалырға тырышҡан. Сөнки ул һыу таҙа урындан алынһа, өҫтөнә доға “ябылһа” (доға уҡылһа), тыныс урында ултырһа, боҙолмай, айҙар буйы еҫләнмәй, шифалы сифаттарын юғалтмай. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған был йола. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп-сар ташлау, ярау итеү тыйылған. Ауылдан ярты саҡырым тирәһе алыҫлыҡта булған. 
Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар.

«Боҙ оҙатыу» йолаһы

Боҙ оҙатыу йолаһы — ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған, ләкин ниндәйҙер сәбәпле юҡҡа сығып барыусы йола байрамы. Элек йылғала боҙ ҡуҙғалған көн бер оло байрамға әйләнә торған булған. Урамда балалар: “Боҙ китә! Боҙ китә! Һыу буйына барығыҙ!” — тип ҡысҡырып йөрөгән. Йылғала боҙ ҡуҙғалғанын ҡарарға әбей-бабайҙар, йәш-елкенсәк һәм бала-сағалар йыйылған. Шаулап-гөрләп, ярға боҙ ташлай-ташлай китә ул һыу. Бер генә көн шулай була. Ташыған йылға буйҙары ла байрам төҫөн алған: өлкәндәрҙең һәм йәштәрҙең шатланып көлөүҙәре, өҙҙөрөп гармун уйнаған тауыштары төнгә тиклем йыраҡтарға ишетелеп торған. 
Боҙ оҙатҡанда йәштәр боҙ өҫтөнә бер ус һалам ҡуйып, шуға ут төртөп ебәргәндәр, ә бына өлкәндәр иһә ташыу һыуына төйөнсөккә әҙерләнгән ырым бетеүе ағыҙған. Икеһе лә ҡыш буйы йыйылып килгән ҡайғы-ауырыуҙарҙан ҡотолоу ысулы һаналған. Шулай уҡ һыуға ҡаршы баҫып изге теләк әйткәндәр, һаулыҡ һорағандар.

«Ҡарға бутҡаһы» 

Ҡарға бутҡаһы — ҡатын-ҡыҙ байрамы. Бешерем-төшөрөм, бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү сығымдарын улар бергәләп күтәрә. Ауыл буйлап бүләк, ярма, май, йомортҡа йыйыусыларҙы алсабырҙар тип йөрөтәләр. Алсабыр итеп ауылда абруйлы, һүҙе үтемле, үҙе күңелсәк, йыр, бейеү оҫтаһы булған әбейҙәрҙе һайлайҙар. Ауыл буйлап бүләк, ризыҡ йыйғанда, алсабырҙар сағыу-сағыу күлдәктәр кейеп, биҙәкле таяҡтарға таянып, һамаҡлай-һамаҡлай йөрөйҙәр. Уларға бала-саға эйәрә, ҡысҡырып һамаҡ әйтә: 
Ҡарға әйтә: «Ҡар, ҡар, 
Ҡарғатуйға бар, бар!» 
Ҡарғатуйға бармағандың 
Күңеле булыр тар, тар, 
Күңеле булыр тар, тар — 
Ҡарғатуйға бар, бар! 
Байрам көндө ҡатындар, ҡыҙҙар һәм балалар тауға йәки башҡа ҡалҡыу урынға сығалар. Йола буйынса, байрамға килгәндәр ағасты биҙәп тәңкәләр, көмөш беләҙектәр, муйынсаҡтар, балдаҡтар элә, төрлө төҫтәге таҫмалар, яулыҡтар бәйләй. Шул ваҡытта теләгән яҡшы теләктәр, изге хыялдар тормошҡа аша, тиҙәр. 
Байрамда ғәҙәттә уңдырышлылыҡты кәүҙәләндергән ҡыяҡлыларҙан (арпа, тары, бойҙай) ҡарға бутҡаһы бешерәләр. Сәй табынына бал, бауырһаҡ, бәлеш, гөбәҙиә, ҡоймаҡ, сәк-сәк, эремсек һ.б. ризыҡ ҡуялар. Аштан һуң ҡоштар һыйлау (ҡарға ашатыу, ҡарға һыйлау) йолаһы үткәрелә: ҡалған бутҡаны түңгәк, таш өҫтөнә, ағас төбөнә һалып сығалар, тәбиғәткә, ҡоштарға һәм ата-бабалар рухына мөрәжәғәт итеп, муллыҡ һәм именлек, уңыш һәм уңдырышлылыҡ һорап изге теләктәр әйтәләр; малайҙар ағас башына менеп ҡарға һ.б. ҡоштар булып ҡысҡыралар. 
Байрамда ярыштар һәм төрлө халыҡ уйындары үткәрәләр, әйлән-бәйлән уйнайҙар, дөңгөр, думбыра, ҡумыҙ һ.б. халыҡ ҡоралдарына ҡушылып бейейҙәр, йырлайҙар, таҡмаҡ әйтәләр. 
Байрам тамамланғас: 
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар! 
Ишетәһегеҙме, ҡарғалар!? 
Баҡсаларҙа алмағас, 
Ҡорой, ямғыр яумағас.
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар, 
Беҙ тағы ла китәбеҙ.
Йыйылышып, һыйланығыҙ, 
Ямғыр, яу! — тип теләгеҙ. — тип һамаҡлай-һамаҡлай таралышыр булғандар.

«Кәкук сәйе» йолаһы


Кәкүк сәйе — борондан килгән матур йола. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә. 
Кәкүк – башҡорт мифологияһында изге ҡош, шулай уҡ шомло, бәләле булып һаналған, уны ризалаштырыу өсөн махсус йола – Кәкүк сәйе йолаһы үткәрелгән. 
Ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә башлағас, тәүге кәкүк тауышы ишетелгәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып туғайға сыға. Иртәгә кәкүк сәйенә сығабыҙ тигән көндө малайҙар, өйҙән өйгә йөрөп, аҙыҡ-түлек, һый йыя. Уларға хужабикәләр тәм-том, төрлө ризыҡтар биреп сығара, ошо ризыҡтан байрам табыны ҡорола, самауыр ҡайнатып сәй әҙерләнә. Аш-һыу әҙер булғансы, йәш-елкенсәк бейеү, уйын-көлкө ойоштора. Табынға ултырышҡас, өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын теләп доға уҡый, күрәҙәлек ҡыла. Аштан һуң уйын яңынан башлана. Был юлы сиратлашып кәкүктән йәш һорайҙар, кәкүккә арнап сығарылған йырҙар башҡарып ярышалар. Балалар, ҡулдарын өҫкә күтәреп, кәкүк булып ҡысҡыра. Ҡайтыр саҡта табындан ҡалған ашамлыҡтарҙы, теләнә-теләнә, ағас аҫтына ҡалдыралар.
Саҡырмасы, кәкүк, эй ҡаршымда,
Саҡырһаңсы ағас башында.
Саҡырмасы, кәкүк, эй ҡаршымда —
Хәсрәт кенә бирмә башыма!

«Ҡояш саҡырыу» йолаһы.

Ямғырҙар оҙаҡҡа һуҙылһа, элек башҡорттар «Ҡояш саҡырыу» йолаһын үткәргәндәр.

Был йола үҙендә шулай уҡ тимер көсөнә ышаныуҙы сағылдыра: тимерҙән эшләнгән һауыт-һаба, ураҡ, салғылар тышҡа сығарылған.

Артабан ҡояшҡа өндәшкәндәр:

Ҡояш апай, ҡалҡ, ҡалҡ!

Һалҡын еҙнәй, кит, кит!

Һимеҙ тәкә һуйырмын,

Майын һиңә бирермен!

«Ямғыр саҡырыу» йолаhы.

Ямғыр яу, яу, яу,

Майлы бутҡа бирермен,

Тәтәй ҡашыҡ бирермен,

Тәтәй ҡашыҡ баҙарҙа,

Майлы бутҡа ҡаҙанда!

Дождик, лей, лей, лей,

Кашу с маслом дам,

Красну ложку дам,

Красна ложка на базаре,

Каша с маслом в казане!

*«майлы бутҡа» («каша с маслом») означает пожелания богатства и изобилия.

«Ҡуҙғалаҡ байрамы» 

Ҡуҙғалаҡ байрамы яҙ булғас, ер-һыу кибеп, ҡуҙғалаҡ сыҡҡас үткәрелгән. Унда бөтә ырыу ҡатнашҡан. Ауыл халҡы йыйылышып, ҡорбан салған. Уйын-көлкө, йыр-моң һәр урында яңғырап, ялан-туғай тулған, бейеүҙәр башҡарылған. Беренсе тапҡыр ҡуҙғалаҡ ҡапҡанда: «Мин киләмен — ауыҙың ас, мин киләмен — зәңге, ҡас!» — тигәндәр.

«Һабантуй байрамы»

ҺАБАНТУЙ — башҡорттарҙың боронғо байрамы. Ул яҙғы сәсеү эштәре менән малға бесән әҙерләу араһында үткәрелә. Ғәҙәттә бер-нисә ауыл бергә үткәрә. Һабантуй алдынан малайҙар һебә йыялар. Һебә йыйыу — ауылда өй беренсә йөрөп һабантуйға бүләк йыйыу. Һебә йыйыусыларға хужалар таҫтамал, яулыҡ, аҙыҡ-түлек биреп сығара. 
Һабантуй башланғас, ҡор башы (майҙың атаһы ла тиҙәр) халыҡты ҡотлап, изге теләк теләй, ниндәй көрәш, бәйгеләр булырын, кемдәр, ҡайҙан ҡунаҡтар килгәнен, уларҙың ырыуын һанап сыға, ниндәй атаҡлы ҡурайсыларҙың, думбырасы, ҡумыҙсыларҙың, былтырғы батырҙарҙың, йырсыларҙың килеүен әйтә, уларға халыҡ сәләмен еткерә. Ҡунаҡтарҙы майҙан ҙурлап ҡаршылай: дөңгөр һуғалар, һорнай уйнайҙар. Ҡор башы, шулай уҡ майҙанда ил хәлдәренә ҡағылышлы ниндәй етди һүҙ булыры тураһында ла һөйләй. 
Һәр ауыл, ҡаҙан аҫып, байрамға атап һуйған һуғымын бешергән, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы бүлешеп алып һыйлаған, хөрмәт иткән. Һуғым башын йәки баш итен ҡарттарға илтеп биргәндәр. Йола буйынса, уны, баш эйеп, батыр килтергән. Аҡһаҡал йә мулла ҡабул иткәндә егеткә рәхмәт әйткән. Баш итен ҡарттар барыһы ла ауыҙ итергә тейеш булған. Өлөшсө иң тәүҙә алып килеүсе батыр егеткә баш итенең уң ҡолағын (йә ҡолаҡ арты өлөшөн) киҫеп биргән дә: “Уң хәбәр менән генә йөрө!” — тигән. 
Һабантуйҙа егеттәр милли көрәштә көс һынашҡан, һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, атта сабышыу һ. б. халыҡ уйындары үткәрелгән. Сәсәндәр, ҡурайсылар, йыраусылар, бейеүселәр үҙ-ара ярышҡан. Йылдың уңышлы килеүен теләп доға уҡығандар. Еңеүселәргә төрлө бүләктәр бирелгән.
Элек һабантуй бер нисә көн барған. Һәр ырыу, ара үҙенең бар һәләтен, батырҙарын күрһәтергә, һәр ҡайһыһы тирмәләрҙә ҡунаҡ булып сығырға тейеш булған. Йыйын бағанаһына тамғалар ырып, ырыу араһында тоғролоҡҡа ант әйтешеү үткән.

