Башкорт халык уйындары балаларга сценарий

Башҡорт (туған) теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район Аҡъяр ауылы баланы үҫтереү үҙәге “Бәпембә” балалар баҡсаһы – муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә телмәр үҫтереү буйынса белем  биреү эшмәкәрлеге.

Темаһы: Башҡорт халыҡ уйындары.

                                                                                               Әҙерләне                                              

   тәрбиәсе Ҡадаева Г.Н.    

            Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә телмәр үҫтереү буйынса белем  биреү эшмәкәрлеге.

Темаһы: Башҡорт халыҡ уйындары.

Төп белем биреү өлкәһе: Телмәр үҫтереү.

Интеграция өлкәләре:

Маҡсат: Балаларҙы башҡорт халҡының мәҙәниәтен, уйындарын өйрәнеүҙе дауам итеү.

Бурыстар:

Белем биреүсе: балаларҙа милли мәҙәниәттең тәү сығанағын өйрәнеүгә нигеҙ булдырыу;  уйындарына ҡыҙыҡһыныу уятыу.₽

Үҫтереүсе: балаларҙың телмәрен, иғтибарлыҡтарын  үҫтереү; һүҙлек запасын байытыу.

Тәрбиәләүсе: үҙ милләтеңә, теленә, уйындарына һөйөү тәрбиәләү. 

Йыһазландырыу:

Белем биреү эшмәкәрлеге барышы.

1.Ойоштороу моменты.

Баҡсабыҙға бөгөн,

Саҡырылған ҡунаҡтар.

Ҡунаҡтарҙың килеүенә

Беҙ бешерҙек ҡоймаҡтар.

  • Балалар, әйҙәгеҙ, “Ҡоймаҡ бешерәбеҙ” уйынын уйнап алайыҡ.

Бер ҡулдың усы өҫтөндә икенсе ҡулдың һуҡ бармағы менән болғау хәрәкәттәре яһап: болғайым-болғайым тип әйтергә. Шунан устарын бер-береһенә шапылдатып һуғып – “ҡоймаҡ бешереп” – беште-беште, үҙе эҫе-эҫе тип һамаҡлайҙар. Уйын ике тапҡыр ҡабатлана.

Тәрбиәсе: Башҡорттар борон-борондан ҡунаҡсыл халыҡ. Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ, балалар,  ҡунаҡтарыбыҙ менән һаулыҡ һорашайыҡ һәм сәләмләйек.

Балалар: Һаумыһығыҙ!!!

Һаумы, алтын ҡояшым! (ҡулдар менән түңәрәк яһау)
Һаумы, зәп-зәңгәр күгем! (ҡулдарҙы болғау)
Иҫәнме һин, елкәйем, — (биткә ел елпеү)
Бөтәгеҙҙе сәләмләйем! (ҡулдарҙы ҡыҫыу)

Тәрбиәсе: Афарин, әйҙәгеҙ бергәләп телде, ирендәрҙе уйнатып матур итеп һөйләшергә әҙерләп алайыҡ әле.

Ҫа-ҫа-ҫа – ҡайһылай матур баҫа,

Са-са-са – тыпырлап күңел аса,

Са-са-са – дәртләндерәм: “Их, ас-са!”

Са-са-са – бейей шулай башҡортса.

Тәрбиәсе: Афарин. Балалар, ҡарағыҙ әле, был беҙ йәшәгән илдең картаһы.(һүрәт-карта)

 -Беҙҙең илебеҙ нисек атала? (Рәсәй)

-Дөрөҫ.  Беҙ шундай ҙур, күп милләтле Рәсәйҙә йәшәйбеҙ.  Һәм унда иҫ киткес бер республика бар.

-Беҙ ниндәй республикала йәшәйбеҙ? (Башҡортостан)

(картанан күрһәтеү)

— Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ.(һөйләмен  хор менән ҡабатлау)

-Эйе, дөрөҫ. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән үҙебеҙҙең башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм уйындары менән танышасаҡбыҙ.

Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?

Тәрбиәсе:  Сәйәхәткә нимә менән барырға була? ( Балалар яуабы)

Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, был нимә икән?

Эйе, балалар, был йомғаҡ. Бөгөн беҙ бына ошо йомғаҡ артынан сәйәхәткә сығабыҙ. Йомғаҡты тәгәрәтеп ебәрәбеҙҙә, артынан эйәрәбеҙ.

Йомғаҡ тәгәрәй, балалар артынан атлай.

Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙгә тағы ла бер ҡунаҡ килгән икән. Кем ул? (ҡурсаҡ, ҡыҙыҡай).

Тәрбиәсе: беҙҙең ҡунаҡ ҡурсағыбыҙҙың исеме Ләйсән. Ҡарағыҙ әле, ул ниндәй матур кейем кейгән. Башҡорт халҡы борондан өҫ кейеменә өҫтөнлөк биргән.

  • Ләйсән нимәләр кейгән  һанап, атап сығайыҡ. (Балалар яуабы)

Уларҙы үтә зауыҡ менән тегеп, нәзәкәтле итеп биҙәгәндәр.

—  Был милли кейемдәрҙә башҡорт халҡы ҡайҙа йөрөгәндәр икән? (Балалар яуабы)

-Ниндәй байрамдар менән беҙ таныш әле? (Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Һабантуй)

(Слайд )

-Афарин, дөрөҫ.

-Ололар эш менән булғанда,балалар уйын уйнаған. Ниндәй уйындарҙы беләһегеҙ? ( Йәшерәм яулыҡ, Аҡ тирәк-күк тирәк, Алырым ҡош, бирмәм ҡош, Күмер йөҙөк…)

-Ҡайһылай уйындарҙы күп беләбеҙ беҙ.  Әйҙәгеҙ, “Ҡап та ҡоп” уйынын уйнап алайыҡ.

( ҡағиҙә буйынса беренсе булып көлгән баланан шиғыр һөйләтәбеҙ)

Йомғаҡ тәгәрәй, балалар артынан атлай.

Ҡоштар, урман тауышы сыға.

Тәрбиәсе: Ишетәһегеҙме?  Был ниндәй тауыш? (Балалар яуабы)

Тәрбиәсе: Тыуған яғыбыҙ иҫ киткес тәбиғәтенең  төрлөлөгө  менән бар кешене йәлеп итә. Әгәр Башҡортостаныбыҙҙы ҡоштар осҡан бейеклектән ҡараһаҡ  тауҙарын һәм үҙәндәрен, йылға һәм күлдәрен, урмандарын күрергә мөмкин. (слайдтар ҡарау)

  • Нимәләр күрҙек?  Кем миңә һөйләм төҙөп күрһәтер?
  • Афарин. Балалар, ҡоштар кеүек ҡанат елпеп әйҙәгеҙ, беҙ “Осто, осто…” уйынын уйнап алайыҡ. Уйындың ҡағиҙәләрен боҙмайыҡ.

“Осто, осто…” уйыны.

-Афарин, оҙаҡлап киттек, әйҙәгеҙ артабан киттек. 

Йомғаҡ тәгәрәй, балалар артынан атлай.

Ҡурай моңо ишетелә…

-Балалар, тыңлағыҙ әле, ишетәһегеҙме, ниндәйҙер моң яңғырай? (Ҡурай моңо)

-Тыуған яғыбыҙҙа хатта үләндәр ҙә йырлай. Ниндәй үлән тураһында һүҙ бара?

( ҡурай үләне)

— Уны үҫеп ултырған еренән ипләп кенә ҡырҡып алып, киптереп, бер яғынан бер. Икенсе яғынан дүрт тишек эшләйҙәр һәм бына ошондай музыка ҡоралы килеп сыға. (ҡурай үләнен, шул үләндән эшләнгән музыка ҡоралын күрһәтеү)

-Ә бына был инде ағастан эшләнгән әҙер ҡурай, уны магазиндан һатып алырға була.

-Ҡурай, башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы булараҡ, башҡорттарҙың ете ырыуы менән берләштерелеп, ете таж менән һүрәткә төшөрөлә. (ете тажлы ҡурай һүрәтен ҡарау).

Ҡурайҙың ете тажы буйлап, халҡыбыҙҙың сәскә күңеленән бал ҡортондай ынйы йыяйыҡ. Йыяйыҡ та йәнле ынйыларҙан хуш еҫле бер кәрәҙ ҡояйыҡ.

-Борон халыҡ ҡурайҙы нисек йөрөткән? ( Билбауға ҡыҫтырған, йә итек ҡунысына тыҡҡан)

Тәрбиәсе: Эйе, балалар дөрөҫ.

Әйҙәгеҙ, ҡурай беҙҙе уйынға саҡыра. Ҡунаҡ ҡыҙыбыҙ Ләйсәндең дә һеҙҙең менән уйнағыһы киләлер, бергәләп уйнап алайыҡ.

“Ҡурай” уйынын уйнау

Ҡурайсыны билдәләү. Бер бала һанашмаҡ әйтә.

Ары аласыҡ, бире аласыҡ, 
Ялан ҡапҡаһы шар асыҡ. 
Унда сыпсыҡ, бында сыпсыҡ, 
Һин дә торма, йүгереп сыҡ! 

Кемдә туҡтап ҡала, шул бала ҡурайсы булып ҡурай менән уртаға баҫа.

Тәрбиәсе: Бергәләп йырлайбыҙ

Ҡурай беҙҙе саҡыра,

Түңәрәккә баҫырға – 2 тапҡыр

Әйҙә һин һыҙҙырт, ҡурайсы, ҡурайҙа

Иң оҫта бейеүселәрҙе баҫтыр уртаға – 2 тапҡыр

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә телмәр үҫтереү буйынса белем  биреү эшмәкәрлеге.

Темаһы: Башҡорт халыҡ уйындары.

Төп белем биреү өлкәһе: Телмәр үҫтереү.

Интеграция өлкәләре:

Маҡсат: Балаларҙы башҡорт халҡының мәҙәниәтен, уйындарын өйрәнеүҙе дауам итеү.

Бурыстар:

Белем биреүсе: балаларҙа милли мәҙәниәттең тәү сығанағын өйрәнеүгә нигеҙ булдырыу;  уйындарына ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Үҫтереүсе: балаларҙың телмәрен, иғтибарлыҡтарын  үҫтереү; һүҙлек запасын байытыу.

Тәрбиәләүсе: үҙ милләтеңә, теленә, уйындарына һөйөү тәрбиәләү. 

Йыһазландырыу:

Белем биреү эшмәкәрлеге барышы.

1.Ойоштороу моменты.

Баҡсабыҙға бөгөн,

Саҡырылған ҡунаҡтар.

Ҡунаҡтарҙың килеүенә

Беҙ бешерҙек ҡоймаҡтар.

  • Балалар, әйҙәгеҙ, “Ҡоймаҡ бешерәбеҙ” уйынын уйнап алайыҡ.

Бер ҡулдың усы өҫтөндә икенсе ҡулдың һуҡ бармағы менән болғау хәрәкәттәре яһап: болғайым-болғайым тип әйтергә. Шунан устарын бер-береһенә шапылдатып һуғып – “ҡоймаҡ бешереп” – беште-беште, үҙе эҫе-эҫе тип һамаҡлайҙар. Уйын ике тапҡыр ҡабатлана.

Тәрбиәсе: Башҡорттар борон-борондан ҡунаҡсыл халыҡ. Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ, балалар,  ҡунаҡтарыбыҙ менән һаулыҡ һорашайыҡ һәм сәләмләйек.

Балалар: Һаумыһығыҙ!!!

Һаумы, алтын ҡояшым! (ҡулдар менән түңәрәк яһау)
Һаумы, зәп-зәңгәр күгем! (ҡулдарҙы болғау)
Иҫәнме һин, елкәйем, — (биткә ел елпеү)
Бөтәгеҙҙе сәләмләйем! (ҡулдарҙы ҡыҫыу)

Тәрбиәсе: Афарин, әйҙәгеҙ бергәләп телде, ирендәрҙе уйнатып матур итеп һөйләшергә әҙерләп алайыҡ әле.

Ҫа-ҫа-ҫа – ҡайһылай матур баҫа,

Са-са-са – тыпырлап күңел аса,

Са-са-са – дәртләндерәм: “Их, ас-са!”

Са-са-са – бейей шулай башҡортса.