«Ҡаҙ өмәһе»

Ҡаҙ өмәһе – башҡорт халҡының иң матур, иң күркәм йолаларының береһе. Ҡағиҙә булараҡ, был йоланы көҙҙө оҙатҡас, ергә ап-аҡ ҡар ятҡас башҡаралар. Ауыл халҡы, күрше-күлән, туған-тумаса бер-береһенә ярҙамға, өмәгә килгәндәр. 
Оло инәйҙәр, апайҙар, еңгәләр, йәш килендәр һәм ҡыҙҙар ҡаҙ йолҡҡандар, эсен алғандар. Йолҡонған ҡаҙҙарҙы көйәнтәгә парлап аҫып шишмәгә, йылға буйына алып төшөп сайҡатҡандар. Өмәселәргә егеттәр менән балалар ҙа эйәргән. Яр буйы уйын-көлкө, йыр-бейеү менән тулған. Һыу буйына барғанда балалар юлға ҡаҙ ҡаурыйы ташлап барған, ә оло апайҙар киләсәктә мул үрсем, киләһе йылда ҡаҙҙарҙың ошо юлдан йөрөүен теләгән. 
Ҡаҙҙарҙы йыуып ҡайтыуға, хужабикә байрам табыны әҙерләп, өмәселәрҙе көтөп торған. Өҫтәл түрендә ҡаҙ бәлеше, ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ булған. Киске мәжлес тамамланғас, йортта йәштәр уйыны ойошторолған.

«Һуғым өмәһе»

Ҡышҡы һалҡындар төшөп, ҡар ныҡлап ятҡас, ноябрь-декабрь айҙарында ауыл халҡы һуғым һуйыу өмәләре үткәрә. Һуғымға тип алдан уҡ йә һыйыр, йә йылҡы малын әҙерләгәндәр… Уларҙы махсус аҙыҡ рационы биреп һимерткәндәр. 
Һуғым өмәһенә хужаның туғандары, күрше-күләндәре йыйыла. Электән һыналған, еңел ҡуллы салыусы саҡырыла. Ирҙәр малды йығып салғансы, ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашмай, тик тиреһен һыҙырып бөткәс кенә һуғым һуйған ергә баралар һәм эштең аҙағына тиклем ярҙам итәләр. 
Кисен һуғым һыйы уҙғарыла. Байрамға өмәлә ҡатнашыусылар бөтә ғаиләләре менән йыйыла. Был һый өсөн малдың түшкә-муйынын бешерәләр. Бынан тыш тултырма (әгәр һыйыр малы булһа) йәки ҡаҙылыҡ әҙерләнә. Әгәр былары булмаһа, ғәйеп һанала. Һуғым ашында йәнә салыу һөйәгенең булыуы ла мотлаҡ. Уны малды бысаҡлаған кешегә бирәләр. Ит тәме мал салыусының ҡулына бәйле: «Күңеле ҡаты булһа, ит тә ҡаты була, йомшаҡ, изге күңелленең һуйған ите лә йомшаҡ,»- тигән ышаныу бар. Шуға күрә салыусының роле ныҡ баһаланған, ул ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың береһе һаналған. 
Киске ашҡа килгән ҡунаҡтар үҙҙәренең изге теләктәре менән байрамды башлап ебәрә: 
— Һуғым һимеҙ булһын! 
— Ите татлы булһын! 
— Иҫән-һау ризыҡҡа яҙһын! 
Һуғым ашағас, шулай тип теләк теләйҙәр: 
— Малдарығыҙ күп булһын, 
Малдарығыҙ ныҡ уңһын! 
Беҙ ашаған ерҙәргә, 
Беҙҙең эскән ерҙәргә — 
Хоҙай Тәғәлә ишетһен — 
Малығыҙҙы ишәйтһен! 
Ғәйеп ризыҡтар бирһен, 
Ғәйеп малдар бирһен! 
Рәхмәт һыйығыҙға! 
Мал салыуҙың да үҙ тәртибе бар. Шуларҙың иң мөһимдәре: 
1. Салыусы мотлаҡ сөннәтле булырға тейеш. 
2. Малдың башы ҡибла яғына ҡарата ятҡырыла. 
3. Салыр алдынан изге доға уҡыу, һис булмаһа «бисмиллаһи-рахманир-рәхим» тип әйтергә кәрәк

«Ҡышҡы нардуған»

Ҡышҡы Нардуған 21 декабрҙән 25-енә тиклем ҡояштың торошона арналған байрам итеп үткәрелә. Ҡыш булыуына ҡарамай, берәй иркен йортта йыйын йыялар. Йыйынға һәр кем үҙ өлөшөн тотоп килә: итен, ҡаҙы-ялын, майын, һалмаһын, ярмаһын — барсаһын. Сапҡынсылар, бала-саға өйҙән-өйгә хәбәр тарата, теләк теләй, теләкте урамда ла әйтеп йөрөйҙәр: 
Нар, нар, нарына, 
Бәхет бирһен барына. 
Мал-тыуарың түл йәйһен, 
Бала-сағаң ит ейһен! 
Малың ашһын ҡуранан, 
Ашың ашһын буранан! 
Илең, йортоң һил булһын, 
Күңелегеҙ киң булһын! 
Өйгә инеп, шулай тигәс, өй хужалары, үҙҙәре ни ашаһа, теләкселәргә лә шунан өлөш бирә. Өйҙән сығыр саҡта йәнә һамаҡлағандар: 
Нар, нар, нарына, 
Рәхмәт һеҙгә барына! 
Малдарығыҙ түл йәйһен, 
Барсағыҙ ҙа ит ейһен; 
Һөтлө булһын бейәгеҙ, 
Уҡлы булһын йәйәгеҙ; 
Мәргән булһын уғығыҙ; 
Барға сыҡһын юғығыҙ, 
Малығыҙ ашһын ҡуранан, 
Ашығыҙ ашһын буранан; 
Ил-йортоғоҙ һил булһын, 
Йәннәттәргә тиң булһын. 
Әйҙә, амин тотайыҡ, 
Йортоғоҙҙо ҡотлайыҡ! 
Шулай тип доға ҡылалар ҙа: 
«Нар, нар, Нардуған, 
Нардуғанға бар, туған», — 
тип саҡырып китәләр. 
Йыйын булған йорт эсендә һый бөтөүгә тышта төрлө уйын уйнала (ҡар бәрешеп уйнау, көрәш, тауҙан тәгәрәшеү һ.б.), ҡарттар урам буйлап тәкбир әйтеп уҙа. Аулаҡ йортта ҡыҙҙар йондоҙнамә аса, фал һала — кейәүгә сығырҙарын, кемгә барырҙарын юрай. Иртәгәһен өйҙән-өйгә ҡунаҡҡа йөрөшөү башлана. Байрам ике-өс көнгә, аҙнаға һуҙыла. Бер-береңде ҡунаҡҡа саҡырып һыйлау, йыр-моң мәжлестәре үткәреү «саҡырышыу» тип аталған. 
Ҡышҡы уйындар тынысыраҡ үткән, сөнки был мәл Тәбиғәттең ваҡытлыса үлгән мәле һаналған. Шуға күрә «кис ултырыуҙар», «аулаҡ өй»ҙәрҙә төрлө йыр, уйын ойоштороп, әкиәт, ҡарһүҙ һөйләгәндәр. Батырҙар, ҡаһармандар хаҡында һөйләү, йырлау кешегә көс йыйырға, ваҡытлыса көсһөҙ булған тәбиғәт ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ иткән. Борон йылҡынан ҡорбан салынған, бар халыҡ бергә йыйылып һыйланған.

Сәләтле балалар үстерүдә халык бәйрәмнәре, йолаларының роленың роле ИЛИ

ХАЛЫК БӘЙРӘМНӘРЕ, ЙОЛАЛАРЫ НИГЕЗЕНДӘ

КҮПМӘДӘНИЯТЛЕ ШӘХЕС ТӘРБИЯЛӘҮ

Исмагилова В.М, Хакимуллина Д.Н.

Казан шәһәре “36 нчы гимназия”

Соңгы елларда халкыбызның гореф-гадәтләренә, йолаларына һәм бәйрәмнәренә игътибар арта бара, Сабантуйларны үткәрүгә, аларны халыкчанрак, җанлырак итүгә, Нәүрүз, Нардуган бәйрәмнәрен торгызуга һәм яңартуга, Каз өмәләрен һәм башкаларны тергезеп, көнкүрешебезгә кайтаруга омтылыш көчәя.

Иҗтимагый-мәдәни тормышта билгеле бер йолалар үтәү, гореф-гадәтләр тоту һәм бәйрәмнәр үткәрү барлык халыкларга да хас булган гомуми күренеш ул.

Халык бәйрәмнәре – шул халыкны милләт итеп берләштерә торган чараларның берсе. Һәр милләтнең үзенә генә хас бәйрәмнәре була. Алар халыкның милли горурлык, милли хисләр культурасын тәрбияләргә, формалаштырырга ярдәм итеп кенә калмыйлар, ә шул хисләрне кичергән кешеләрдә рухи канәгатьләнү дә тудыралар.

Бәйрәмнәр халык тормышының, культурасының аерылгысыз бер элементы да булып торалар. Алар зәгыйфьләнә икән – халыкның культурасы, яшәеше зәгыйфьләнә. Язучы Василий Белов рус халкының ел дәвамында традицион бәйрәмнәрен сурәтләгән китабын тикмәгә генә “Лад” (ягъни “Тормыш җае”) дип атамаган. Йола һәм гореф-гадәтләрнең күп кенә очракларда алыштыргысыз тәрбияви чара булуын да истән чыгармыйк. “Ана сөте белән керә торган” тәрбиянең, халык педагогикасының нигезендә нәкъ менә шулар ята, чөнки бер буыннан икенчесенә билгеле бер идеяләрне, үз-үзеңне тоту, хис-тойгы һәм башка нормаларын тапшыру шушы гореф-гадәтләргә нигезләнә.

Халык бәйрәмнәре – сәләтле балаларны иҗтимагый тормыш таләпләренә күнектерү чарасы да ул. Эш шунда, ул бәйрәмнәрдә балаларның олысы-кечесе актив катнаша. Һәр бала бәйрәмдә катнашу тәртибен гадәт, традиция рәвешендә, ана сөте белән дигәндәй, үзенә сеңдерә. Бәйрәм “вазифалары” теләп, шатланып үтәлә. Шулай итеп, һәр бала үзе дә сизмәстән үзара аралашу, үз-үзеңне тоту гадәтләрен үзләштерә, тәрбияләнә.

Халык бәйрәмнәре һәр кешенең, һәр баланың йөрәк түрендә саклана, чөнки җыр, бию, яңа көйләр башкару, очрашу-танышулар шушы көннәрдә була. Алар аны кайда гына булса да – үз туган ягына, төбәгенә тартып тора.