Тәрбиәсе: Афарин. Балалар, ҡарағыҙ әле, был беҙ йәшәгән илдең картаһы.(һүрәт-карта)

 -Беҙҙең илебеҙ нисек атала? (Рәсәй)

Балалар: Беҙҙең илебеҙ Рәсәй.

-Дөрөҫ.  Беҙ шундай ҙур, күп милләтле Рәсәйҙә йәшәйбеҙ.  Һәм унда иҫ киткес бер республика бар.

-Беҙ ниндәй республикала йәшәйбеҙ? (Башҡортостан)

(картанан күрһәтеү)

— Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ.(һөйләмен  хор менән ҡабатлау)

-Эйе, дөрөҫ. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән үҙебеҙҙең башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм уйындары менән танышасаҡбыҙ.

Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?

Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?

Тәрбиәсе:  Сәйәхәткә нимә менән барырға була? ( Балалар яуабы)

Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, был нимә икән?

Эйе, балалар, был йомғаҡ. Бөгөн беҙ бына ошо йомғаҡ артынан сәйәхәткә сығабыҙ. Йомғаҡты тәгәрәтеп ебәрәбеҙҙә, артынан эйәрәбеҙ.

Йомғаҡ тәгәрәй, балалар артынан атлай.

Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙгә тағы ла бер ҡунаҡ килгән икән. Кем ул? (ҡурсаҡ, ҡыҙыҡай).

Тәрбиәсе: беҙҙең ҡунаҡ ҡурсағыбыҙҙың исеме Ләйсән. Ҡарағыҙ әле, ул ниндәй матур кейем кейгән. Башҡорт халҡы борондан өҫ кейеменә өҫтөнлөк биргән.

  • Ләйсән нимәләр кейгән  һанап, атап сығайыҡ. (Балалар яуабы)

Уларҙы үтә зауыҡ менән тегеп, нәзәкәтле итеп биҙәгәндәр.

—  Был милли кейемдәрҙә башҡорт халҡы ҡайҙа йөрөгәндәр икән? (Балалар яуабы)

-Ниндәй байрамдар менән беҙ таныш әле? (Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Һабантуй)

(Слайд )

-Афарин, дөрөҫ.

-Ололар эш менән булғанда,балалар уйын уйнаған. Ниндәй уйындарҙы беләһегеҙ? ( Йәшерәм яулыҡ, Аҡ тирәк-күк тирәк, Алырым ҡош, бирмәм ҡош, Күмер йөҙөк…)

-Ҡайһылай уйындарҙы күп беләбеҙ беҙ.  Әйҙәгеҙ, “Ҡап та ҡоп” уйынын уйнап алайыҡ.

( ҡағиҙә буйынса беренсе булып көлгән баланан шиғыр һөйләтәбеҙ)

Йомғаҡ тәгәрәй, балалар артынан атлай.

Ҡоштар, урман тауышы сыға.

Тәрбиәсе: Ишетәһегеҙме?  Был ниндәй тауыш? (Балалар яуабы)

Тәрбиәсе: Тыуған яғыбыҙ иҫ киткес тәбиғәтенең  төрлөлөгө  менән бар кешене йәлеп итә. Әгәр Башҡортостаныбыҙҙы ҡоштар осҡан бейеклектән ҡараһаҡ  тауҙарын һәм үҙәндәрен, йылға һәм күлдәрен, урмандарын күрергә мөмкин. (слайдтар ҡарау)

  • Нимәләр күрҙек?  Кем миңә һөйләм төҙөп күрһәтер?
  • Афарин. Балалар, ҡоштар кеүек ҡанат елпеп әйҙәгеҙ, беҙ “Осто, осто…” уйынын уйнап алайыҡ. Уйындың ҡағиҙәләрен боҙмайыҡ.

“Осто, осто…” уйыны.

-Афарин, оҙаҡлап киттек, әйҙәгеҙ артабан киттек. 

Йомғаҡ тәгәрәй, балалар артынан атлай.

Ҡурай моңо ишетелә…

-Балалар, тыңлағыҙ әле, ишетәһегеҙме, ниндәйҙер моң яңғырай? (Ҡурай моңо)

-Тыуған яғыбыҙҙа хатта үләндәр ҙә йырлай. Ниндәй үлән тураһында һүҙ бара?

( ҡурай үләне)

— Уны үҫеп ултырған еренән ипләп кенә ҡырҡып алып, киптереп, бер яғынан бер. Икенсе яғынан дүрт тишек эшләйҙәр һәм бына ошондай музыка ҡоралы килеп сыға. (ҡурай үләнен, шул үләндән эшләнгән музыка ҡоралын күрһәтеү)

-Ә бына был инде ағастан эшләнгән әҙер ҡурай, уны магазиндан һатып алырға була.

-Ҡурай, башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы булараҡ, башҡорттарҙың ете ырыуы менән берләштерелеп, ете таж менән һүрәткә төшөрөлә. (ете тажлы ҡурай һүрәтен ҡарау).

Ҡурайҙың ете тажы буйлап, халҡыбыҙҙың сәскә күңеленән бал ҡортондай ынйы йыяйыҡ. Йыяйыҡ та йәнле ынйыларҙан хуш еҫле бер кәрәҙ ҡояйыҡ.

-Борон халыҡ ҡурайҙы нисек йөрөткән? ( Билбауға ҡыҫтырған, йә итек ҡунысына тыҡҡан)

Тәрбиәсе: Эйе, балалар дөрөҫ.

Әйҙәгеҙ, ҡурай беҙҙе уйынға саҡыра. Ҡунаҡ ҡыҙыбыҙ Ләйсәндең дә һеҙҙең менән уйнағыһы киләлер, бергәләп уйнап алайыҡ.

“Ҡурай” уйынын уйнау

Ҡурайсыны билдәләү. Бер бала һанашмаҡ әйтә.

Ары аласыҡ, бире аласыҡ, 
Ялан ҡапҡаһы шар асыҡ. 
Унда сыпсыҡ, бында сыпсыҡ, 
Һин дә торма, йүгереп сыҡ! 

Кемдә туҡтап ҡала, шул бала ҡурайсы булып ҡурай менән уртаға баҫа.

Тәрбиәсе: Бергәләп йырлайбыҙ

Ҡурай беҙҙе саҡыра,

Түңәрәккә баҫырға – 2 тапҡыр

Әйҙә һин һыҙҙырт, ҡурайсы, ҡурайҙа

Иң оҫта бейеүселәрҙе баҫтыр уртаға – 2 тапҡыр

08.01.2018

Башҡорт халыҡ уйындары

Динисламова Гульшат Гаяновна

учитель башкирского языка

Балалар уйыны (сценарий)
— Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, баҫтырыш уйнап алайыҡ! (сәхнәгә ҡыҙҙар сыға)
— Әйҙәгеҙ һуң! Кем баҫтыра?
— Үҙем баҫтырам!
— (Ҡыҙҙар баҫтырыша башлайҙар. Ошо ваҡытта сәхнәгә бер малай сыға)
— Эй, ҡыҙҙар, һеҙ нимә уйнайһығыҙ ул?
— Баҫтырыш.
— Әйҙә, бергәләп уйнайыҡ!
— Әйҙәгеҙ! (ҡыҙҙар)
— Эй, малайҙар, килегеҙ бында! Ниндәй уйын уйнайбыҙ? (сәхнәгә малайҙар сыға)
— Йәшенмәк уйнайыҡ!
— Юҡ, әйҙә “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйнайыҡ!
— Бөтәһе бергә:
— -Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!
— (бер яҡта- малайҙар, икенсе яҡта- ҡыҙҙар ҡулға- ҡул тотоношоп баҫалар) Ҡыҙҙар башлай:
Аҡ тирәк, күк тирәк!
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк!
Беҙгә Гүзәл кәрәк! ( Гүзәл йүгерә, өҙә алмай, шул яҡта тороп ҡала)
Малайҙар һорай: Аҡ тирәк…
Ҡыҙҙар: “Ризат кәрәк!” Ризат өҙә, Альбинаны алып ҡайта.
Ҡыҙҙар һорай: ( 3 ҡыҙ тороп ҡалырға тейеш) Аҡ тирәк…
Малайҙар: Беҙгә Ләйсән кәрәк! ( Ләйсән өҙә, Айнурҙы алып ҡайта)
— Уф, арытты! Әйҙәгеҙ икенсе уйын уйнайыҡ!
— Әйҙәгеҙ, “Назаны”!
— Әйҙә! (бергә)
— Кем башлай?
— Мин!
( Малайҙар, ҡыҙҙар ҡулға- ҡул тотоношоп торалар)
— Ләйсән үҙенә иптәш эҙләй.( 2 тап)
— Ул Айнурҙы (ярата.)2
( Ләйсән Айнурҙы етәкләп, алғы рәткә сығып баҫалар.)
Уйнап арығас;
— Ҡыҙҙар, кемегеҙҙә яулыҡ бар ? Әйҙәгеҙ, “Йәшерәм яулыҡты” уйнайыҡ!
— Әйҙәгеҙ!
— Мин һанашмаҡ әйтәм!
Бер бабай юлға сыҡҡан
Тәгәрмәсе ватылған.
Уны йүнәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?( биш)
— Мин башлайым!
— Йәшерәм-йәшерәм яулығымды
— Йәшел ҡайын аҫтына.
— Һиҙҙермәйсә һалып китәм
— Бер иптәшем артына.
(Ризатҡа һала)
-Ризатҡа ни наказ? (Низам)
— Әтәс булып ҡысҡырһын! (Айнур)
-Кикиририк-ү-ү-ү-ү-к!
Ризат яулыҡты Низамға һала.
-Ни наказ? (бөтәһе бергә)
-Йырлаһын! (Альбина)
(Низам йырлай)
Низам яулыҡты Самираға һалып китә.
-Самираға ни наказ? (Вика)
-Бейеһен! (Айнур)
Самира бейей. Яулыҡты Айнурға һала.
— Айнурға ни наказ? (Марсель)
— Гармунда уйнаһын! (Низам)
— Айнур гармунда уйнай башлай. (Башҡалар тороп, ул уйнаған көйгә бейейҙәр.)
— Ҡыҙҙар, малайҙар, әйҙәгеҙ уйынға тамашасыларҙы ла саҡырайыҡ!
— Әйҙәгеҙ! Әйҙә!( бөтәһе бергә)
— Әйҙәгеҙ беҙҙең менән уйнарға! (сәхнәгә ҡарап әйтә)
— (Ҡыҙҙар, малайҙар сыға, “Осто, осто” уйыны уйнайҙар)
(уйын бөткәс, өләсәй сыға)
— Ләйсән ҡыҙым! Күпме уйнарға була? Әйҙә ҡайт!
— Уф, өләсәй ! Ҡайтҡы килмәй!
— Ярар! Иртәгә тағы ла уйнарһығыҙ.
— Эй, ҡыҙҙар, малайҙар! Иртәгә уйнарға киләбеҙме?
-Киләбеҙ! Киләбеҙ! ( бергә)
Сығып китәләр.

Оценить★★


6912

Содержимое разработки

Башҡорт халыҡ уйындары

Инеш

Халыҡ уйындарының быуындан-быуынға тапшырылып, әлегә тиклем һаҡланып ҡалғандарына иғтибар итһәң, улар халыҡтың уҙған тормошон, культураһын, көнкүрешен күҙ алды­на баҫтырырға ярҙам итәлер. Халыҡ уйындарының әһәмиәтенә килгәндә, уларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙә тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Уйындар кешене күп яҡлап үҫтерә, уларҙың фекерләүен, хәте­рен, ихтыяр көсөн үҫтерә (арттыра) һәм физик яҡтан нығыта. Уйын барышында һәр кем етеҙҙәрҙән, көслөләрҙән өлгө алыуҙы, үҙе лә беренселеккә ирешеүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм төрлө ҡаршы­лыҡтарҙы еңеп сығырға тырыша, уңышҡа ирешһә, үҙенең еңеүе менән ләззәтләнә. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифатта­рын тәрбиәләргә булышлыҡ итә.

Элек уйын ва­ҡыттарында туранан-тура һунар, хеҙмәт ҡоралдары ҡулланыл­һа, тора-бара уҡ-йәйә, һөңгө, таш урынына таяҡ, шар, туп һәм башҡа шундай нәмәләр ҡуллана башлағандар. Шул рәүешле хеҙмәт деталдәрен үҙ эсенә алған спорт уйындары тыуған.