Халык бәйрәмнәрендә катнашу балаларның сәләтләрен ачуга, милли хисләр формалашуга, аларның культурасын үстерүгә, милли горурлык тәрбияләүгә ярдәм итәләр, шул ук вакытта алар милли хисне канәгатьләндерүдә, гамәлгә ашыруда, сәләтле балаларны үстерүдә нәтиҗәле чара да булып тора.

Без Казан шәһәренең рус гимназиясендә татар теле һәм әдәбияты укытучылары булып эшлибез. Рус һәм татар төркемнәрендә укытабыз. Гимназиябездә төрле милләт балалары укый. Алар арасында татар, рус, чуваш, башкорт, төрек, әзербәйҗан һәм башка милләт балалары бар. Төрле милләттән булсак та без бер-беребезнең гореф-гадәтләрен хөрмәт итәбез. Безнеңчә, татар халкының милли бәйрәме – Сабантуй, керәшеннәрнең һәм башка христиан диненә караган Питрау (Петров день) кебек бәйрәмнәрне олылап, бергәләп бәйрәм итә башлау зур уртаклык булуда.

Без башлангыч сыйныфлардан ук татар һәм рус төркемнәрендә укучы балалар белән гореф-гадәтләребезне, милли йолаларыбызны чагылдырган дәресләр, сыйныфтан тыш чаралар үткәрүгә зур игътибар бирәбез. Максатыбыз — халык бәйрәмнәрен өйрәнү, аларның төрле милләт халыкларын якынайта һәм берләштерә торган чара икәнен күрсәтү.

Без ел фасылларына бәйле Нәүрүз, Питрау, бәйрәмнәре; ислам диненә бәйле Рамазан, Корбан бәйрәмнәре; христиан диненә бәйле Пасха, Раштуа бәйрәмнәре турында сөйләшәбез. Бу сөйләшүләр аларда зур кызыксыну тудыра. Укучылар дәрестә үзләренең төрле бәйрәмнәрдә катнашулары турында, бигрәк тә Сабантуй бәйрәмен яратулары турында сөйлиләр, мәгълүматлар табып киләләр, проектлар яклыйлар.

Сабантуй – элек-электән халкыбызның һәрчак яратып, зур күтәренкелек белән үткәрә торган олы бәйрәме ул. Сабантуй республикабызның барлык авылларында, район үзәкләрендә, шәһәрләрендә кызыклы үтә. Бу бәйрәм Россиянең башка төбәкләрендә дә үткәрелә. Ул элек-электән Мәскәүдә, Санкт-Петербургта, Марий Эл, Чувашия республикалары, Пенза, Самара, Ульяновск, Оренбург, Пермьдә һәм татарлар күп яши торган башка бик күп шәһәр һәм авылларда оештырыла.

Немец телен тирәнтен өйрәнүче гимназия буларак, без Германия белән тыгыз элемтәдә торабыз. Татарстан һәм Германиянең сәләтле укучылары белән тәҗрибә уртаклашу – гимназиябездә күптәннән килгән яхшы гадәт. Безнең гимназия укучылары Германиядә берничә ай немец гаиләләрендә яшиләр, мәктәпләрдә укыйлар. Аннары немец балалары берничә атнага безгә кунакка килә. Без аларны Татарстан, Россия белән таныштырабыз. Казанда немец укучылары истәлекле урыннарда, театрларда булалар, татар яки рус гаиләләрендә яшиләр, татар һәм рус халкының гореф-гадәтләре белән танышалар.

Татар халкының милли бәйрәме Сабантуй Германиядә дә үткәрелүе ачыкланды. Моның турында укучыларга мәгълүмат җыярга, фәнни-тикшеренү эшен башкарырга кушылган иде. Укучылар бик кызыклы фәнни-тикшеренү эшен башкарып, күп мәгълүматлар табып килделәр. Шуларның берсен тәкъдим итәбез.

Германиядә Сабантуй беренче тапкыр 2002 нче елның июнендә Франкфурт-на-Майне шәһәрендә үткәрелгән. Кешеләр Германиянең башка шәһәрләреннән дә җыелганнар. Бәйрәмдә Россия һәм Татарстаннан килеп, Германиядә укучы студентлар да катнашкан. Кунаклар үзләре белән татар ашлары: өчпочмак, кыстыбый, гөбәдия һәм башка күчтәнәчләр алып килгәннәр. Бәйрәмдә алар татар җырларын җырлаганнар, биегәннәр, кызыклы ярышларда катнашканнар. Җиңүчеләргә татарча компакт-дисклар, аудиокассеталар һәм башка бүләкләр бирелгән.

Татарларның бу олы бәйрәменең ни өчен Сабантуе дип аталуы турында немец галиме Карл Фукс (1776-1846 елларда яшәгән) болай дип язып калдырган: “Бу борынгы татар халык бәйрәме һәр язда үткәрелә, анда барлык татарлар да катнаша.

Сабан сүзе – сука дигән мәгънәне аңлата. Димәк, әлеге бәйрәм шуны аңлата: табигатьне уятучы яз басуларны эшкәртергә өнди…

Сабан бәйрәмен карарга картлар да килә. Кояш баю вакыты җитсә, алар шунда ук кичке намаз укыйлар. Төзек сафларга басып, җиргә иелә-иелә, дога укыйлар”.

Гадәттә без сабан туен язгы чәчү беткәч, печән өсте әле җиткәнче, июнь башында күрергә гадәтләнгәнбез. Ә Әлмәт районына дәү әниләренә кунакка кайткан Денис (6 нчы сыйныф) үзе Кышкы Сабантуйда катнашып килгән. Әлмәт районында һәр елны үтә торган район спартакиадасын халык яратып, үз итеп “Кышкы сабан туе” дип атый. Биредә спортчылар гына түгел, ә теләгән һәркем җитезлектә, тапкырлыкта, осталыкта көч сынаша ала. Бу бәйрәм дә нәкъ сабан туе кебек халыкның үзенеке – ул анда үзе спортчы да, үзе судья да, үзе тамашачы да. Бу бәйрәмгә кунак булып башка районнардан да киләләр. Сабантуе гөрләп, җыр-музыка, уен-көлке белән үтә.

Питрау бәйрәме турында керәшен кызы Ксения (9 нчы сыйныф) кызыклы мәгълүматлар алып килгән иде. Сабантуйлар гөрләп үткәннән соң, күптә үтми тагын бер олы бәйрәм — Питрау бәйрәме уздырыла. Бу керәшен татарлары һәм христиан диненә караган бөтен милләтләрнең бәйрәме. Питрау – ул җәйнең нәкъ кыл уртасы. Бу көнне тереклек һәм үсемлекләр дөньясында үзгәреш чоры башлана, нәкъ көн уртасында кошлар сайраудан туктый. Бу көнне җыеп киптерелгән кыр чәчәкләре, барлык авырулардан файдалы диләр. Шуңа күрә урманнардан җыеп кайтылган кыр чәчәкләре белән өй эчен, капка һәм коймаларны бизәгәннәр. Бу гадәт бүген дә саклана. Питрау ул-табигатьне олылау. Аңа табыну, матурлыкка, табигатьнең иркенлегенә мәдхия җырлау. Шулай ук халыкның алда торган олы һәм җаваплы эшләр — игеннәрне урып-җыю алдыннан ял итеп алу бәйрәме дә.

Раштуа бәйрәме турында Алексей (7 нче сыйныф) кызыклы мәгълүматлар алып килгән иде. Раштуа-Алланың христиан динен тотучылар өчен җиргә җибәрелгән пәйгамбәре Гайсә Коткаручы туган көн. Бу бәйрәм чиркәү тарафыннан IV гасырдан бирле билгеләп үтелә. Раштуа көнне һәр православия христианына чиркәүгә бару мәҗбүри. Бу көнне йортларда кабызган шәмнәрнең яктылыгы һәм исе торакны һәм күңелне чистарта, дип ышаналар.

Раштуа бәйрәмен татар халкының дини бәйрәме Ураза бәйрәме белән чагыштырып була. Рамазан аенда мөселманнар Ураза тоталар. Рамазан ае — рәхмәт, сабырлык ае, ризыкның кадерен, мескен ятимнәрнең хәлен белә торган ай. Ураза тоту, беренчедән, Аллаһыга якынаю була, икенчедән, тән һәм җанга файдалы.

Халык бәйрәмнәре, йола, гореф-гадәтләр язучыларыбызның әсәрләрендә дә сурәтләнә. Галимҗан Ибраһимовның “Алмачуар” , Мөхәммәт Галинең “Сабан туенда”, Габдулла Тукайның “Исемдә калганнар”, Әхмәт Фәйзинең “Кечкенә Апуш” әсәрләрендә Сабантуе күренешләре бик ачык тасвирлана. Балалар әдәбиятта һәм сәнгать әсәрләрендә милли бәйрәмебез – Сабан туе күренешенең ничек чагылуы белән танышып үтәләр. Мәсәлән: 6 нчы сыйныф татар әдәбияты дәреслеге (183-193 битләр), 8 нче сыйныф “Татарча да яхшы бел” дәреслеге (22бит), “Татар халкының йолалары һәм бәйрәмнәре” (Р.Уразман, 1992). Алар милли хисләр формалаштыруга, милли горурлык тәрбияләүгә ярдәм итәләр.

Милли бәйрәмнәр торгызыла бару белән, бер-беребез белән аралашу, очрашу, күрешүләр һаман ешая. Хәзерге сәләтле яшьләрнең күбесе фәнни яктан гына узләренең белемнәрен арттырып калмыйча, рухи яктан да үсәләр. Мондый шатлыклы, йөрәккә ял бирә, рухыбызны нечкәртә, кешеләрне якынайта һәм берләштерә торган чараларда катнашырга, ата-бабаларыбыздан калган гореф-гадәтләрне, йолаларны, бәйрәмнәрне торгызырга тырышалар. Киләчәккә конкуретлыкка сәләтле яшьләр тәрбияләүдә республикабыздагы милләтләрнең зур бер гаилә, толерантлык үрнәге булып яшәвендә милли бәйрәм, йола, гореф-гадәтләрнең роле зур.

Кулланылган әдәбият

1. Ф. С. Фәизова, В. А. Яковлева. – “Татарча да яхшы бел” 8 нче класс өчен татар теле дәреслеге (рус телендә сөйләшүче балалар өчен).- Казан:

Мәгариф” нәшрияты, 2008 ел (22б.)

2. Ф.Г.Галимуллин, Ф.К.Мифтиева, И.Г.Гыйләҗев. – Татар әдәбияты. 6 нчы сыйныф өчен дәреслек. — Казан: “Мәгариф” нәшрияты, 2010 ел (183-193б.)

3. Р.Уразман. – “Татар халкының йолалары һәм бәйрәмнәре” — Казан: Татарстан китап нәшрияты, 1992 ел (31-36б.)

Башҡорт телдәре уҡытыусыларының “Йолаларҙы һаҡлап, киләсәккә бағабыҙ”

район семинары сценарийы

Сценарийҙың төҙөүсеһе Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылы мәктәбенең тәрбиә эше буйынса директор урын баҫары Үтәгәнова Гүзәл Наил ҡыҙы

Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу

Башҡа ҡатнашыусылар ҡунактарҙы ике яктан баҫып ҡаршы алалар.

Ҡымыҙ, бауырһаҡ менән ҡаршы алыусылар милли кейемдә.

1-се ҡаршы алыусы:

Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ!

Милләттәштәр, яҡын ҡәрҙәштәр!