Башҡорт халыҡ уйындары ҡатмарлы үҫеш баҫҡыстары үткән. Беҙҙең көндәргә килеп еткән уйындарҙа халыҡтың боронғо ышаныуҙарын, хәрби мөнәсәбәттәрҙе һәм күп төрлө хеҙмәт де­талдәрен күреп була. Мәҫәлән, тәүтормош кешеләренең төрлө ышаныуҙары «Ҡарға бутҡаһы», «Убыр әбей», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Соҡор туп», «Ашыҡ сағыу», «Үгеҙ уйыны», «Һаҡыташ» кеүек уйындарҙа һаҡланған.

Ә бына «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынын уйнаусы малайҙар билгә тиклем сисенеп, йәғни күлмәктәрен һалып уй­нау барСәпәмә туп» уйынында ла һауанан осоп килгән тупты тотоп алып, йән-фарман ҡасып барған «дошманға» бәреп, уны «үлте­реү», уйынсынан ҙур тәжрибә, көсөргәнешле күнегеү талап итә. Күреүебеҙсә, халыҡ уйындары — халыҡ көнкүрешенең кескәй бер сағылышы, тимәк, халыҡ үҙе ижад иткән төрлө уйындар ярҙамында йәш быуынды тормош көтөргә, матур ғүмер итергә әҙерләй.

Фәнни-ғәмәли эҙләнеү эшенең актуаллеге

Һуңғы йылдарҙа һәр бер йортта интернет селтәре барлыҡҡа килеү менән балалар компьютерға йомолдолар. Өйҙән сыҡмай ғына виртуаль уйындарҙы хуп күреүселәр артҡандан- арта бара. Ата- әсәләр ҙә әллә ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, әллә урам буйында йөрөүгә ҡарағанда өйҙә ултырыуҙы һәйбәтерәк күреп, балаларының уйындарына бик иғтибар бирмәйҙәр. Шуның менән уларҙың һаулығына ниндәй зыян килеүен уйламайҙар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта балалар араһында элек- электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Ә халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Беҙҙең төп маҡсат- балаларға хәрәкәт талап иткән уйындарҙың файҙаһы тураһында аңлатма эше алып барыу. Һәм, әлбиттә, уларҙы компьютерҙан айырып урам буйына алып сығыу.

Башҡорт халыҡ уйындары 

Башҡорт халҡының тарихи яҡтан нығынған күңел асыу, уйын-көлкө, тамаша ҡылыу саралары һәм спорт, бейеү, йыр бәйгеләре ул. Башҡорт халыҡ уйындары күсмә мәҙәниәт традицияларында формалашҡан һәм башҡорттарҙың тарихы, хеҙмәте, көнкүреше һәм йолалары менән бәйле үҫешкән. Уйындар кешелә ғәйрәтлелек, сыҙамлылыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар үҫтерә һәм тәрбиәләй, башҡалар менән аралашырға, хеҙмәт һәм хәрби ҡоралдар менән эш итергә өйрәтә.Уйындарҙың берәүҙәре ҡатнашыусыларҙың уҙышыуына, ярышыуына, икенселәре оҫталыҡты күрһәтеүгә, өсөнсөләре донъяны танып белеүгә ҡоролған.

Халыҡ уйындарын бер нисә төркөмгә бүлергә була. Мәҫәлән, йыр менән башҡарылған уйындар- етеҙлек, йылғырлыҡ, осҡорлоҡ һәм башҡа физик тәрбиә биреү менән бергә эстетик тәрбиә лә бирә. Был төр уйындарына “Йәшерәм яулыҡ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Аҡ ҡалас”, “Наза” кеүек уйындарҙы индерергә була.

Туп менән башҡарылған уйындар физик яҡтан үҫешергә ҙур ярҙам итә, күбеһе йүгереүгә ҡоролған. Улар етеҙлек, йылдамлыҡ, һиҙгерлек тәрбиәләйҙәр. “Өйрәк һәм һунарсы”, “Соҡор туп”, “Туҡта” һәм башҡа уйындарын туп менән уйнайҙар.

Киләһе төркөм- таяҡтар ярҙамында уйналған хәрәкәтле уйындар. Һәр ваҡыт таяҡтар менән эш итергә тура килгәнлектән, уларҙы саф һауала ойошторалар. Уйында ҡатнашыусылар йүгерәләр, һикерәләр. Мәҫәлән, “Ун таяҡ”, “Себен”, “Көршәк”, “Сәкән уйындары”.

Коллектив рәүештә башҡарылған төрлө хәрәкәтле уйындар бик күп һәм үҙенең төрлөлөгө менән айырылып тора. Уйындарҙың күбеһе хәрәкәткә, йүгереүгә, һиҙгерлекте арттырыуға, етеҙлеккә өйрәтә, балаларҙа берҙәмлек, намыҫлылыҡ, татыулыҡ сифаттары тәрбиәләй.

Был төркөмгә ошо уйындар инә: “Буяу”, “Бесәй һәм сысҡан”, “Энә һәм еп”, “Һәпәләк”, “Алтын тау”, “Кем һуҡты” кеүек уйындар.

Балаларҙы тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары

Уйындарҙа- хәрәкәт, хәрәкәттә- бәрәкәт”, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Бала донъяға килгәс тә хәрәкәтләнә башлай, сөнки хәрәкәт- йәшәүҙең һәм физиологик үҫештең төп нигеҙе ул. Бары хәрәкәт арҡаһында ғына кеше йәшәй, үҫә, тормош ҡора, ижад итә һәм эшләй. Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын алып тора. Әкиәт, йырҙар уйлап сығарған кеүек уйындарҙы ла халыҡ уйлап тапҡан.

Ололарҙың һөйләүе буйынса, борон, балаларҙы мәргәнлеккә, сослоҡҡа өйрәтеү маҡсатында, аҡһаҡалдар балалар араһында “балдаҡ атыш”, шар, бура, туп һуғыу кеүек махсус ярыштар ойошторор булғандар. Физик һәм әхләҡи яҡтан сыныҡтырыуға ҡоролған бындай уйындар, асылда, һунарсының, малсының, балыҡсының көндәлек хеҙмәте өсөн мотлаҡ күнекмә булып торған. 4-5 йәшкә тиклем малайҙарҙы атайҙары үҙ тәрбиәһенә алған. Улар һыбай йөрөргә, уҡтан атырға, йүгерергә, көрәшергә өйрәткән. Төрлө уйындарҙы ла улар үҙҙәре уйлап тапҡан, әлбиттә. Мәҫәлән, бура һуғыу уйыны. Күпме сослоҡ, мәргәнлек һәм көс кәрәк. Ул-борондан килгән уйын.

Халыҡ уйындарының шундай һәйбәт яғы бар: улар ваҡыт һынауынан ҡурҡмайҙар, оҙаҡ йылдар һуҙымына бер аҙ үҙгәреш кисерһәләр ҙә, һаман да киләсәк быуынға хеҙмәт итеүен дауам итәләр. Шуныһы ла ҡыуаныслы — уйындар тел барьерына ла дусар түгелдәр. Әйтәйек, башҡорт малайҙарының уйындарын рус, сыуаш, мари, мордва, удмурт һәм башҡа милләт халҡы ул­ балалары ла кинәнеп уйнайҙар.

Балалар уйыны (сценарий)

Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, баҫтырыш уйнап алайыҡ! (сәхнәгә ҡыҙҙар сыға)

Әйҙәгеҙ һуң! Кем баҫтыра?

Үҙем баҫтырам!

(Ҡыҙҙар баҫтырыша башлайҙар. Ошо ваҡытта сәхнәгә бер малай сыға)

Эй, ҡыҙҙар, һеҙ нимә уйнайһығыҙ ул?

Баҫтырыш.

Әйҙә, бергәләп уйнайыҡ!

Әйҙәгеҙ! (ҡыҙҙар)

Эй, малайҙар, килегеҙ бында! Ниндәй уйын уйнайбыҙ? (сәхнәгә малайҙар сыға)

Йәшенмәк уйнайыҡ!

Юҡ, әйҙә “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйнайыҡ!

Бөтәһе бергә:

Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

(бер яҡта- малайҙар, икенсе яҡта- ҡыҙҙар ҡулға- ҡул тотоношоп баҫалар) Ҡыҙҙар башлай:

Аҡ тирәк, күк тирәк!

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк!

Беҙгә Гүзәл кәрәк! ( Гүзәл йүгерә, өҙә алмай, шул яҡта тороп ҡала)

Малайҙар һорай: Аҡ тирәк…

Ҡыҙҙар: “Ризат кәрәк!” Ризат өҙә, Альбинаны алып ҡайта.

Ҡыҙҙар һорай: ( 3 ҡыҙ тороп ҡалырға тейеш) Аҡ тирәк…

Малайҙар: Беҙгә Ләйсән кәрәк! ( Ләйсән өҙә, Айнурҙы алып ҡайта)

Уф, арытты! Әйҙәгеҙ икенсе уйын уйнайыҡ!

Әйҙәгеҙ, “Назаны”!

Әйҙә! (бергә)

Кем башлай?

Мин!

( Малайҙар, ҡыҙҙар ҡулға- ҡул тотоношоп торалар)

Ләйсән үҙенә иптәш эҙләй.( 2 тап)

Ул Айнурҙы (ярата.)2

( Ләйсән Айнурҙы етәкләп, алғы рәткә сығып баҫалар.)

Уйнап арығас;

Ҡыҙҙар, кемегеҙҙә яулыҡ бар ? Әйҙәгеҙ, “Йәшерәм яулыҡты” уйнайыҡ!

Әйҙәгеҙ!

Мин һанашмаҡ әйтәм!

Бер бабай юлға сыҡҡан

Тәгәрмәсе ватылған.

Уны йүнәтер өсөн

Нисә сөй кәрәк булған?( биш)

Мин башлайым!

Йәшерәм-йәшерәм яулығымды

Йәшел ҡайын аҫтына.

Һиҙҙермәйсә һалып китәм

Бер иптәшем артына.

(Ризатҡа һала)

-Ризатҡа ни наказ? (Низам)

— Әтәс булып ҡысҡырһын! (Айнур)

-Кикиририк-ү-ү-ү-ү-к!

Ризат яулыҡты Низамға һала.

-Ни наказ? (бөтәһе бергә)

-Йырлаһын! (Альбина)

(Низам йырлай)

Низам яулыҡты Самираға һалып китә.

-Самираға ни наказ? (Вика)

-Бейеһен! (Айнур)

Самира бейей. Яулыҡты Айнурға һала.

Айнурға ни наказ? (Марсель)

Гармунда уйнаһын! (Низам)

Айнур гармунда уйнай башлай. (Башҡалар тороп, ул уйнаған көйгә бейейҙәр.)

Ҡыҙҙар, малайҙар, әйҙәгеҙ уйынға тамашасыларҙы ла саҡырайыҡ!

Әйҙәгеҙ! Әйҙә!( бөтәһе бергә)

Әйҙәгеҙ беҙҙең менән уйнарға! (сәхнәгә ҡарап әйтә)

(Ҡыҙҙар, малайҙар сыға, “Осто, осто” уйыны уйнайҙар)

(уйын бөткәс, өләсәй сыға)

Ләйсән ҡыҙым! Күпме уйнарға була? Әйҙә ҡайт!

Уф, өләсәй ! Ҡайтҡы килмәй!

Ярар! Иртәгә тағы ла уйнарһығыҙ.

Эй, ҡыҙҙар, малайҙар! Иртәгә уйнарға киләбеҙме?

-Киләбеҙ! Киләбеҙ! ( бергә)

Сығып китәләр.

Әҙәбиәт:

Абсаликова Ф. Ш. Игры и развлечения башкир: конец XIX — первая половина XX в. — Уфа: Гилем, 2000.- 133 с.

Башҡорт халыҡ уйындары — Өфө: Ғилем, 2006. — 72 б.

Галяутдинов И. Г. Башкирские народные детские игры (на башк. и рус. яз.). Кн. первая. 2-е изд., с изм. Уфа: Китап, 2002.

Игры взрослых у башкир //Интеграция археологических и этнографических исследований. — Омск, 1995, — Ч. 2. — С.54-58

Игрушки башкирских детей. //Вторые Валидовские чтения. — Уфа, 1994 г. — С. 74.