Ҡаршылайбыҙ һеҙҙе ҡолас йәйеп

Бүләк итеп ҡайнар сәләмдәр!

2- се ҡаршы алыусы:

Эй, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Хуш килдегеҙ, рәхим итегеҙ!

Наумовка ауылы халҡының

Ризығын ауыҙ итегеҙ!

1-се ҡаршы алыусы:

— Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе һеҙҙе ихлас сәләмләй!

2- се ҡаршы алыусы:

-Яҙҙың ошо матур көнөндә беҙҙең мәктәбебеҙ оло йыйын йыя, мәртәбәле ҡунаҡтар саҡыра.

1-се ҡаршы алыусы:

-Бөгөн үткәреләсәк һәр күренеш күңелегеҙгә хуш килер, йөрәк түрегеҙҙә йылы иҫтәлек булып һаҡланыр тип өмөт итәбеҙ.

2- се ҡаршы алыусы:

— Рәхим итеп Наумовка ауылы уңғандарының аш-һыуынан ауыҙ итегеҙ!

Ҡарға бутҡаһы” байрамы сценарийы

Байрам үткәрелә торған ялан байрамса биҙәлгән: тирмә ҡуйылган,тирмә эсе биҙәлгән, сәхнә эшләнгән, самауыр ҡайнатырға кәрәк-яраҡтар әҙерләнгән, ҡаҙан аҫылған, милли уйындар, көрәш өсөн майҙансыҡтар билдәләнгән. Байрамға килеүселәргә төҫлө таҫмалар таратыла.

Байрам барышы

Сәхнәгә өс инәй сыға.

1-се инәй:

Килеп еттек яланға,

Сәләмләйек ер-һыуҙы.

Имен-аман йәшәнек,

Бына тағы йыл уҙҙы.

Сәхнәгә һөлгө,ҡулъяулыҡ, таҫмалар тағылған ҡолға тотоп балалар сыға.

1-се бала.

Һөлгө йыям, күрегеҙ.

Һеҙ ҙә бүләк бирегеҙ.

Аллы-гөллө һөлгө тағып

Ҡарғатуйға килегеҙ!

(1-се инәй ҡолғаға яулыҡ бәйләй, ҡунаҡҡа килеүселәр һөт, май, ярмаларын балаларға бирәләр, кемдер яулыҡ, таҫтамал бәйләй)

2- се инәй ( батмусҡа бал, май һалынған ике сынаяҡты тотоп сыға): Изге хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға бал яғам.

3-сө инәй:

Хәйерле хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға һары май! (Балаларға бал,май ҡаптыралар. Рәхмәттәр әйтеп халыҡ араһына бүләктәр, аҙыҡ-түлек йыйырға инеп китәләр)

2-се инәй:

Рәхмәт ,айым ,нурҙарыңа!

Рәхмәт,ҡояш нурҙарыңа!

Рәхмәт,шифа биргән һыуым!

Ҡаныр тағы һыуһыным.

3 се инәй.

Бына, һау булғас, ҡарғалар ҡайтып, ҡар бөтөп, ҡара ергә баҫыр көн тыуҙы.

2-се инәй:. Инде яуҙар булмай, имен- аман ғүмер итергә яҙһын!

Бөтәһе бергә. Шулай шул, шулай!

1- се инәй: Әйҙәгеҙ, илдә тыныслыҡ, ерҙә бәрәкәт булһын өсөн ултырып доға ҡылып алайыҡ! (Ситтәрәк торған эскәмйәгә ултырып доға ҡылалар)

Ат-тинйә, фиттин-йә, әхирәтә-хәсәнәтә уаһина ҡаҙабынар.

Йә Аллам йә рәхим, теләктәребеҙҙе ҡабул ҡыл. Амин. Аллаһыәппәр.

Сәхнәгә ҡурай моңона ҡарға костюмдарында 4 бала сыға.
Бергә:Ҡарр-ҡарр-ҡарр!

Ҡарға туйға барр-барр!

Ҡарғатуйға бармағандың

Күңеле булыр тарр-тарр!

Ҡарға туйға барр-барр!

Ҡарғалар сәхнә артына инеп китәләр һәм сәхнәгә ҡояшты символлаштырып таҫмалар тототҡан Яҙ образындағы ҡыҙҙы алып сығалар.

Яҙ:

Һаумы ҡояш, һаумы яҡты көн!

Һаумы урман, ҡамышлы күл!

Һаумыһығыҙ болан-туғайҙар!

Аҫыл ҡанат, һабантурғайҙар!

Йомшаҡ елдәр,рәхмәт һеҙгә,

Ямғыр һыуын килтер беҙгә.

Рәхмәт һиңә,хәтфә ерем,

Һыйҙарыңды тәтей ирен.

Ҡарғалар хәрәкәттәр яҫап осалар.

1-се ҡарға:

Асылды аҡ ҡалын юрған.

Иҫә яҙғы елдәр ҙә

Беҙ ҡайтабыҙ, һағындырған

Тыуған үҫкән ерҙәргә.

2-се ҡарға:

Көндәрҙе юлда үткәреп,

Ҡыуанышып һеҙгә остоҡ

Ҡанаттарға күтәреп

Һеҙгә яҙ алып ҡайттыҡ.

Ҡар-ҡар-ҡар (осоп китәләр)

Алып барыусы:

Ҡарға бутҡаһы — башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылауға арналған йылда үткәрелә торған күркәм байрамы. Ҡатындар, ҡыҙҙар һәм балалар (14 йәшкә тиклемге малайҙар) тауға йәки башҡа ҡалҡыу урынға сыҡҡандар. Бер көн алда ауыл кешеләренән йыйған аҙыҡ-түлек килтерелгән. Ҡолға тотҡан балалар өй һайын йөрөп, бүләктәр йыйғандар, ҡарға бутҡаһына саҡырғандар. Уңдырышлылыҡты кәүҙәләндергән арпа, тары, бойҙай ярмаларынан ҡарға бутҡаһы бешергәндәр.. Аштан һуң ҡоштар һыйлау (ҡарға ашатыу, ҡарға һыйлау) йолаһы үткәрелгән: ҡалған бутҡаны түңгәк, таш өҫтөнә, ағас төбөнә һалып сыҡҡандар, тәбиғәткә, ҡоштарға һәм ата-бабалар рухына мөрәжәғәт итеп, муллыҡ һәм именлек, уңыш һәм уңдырышлылыҡ һорап изге теләктәр әйткәндәр; малайҙар ағас башына менеп ҡарға һ.б. ҡоштар булып ҡысҡырған. Байрамда ярыш ойошторғандар, милли уйындар уйнағандар. Бөгөн беҙҙең байрамбыҙ түренә мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылған. Әйҙәгеҙ һүҙҙе уларға бирәйек.

Ҡунактарға һүҙ бирелә.

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ , бутҡа бешкәнсе , тәнде яҙып, уйнап, бейеп алайыҡ!

Концерт номерҙары:

  1. «Наумовка ҡалаҡсылары»

  2. Ҡыҙҙар бейеүе.

  3. «Тыуған ер” йыры менән “Илһам” ансамбле.

  4. Асадуллаева Самира башҡарыуында “ Һыу буйында” бейеүе.

Алып барыусы:

-Балалар, ә һеҙ беләһегеҙме, шундай бер йола бар, ул “ Һыу һибешеү” тип атала. Бала- саға, йәштәр, ҡарт- ҡоро урамға сығып, ямғыр апайға теләктәр әйтеп, һыу һибешкәндәр. Был йола ямғыр ваҡытында яуһын, уңыш мул булһын өсөн эшләнгән. Әйҙәгеҙ, беҙҙә һыу һибешеп алығыҙ әле!

Ҡыҙҙар һыу һибешәләр.(һамаҡлайҙар).

Яу,яу ямғырым!

Яу,яу, ямғырым!

Иртәнсәк тә, кис ҡырын

Илгә ҡытлыҡ килмәһен!

Игендәрҙе үҫтерһен!

Ямғыр яу, яу!

Беҙ булайыҡ һау, һау!

Инәй 1-се: Балалар, уйнап арығанһығыҙҙыр инде, әйҙәгеҙ, күңелдәрҙе күтәреп, әүһәләй эйеп алайыҡ!

Алып барыусы: Әүһәләй эйеү ҡарға бутҡаһы байрамында үткәрелә торған матур йолаларҙың береһе. Был йола аша йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең бер-береһенә битараф түгеллеген белдереп, әүһәләй эйергә саҡырғандар.

Шул һүҙҙәрҙән һуң, бер егет ҡыҙҙы әүһәләй эйергә саҡыра. Сәхнәгә ҡыҙҙар сыға һәм “ Әүһәләй» йырын башҡаралар..
Алып барыусы: Хөрмәтле ҡунактар! Хәҙер таҫмаларыбыҙҙы матур теләктәр теләп, ағастарға бәйләп ҡуяйыҡ. Һуңынан бөтәгеҙҙе лә башҡорт халҡының милли уйындарын ҡарарға, оҫталыҡ майҙансыҡтарында әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ”

Инәй 2 -се: Ярай, балалар,рәхмәт!Бар изге теләктәребеҙ ҡабул булһын.! Әйҙәгеҙ, бисмилла әйтеп, таҫмаларыбыҙҙы эләйек, илебеҙгә именлек, донъябыҙға тынысыҡ теләйек.( Таҫмалар эленә)

Алып барыусы:

Сылтырашып торһондар !

Елберләшеп торһондар !

Беҙҙе иҫләп торһондар !

Ҡотто һаҡлап торһондар !

Яман күҙҙән һаҡлаһындар!

Татыулыҡты — маҡтаһындар !

Ғәҙеллекте – яҡлаһындар !

Именлекте — теләһендәр!

3 –сө инәй: Әйҙәгеҙ, балалар, күңел асып, уйындар уйнап алайыҡ!

Майҙансыҡтарҙа милли уйындар үткәрелә: “Аҡ тирәк-күк тирәк», тоҡ менән йүгереү, йомортҡаны ҡалаҡҡа һалып йүгереү, көршәк ватыу(тупҡа сәкән менән һуғыу). көрәш, уҡ атыш. Төрлө оҫталыҡ майҙансыҡтары эшләй.

Сәхнәгә 1-се инәй һәм балалар сыға.

1 –cе инәй: Эй, балалар, бутҡа бешкәндер инде.

1-се бала: Тәмле микән бутҡаһы,

Ауыҙ итәйек әле.

Матур яҙҙы ҡаршылап

Байрам итәйек әле!

2-се бала: Һалҡын ағай, кит-кит,

Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ.

Һөтлө һыйыр яланда,яланда,

Майлы бутҡа ҡаҙанда,

Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа, баҙарҙа.

Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ!

Бутҡа таратыла. Ашайҙар.

2-се инәй: Малайҙар , ҡыҙҙар! Кемдә бутка артып ҡалды? Ҡарғаларға ҡалдырайыҡ. Ямғырҙы ваҡытында яуҙырһындар. Илгә именлек, беҙгә туҡлыҡ, һаулыҡ теләһендәр.

3-сө инәй:

Бутҡа ҡарға аҙығы,

Бутҡа ҡарға аҙығы,

Шул бутҡаны хурлаһаң,

Башыңа төшөр яҙығы.

Ал ризыҡты, ал.

Аша ҡарғам, аша.