Игра и её роль в воспитании мальчиков в башкирском обществе //Ватандаш. — 2000. — № 5. — С.142-146.

Игры как историко-этнографический источник. //Евразийство: историко-культурное наследие и перспективы развития. — Уфа, 2000.-С. 114.

Игры и развлечения башкир. //В степях Евразии. — Стерлитамак, 2000. — С.136-144.

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/291314-bashort-haly-ujyndary

Свидетельство участника экспертной комиссии

«Свидетельство участника экспертной комиссии»

Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!

Башҡорт халыҡ

уйындары

Башҡорт халҡының үҙенә генә хас уйындарына
(балалар һәм ололар өсөн) XVIII б.
сәйәхәтселәре үк ҙур
иғтибар бүлә.

И. И. Лепехин үҙенең «Көндәлек яҙмаларында…» йәйәнән атыу, көрәш, ыласын менән һунар итеү һәм ҡошсоҡтарын тәрбиәләү, шулай уҡ ололарҙың башҡа ҡайһы бер төр мауығыуҙарын һөйләгәндә, ошондай һығымта яһай: «Әйткәндәй, һәр кемгә күренеп тора, уйындары уларҙың йәшәү рәүеше менән оҡшаш».

XIX б. 30-сы й. В. И. Даль ул осорҙа уҡ һирәк осрай торған ир-аттың күңел асыуын – бүрегә һунарын һүрәтләй.

Д. П. Никольский фекеренсә, балалар уйындары ҡатмарлы түгел, күбеһенсә улар ололарға оҡшатып уйнай, ҡайһылары архаика эҙҙәрен һаҡлай. Ул ҡышҡы һәм йәйге уйындарға бүлә, шулай уҡ уларҙың йәшкә ярашлы айырмaлығын билдәләй.

С. И. Руденко балалар уйындары тураһында яҙа. Тиҫтә йылдар дауамында ул бай этнографик, антропологик, фольклор, лингвистик материал йыя, улар «Башҡорттар. Тарихи-этнографик очерктар» фундаменталь монографияһына тупланған. Ул бик күп үҙенсәлектәргә иғтибар итә: ҡатнашыусыларҙың йәш составы, холоҡ-фиғеле һәм уйын ҡулланмалары. Ололарҙың уйындарын һүрәтләгәндә С. И. Руденко уларҙың спорт йүнәлешендә булыуын һәм оло байрамдар мәлендә генә ойошторолоуына иғтибар итә. Монографияла һабантуй, ҡарғатуй һәм башҡалар тураһында тулы мәғлүмәт бар.

Башҡорт халыҡ уйындары элек һәм хәҙер ололарҙың һәм балаларҙың яратҡан ял итеү ысулы булып ҡала, улар ата-бабаларҙың көнкүрешен сағылдырып, тирә-яҡ мөхит тураһында белем бирә. Уйындың үҙ ҡанундары, ҡағиҙәләре, шуға ла улар
гуманизм һәм демократия мәктәбе булараҡ та балаларҙы тәрбиәләй.

Башҡорт халыҡ уйындары нигеҙендә халыҡтың
традицион йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, уның
кәсептәре һәм хеҙмәт ҡоралдары ята.

Миҫалдар килтерәйек.

Кешенең тәүтормошта таш тәүге хеҙмәт һәм һунар ҡоралы булған. Камиллаша бара
кеше ҡорбанына тура тейерлек ҡорамал уйлап сығарған. Башҡорттарҙа ул һапҡын булған.
Аҙаҡтан был ҡорамал малайҙар уйыны нигеҙенә ятҡан, ул шулай уҡ «Һапҡын» тип атала.

Традицион көрәш элементтары «Сәпәмә туп» тип аталған уйын нигеҙендә сағылыш таба, унда малайҙар юғары сөйөлгән тупты тотоп, дуҫын тоторға, уға туп менән тейҙерергә тырыша.

«Һабантуй» байрамында көрәш. Фото сығанағы.

Уйындар бер нисә төркөмгә бүленә:

Балалар уйындары

«Уҡсы» («Стрелок»), «Баҡыр бүкән» («Медный пень»), «Күҙ бәйләш» («Жмурки»), «Гөргөлдәк» («Прятки»), «Өс ҡуныс» («Горелки»), «Таяҡ ташламыш» («Палка-кидалка»), «Усәт» («Усэт»), «Күл туп» («Лапта»), «Тирмә» («Юрта») – йөкмәткеһе буйынса рус уйындары оҡшаш.

Сюжетлы, персонаж һәм
ролдәргә бүленгән

«Убырлы ҡарсыҡ» («Ведьма»), «Айыу менән ҡуяндар» («Медведь и зайцы»), «Йәшерәм яулыҡ» («Прячу платочек»).

Сюжетһыҙ, ярышҡа ҡоролған

«Ҡырҡҡы уҡ» («Расщепляющая стрела»), «Аҡ тирәк, күк тирәк»
(«Белый тополь, синий тополь») һ.б.

Хайуан һәм ҡоштарҙың ҡыланышын импровизациялаған

«Ҡор уйыны» («Игра тетеревов»), «Кәкүк уйыны» («Игра кукушек»).

Спорт уйындары

«Йүгереш» («бег наперегонки»), «тоҡта йүгереү» («бег в мешках»), «тоҡ һуғыу» («бой с мешками»), «һабынланған ҡолғаға менеү» («влезание на намыленный шест»), «туҡыма таҫтамалды тартыу» («перетягивание тканого полотенца»),
«уҡ атыу» («стрельба из лука»), «һыбайлылар уйыны «күк бүре» («конная игра «серый волк»), «тал сабыу» («рубка лозы»), «ҡырҡҡы уҡ» («расщепляющая стрела»), «өс бүкән» («три пня») һ.б.

Байрамдарҙы оҙатыусы уйындар (Ҡарғатуй, Һабантуй, Туй).

Шулай уҡ, кешенең тыуым һәм үлеме, балалыҡтан оло тормошҡа күсеү, ғаилә ҡороу кеүек тормош осорҙары менән бәйле уйындар, календарь байрам уйындары. Ирҙәр (атлы спорт) һәм ҡатын-ҡыҙ уйындары. Танып белеү уйындары.

Үткәреү урыны

буйынса башҡорт уйындары шундай

төрҙәргә бүленә:

Йорт уйындары

«Аулаҡ өй», «Йондоҙ һанау» һ.б.

Ялан уйындары

«Түңәрәк», «Яулыҡ сөйөү»,

«Соҡор туп», «Сәкән».

Шулай уҡ музыкаль инструменттарҙа –
гармун, думбыра, ҡумыҙ, ҡурайҙа
уйнау буйынса бәйгеләр үтә.

Башҡорт уйындарының уникаллеге уларҙың күп төрлөлөгөндә.

Хәрәкәтсән һәм хәрәкәтһеҙ уйындар бар, улар араһынан өҫтәл, ултырыу, спорт-йүгереү уйындары, етеҙлек, таһыллыҡ, тиҙлек талап иткән төрлө ҡасыштар. Улар халыҡтың мәҙәни ҡиммәттәре, уның донъяны танып белеүе, этнографияһы, теле, фольклоры сағылышы. Уларҙың уникаль үҙенсәлектәре, этник самимилығы – башҡорт халыҡ ижады йолаларына, халыҡтың донъяға ҡарашына, сакраль инаныуына, йәшәү рәүешенә һәм тормош күренештәренә, шиғри һәм йыр мираҫына бәйле.

«Мәскәй-әбей» уйынының бер вариантында театр тамашаһын,

ҡатнашыусылар араһында ролдәр бүленеүен, хәрәкәт һәм йыр фольклоры

өлгөләрен күрергә була. Уйын сюжеты башҡарыу өсөн ябай ғына, тамашала

бәләкәй һәм урта йәштәге ҡыҙҙар ҡатнаша. Сюжет буйынса Мәскәй

һайлана, ул өйөндә йоҡлап ятҡан кеше була, ә балалар еләк

йыйып, йырлап йөрөйҙәр.

Бында еләк күп икән,
Айыу-бүре юҡ икән.

Йыр тауышына уянған Мәскәй балаларҙы тоторға тырыша.

Тотолған балалар ул әйткәнде эшләргә тейеш:

Артым ергә йәбешкән,

Түбәм күккә йәбешкән,

Һис тә йөрөй алмайым,

Мине алып барығыҙ!

Балалар парлашып, ҡулдарын ҡаушырып Мәскәй әбейҙе ултырталар һәм ул теләгән ергә алып баралар. Унан ул уларға бойороҡ бирә:

– Сәстәрем туҙҙы! Ашағым килә!

Уның сәстәрен тарайҙар, ашатҡан булалар.

Уйын ойоштороусының фантазияһына бәйле һәм барыһы ла ялҡҡансы дауам итә.
Ҡыш көнө был уйынды йорт
эсендә уйнағандар.

Башҡорт халыҡ уйындарын
иркен урында уйнағандар.

Түңәрәктәр, сиктәр билдәләү

тейелгеһеҙ һаналған.


Ябай түңәрәк эсенә инеү менән үҙеңде һаҡлап, йәки киреһенсә ярамаған сикте үтһәң «янырға», «ташҡа әйләнергә» мөмкин

булған. Уйын фольклорында сикте һаҡлау тураһындағы әкиәти, легендар сюжеттар театраль актҡа әйләнә. «Мәскәй-әбей» уйынында сик тимер таяҡ – көс символы менән һыҙыла. Магик арбау һүҙҙәре ярҙамында уйын урынының тейелгеһеҙ булыуы тәьмин ителә.

Уйындарҙа ла, йола башҡарыу, әкиәт, йырҙарҙағы кеүек, һүҙ
айырым көскә эйә.

Һыҙылған «тимер ҡапҡалар» Мәскәй әбейҙе
тоторға ла ярҙам итә.

Уйын башында командаларҙы икегә бүлеү – «уҙаманлашыу» –- уның үҙенсәлеге булып тора. Уйнарға теләүселәр араһында ике башлыҡ һайлап алына. Уйынсылар парлашып уларға килә һәм үҙ-ара махсус һүҙ-паролдәр әйтешә.

– Кем уҙаман?
– Беҙ.
– Һеҙ икән, һайлағыҙ: ҡояшмы, аймы?
– Ай, – ти береһе.
– Ҡояш, – тип һайларға мәжбүр икенсеһе һ.б.

Һәр пар үҙ пароле менән килеп, уҙаман һайлаған һүҙ-паролгә

ярашлы ике командаға бүленә. Ҡайһы команданың башлауы ла

шулай хәл ителә. Шулай итеп уйын дәғүәһеҙ ҡорола.

Уйындар быуындан быуынға күсә килә, балалар бер-береһенән өйрәнә.

Миҫалға, һуғыш йылдарында балалар хужалыҡта ярҙам иткәндә

ололар «Йөрөткөс» уйынын иҫкә төшөрә. Уның өсөн иҫке арбаның

дүңгәләген алып йөрөткөс эшләгәндәр. Кистәрен, ауылда

барыһы ла тынғас, малайҙар тәгәрмәс тауышынан уның

кемдеке икәнлеген белә алған. Шулай итеп ишетеү

һәләтен үҫтергәндәр, иғтибарлы

булырға өйрәткәндәр.

Мостафин Ғабдулла Сөләймән улы (1917-1994).
Революцияға тиклем ауылда.
Фото сығанағы

Башҡорт халыҡ уйындарында этник факторҙың сағылышы музыкаль инструменттар, көнкүреш әйберҙәрен файҙаланыуҙа сағылыш таба.
Уйын туптары элек ҡаты итеп йомарланған
иҫке сепрәктәрҙән эшләнгән («Соҡор туп», «Сәкән» һ.б.). уйын барышында, мәҫәлән, яулыҡтарҙы файҙаланғандар («Түңәрәк», «Яулыҡ сөйөү»).
Аулаҡ өйҙә ҡыҙҙар сигеү, бәйләү, туҡыу менән шөғөлләнгәндәр. Төрлө уйындар уйнағандар
(«Үгеҙ-йөҙөк», «Әйтеш» – сәсәнлеккә бәйге һ.б.).

Тоҡтар менән һуғыш.

Үҙенсәлекле театраль хәрәкәткә ҡоролған, ике яҡ көрәшен сағылдырған уйындар – дуаль йәмғиәттән ҡалған күренеш. Яза биреү һәм маҡтау, башлыҡ һәм ярҙамсыларын һайлау, көслөләргә һәм көсһөҙҙәргә бүлеү – балалар уйындарының традицион элементтары – ул боронғо йола-ғәҙәттәрҙең художестволы сағылышы. Уйындарҙа хәрби-ялан күренештәре, хәрби стратегия һәм тактика өлгөләре лә асыҡ күренә.

«Туп» уйынында ярыш принцибы һаҡлана – кем таяҡтың өҫтөнә сыға, шул уйын башлай. Яҡтар яланда үҙ урынын ала, сик билдәләй, ҡасыр өсөн нейтраль урын әҙерләй. Башлыҡ юғалтҡан

осраҡта, боронғо йолаға ярашлы, бөтә ғәскәр кире боролорға бурыслы. «Аҡтар һәм ҡыҙылдар», «Байраҡ», «Әсир» уйындары хәрби тематикаға ҡоролған, ул шанлы хәрби үткәндәргә бәйле.

Башҡорт халыҡ уйындары туған телдә бара. Был иһә балаларға уйынды аңларға һәм уйын барышын менталь кимәлдә аңларға ярҙам итә. Уйындар туған тел үҫешенә булышлыҡ итә.

Уйын кем-кемде принцибына ҡоролған. Бер төрөндә – тиҙлеккә һәм көскә һынашыу, икенсеһендә – мәргәнлектә, өсөнсөһөндә – таһыллыҡта, дүртенсеһендә – ойошҡанлыҡта һынашалар.

«Аҡ тирәк, күк тирәк!» һәм «Байраҡ» уйындары коллективизмды сағылдыра, берҙәмлекте һынай. «Аҡ тирәк, күк тирәк!» уйынында бер яҡ үҙенә ҡаршынан кешене оранлап һайлап ала, шулай итеп үҙенең көсөн арттыра, позицияларын нығыта.

Аҡ тирәк, күк тирәк.
Беҙгә Сания кәрәк!

Һайлап алынған кеше ҡаршылағы ҡулдар сылбырын өҙөп, унан бер кешене алып китергә тейеш. Өҙә алмаһа икенсе яҡҡа күсә. «Байраҡ»та махсус иҫәп алып барыла. «Бер» тип әйтеү менән уйынсылар бер-береһенең байрағын ала, «ике» тип әйтеүгә биләмәләре өсөн көрәшә башлай. Шулай итеп коллективизм, көрәш идеялары төрлө формала хәл ителә.

«Аҡ тирәк, күк тирәк!» уйыны.

Психологик фактор алға этәреүсе көс булараҡ уйын барышын билдәләй. «Аулаҡ өй»ҙә уйнаусылар яза алмаҫ өсөн түңәрәктә ҡалырға ынтылһа, «Сусҡа» һәм «Ишәк» уйындарында хайуан атамалары алмаҫ өсөн тырышалар.

Был уйындарҙың төп шарты – иркен урын, сиктәрҙе билдәләү.

Уйын шартын боҙоусыларҙы язалағандар. Түңәрәк формаһындағы сиктәр («Һунарсы һәм өйрәктәр», «Сихырсы», «Мәскәй», «Соҡор -– туп») тейелгеһеҙ урынға, ә ҡаршы һыҙыҡтар көс урынына әүерелә.

Ролдәргә бүленгән уйындар

Ҡайһы бер уйындарҙа ҡатнашыусылар тәғәйен роль башҡара. Көрәш, ярыш, бәйге, бәхәс хәл итеү сюжет һыҙығын барлыҡҡа килтерә. «Батша-картуф» уйынында батша тәүге һынауҙан һуң алмаштырыла, бер-береһен ҡыуышып, тотоп алғас ояға ябалар. «Батша-картуф» уйынында батша һәм оҫта булһа, «Буяу» уйынында һәр кешегә роль бүлеп бирелә.

Таяҡ менән уйындар

Таяҡ менән уйындар отҡорлоҡ, мәргәнлек, физик сыҙамлылыҡ, дөрөҫ тын алыу, хәрәкәт координацияһын нығытыуға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, алыҫҡа ырғытылған таяҡты уйынсы тын алмайынса барып алып «э-м-м-м!..» тигән ауыз сығара. Был ымлыҡ контроль функция үтәй:ҡалған уйынсылар уның тын аламы, юҡмы икәнлеген билдәләй. Тын алһа, тимәк, яза бирелә.

Таяҡ менән уйында һәр кем үҙенең оҫталығын дәлилләй: «Тапсыҡ»та осоп барған таяҡты тотоп алырға тырышалар, «Себен»дә – генерал булырға, «Көтөүсе»лә – һөжүм итергә. Шул уҡ мәлдә таяҡ менән уйында «берәү – барыһы өсөн, барыһы берәү өсөн» принцибы, берҙәмлек төп урынды алып тора. Берәүҙең уңышы икенсе команда ағзаларының уйын мөҙҙәтен арттыра.

Йәшенмәк

Был уйындың төп принцибы булып «кем кемде» тигән һорау тора, ике яҡтың бәрелеше һөҙөмтәһендә еңеүсе билдәләнә. Беренсе турҙа тигеҙ булған көстәр самаһы икенсеһенә үҙгәрә: берәү күпселеккә ҡаршы көрәшә. Уйын шарты буйынса йәшенеү мөмкинлеге бирелә, уның менән файҙаланып өлгөрмәгән кеше тотолған йәки янған тип иҫәпләнә. Алдан уҡ бирелгән уйын ваҡыты (20-30-ға тиклем һанау), уйын барышын билдәләй. Көтөүсе һибелгән таштарҙы (тапсыҡ, таяҡтарҙы) иҫәпләй, был ваҡытта йәшенеп өлгөрөргә кәрәк.

«Күгәрсен» уйынында иҫәпсе, бағана йәки бүрәнәгә таяҡ менән һуғып: «Таң аттымы?» – тип һорай. «Атты!» — тигән яуап барыһы ла йәшенеп бөткән, тигәнде аңлата. Йәшенеп бөтмәһәләр: «Юҡ әле, таң атмаған!» – тиҙәр. Шулай итеп, символ рәүешендәге билдәләр, туҡылдатыу уйындың аралышыу формаһына әүерелә.

«Һуҡыр һарыҡ», «Ҡыуыш» уйындарында йәшенмәк элементтары юҡ. Уларҙа эҙләү һәм тотоп алыу элементтары булғанлыҡтан, улар балаларға зирәклектәрен, сослоҡтарын күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Уйынсылар тағы ла килеп таяҡҡа һуға ала, йәки кейемдәре менән алмаша – был осраҡта улар тағы ла бер тапҡыр йәшенә ала.

Иғтибарлылыҡҡа уйындар

Тап был уйындарҙа хәрәкәт һәм һүҙ ҡеүәте берләшә: уйнаусылар кәүҙә хәрәкәттәре һәм һүҙҙәр менән аралаша («Тимербай», «Осто-осто», «Юҡ, эйе»). Шул уҡ ваҡытта һәр элемент үҙ аллы функцияға эйә. «Тимербай» уйынында «Бына шулай эшләйҙәр!» төп строфаһы уйнаусыларҙы хәрәкәтте ҡабатларға мәжбүр итә. Хәрәкәттәрҙең дөрөҫмө, юҡмы икәнлеге уйын менән тикшерелә:

Тимербайҙың биш балаһы,

Бишәүһе лә – ҡыуаныс!

Ашамайҙар, эсмәйҙәр,

Бына шулай эшләйҙәр!

Бында имитациялауҙың дөрөҫлөгө тикшерелһә, «Осто-осто» уйынында сослоҡ тикшерелә. «Юҡ, эйе», «Көлдөргөс», «Ауыҙыңды асма», «Бәшмәк һәм сәнске» уйындарында шулай уҡ таһыллыҡ һәм зирәклек һынала.

Мәсьәлә – яуап

Был уйындарҙа төп шарт булып уйынсыларҙың һиҙемләү тойғоһо тора. Һорауҙарға ҡатнашыусылар эске тауышына эйәреп, йәки башына ни килә, шуны яуап бирә. Дөрөҫ яуап уйынсыларҙың статусын асыҡларға ярҙам итә. Уйында шартлы «күрәҙәсе» билдәләнә, ул яуап ала. Уйын яуап биреүсенең күҙен ҡаплау менән ҡатмарлаштырыла. Дөрөҫ яуап бирмәһәң, уйындан сығаһың.

«Урал батырҙың ҡышҡы уйындары»

«Килен-ҡәйнә арҡан тартышы» һәм «Таяк тартыш» уйындары арҡан тартыуҙың

бер төрө. Тәүге уйында килен һәм ҡәйнә көс һынаша, икенсеһендә канат урынына уйынсылар оҙон ҡолға файҙалана. Унан тыш, башҡорттарҙа борондан суҡмарҙы

алыҫҡа ырғытыу һәм улар менән боҙ һындарҙы ярыу йолаһы була – «Таш ярыу». Уйындарҙа һыбайлылар айырым урын алып тора. Уларҙың сығыштары, «Ылаҡ»,

«Төлкөгә һунар» уйындары һәр саҡ сағыу тамашаға әйләнә. Атлылар сабып барышлай ерҙән төлкө ҡарасҡыһын күтәреп алып уның менән балдаҡҡа тейҙерергә тырыша. Бындай уйындар айырым таһыллыҡ һәм зирәклек талап итә. Айырыуса ҡыш осоронда бәйгеселәргә ҡар ҡамасаулай. Һуңғы йылдарҙа йәнә башҡорт йәйәһе менән уҡ атыу

киң таралды. «Урал батырҙың ҡышҡы уйындарында» улар йылдан-йыл үткәрелә. Ойоштороусылар бәйгеләрҙә бәләкәй һәм урта йәштәге балаларҙың әүҙем ҡатнашыуын билдәләй, был үҙ сиратында, быуындар күсәгилешлеген һаҡлап ҡалып, киләсәктә милли

уйындарҙы һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә.

Күп халыҡ ҡатнашҡан милли уйындар «Наурыҙ» (яҙғы ҡояш торошонда), «Ҡарға бутҡаһы» (яҙ көнө), «Кәкүк сәйе» (йәй), «Һабантуй» (яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас) ойошторола. Дөйөм алғанда, башҡорт халыҡ уйындары йыл әйләнәһенә үткәрелә.

Фото сығанағы

Был сараларҙы ойошторғанда, әлбиттә, ололар төп урында тора,
тап улар уйындарға балаларҙы йәлеп итә. Байрамдарҙан тыш, хәрәкәтсән халыҡ уйындарын балалар менән тәнәфес мәлендә,
ҡала буйлап йәйәү йөрөгәндә, йәки ауылда уйнарға мөмкин.

1. Хөббөтдинова Н. А., ф.ф.д., РФА ӨФТҮ баш фәнни белгесе.
2. Шаһапова Г. Р., т.ф.к., БашДУ-ның Сибай филиалы доценты.
3. Сөләймәнов А. М., ф.ф.д., ғалим-фольклорист, БР ФА академигы (1939–2016).

© Ғәзизов Р. Ф., автор-төҙөүсе, 2020

Башҡорт халыҡ уйындары. Һабантуй.

Маҡсат. Уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ традициялары менән таныштырыу. Башҡорт халыҡ уйындары аша төрлө физик сифаттар тәрбиәләү, халыҡ традицияларына, ғөрөф-гәҙәттәренә ихтирам уятыу.

Йыһазландырыу. Гимнастика таяғы – 3 дна, һәр ҡатнашыусыға ҡалаҡ, 3 теннис шары, 3 бадминтон, 3 көйөнтә, 6 күнәк, 3 уҡ-һаҙаҡ, 3 таҫтамал, 3 кҡршәк, командалар исеме яҙылған плакаттар, төҫлө ҡаыҙҙарҙан «Һабантуй» яҙыуы, ҡайсы, таҫтамалдар тағылған ҡолға, уйынсыҡтар, фишкалар, магнитофон, кассеталар, уҡыутыусы өсөн башҡорт халыҡ костюмы, бейеүселәр өсөн костюмдар, приздар.

Байрам барышы.

1. Ойоштороу. Бер шеренгаға теҙелеү.