Ағас төптәренә ҡалған бутҡаларҙы һалып сығалар.

Сәхнәлә:

1- се инәй: Эй, тәбиғәт, барса йән эйәләре,

Һәммәгеҙҙән һорайым:

Яуындар яуһын,яуһын,

Аллам рәхмәтен һалһын,

Икенсе йылға ошо ерҙә

Йыйылайыҡ тағы бергә.

2-се инәй: Эй, хоҙайым, һинән һорайым,

Сәскәләрең нурлы булһын,

Үләндәрең күпереп торһон,

Йылғаларға һыуҙар тулһын,

Балыҡтарың һыуға сумһын,

Мал тыуарҙар ишәйһендәр,

Бәхетлеләр ишләнһендәр,

Яуыз уйлы, ҡара эстәр

Терһәктәрен тешләһендәр.

3-сө инәй: Эй,ҡөҙрәтле хоҙайҡайым,

Һәммәбеҙгә етә көсөң.

Балаларың ҡыуанһындар

Изге итеп үҙенең көсөн.

Үҙ икмәген үҙе игеп,

Ҡара тиркәйҙәрен түгеп,

Үҙе ашап үҙ икмәген,

Аллам, ҡабул ит теләгем,

Ҡушыла барлыҡ йөрәгем.

«Ҡарға бутҡаһы” йыры йырлана..

Алып барыусы:

Кәмәләре һәңгелсәк,

Арбалары ҡалтырсаҡ.

Ҡарға туйы булды тамам,

Инде килде ҡайтыр саҡ

Имен торһон донъялар,

Күрешербеҙ яҙ һайын,

Хушығыҙ,хушығыҙ!

Гелий менән тултырылған, ҡағыҙҙан эшләнгән ҡарғалар берәктерелгән шарҙар осороу.

Кейәү яғында уҙғарылған туй тантаналарының иң йөкмәткелеһе – «Һыу башлау», йәғни кәләшкә һыу юлын күрһәтеү йолаһы. Көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттары уны «Һыу башлау» тиһә, төньяҡ-көнбайыштар – «Һыу юлы башлатыу», ә Урал аръяғы халҡы «Һыу күрһәтеү» тип атай.

Ғәҙәт буйынса, туйҙың иртәгәһенә, кейәү менән кәләш йоҡонан торғас, көйәнтә, биҙрәләр алып һыу буйына киткәндәр. Йәш ғаилә Һыу эйәһенә бүләккә көмөш тәңкәләр алған.

Боронғо ырымдарға ярашлы, Һыу эйәһенә тәңкәләр ырғытып, уның ризалығын алғандар, йәштәргә бәхетле һәм татыу тормош юрағандар. Килен кеше тулы биҙрәләрҙең тамсыһын да сайпылтмай өйгә алып ҡайтырға тейеш булған. Килендең һыу алып ҡайтҡандағы йыйнаҡлығы ғаиләнең киләсәкке тормошон, ырыҫ-бәрәкәтен билдәләй, тигәндәр.

Шишмәне күрһәткән саҡта кейәүҙең ата-әсәһе йортона ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарын килен сәйенә саҡырғандар. Унан алда һандыҡтан йәш кәләштең бирнәһен: шәхси әйберҙәрен, өй кәрәк-яраҡтарын, һауыт-һабаһын сығарып, бөтәһенә лә күрһәткәндәр. Йыйылған кешеләргә килен бүләктәре: яулыҡтар, ҡулъяулыҡтар, туҡыма киҫәктәре, ептәр таратҡандар. Ошо ваҡыттан башлап килен өй эштәрен башҡара башлаған: самауыр ҡуйған, ҡоймаҡ бешергән, мунса яҡҡан».

«Һыу башлатыу» йолаһы әле лә башҡорттарҙа популярлыҡ менән файҙалана.
Шуның менән бергә, тикшеренеүселәр ғәҙел рәүештә туй йолаһының иҫке һәм шартлы булыуын күрһәтә. «Һәр яңы быуын уға замандың иҡтисади һәм мәҙәни үҫеш шарттарына бәйле теге йәки был үҙгәрештәр индергән һәм индерә. Йола үҙе лә, кешеләрҙең айырым хәл-шарттарҙа эш итеүен сикләп, икенселәрендә уларға ирек биргән. Шул сәбәпле туй йолаларында урындағы варианттар барлыҡҡа килгән, ә йола яйлап үҙгәрә барған, яңы деталдәр менән тулыландырылған. Үҙгәрештәр иҫке ғөрөф-ғәҙәттәр менән бергә һыйышып йәшәгән», – тип яҙа китап авторҙары.

Әйтергә кәрәк, башҡорт туй йолалары мәҙәниәтендә ҡатын-ҡыҙ роленең әһәмиәтен филология фәндәре докторы, сәсәниә Розалиә Солтангәрәева айырыуса образлы билдәләй.

«Ҡатын-ҡыҙ – Ер һәм Һыу кимәлендә баһаланған донъя тотҡаһы, түл ҡото булараҡ, ғөрөф-ғәҙәттәр мәҙәниәтендә төп урынды биләй. Ул йолаларҙа ҡатнашыусы ла, атҡарыусы ла, ойоштороусы ла. Кәләште биҙәндерәләр, кейендерәләр, алиһәләй күреп әҙерләйҙәр. Сөнки кәләш был мәлдә фәрештә лә, ҡорбан да кеүек. Шишмәгә барыуы, уға өндәшеүе, Һыу һәм Ер стихияларына табыныуы, ялан-ҡырҙарға сығып ҡыҙ саҡтары һәм нәҫел-ырыуы менән хушлашыуы – ҡатын-ҡыҙҙың, һыу кеүек үк, тереклекте тыуҙырыусы, йәшәтеүсе тормош сығанағы булыуы күрһәткесе» – тип яҙа ул үҙенең тикшеренеүҙәренә нигеҙләнгән «Йолаларҙа – кеше тормошо» китабында.

Балага исем уйлау.

Бишек уртада тора (2-3 кыз бала чыгалар).

Сеңлем, энекәшкә исем кушабыз бүген әле без исем дә сайламдык.Бик матур исем кирәк энебезгә…Әйе апам, әле мичкә күмәч тә тыкмадык, әлбә дә пешмәгән, тиз бул тиз -бул хәзер кунаклар килеп җитә бит.Ник кычкырып сөйләшәсез, бәбәй уянды бит.( баланы тирбәтәләр, бишек җыры җырлыйлар)

Бәү – бәү итә энекәш, Вакыт җиткән йокларга. Абыйларга, апаларга Кечкенә балаларга. Көн үтте, ә кояшны Кара карга урлаган. Нәни энекәшебез  Әле йоклап туймаган.

Энебез дәү-дәү үсә.Ай бишектә төн үтә. Шул төн үткән вакытта Дәү егет бәү-бәү итә.

(Кунаклар килә)

Малай: -Әссәләмәгәләйкем,

Исәнмесез, саумысез,

Нигә саумыйсыз кәҗә.

Каршылагыз хөрмәт белән

Күчтәнәч тулы әрҗә.

Кыз:

Килдегезме, кунаклар,

Түрдән узыгыз әйдә!

Мичтә күмәч, җамаякта

Изелеп пешкән әлбә.

Малай:

Күчтәнәчнееееее җәлләмәдек

Алып килдек мул итеп.

Бәбине күрсәтсеннәр, дип

Апаларына –читеееек.

Кыз:

Күз тимәскә шомырт куйдык

Салдык олы имезлек.

Бүген мунча юындыргач

Көчек күлмәк кигездек.

Нинди күлмәәәәк?Баланың беренче күлмәген көчек күлмәге дигәннәр борыннгылар.ӘӘӘӘ, Әйтегез соң, исеме ничек сабыйның?Исемне бергәләп уйларбыз инде.Әйдәгез, бездән калмаган, исемнәр беләбез без, уйлашыйк. Әллә бармак уены белән башлыйкмы?Әйдәгез,алайса, башлыйк.Бергәләп җырлыйлар берәү санаү рәвеше китерә: ( түгәрәкләнеп)

Бармак уены чыккан ,диләр

Оталсам ярар иде.

Иң матур затлы исемне

Мин тапсам ярар иде.( Берәүне чыгара. Тегесе кисәк кенә):

Минсара ! Шат күңелле, ачык , дигән сүз!Кит моннан, сабыебыз ир бала бит!(җыр, тагын берәүне чыгаралар)

-Мөхәммәтгариф! Укымышлы дигән сүз!

— Авылыбызда 12 Гариф бир, шул җитеп торыр мәллә?….

-Ярар, алайса . (җырлыйлар, тагын берәү кала)

Байтуган! Байтуган булсын!(бергәләп)

Булсын, булсын, бик күркәм,

Туры килсен үзенә.

Бай күңелле егет булып

Үссен безнең кечкенә.

Аллага шөкер, исем уйлап таптык бит! Әйдәгез , Мулла бабай килгәнче җырлы уен уйнап алыйк, Байтуган да ишетсен!

Балалар, кулга-кул тотынышып, түгәрәк ясыйлар. Бер бала, чигүле кечкенә мендәр тотып, уртага чыгып баса. Балалар түгәрәк буенча җырлап әйләнәләр:

Юл читендә зәңгәр чәчәк

Якты нурлар тарата.

Безнең кызлар һәм малайлар

Йомшак мендәр ярата.

(Тукап биеп торалар, ә уртадагы бала, мендәр тотып, түгәрәк буенча биеп йөри):

Якын дуслар арасыннан

Берсен сайлап ал әле.

Тезләреңә ипле булыр —

Мендәреңне сал әле.

Мендәр тоткан бала мендәрен бер бала алдына куя һәм, тезләнеп, аңа кулын бирә. Ул бала аның тирәли әйләнә, башкалар кул чабып торалар.

Түгәрәкле уйнаганда

Әйләнеп җырлаганда.

Күңелле дә булмас иде

Сез дуслар булмаганда.

Алсу чәчәкнең таҗына

Кунган зәңгәр күбәләк

Яшәү рәхәт, көн күңелле,

Дуслар белән бергәләп!

Баланы алып,яратып кереп китәләр.

Ҡарға
бутҡаһы йолаһына сценарий (на башкирском
языке)

Категория: Сценарий |
29-12-2010, 20:43 | Просмотров: 3632

Йыл
һайын яланда үткәрелә торған йола
байрамы.
Йәмле май башы. Ишек алдында
егелгән ат тора. Өйҙән байрамға алып
бара торған әйберҙәрҙе ташып арбаға
һалабыҙ.
Өләсәй (арбаға әйберҙәрҙе
йүнәтеп һала

Атым егелгән, әҙер.
Ҡырға
китәбеҙ хәҙер.
“Ҡарға бутҡаһы”
көтә,
Һый бөтәһенә етә.
Оло ҡаҙан
аҫырбыҙ.
Етерлек һыуын һалырбыҙ.
Бутҡаға
һәр кем туйыр.
Ҡыҙым, сүмес,бешкәктәрҙе
һалығыҙ!

Өйҙән милли кейем кейгән
ҡыҙ сүмес,бешкәктәрҙе тотоп сыға.
Өләсәй
балаларға йомаҡтар әйтә ә балалар
йомаҡтың яуаптарын әйтәләр.