Һаумыһығыҙ! Беҙ бөгөн дәрес буйы башҡорт халыҡ уйындарын уйнарбыҙ. Тәүҙә өс командаға бүленәйек. /Бүленеү. Өсколоннаға теҙелеү. Ҡаршы яҡта һәр команданың исеме яҙылған: айыу, ҡуян, бөркөт/.

2. Сәскәләргә туп ташлау.

/Стенала сәскәләр эленгән. Туп тейһә, сәскә алына, хәреф асылы. «Мөмкин»тигәндә, командалар туп ташлай, «туҡта» тигәндә, сәскәләрҙе аса. «Һабантуй» яҙыуы асыла/.

3. Һабантуй тураһында әңгәмә.

Эйе, ул башҡорт халҡының борондан килгән байрамы. Элек сәсеү алдынан үткәргәндәр, хәҙер сәсеү бөткәс байрам итәләр. Йәштәр ауыл буйлап еңеүселәр өсөн бүләк йыйғандар /таҫтамал, күлдәк, йомортҡа, аҙыҡ-түлек/. Иң ҡәҙерле бүләк синелгән таҫтамал булған. Ҡыҙҙар һабантуй бүләген ҡыштан әҙерләгән. Ҡолғаға бәйләнгән бүләктәр һабантуй символы һаналған.

Байрам символын индерегеҙ!

/Башҡорт халыҡ костюмындаы уҡыусылар ҡолғаны индерә/.

Һабантуйҙа ниндәй ярыштар ойошторолған?/Яуаптар/.

4. Ат сабышы. Эйе, элек егеттәр бик һөнәрле булған. Ат өҫтөндә килеш ерҙән яулыҡты алып ҡара әле!

Гимнастика таяғына атланып, бер ҡул менән «атты» тотоғоҙ, икенсе ҡул менән уны ҡыуығыҙ. Кәрзинде уратып сығып, кире килегеҙ, «атты» иптәшегеҙгә туғарығыҙ. Иптәшеңә бәреп ҡуймаҫ өсөн таяҡты уртаһынан тотоғоҙ.

5. Йомортҡа һалынған һалыҡты тешләп йүгереү. Элек ағас ҡалаҡҡа ысын йомортҡа һалып, тешләп йүгергәндәр. Ә беҙ алюмин ҡалаҡҡа шар һалып, йүгереп ярышабыҙ.

6. Һыулы күнәктәр менән ярышыу. Кем бер тамсы һыуҙы ла түкмәйенсә, беренсе  килеп етә, шул еңеүсе һаналған.

Беҙ көйәнтәгә ҡоро күнәктәр элеп ярышабыҙ. Боролоштарҙа иғтибарлы булығыҙ, бәрелешмәгеҙ. Күнәктәрҙе ҡул менән тотмағыҙ, талғын ғына атлағыҙ.

7.  Башҡорттар оҫта уҡ атыусы ла булған: балдаҡты ептә тағып, уның үтә уҡ атҡандар.

Беҙҙең егеттәр ҙә бөгөн уҡ атып ярышасаҡ. Иғтибарлы булығыҙ, бер-берегеҙгә, кешеләргә тоҫҡамағыҙ. Уғығыҙ осло булмаһын.

8. Көршәк ватыу. Элек балсыҡ көршәкте һуғып ватҡандар. Әле кәрзингә һуғырбыҙ. Уйнаусыларҙың күҙе бәйләнә, 3 тапҡыр урында әйләндергәс, 3 аҙым алға барып, кәрҙингә һуғабыҙ. Ҡайһы команда күберәк «көршәк» ватыр?

9. Милли көрәш. Көрәшселәр бер-береһен таҫтамал менән билдән эләктерә һәм баш аша алып бәрергә тырыша. Беҙ бер-беребеҙҙе түңәрәктән сығарырға тырышасаҡбыҙ.

10. «Әтәстәр» һуғышы. Ҡатнашыусылар түңәрәк эсендә бер аяҡта тора, икенсеһе бөгөлгән, ҡулдар арттан эләктерелгән. Бер-берегеҙҙе түңәрәктән сығарырға йәки икенсе аяғына баҫтырырға тырышығыҙ.

11. Һабантуйҙа етеҙлеккә, таҫыллыҡҡа, көс һынашыуҙа ярышып ҡына ҡалмағандар, байрам булғас, һыйланандар ҙа. Ҙур-ҙур ҡаҙандарҙа ит бешергәндәр,  бишмармаҡ әҙерләгәндәр. /Милли аш хаҡында әңгәмә/. Ҡасаларҙа ҡоротло һурпа, тәрилкәләрҙә өлөшләп ит бүлгәндәр. /Ҡасаларҙы тотора өйрәнеү/. Ҡунаҡтар балаҫҡа түңәрәк яһап ултырғандар. Ҡулдар сайылған, унан һыуланыу башланған. Хужа ҡунаҡтарҙы һоғондороп һыйлаған. Аштан һуң тағы ҡулдар сайылған. Аҙаҡ тәмләп сәй эскәндәр.

Урал арты райондарында ашҡаҙанды йылытыу өсөн башта сәй эсергәндәр, унан ғына ашағандар.

12. Тамаҡты туйҙырғас, уйын-көлкө башланған. Егеттәр көсөн, ҡеүәтен күрһәтеү өсөн бөркәттәй «осҡан». Ҡыҙҙар талғын ғына хәрәкәтләнеп бейегән. Башҡорт халҡы бейеүҙә Ер, Һыу, Һауаны данлаған, көнкүреш хәрәкәттәрен башбармаҡ әҙерләү, йөн иләү һ.б.

Мин хәҙер һеҙгә бер бейеү күрһәтәм. Хәрәкәттәрҙе иғтибар менән күҙәтегеҙ. /Уҡытыусы бейей/.

13. Бейеү ярышы. Хәҙер командалар бейеп ярыша. /Бейеүҙә бөтәһе лә ҡатнаша/.

14. Йомғаҡлау. Һбантуйҙа тағы ла әллә күпме ярыш төрҙәре үткәрелгән. Беҙ уларҙы киләһе байрамдарҙа өйрәнербеҙ. Әлегә жюри йомғағын тыүлайыҡ. /Еңеүселәрҙе атау, бүләктәр тапшырыу/.

Байрамдан һәр кем күтәренке күңел менән ҡайтырға тейеш. Әҙерләнгән риҙыҡ әрәм-шәрәм булмаһын өсөн, уны өләшеп биреү ойошторолған. Әйҙә, беҙ ҙә шулай итәйек.

Һау булығыҙ.

Просмотр содержимого документа

«Конспект урока «Башҡорт халыҡ уйындары»»

“Тел бәйгеһе” уйын-ярыш.

Маҡсат: 1) Бергәләп күңел асыу;

2) Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү;

3) Туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

4) Уҡыусыларҙың белемдәрен барлау.

Йыһазландырыу: ҡағыҙ, ручка, плакаттар

Кисәнең барышы:

Уҡытыусы.

— Тел ул — бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллион-

лаған кешеләрҙең күп ғасырлыҡ ижад емеше. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Туған телен һаҡ-

лау, үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү — һәр кемдең изге бурысы.

Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул. Менә ошо телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү өсөн мин бөгөнгө кисәбеҙҙе уйын – ярыш формаһында үткәрергә булдым.

— Шуның өсөн хәҙер беҙгә 2 командаға бүленергә кәрәк.

Командаларға бүленеү.(«Зирәктәр», «Отҡорҙар»)

— Ә хәҙер, һеҙҙе,беҙҙең командаларыбыҙға баһа биреү өсөн жюри члендары менән таныштырып китәм:

Ғәҙел, тырыш, намыҫлы ул,

Бөтөн эште булдыра.

Шуға күрә яратабыҙ,

Ул Зәки абый була.

Менә тигән уҡытыусы,

Сабыр, хеҙмәт ярата,

Беҙ ҙә уны яратабыҙ,

Ул бит Әнисә апа.

Өсөнсө жюри членыбыҙ

Барыбыҙға ла таныш.

Һәр саҡ шат була белә ул,

Беҙҙең Ирина апабыҙ.

-Менә жюри члендары менән дә танышып үттек. Ярышыбыҙҙы башлап ебәрһәк тә була.

1-се бирем. «Йомаҡтар»

  1. Бабай бүреге йөҙ ямау. (Глобус)

  1. Көн һайын ябыға,

Йыл аҙағында үлә. (Календарь)

  1. Ҡалаһы бар – халҡы юҡ,

Диңгеҙе бар – һыуы юҡ. (Карта)

  1. Һиндә лә бар, миндә лә бар,

Әҙәмдә юҡ, донъяла бар. (Н хәрефе)

  1. Ауыҙы юҡ, күп телле,

Дәртләндермәй һуң кемде? (Гармун)

  1. Эсе ҡыуыш,

Дыңғылдарға уны ҡуш. (Барабан)

  1. Һүҙе килә — үҙе килмәй. (Хат)

8) Көн үткәнде кем белә,

Мин онотһам, ул белә. (Сәғәт)

9) Тәҙрә башында терәү,

Һөйләп тора берәү. (Радио)

10) Урманға барғанда, өйгә ҡарай,

Өйгә ҡайтҡанда, урманға ҡарай. (Билдәге балта)

11) Береһе әйтә: «Йәй тыныс»,

Икенсеһе әйтә: «Ҡыш тыныс»,

Өсөнсөһө әйтә: «Йәй ҙә, ҡыш та бер тормош,

Юҡ ул миңә тиктормош». (Сана, арба, ат).

  1. Иртә килә, кис ҡайта. (Ҡояш)

2-се бирем. Ҡайһы команда тиҙәйткесте дөрөҫ һәм тиҙ

әйтә.

(Команданан бер кеше)

Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке,мөгөҙө үгеҙҙеке. Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме,мөгөҙө

үгеҙҙекеме?

3-сө бирем. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙе урыҫ теленә

тәржемә итергә

Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай.

(Ворон ворону глаз не выклюнет)

Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ.

(Куй железо, пока горячо)

Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты.

(Всему свое время)

Беҙ ҡапсыҡта ятмай.

(Шила в мешке не утаишь)

Һүҙ жюриға бирелә.

4-се бирем. «Хикәйә яҙабыҙ» тип атала. 1-се команда «Ҡ»

хәрефенә генә башланған һүҙҙәр ҡулланып, ә 2-се

команда «Т» хәрефенә генә башланған һүҙҙәр

ҡулланып хикәйә яҙырға.

— Командалар биремде үтәгән мәлдә ҡарап ултырыусы-

лар менән уйнап алабыҙ.

5-се бирем. «Шаян Һорауҙар» (Ҡарап ултырыусылар

менән уйын)

  1. Ир кеше тол ҡалған ҡатынының һеңлеһенә өйләнә

аламы? (юҡ, сөнки ул үлгән)

  1. Яңғыр яуғанда ҡуян ниндәй ағас аҫтында ышыҡланып

ултыра? (еүеш)

  1. Нимәне әҙерләһәң дә ашап булмай? (дәресте)

  2. Ун метрлы баҫҡыстан һикереп нисек аяҡты һындырмаҫҡа? (баҫҡыстың аҫҡы өлөшөнән генә һикерергә)

  3. Илфат ағай мәктәпкә ҡарағанда бейегерәк һикерә аламы? (юҡ, сөнки мәктәп һикермәй)

  4. Ғәҙәттә ай 30 йәки 31 көн менән бөтә. Ә ҡайһы айҙа

28 көн бар? (барыһында ла)

7) Ниндәй йыл бер генә көн була? (Яңы йыл).

8) Ниндәй һандар бойора ала? (йөҙ, ҡырҡ)

9) Ниндәй ат хайуан түгел? (исем)

10) Ниндәй 100 һан түгел? (бит)

6-сы бирем. «Анаграммалар»

«Ҡыҙыҡ» «Ҡыҙыҡ» булып ҡала

Уҡыһаң да кирегә.

Әйҙә киттек һүҙлек буйлап

Ҡыҙыҡ эҙләп йөрөргә.

Ҡыҙыҡтарҙың бүтәндәрен

Үҙең эҙлә тиҙерәк.

Бирелгән ваҡыт эсендә кем күберәк анаграммалар яҙа.

(Ҡыйыҡ, көсөк, ҡалаҡ, ҡоҙоҡ, оло, сәс, наҙан, ҡыуыҡ, ете, өрө, йәй, ҡабаҡ…)

Һүҙ жюриға бирелә.

7-се бирем. «Бер һүҙ менән әйт»

Күҙ асып йомғансы — тиҙ

Ауыҙы ҡолағына еткән — шатланыу.

Иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ — ғәжәпләнеү, аптырау.

Ауыҙ асырға ла ирек бирмәү — һөйләтмәү.

Тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел — бик күп

Утлы табаға баҫтырыу — тиргәү

Энә күҙенән үткәреү — ентекләп тикшереү.

8-се бирем. «Рифма тап»

Бик һиҙгер тоя белһәң,

Был донъяла серҙәр күп.

Иркен һулап йөрөргә

Сәхрә генә ……. күп.

Шыбыр-шыбыр япраҡтары –

Туғайҙарҙа дуҫтар бар:

Иртә-кисен серле генә

Сутылдашҡан …… бар.

Тиҙ арала сәскә атҡан

Аҡланда гөлдәр күп-күп,

Һағышланырға беҙҙе лә

Саҡырып йөрөй …… .

Көҙгә хәтлем эшһеҙ ҡалғас,

Бойоғоп тора көрәк.

Әллә ҡайҙа боҫоп ҡына

Быжҡылдап ҡуя …… .

9-сы бирем. «Ребус»

-Яуабын дөрөҫ тапһағыҙ, башҡорт халыҡ мәҡәлен уҡырһығыҙ.

10-сы бирем. «Метаграммалар»

-Йәшерелгән һүҙ эсендәге бер хәрефте алыштырып,яңы һүҙ

Сығарыла торған йомаҡтар метаграммалар тип атала.

(Метаграммалар әйтеү)

Һүҙ жюриға бирелә.

— Ошоноң менән беҙҙең «Тел бәйгеһе» уйыны тамам. Рәхмәт

иғтибарығыҙға.

Еңеүселәрҙе бүләкләү.

“Тел бәйгеһе” уйын-ярыш.

Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Уҡытыусыһы Ғилметдинова Л.Н.

Халыҡ уйындары.

Хәҙерге балалар уйындарҙы
бөтөнләй уйнамай тип әйтһәк тә була,
хәҙерге быуын балаларын күберәк
компьютер, смартфон кеүек “уйынсыҡтар”
нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Шуға күрә, мин
үҙемдең эшемдә музыка эшмәкәрлегендә
музыкаль- ритмик хәрәкәттәр өлөшөндә
милли уйындарға, йырлы түңәрәк уйындарына
өҫтөнлөк бирәм.

Беҙҙең балалар бигерәк тә
“Ҡурай”, “Баҡыр төп”, “Тирмә”,
“Косилка- молотилка”,”Наза” уйындарын
уйнарға ярата.

Әйҙәгеҙ, беҙ һеҙҙең менән
“Өммөгөлсөм” исемле уйынды уйнап
алайыҡ.

(Аудитория
менән уйын “Өммөгөлсөм)

(Аранан Өммөгөлсөм
һайланыла,түңәрәк буйлап йырлап
йөрөйҙәр, Өммөгөлсөм түңәрәктең ҡаршы
яғынан хәрәкәт итә)

Беҙҙең Гөлсөм һыуға бара,

Көйәнтәһе, силәге

Силәгенә ҡарағанда

(Ҡушымтала Өммөгөлсөм төрлө
хәрәкәттәр яһап бейей ҙә, кемгәлер
барып баҫа, уйын ҡабатлана)

Үҙе ҡурай еләге.

Баҫ, әле, Өммөгөлсөм,

Бейегәнде күрһендәр,

Баҫҡан ерҙә ут сығара

Беҙҙең Гөлсөм тиһендәр.

Бына шулай итеп башҡорт
халҡының уйындары ла, йырҙары ла,
бейеүҙәре лә бихисап күп, уларҙы һанап
бөткөһөҙ. Бына ошо музыка эшмәкәрлегендә
ҡулланған эш төрҙәре минең төп эшемдә
бик файҙалы, сөнки район эсендә үткән
бәйгеләрҙә, беҙ бер ҡыйынлыҡһыҙ, саф
башҡорт телендә йырҙар, бейеүҙәр
өйрәнәбеҙ һәм призлы урындар яулайбыҙ.

Әгәр беҙ балаларҙа башҡорт
мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уята алабыҙ
икән, тимәк киләсәктә лә башҡорт йырҙары
онотолмаҫ, быуындан- быуын күсеп килгән
бейеүҙәр мәңгелек булыр, милли уйындар
китаптарҙа ғына түгел, ә ысынбарлыҡта
уйналыр һәм йолалар, башҡорт байрамдары
яңынан терелер тип ышанғы килә.

Темаһы «Кейеҙ баҫыу. Үҫәргән ырыу тамғаһы» мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеге

Төҙөнө:

Нураева Әлиә Кәбир ҡыҙы,

1-се
квалификацион категориялы
тәрбиәсе

Төп белем биреү өлкәһе:
художестволы-эстетик
үҫеш

Интеграция өлкәләре:
танып белеү, социаль
– коммуникативүҫеш(хәүефһеҙлек, уйын,коммуникация).

Маҡсаттар:

Белем биреү
маҡсаттары:

  • Кейеҙ баҫыу
    тураһында балаларҙың
    мәғлүмәтлелеген нығытыу, системаға
    һалыу;

  • Башҡорт
    орнаменттары менән таныштырыуҙы дауам
    итеү, кейеҙҙә башҡорт тамғалары баҫырға
    өйрәтеү;

  • Телмәрҙәрен яңы
    һүҙҙәр менән байытыу;

  • Һорауҙарға тулы
    һәм аңлайышлы яуап бирергә өйрәтеүҙе
    дауам итеү.

Үҫеш маҡсаттары:

  • Балаларҙың
    бәйләнешле
    телмәрен үҫтереү;

  • Ҡул суҡтарының
    хәрәкәтен үҫтереү;

  • Балаларҙа ижади
    һәләтлелекте һәм үҙаллылыҡты үҫтереү.

Тәрбиәүи
маҡсаттар:

Балаларҙа
башҡорт халҡының боронғо шөғөлдәренә
ихтирам, үҙ-ара дуҫлыҡ, халыҡ ижадына
хөрмәт тәрбиәләү.

Һүҙлек эш:
тамға,
ырғаҡлы
әүернә.

Эш алымдары:
әңгәмә, уйын «Ҡапма-ҡаршы әйтеш», ырыу
тамғаларының иллюстрацияларын
күрһәтеү, йомаҡ сисеү,
видеоматериал ҡарау,
практик
эш.

Йыһазландырыу:

Видеоматериал, интерактив
таҡта, башҡорт көйө, нетбук, мнемотаблицалар,
алдан баҫылған кейеҙҙәр, ҡара һәм аҡ
һарыҡ йөнө, уҡлау, алъяпҡыс, яулыҡтар,
тастар, йылы һыу, һалҡын һыу, һабын
иҙмәһе, япмалар.

Әҙерлек эше: Һәр
ырыуҙың тамғалары менән таныштырыу;

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]

  • #
  • #
  • #
  • #
  • #
  • #
  • #
  • #
  • #
  • #
  • #

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

Иғтибарығыҙға мәктәп уҡыусылары өсөн Яңы йыл иртәлеге сценарийы тәҡдим итәбеҙ. Ҡыҙыҡлы уйындарын да өйрәнеп алығыҙ!
Авторы Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева.

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

Алтын сәсле Ҡарһылыу

Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева

Мәктәп уҡыусылары өсөн Яңы йыл иртәлеге сценарийы

Ҡатнашалар:

Әкиәтсе

Ҡыш бабай

Алтын сәсле Ҡарһылыу

Ун ике Ҡар ҡыҙы

Аҡъегет

Аҡъегеттең ете ағаһы

Ҡуян

Аҡ бүре

Шүрәле

Юха

I күренеш

Зал биҙәлгән. Уртала матур итеп биҙәнгән урман һылыуы – шыршыҡай урын алған. Төрлө кейемдәрҙәге балалар байрамдың башланыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Әкиәтсе инә.

Әкиәтсе:

 – Һаумыһығыҙ, балалар! Афарин, ҡарлы-буранлы һыуыҡтан ҡурҡып тормағанһығыҙ, бөгөнгө байрамға ҡыуанышып килеп еткәнһегеҙ. У-у, бында балалар ғына түгел, ҡуяндар ҙа, күбәләктәр ҙә, хатта кеше-үрмәкселәр ҙә бар икән. Ә мин – Әкиәтсе. Мин булған ерҙә мөғжизәләр тыуа, донъя үҙе әкиәткә әйләнә. Тик яуызлыҡтар ғына әкиәттә ҡала, ә изгелектәр иһә беҙҙең менән ысынбарлыҡта йәшәй. Алда беҙҙе матур әкиәт көтә. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ әле, балалар, бергәләшеп йырлашып, әйләнеп алайыҡ!

Балалар, түңәрәктәр яһап тороп, йырлай-йырлай әйләнә. Шул саҡ ҡапыл ут һүнеп, кире яна. Ҡурҡыныс ауаздар ишетелә.

Әкиәтсе:

  • Абау, ни булды? Балалар, тауышланмағыҙ, бында кемдер килә, ахырыһы… Бәй, яуыз Шүрәле үҙенең тоғро хеҙмәтсеһе Юха менән килә ята бит! Әйҙәгеҙ, ситкәрәк китәйек! Барығыҙ ҙа миңә ҡарағыҙ әле! Әпсен-төпсөн, барыһы ла бөтһөн, бәшмәк үҫһен! (Әкиәтсе таяғы менән һелтәнә). Булды! Улар беҙҙе бәшмәктәр үҫеп ултыра икән, тип уйлаясаҡтар.

Шүрәле менән Юха инә. Улар икеһе лә имәнес ҡиәфәттә.

Шүрәле:

  • Тә-әк, Ерҙә алтын сәсле ҡыҙҙар бөттө, тиһең инде, ә?

Юха тубыҡланып, Шүрәлегә табан шыуышып килә:

  • Эйе шул, батшам! Бер бөртөк тә алтын сәсле ҡыҙ ҡалманы…

Шүрәле уның алҡымынан матҡып тотоп ала:

  • Яңы йыл алдынан ундай ҡыҙҙарҙың алтын сәсен ҡырҡһам – ваҡыттың туҡтаясағын, ә сәстәренән арҡан ишеп, муйыныма бәйләһәм, унда күпме сәс бар – шул тиклем йылға минең ғүмеремдең оҙонаясағын һин оноттоңмо әллә? Һин үҙең дә йәшәрәсәкһең бит!

Юха:

  • Юҡ, юҡ, онотманым да ул…

Шүрәле (Юханы этеп ебәрә):

  • Улайһа, бар, хәҙер үк миңә алтын сәсле ҡыҙҙы табып килтер!

Юха:

  • Эйе, эйе, батшам… (Юха сығып барышлай) Ҡара әле, ҡайһылай бында бәшмәктәр күп икән ул. Эй, мин бәшмәк яратам да ул! (Ул шатлана-шатлана ерҙән бәшмәк йыя башлай).

Шүрәле:

  • Нимә тинем мин һиңә, алйот!!!

Юха:

  • Ә-ә, эйе, эйе, батшам. Хә-хә-хәҙер, ки-ки-килтерәм!

Юха башын аҫҡа эйеп сыға. Шүрәле тегеләй-былай йөрөй һәм сыға.

Әкиәтсе:

  • Уф, беҙҙе танырҙар икән, тип ҡотом осҡайны. Әпсен-төпсөн, тылсым бөтһөн! Балалар, һеҙ хәҙер кире үҙегеҙ булдығыҙ. Ҡарағыҙ әле, былар бит тағы ла яуызлыҡ эшләргә уйлай. Ишеттегеҙме, ваҡытты туҡтатмаҡсылар! Улайһа, беҙ Яңы йылһыҙ ҡаласаҡбыҙ бит! Тороп тороғоҙ әле, Шүрәле менән Юха (улар киткән яҡҡа бармаҡ иҙәй), мин дә бар бит әле! Балалар, мин Шүрәле менән Юханың артынан китәйем. Улар яуызлыҡтар ҡылмаһын өсөн халыҡты иҫкәртәйем. Бәлки, үҙҙәре лә ҡылғандарының яҡшы түгеллеген аңлап, кире тәүбәгә ҡайтыр. Ярай, осрашҡанға тиклем һау булып тороғоҙ!