Өйҙән
малай сыға. Ул тоҡ менән ярма алып
сыға.Балалар һәм өлкәндәр арбаға
тейәләләр.

Өләсәй:

Бутҡалыҡтар
тейәлде,
Арбала батман майым,
Тоғом
ярмаһы менән
Сәй алдым,тоҙҙо
һалдым.
Сәйнүк, ҡалаҡтар әҙер.
Изге
сәғәткә
Киттек байрамға хәҙер.
Күмәс
бар күмәк көстән,
Ҡайтып етербеҙ
кискә.

Яланға барып еткәс, арбанан
кәрәк-яраҡтарҙы бушаталар. Балалар
ҡуҙғалаҡ, йыуа алып киләләр. Ауыҙ асырға
йыйыналар.

1-се әбей Килеп еттек
яланға,
Сәләмләйек ер-һыуҙы.
Имен-аман
йәшәнек,
Бына тағы йыл уҙҙы.
Ҡабатлағыҙ
, балалар,
Күтәрегеҙ ҡулдарҙы:
-_Рәхмәт
,айым ,нурҙарыңа,
Рәхмәт,ҡояш
нурҙарыңа.
Рәхмәт,шифа биргән
һыуым,
Ҡаныр тағы һыуһыным.
Йомшаҡ
елдәр,рәхмәт һеҙгә,
Ямғыр һыуын килтер
беҙгә.
Рәхмәт һиңә,хәтфә ерем,
Һыйҙарыңды
тәтей ирен.

(һәр юлды балалар
ҡабатлай).

2-се әбей Йәгеҙ әле
балалар,
Ауыҙ асып алайыҡ.
Яңы үлән-яңы
аш
Ауыҙыбыҙға һалайыҡ.

Балалар:
Иҫке ҡорһаҡ-яңы аш,
Иһ-һа-һа-һа-һа=һа.

(бөтәһе
лә ҡуҙғалаҡ,йыуанан ауыҙ итәләр).
1-се
бала Йәшел һарайға барҙым,
Йәшел
таяҡтар алдым.
Услап-услап алдым
да
Тоҡсайға уны һалдым.

Балалар:
Былары инде йыуалар,
Һыуҙа битен
йыуалар.
Йыуа аша яҙ башы
Ауырыуҙарҙы
ҡыуалар.

2-се бала: Әскелт-әскелет
тәмлекәй,
Бөртөкләп кенә ҡабам.
Ҡымыҙ
тәме телемдә,
Шәкәр тәмен дә табам.
Йыйҙым
уны юрғалап,
Был нимә ул?

Балалар:
Ҡуҙғалаҡ. 

3-се
бала Һап- һары сәскә ата 
Сәскә
атыуға ҡата.
Йыйҙым уны иртәрәк,
Ул
шулай һәйбәтерәк.
Ҡаптым-ҡаптым
ҡаптырҙы…
Балалар: Ҡаҡы һыуһын
ҡандыра.
Әсәй: Балалар уйнаһындар,
Тик
кенә тормаһындар.

Бер бала: “ Һөйөнсе!
Һөйөнсе! “-тип югереп килә.
Әбейҙәр:
-Һөйөнсе! һөйөнсе!
Һөйөнсегә ҡолағың!
Бала:
Һөйөнсе! һөйөнсе!

Әбейҙәр: Ауыҙыңа
бал да май!

Бала: Килде таҡмаҡсы
әбей,
Таҡмаҡ әйтә лә бейей.
Уның
әйткән таҡмағына
Беҙҙең күңелдәр
ирей.
Таҡмаҡсы әбей инә. Уны
бөтәһелә:”Әйҙүк,хуш киләһең!”- тип
ҡаршы алалар.

Таҡмаҡсы әбей: Ҡотло
булһын байрамдар,
Тәмле булһын
айрандар!
Таҡмаҡ әйтеп бейеп китһәк,
Бөтә
кеше хайрандыр.

Әбейҙәр бер яҡ ситтә
ҡаҙан аҫып ,бутҡа бешерә башлайҙар.
Аш-һыу: ҡурмас, ҡымыҙ, талҡан, көлсә,ҡабартма
әҙерләйҙәр.Ҡыҙҙар 5-әр кеше булып “Сылбыр”
бейеүен бейейҙәр. “Байыҡ” таҡмағы
әйтелә. Малайҙар бер яҡ ситтәрәк
уйнайҙар.

Таҡмаҡсы әбей
таҡмаҡтары.

Ай-һай ,ҡыҙыл
бирсәткә
Ҡулдарында булһасы.
Ай- һай
,ҡыҙҙар уйыны
Иртә лә кис булһасы.

Бейер
әле,бейер әле,
Бейер әле оҫтараҡ,
Тағы
бейер ине оҫтараҡ,
Бер аяғы ҡыҫҡараҡ.

Иҫке
шырпы ҡабы,
Яңы шырпы ҡабы,
Төш тә
бейе,төш тә бейе,
Таҡмаҡ әйтербеҙ
тағы.
Балалар икенсе юлдарҙы ҡабатлап
йырлайҙар.
Таянабыҙ бөйөргә,
Тотонабыҙ
бейергә.
Тыпыр-тыпыр тыпырлатып,
Әйләнәбеҙ
беҙ бергә.

Ҡыҙҙар теҙелешеп ҡубыҙ
сиртәләр. “Ҡубыҙ” йыры башҡарыла.
Бдин-бдиң,
бдин-бдиң,бдин-бдиң.
Ялтлап тора
ҡубыҙҙар,
Сиртә ҡубыҙ бармаҡтар,
Бейеп
китә аяҡтар.

Бдин-бдиң,бдин-бдиң,бдин-бдиң.
Ҡубыҙ
сиртә бармаҡтар.
Ҡыҙҙар ҡумыҙ
сирткәндә,
Талмаһындар аяҡтар,
Йүгереп
торһон бармаҡтар.

Өләсәй: Был байрамға
килгәндәр
Етем ҡалған балалар.
Бүләк
бирәбеҙ уларға
Халҡымда бит йола
бар.

Уртаға йә атаһы,йә әсәһе булмаған
балалар саҡырыла. Алдан әҙерләнеп 
Ҡуйған
бүләктәр бирелә. Инәйҙәр ,теләк теләп
,балаларҙың баштарынан һыйпайҙар.

1-се
әбей: Балам, балдай татлы бул,
Фәрештәле
ғүмер ит.
Тәүфиғеңде юғалтма,
Бәхет
килер, тырыш, көт.
2- се әбей Туғыҙҙан
үр сәсеңде, 
Туғыҙ
бәхет килтерер
Иртә таңда бәхет
һора,
Фәрештәләр еткерер.

Өләсәй
( бутҡа болғата, үҙе йырлай) .
“Буғыр-буғыр”
бутҡаһы,
Бутайһы ла, бутайһы!
“Ҡарға
бутҡаһы” беште,
Онотманым бер
эште:
Һиптем иләнгән онтаҡ, 
Бутҡаның
өҫтө ап-аҡ.
Инде серен белдеңме?
Йотоп
ҡуйма телеңде.

1-се әбей Килегеҙ
әле, ҡыҙҙар,
Бутҡа һоҫоп бирәбеҙ.
Малайҙарҙы
һыйларға
Һеҙҙе беҙ ебәрәбеҙ.
Ҡыҙҙар
югерешеп килә, улар “Буғыр бутҡа”
уйынын уйнайҙар.Ҡара-ҡаршы баҫып
башҡаралар.
Бутыр-бутыр бутҡа
бешә,
Уртаһына май төшә.
Килгән ҡунаҡ
беҙгә төшә,
Беҙҙә тәмле бутҡа бешә.
Их,
тәмле еҫе бутҡаның
Таралды урман,
ҡырға.
Бутыр-бутыр бутҡаһы
Һалды
өләсәй йырға.

2-се әбей Аштау тулы
бутҡа һалдым,
Бутҡағыҙ тәмле булһын.
Бутҡа
ашаған малайҙар
Бөтә эштәрҙә
уңһын.

Ҡыҙҙар югереп барып малайҙарҙың
алдына бутҡа ҡуя.ҡара-ҡаршы таҡмаҡ
әйтешәләр.

Ҡыҙҙар: Эй,малайҙар,
малайҙар,
Кәгез генә малайҙар.
Бутҡа
ашап үҫегеҙ,
Артһын һеҙҙең
көсөгөҙ.

Малайҙар: Батыр булып
үҫербеҙ,
Киң булһын күңелегеҙ.
Ах,
ниндәй егеттәр тип,
Ҡыҙыр әле
күҙегеҙ.

Ҡыҙҙар: Эй, малайҙар,
малайҙар,
Түбәләге ҡалайҙар,
Бутҡаларын
ашап бөткәс,
Табаҡ төбө ялайҙар.
Малайҙар:
Әле бутҡа ҡапманыҡ,
Бутҡала май
тапманыҡ.
Майһыҙ бутҡа ашап
булмай,
Сеүәтәне ҡаплайыҡ.
Ҡыҙҙар
йүгереп май алып киләләр.

1 се ҡыҙ:
Теләһәгеҙ- күбек май.
Бутҡағыҙға- һары
май.
Майлы бутҡа ашағандар
Йыр-
бейеүгә арымай.
Ҡыҙҙар,әбейҙәр ултырышып
бутҡа ашай 

Өләсәй:
Был табында ниҙәр бар?
Ҡурмас,
талҡан,ҡымыҙ бар.
Ҡыҙҙар, һеҙгә
өйрәтәбеҙ,
Ныҡ ҡарағыҙ, йыбанмай.

“Ҡымыҙ”
бейеүе башҡарыла.Бейегәндә “ҡыу-ҡыу-ҡыу”
тигән дәртләндергес һүҙ әйтелә.

Өләсәй:
Һикерәңләп тау буйлап
Малайҙар ҡайтып
китте.
Хәҙер инде, ҡыҙҙарым,
Теләк
теләр мәл етте.
Уҡымышлы инәйҙәр
Намаҙ
уҡырға китте.
Теләк теләргә
ҡалдыҡ,
Фатихаларын алдыҡ.
Ҡыҙҙар
теҙелешеп ултыралар. Әбейҙәр- уртала.
Берәм-берәм теләк теләйҙәр.Теләк
теләгәндә улар “иларға” тейеш.

1-
се әбей: Эй, тәбиғәт, барса йән
эйәләре,
Һәммәгеҙҙән һорайым:
Яуындар
яуһын,яуһын,
Аллам рәхмәтен һалһын,
Икенсе
йылға ошо ерҙә
Йыйылайыҡ тағы
бергә.
Хәйер-саҙаҡа бирәйек,
Изге
теләктәр теләйек.
Бар булайыҡ, бай
булайыҡ,
Татыу,рәхәт торайыҡ. 
Бар
булайыҡ,бай булайыҡ,
Татыу рәхәт
торайыҡ.

2-се әбей: Эй, хоҙайым,
һинән һорайым,
Сәскәләрең нурлы
булһын,
Үләндәрең күпереп торһон,
Йылғаларға
һыуҙар тулһын,
Балыҡтарың һыуға
сумһын,
Мал тыуарҙар ишәйһендәр,
Бәхетлеләр
ишләнһендәр,
Яуыз уйлы, ҡара
эстәр
Терһәктәрен тешләһендәр.
3-се
әбей: Эй,ҡөҙрәтле хоҙайҡайым,
Һәммәбеҙгә
етә көсөң.
Балаларың ҡыуанһындар
Изге
итеп үҙенең көсөн.
Үҙ икмәген үҙе
игеп,
Ҡара тиркәйҙәрен түгеп,
Үҙе
ашап үҙ икмәген,
Аллам, ҡабул ит
теләгем,
Ҡушыла барлыҡ йөрәгем.
Әбейҙәр:
( күмәкләшеп). 
Ат-тинйә,
фиттин-йә, әхирәтә-хәсәнәтә уаһина
ҡаҙабынар. Йә Аллам йә рәхим, теләктәребеҙҙе
ҡабул ҡыл. Амин. Аллаһыәппәр.

Ҡыҙҙар
урындарынан тороп, һыу
һибешәләр.(һамаҡлайҙар).
Ямғыр, яу,яу,
яу,
Иген, үҫ, үҫ, үҫ.
Көтә һине
ер,ер,
Тәмле икмәк бир,бир!
Ямғыр,яу,яу,яу, 
Тауҙай
иген ырҙында.
Бутҡа бешһен ҡаҙанда,
Тәтәй
ҡалаҡ баҙарҙа,
Һөтлө һыйыр яланда.
Тамсы
көсө болотта,
Күп яуырға онотма! 
Өләсәй:
Ярай, рәхмәт, балалар,
Теләктәр ҡабул
булһын.
Бутҡабыҙ беште бығыр-бығыр,
Ҡарғалар
көтә ығыр-ығыр.
Ҡоштар һайрай,өмөт
итә,
Һәммәөһенә был һый етә.
Оло
ҡатындар теләк әйтә.
Балалар шаҡый
сеүәтә,
Ҡоштарға юлды
күрһәтә.
Таштарға.ботаҡтарға ла,
Май
яғып, бутҡа һалығыҙ
Кескәйҙәрҙе
күтәрегеҙ,
Ауырыҡһығандар, ҡалығыҙ.
Бында
теләк әйтегеҙ.

Оло ҡатындар
таштарға-май, ботаҡтарға бутҡа һала-һала
китәләр.
Килендәр йәки ҡатындар
теләктәре.

Ҡоштарға.
Таш һайын
май,
Таш һайын май,
Май ашаған ҡош
арымай,
Бөжәк-мөжәк 
Сүпләп
торһон.
Урман йәмләп,
Йырлап
осһон.
Балалары сыр-сыу үҫһен.
Ҡоштар
татыулығы,
Йылғырлығы,
Моңлолоғо
Беҙгә
күсһен,
Беҙгә күсһен!
Ҡарғаларға.
Ҡарға әйтә ҡар-р, ҡар-р, ҡар-р,
Һеҙгә
бутҡа бар,бар.
Ботаҡ һайын боролош,
Әйҙә,
ҡарға, осоп төш,
Һеҙгә һалабыҙ,һеҙгә
һалабыҙ.
Ҡара-ҡара ҡарғалар.
Ығыр-ығыр
ҡараналар,
Теләктәрҙә ҡалабыҙ,
Теләктәрҙә
ҡалабыҙ.
Бутҡа ашап күңел ас,
Туймаһаң,
үҙең ҡаҙан аҫ.
Балаларың туҡ
булһын.
Балаларың ҡалһа ас,
Ҡайындарға
ҡаҙан аҫ.
Ҡарҡ-ҡарҡ,ҡарға
таҙ.
Өләсәй.
Ҡоштарҙан фатиха
алайыҡ,
Күстәнәстәр мул һалайыҡ.
Фатиха
алабыҙ рухыбыҙ
шәрифтәренән,
Амбиаларҙың
рухи 
Байлығынан.
Зәҡәт
ғөшөр ,
зәҡәт ғөшөр,
Был изгелектәргә
Ит
шөкөр кешем!

Маҡсат:
халы
ҡ
йолалары мен
ән
таныштырыу; т
әбиғәткә,
ҡоштарға
ҡарата
һөйөү,
Һаҡсыл
ҡараш
т
әрбиәләү; яҙғы
т
әбиғәттең
матурлы
ғын
к
үрә
беле
ү.

Малайҙар
һәм
ҡыҙҙар:
             

 Ҡарға
бутҡаһы,
ҡарға
бутҡаһы,ҡалмағыҙ!
              

Ҡарр,
ҡарр,
ҡарр
.             

Ҡарғатуйға
барр, барр, барр.           

 Ҡарғатуйға
бармағандың
     

  Күңеле
бала тарр, тарр, тарр.

(Ҡолға
тотҡан
балалар өй
һайын
йөрөп
, бүләктәр
йыялар,ҡарға
бутҡаһына
саҡыралар.
Ҡолғала
һөлгөләр,ҡулъяулыҡ,
таҫмалар
тағыла.
Ҡарға
бутҡаһы
ҡырҙа,
алдан әҙерләнгән
ерҙә
үткәрелә.)

1-се
бала
.
  Һөлгө
йыям, күрегеҙ.

Һеҙ
ҙә
бүләк
бирегеҙ.
        

Эрик
6в        
 Аллы-гөллө
һөлгө
тағып
                

  Ҡарғатуйға
килегеҙ!

Алып
барыусы
.
Изге хәбәрегеҙ
өсөн
ауыҙығыҙға
бал яғам.

Хәйерле  хәбәрегеҙ
өсөн
ауыҙығыҙға
һары
май. (Балаларға
бал,май ҡаптыралар.)
Алып
барыусы
.
Бына, һау
булғас,
ҡарғалар
ҡайтып,
ҡар
бөтөп,
ҡарға
ергә
баҫыр
көн
тыуҙы.

Бөтәһе
берг
ә.
Шулай шул, шулай. Иншалла!

Алып
барыусы
.
Бала – сағаның
көсөн
күреү
рәхетенә
ирешәйек.
Инде яуҙар
булмай, имен- аман ғүмер
итергә
яҙһын.

Бөтәһе
берг
ә.
  Шулай
шул, шулай.    ( Ҡатын-ҡыҙҙар,
балалар ағас
ботаҡтарына
таҫмалар,
тәңкәләр
тағалар.)

Милена
1-се
бала
.
Сылтырашып торһондар
!  Елберләшеп
торһондар
!

Аида
2-се
бала
.
Беҙҙе
иҫләп
торһондар
!  

 Ҡотто
һаҡлап
торһондар
!                 

Яман
күҙҙән
һаҡлаһындар!

Адель
3-сө
бала
.Татыулыҡты
— маҡтаһындар
!                

 Ғәҙеллекте
– яҡлаһындар
!             

    Именлекте
— теләһендәр!

Алып
барыусы
.
Әйҙәгеҙ
, бутҡа
бешкәнсе
, тәнде
яҙып,
бейеп алайыҡтар.
Ҡул
сабып таҡмаҡ
әйтәләр:
              

Таянабыҙ
бөйөргә,
           

 Тотонабыҙ
бейергә,
          

 Тыпыр-тыпыр
тыпырҙашып
          

 Әйләнәбеҙ
беҙ
бергә.

Ай-һай ,ҡыҙыл
бирсәткә
Ҡулдарында булһасы.
Ай- һай
,ҡыҙҙар уйыны
Иртә лә кис булһасы.

Иҫке
шырпы ҡабы,
Яңы шырпы ҡабы,
Төш тә
бейе,төш тә бейе,
Таҡмаҡ әйтербеҙ
тағы.

(Бейеүле
уйындар башлана. “Косилка – молотилка”.)
      

1-се
бала
.
“Аҡ
тирәк
– күк
тирәк”
те уйнап алайыҡтар
әле.

Алып
барыусы
.
Әйҙә
ҡумыҙҙа
уйна әле,
                        

  Әйҙә
моңланып
йырла.                         

  Үҙ
телеңден
ҡөҙрәтен
бел,                          

Һис
тә
оялып торма.                         

 (
Йыр “
Ҡарға
бут
ҡаһы”.)
           

 Инәйҙәр.
Бутҡа
бешкәндер
инде.

Регина
4 –се бала
          Тәмле
микән
бутҡаһы,
          

             
Ауыҙ
итәйек
әле.
                      

     Матур яҙҙы
ҡаршылап,
                        

    Байрам
итәйек
әле.

(Бутҡа
ашай башлайҙар.
Ашап бөткәс,
төрлө
ергә
бутҡа
һалалар,
һамаҡлайҙар.)

Алып
барыусы
.
Бутҡа
ҡарға
аҙығы,
                        

Бутҡа
ҡарға
аҙығы.
                        

Шул
бутҡаны
һурлаһаң,
                       

 Башыңа
төшөр
яҙығы.
                        

Ал
ризыҡты,ал.
                        

Аша,
ҡарғам,
аша.                

  Бөтәһе
берг
ә.
      Бер бөртөккә
— ун бөртөк,
                            

 Ун
бөртөккә
— мең
бөртөк.
                          

  Ал
ризыҡты,
ал,                       

 Аша
ҡарғам,
аша.                       

 Бер
тамсыға
– ун тамсы,                       

 Ун
тамсыға
– мең
тамсы.                       

 Ал
ризыҡты,
ал.                       

 Аша
ҡарғам,
аша.

Эвелина
5 .Алып барыусы
.
Ҡара
ҡарға
ашамаһа,
                        

Ала
ҡарға
ашаһын.
                        

Ала
ҡарға
ашамаһа,
                        

Ҡара
ҡарға
ашаһын.
                        

Ҡарға
килмәй
– ҡар
китмәй,
                           

Ҡарға
китмәй
– яҙ
етмәй.
  

С.
Карина 6
.
Ҡабул
итеп һыйымды,
                        

 Ҡабул
итеп йыйымды,                         

 Беҙгә
ямғыр
яуҙырһын,
                        

 Битен
йыуһын
тау-ерҙең,
                         

Яу,
яу ямғырым.
                         

Яу,
яу ямғырым.
 

В.Алина.
 Иртәнсәк
тә,
кис ҡырым,
                        

 Илгә
ҡытлыҡ
килмәһен.
                         

Игендәрҙе
үҫтерһен,
                         

Беҙгә
туҡлыҡ
килтерһен!

Бөтәһе
бергә.
     Ямғыр
яу, яу, яу.

Амур.
 Беҙ
булайыҡ
һау,
һау,
һау.
                        

 Яу
килмәһен
иң
элек,                           

  Илдә
булһын
именлек.                            

  Ерҙә
еңһен
– изгелек,                             

Сәнселһен
бар яуызлыҡ.
                         

Бир
шуларға
ауыҙлыҡ.
                        

 Ямғыр
яу, яу, яу. (Балалар йырлап – бейей
башлайҙар.)

Эвелина
Алып барыусы
.
Бейегеҙ
әле,
малайҙар,
                        

Бейегеҙ
әле,
ҡыҙҙар.
                              

Үҙебеҙсә,
саф башҡортса
                        

Йырлайыҡ
әле
йырҙар.
(Башҡорт
халыҡ
йыры “Шәл
бәйләнем”,
(Аида, Милена бейей)

“Айҙар
ғынайым
да, вайҙар
ғынайым”.)

Алып
барыусы
.
Көймәләре
һәңгелсәк,
                         

Арбалары
һалтырсаҡ.
                     

 Ҡарға
туйы булды тамам                        

Инде
килде ҡайтыр
саҡ.
                                  

Арғы
яҡта
– һаҙ
һайын,
                      

 Бирге
яҡта
– һаҙ
һайын.
                      

 Имен
торһон
донъялар,                        

Күрешербеҙ
яҙ
һайын,
                      

 Хушығыҙ,
хушығыҙ
!                 

1-
се әбей: Эй, тәбиғәт, барса йән
эйәләре,
Һәммәгеҙҙән һорайым:
Яуындар
яуһын,яуһын,
Аллам рәхмәтен һалһын,
Икенсе
йылға ошо ерҙә
Йыйылайыҡ тағы
бергә.
Хәйер-саҙаҡа бирәйек,
Изге
теләктәр теләйек.
Бар булайыҡ, бай
булайыҡ,
Татыу,рәхәт торайыҡ. 
Бар
булайыҡ,бай булайыҡ,
Татыу рәхәт
торайыҡ.

2-се әбей: Эй, хоҙайым,
һинән һорайым,
Сәскәләрең нурлы
булһын,
Үләндәрең күпереп торһон,
Йылғаларға
һыуҙар тулһын,
Балыҡтарың һыуға
сумһын,
Мал тыуарҙар ишәйһендәр,
Бәхетлеләр
ишләнһендәр,
Яуыз уйлы, ҡара
эстәр
Терһәктәрен тешләһендәр.

Мәсеттә вәғәз тыңлап, никах уҡытып, ҡыҙ йортона килгәс, ҡоҙалар менән яҡындан танышып, уларҙы ашатып-эсереп, йырлап-бейеп күңел асҡан арала, ипләп кенә бикәсте саҡырып сығарҙым да ҡоҙаларҙы уйната башланым. Ҡунаҡтар бер-береһенә төрлө йырҙарҙың берәр юлын йырлап, эстафета кеүек тапшырырға тейеш. Бына йыр конкурсы китте ҡыҙып, кәләш ҡайғыһы онотолдо. Әмәлгә ҡалғандай, иң аҙаҡҡы йыр йырлаған ҡоҙа йыр һуҙҙы: «Иртәнсәккәй тороп, бер ҡараһам, телефоным юҡ, урлағандар».
— Телефон нимә ул, кәләш юҡ, урлағандар, — тигәйнем, табындағылар гөж итеп ҡалды.
Алдан яҙылған маршрут ҡағыҙын тапшырып та өлгөрмәнек, кейәү һәм уның егеттәре саң туҙҙырып «тимер ат»тарына атланып, сығып та сапты. Ҡыҙҙы 5-6 урам аша йәшергәйнек. Былар урау-урау юлдарҙан беҙҙең өйҙө тапҡансы, ҡайта һалып, ҡапҡаны шарт бикләп, ишек уйымына ептән ау һуҙып, бөйөргә таянып ҡаршы алдым. Осҡондары осоп, тай-тулаҡтай үрәпсеп торған егеттәр кәртә аша ғына һикереп, штурм менән алырға уйлағайны, килеп сыҡманы. Был йәһәттән Рексҡа рәхмәт — этем абалап, ҡапҡаның теге яғындағыларҙың ярһыуын бер аҙ баҫты. Ул арала мин һөжүмгә күстем. «Кем унда?» — тип ҡысҡырған булам. Кейәү балаҡай ҙа шаян:
— Өфөнән посылка ебәргәйнеләр, асығыҙ әле, — ти.
— Юҡ, бер ниндәй ҙә посылка көтмәйем, ана бара юлығыҙ, — тим.
— Ҡыҙ эҙләйбеҙ, һеҙҙә юҡмы? — тиҙәр.
— Беҙҙә ниндәй ҡыҙ булһын? Шытыр өс малай! — тигән булам, асыулы тауыш менән.
— Кәләш бар тиҙәр һеҙҙә, — тип ярыҡтан ҡарай кейәү үңгәрҙәре.
— Мин бараммы? Тик өс балам бар… — тим.
— Бара, — тиҙәр тыштан.
Ҡапҡаны астым да:
— Кейәү бала, ҡайҙа йөрөйһөң, үрмәкселәр ау һуҙғансы, — тим.
Үңгәрҙәр сыҙамай, шатыр-шотор үтеп китмәксе.
— Туҡтағыҙ әле, егеттәр, был тирәлә мин хужа, минең һүҙҙе, минең шарттарҙы үтәгәндә генә дуҫығыҙҙы кәләшле итерһегеҙ, һынауҙар аша үткәрмәйенсә, бикәсемде тоттороп ебәрмәм инде, мине тапап китһәгеҙ, өс баламды етем итерһегеҙ, кем дә кем мине тыңламай, үҙ кеҫәһенән штраф түләйәсәк, — тигәйнем, бөтөнләй йыуашландылар.
Тәүге һынау — ҡайсыһыҙ-ниһеҙ ау аша үтергә. Дуҫтарының ярҙамы менән кейәү уны ут менән өҙөп үтте.
Икенсе һынау — «Мин һине яратам», тип ҡысҡырып, серенада йырларға. Кейәүҙән алда дуҫтары кем уҙарҙан «яратам» тип ҡысҡыра ла башланы. Йыр тамамланыу менән икенсе ҡаттан тәҙрә асылып, ҡулъяулыҡ болғанылар, йәнәһе лә, мин бында! Өсөнсө һынау — бикәстең исемендәге хәрефтәргә матур һүҙҙәр әйтеү. Кейәү быны ла уңышлы үтте. Ингәс, унан сынаяҡ йыуҙырып, саң һөрттөрөп, гөлгә һыу ҡойҙороп ҡараным, йәғни ҡатын-ҡыҙҙың ҡырылмаһа ҡырҡ эшенең бер нисәһен эшләттем. Быны мин шулай тип аңлаттым:
— Кәләшеңдең эшен һиңә ауҙарырға уйлайҙар икән тимә. Бикәс йә командировкаға китер, йә бәпес алырға барыр, шул арала өйҙә сүп-сарға батып, астан аяҡ һуҙып ҡуймауыңды хәстәрләп, һинең киләсәгеңде ҡайғыртыуҙан булды был һынау. Артабан икенсе ҡатҡа менеп еткәнсе бикәскә ҡағылышлы һорауҙар яуҙырҙым. Уныһын да үтте. Шунан бер бүлмәнең ишеге төбөндә ике мәҡәл әйтәм, береһен һайла тинем: «Сила есть — ума не надо» һәм «Беләге йыуан — берҙе йығыр, белеме йыуан — меңде йығыр». Икенсе мәҡәлде һайлауына, әйҙә инде, ҡарап ҡарайыҡ, тип ишекте асып ебәрҙем. Унда, тренажерҙар бүлмәһендә, бокс бирсәткәләрен кейеп, бик ажар ҡиәфәттә улдарым тора.
— Йә кейәү, беҙҙең ҡыҙҙы яҡлар-һаҡлар көс-ғәйрәтең, аҡылың бармы икән? — тим кейәүгә. Ҡәйнештәренә аҡса биреп килеште был.
Киләһе һынауҙы ҡуйырғамы, тип оҙаҡ ҡына уйланым, шулай ҙа атҡарырға булдым. Шаршауға төрөп, «ялған» кәләш ултырттым.
— Кәләшеңде таптың, ҡосағыңа ал, — тим.
Кейәү икеләнеп кенә алға ынтыла бирҙе лә, артҡа сигенде.
— Кейәү, юлыңда быуар йыландай арбап, юхалай һылашыр сырмалсыҡтар ҙа, бәлки, осрар. Берүк тайғаҡ юлға төшмә, әрәм булырһың, — тинем.
Бына кәләш йәшенгән бүлмәгә лә килеп еттек.
— Ишек бауы бер тәңкә, бикәс хаҡы мең тәңкә , — тип һатыулашып, һамаҡлап, йыртыш йырттырып, бикәсте кейәү ҡулына тапшырҙым.
Был кәмит нимәгә кәрәк, тип уйламағыҙ. Борондан ҡалған традицияларҙы хөрмәт итеп, хәлегеҙсә үтәргә кәрәк. Йыртыш йыртыу — ҡыҙҙың намыҫын, егеттең көс-ғәйрәтен күрһәтеү, ҡыҙ йәшереү — йәш ғаиләне яман күҙҙән, яуыз көстәрҙән йәшереп, күҙ яҙлыҡтырыу маҡсатында килеп сыҡҡан йолалар.
— Иреңә тоғро ҡатын бул, йылы һүҙең, яҡты йөҙөң, тәмле ашың менән ҡаршы ал. Иреңде батша, тип һанаһаң, батшабикә булырһың, ҡол итеп күрһәң, ҡол бисәһе булырһың. Аҡыллы ҡатын бул, бикәс. Иманлы, аҡ уйлы булығыҙ, башҡорт телле, башҡорт рухлы балалар үҫтерегеҙ. Аҡ юлдар, аҡ бәхеттәр насип итһен һеҙгә, йәштәр, — тип кейәүгә аҡ түбәтәй, бикәскә аҡ селтәр яға бирҙем. Ярты литрлыҡ банкыны биҙәнем дә:
— Бына һеҙҙең тәүге ғаилә банкығыҙ, нишләп бәләкәс кенә икән тимәгеҙ, тиндәрҙән һумдар йыйыла, үҙ көсөң менән тапҡан ҡәҙерле лә, бәрәкәтле лә була, — тинем.
Бына шулайыраҡ булды ҡыҙ һатыуым. Ҡытыршы урындары ла булғандыр, әммә ихлас күңелдән, барлыҡ изге теләктәремде теләп, бәхетле, оҙон ғүмерҙәр юрап атҡарҙым был эшемде. Күреүегеҙсә, һуңғы тиненәсә аҡсаһын һығып, алйытып-арытып маташманым кейәүҙе. Төп маҡсатым — уның кешелекле, сос, отҡор, ҡыйыу, алдынғы ҡарашлы, утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ, шәп Кеше икәнен үҙенә лә, кәләшкә лә, йыйылған йәмәғәткә лә иҫбатлау ине.
Мәжлес тамамланып, ҡайтырға йыйынғас, баяғы йәш-елкенсәктең: «Һеҙ — супер еңгә, ундайҙарҙы күргәнебеҙ юҡ әле», — тип хөрмәтләп, оҙатып ҡалыуҙарынан һуң уларҙың күңеленә остоҡ ҡына булһа ла халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәте, халыҡ ижады ынйылары орлоғон һибә алғанмындыр, тип ҡыуандым. Ҡасан да булһа ул орлоҡтар шытып сығыр, тип ышанам. Йәштәребеҙҙе шулай үҙ йолаларыбыҙға ылыҡтырайыҡ, тип әйтмәксе инем.

Гүзәл МЫРҘАЕВА.
Баймаҡ районы.

Бикәс һатыу йолаһы сценарийы

Бикәс һатыу йолаһы сценарийы

Бикәс һатыу йолаһы сценарийы

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Беларусь традиционные праздники
  • Башкиры религия праздники
  • Беларусь сценарий праздника ко дню матери
  • Башкиры происхождение народа обычаи праздники
  • Беларусь спортивная страна сценарий

  • 0 0 голоса
    Рейтинг статьи
    Подписаться
    Уведомить о
    guest

    0 комментариев
    Старые
    Новые Популярные
    Межтекстовые Отзывы
    Посмотреть все комментарии