Әкиәтсе сыға.

II күренеш.

Талғын ғына көй уйнай. Залға бейей-бейей Ҡар ҡыҙҙары инә.

  • Беҙ, беҙ, беҙ инек,

Беҙ ун ике Ҡар инек,

Һыуға төштөк – боҙ булдыҡ,

Утҡа индек – һыу булдыҡ,

Ҡыш бөткәйне – юҡ булдыҡ!

Ҡарһылыу инә. Ҡар ҡыҙҙары уны уратып ала.

Ҡарһылыу:

  • Һаумыһығыҙ, һеңлеләрем! Беләһегеҙме, тиҙҙән Ергә тағы ҡыш киләсәк. Минең менән быйыл да Ергә төшкөгөҙ киләме?

Ҡар ҡыҙҙары:

  • Килә! Килә! Ҡарһылыу апай, һинең теләгән әйберҙе күрһәтә торған серле көҙгөң бар бит әле — шуны биреп тор әле! Минең Ерҙе күргем килә!
  • Минең дә!
  • Минең дә!

Ҡарһылыу:

  • Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡарайыҡ!

(Ярым түңәрәккә тороп алып көҙгөгә текәләләр)

Ҡар ҡыҙҙары:

  • Ҡарағыҙ әле, былтырғы күрше ҡыҙының санаһын тартып алып илатҡан малай шул ҡыҙ менән баҡсала һарғайып кипкән япраҡтарҙы йыя. Ә теге, әхирәтенең матур күлдәгенән көнләшеп, уның портфеленә елем ҡойған ҡыҙыҡайсы, ҡарағыҙ, шул уҡ әхирәтенең тыуған көнөнә ҡулъяулыҡ сигеп ултыра түгелме? Ҡыҙҙар, һиҙәһегеҙме, Ерҙә яуызлыҡ бөтөп бара бит! Юҡ, бөтмәгән икән әле. Ҡара, ҡара, былтыр беҙҙән тау яһап, балаларға байрам эшләгән егетте ағайҙары рәнйетә түгелме?  Эйе шул. «Һин беҙгә оҡшамағанһың, бигерәк йомшаҡ күңеллеһең, ҡыҙҙар һымаҡһың. Ҡулыңдан бер эш тә килмәй!» – тип бигерәк  кәмһетеп ташланылар бит! Исеме Аҡъегет икән. Ни эшләп ҡулынан бер ни ҙә килмәһен, ти! Балаларға байрам бүләк итеү – иң ҙур эш бит ул!

Ҡарһылыу (ситкә китеп, ҡулдарын түшенә ҡуйып ипләп кенә):

  • Аҡъегет!!!

Шул саҡ ҡулына глобус тотҡан Ҡыш бабай килеп инә.

  • Эһем, эһем, ҡыҙҙар-йондоҙҙар! Ни менән мәшғүлһегеҙ ул?

Ҡар ҡыҙҙары көҙгөнө тиҙ генә Ҡарһылыуҙың кеҫәһенә тыға.

Ҡыш бабай:

  • Бына Ерҙе күрәһегеҙме? (Ул глобусты әйләндерә). Ундағы күпселек халыҡ ҡышты көтә. Яңы йылға ла бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Ҡыштың илселәре итеп мин һеҙҙе Ергә ебәрәм. Халыҡ байрамға нисек әҙерләнә икән?

Ҡар ҡыҙҙары:

  • Уй, рәхмәт олатай! (Ҡар ҡыҙҙары Ҡыш бабайҙы һырып алып, сикәһенән үбә). Әйҙәгеҙ, остоҡ, Ҡыҙҙар-йондоҙҙар!

Ҡыш бабай:

  • Барығыҙ, барығыҙ! Мин Яңы йыл кисендә килеп етермен! Тик һаҡ йөрөгөҙ!

Улар сыға. Талғын көй. Ҡар ҡыҙҙары кире йүгереп инә. Был юлы улар – Ерҙә. Улар көй ыңғайына бейей.

  • Бына беҙ Ерҙә! Бәй, бында балалар байрамға йыйылған бит! Беҙ үҙебеҙ байрамға саҡ-саҡ һуңламай ҡалғанбыҙ икән. Әйҙәгеҙ, балалар, уйындар уйнап алайыҡ.

Күмәк уйындар. Ҡарһылыу инә.

Ҡарһылыу:

  • Һаумы, Ер! Һаумыһығыҙ, балалар! Бына тағы һеҙгә ҡунаҡҡа килдек. Һеҙгә тик аҡлыҡ, сафлыҡ ҡына килтерҙек. Яуызлыҡты юҡҡа сығарырға, Яңы йылды бүләк итергә тип килдек беҙ һеҙгә!

Ошо саҡта артта Юханың килеүе күренә. Ул, Ҡарһылыуҙы күреп, ҡулдарын ыуа:

  • Әһә, алтын сәсле ҡыҙыҡай!

Юха йәшенә һәм Ҡарһылыуҙың һөйләгәнен ҡулын ҡолағына ҡуйып тыңлай.

Ҡарһылыу (үҙ алдына):

  • Быйыл мин оло тулҡынланыу менән килдем! Хыялымда йөрөгән аҡ уйлы егетте күргем килә! Исеме Аҡъегет икән. Риза булһа, мин уны үҙебеҙгә – мәңге Ҡыш иленә алып китер инем. Әгәр риза булмаһа? Мин бит бында ҡала алмайым! Унһыҙ ни эшләрмен?..

Ҡарһылыу илай, уны Ҡар ҡыҙҙары йыуата. Юха шул арала ҡайҙандыр аҡ кейем табып кейә, битлеген сисеп, матур егеткә әүерелә.

Юха-Аҡъегет:

  • Һылыу, һиңә ни булды? Ни эшләп илайһың?

Ҡарһылыу ( уны күреп тертләп китә):

  • Аҡъегет?

Юха-Аҡъегет:

  • Эйе, минең исемен Аҡъегет. Ә һин ҡайҙан беләһең?

Ҡарһылыу (оялып ҡына):

  • Э-э, мин – Ҡарһылыу. Былтыр һинең балаларға ҡарҙан бейек тау эшләгәнеңде күҙәтеп торғайным…

Юха-Аҡъегет:

  • Ә, беләһеңме, мин быйыл да балаларға ҙур бүләк әҙерләнем. Ул урман ситендәге бер мәмерйәлә. Әйҙә, мин һине шунда алып барам!

Ҡарһылыу:

  • Урман ситендәге мәмерйәгә икәүләп барһаҡ, улай килешерме?

Юха-Аҡъегет:

  • Килешер, килешер. Әйҙә, әйҙә! Ул бүләктәрҙе кемгә бирергә икәнен белмәйем, һин миңә ярҙам итерһең.

Ҡарһылыу:

  • Ярай, улайһа. Мин хәҙер! (Ҡар ҡыҙҙарына) Һеҙ бында балалар менән уйнай тороғоҙ, беҙ хәҙер Аҡъегет менән бүләктәр алып киләбеҙ!

Ҡарһылыу кеҫәһенән көҙгөһөн алып, йәшереп кенә ҡарап, сәстәрен төҙәтеп ала. Әммә кеҫәһенә тыҡҡан саҡта яңылыш көҙгөһө төшөп ҡала.  Юха-Аҡъегет менән Ҡарһылыу сыға.Ҡар ҡыҙҙары балалар өсөн төрлө уйындар үткәрә.

III күренеш.

Арҡаһына мылтыҡ аҫҡан Аҡъегет килә. Үҙе һөйләнә.

Аҡъегет:

  • Эх, ағайҙарым! «Беҙгә оҡшамағанһың, бигерәк йомшаҡ күңеллеһең, ҡыҙҙар һымаҡһың», – тиһегеҙ инде. «Ҡулыңдан бер ни ҙә килмәй», имеш. Ярай, күрһәтермен әле мин һеҙгә, ағайҙар!

Шул саҡ ҡуян йүгереп үтә. Аҡъегет тиҙ генә мылтығын алып атмаҡ була. Ҡуян шундуҡ телгә килә.

Ҡуян:

  • Атма миңә, егет! Минең бәләкәстәрем бар. Мин булмаһам, уларҙы кем тәрбиәләр?

Аҡъегет:

  • Нисек? Һин һөйләшә беләһеңме ни?

Ҡуян:

  • Эйе.

Аҡъегет:

  • Ярай, улайһа. Мин һине ебәрәм.

Ҡуян:

  • Рәхмәт, егет!

Ҡуян күҙҙән юғала. Аҡъегет юлын дауам итә. Шул саҡ тәпәйе эләккән ҡапҡанды һөйрәтеп  Аҡ бүре ҡаршыға килә.

Аҡ бүре:

  • Ҡотҡар, егет! Мине һаҙлыҡ хужаһы Шүрәле ҡапҡанға ҡаптырҙы!

Аҡъегет:

  • Ҡыҙыҡ! Был урманда әллә бөтә йәнлектәр ҙә һөйләшә беләме икән? (Бүренең ҡапҡанын ысҡындыра). Башҡаса һаҡ йөрө!

Аҡ бүре:

  • Рәхмәт, егет! Изгелегеңде мәңге онотмам! Өс ҡылымды алып ҡал! Кәрәк булһам, уны өҙөрһөң, һәм мин килеп етермен.

Аҡъегет юлын дауам итә. Шул саҡ Ҡарһылыуҙың төшөп ҡалған көҙгөһөн табып ала.

Аҡъегет:

  • Был ниндәй көҙгө икән ул? Ҡайһылай матур! Ситтәре семәрле! Моғайын, берәй сибәр генә хан ҡыҙыныҡылыр инде. Эх, шул һылыуҙы күрәһе ине!

Шул саҡ матур ғына көй уйнап, көҙгө ялтырап китә. Унда Ҡарһылыу күренә.

Аҡъегет:

  • Бәй, был көҙгө тылсымлы икән дә баһа! Ҡара әле, унда һылыуҙарҙан-һылыу бер ҡыҙ күренә түгелме? Әллә Ҡарһылыу инде? Шул бит! Былтыр мин уның урманда ҡоштар менән йырлап һөйләшкәнен һоҡланып тыңлап торғайным, әммә янына барырға ҡыйыулығым етмәгәйне. Быйыл уның менән танышам, тип үҙемә һүҙ биреп, түҙемһеҙләнеп ҡыштың етеүен көттөм. Эх, Ҡарһылыу!.. Тик ни эшләп һин ҡараңғы мәмерйәлә ул? Ни өсөн ҡулдарың бәйләнгән?

Шул саҡ Ҡарһылыуҙың тауышы ишетелә:

  • Ҡотҡар, егет!

Аҡъегет:

  • Ҡотҡарам һине, Ҡарһылыуым! Тик ул мәмерйәне ҡайҙан табырға икән?

Әкиәтсе инә.

Әкиәтсе:

  • Һаумы, ҡыйыу Аҡъегет! Ҡарһылыуҙы тик һин генә ҡотҡара алаһың. Уны Юха алдаштырып, Шүрәленең мәмерйәһенә алып китте. Улар Ҡарһылыуҙың алтын сәстәрен ҡырҡып, ваҡытты туҡтатмаҡсы булалар. Һиңә ашығырға кәрәк! Әҙәм йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урманды үткәс, Шүрәленең батҡаҡлы һаҙлығын сығырһың. Унан тауҙар башлана. Шундағы мәмерйәлә Ҡарһылыу йәшеренгән. Һаҡ бул, егет!

Әкиәтсе ҡулын болғап ҡала, Аҡъегет юлын дауам итә. 

Аҡъегет:

  • Бына Әкиәтсе әйткән ҡара урман. Тик уны нисек сығырға икән?

Шул саҡ егет ҡотҡарған Ҡуян инә.

Ҡуян:

  • Мине ҡотҡарғаның өсөн мин дә һиңә ярҙам итергә килдем. Һинең килеүеңде һиҙеп, Юха менән Шүрәле юлыңа ҡаршылыҡ ҡорған. Ләкин беҙ уны хәйлә менән еңеп сығасаҡбыҙ. Шулай бит, балалар? Әйҙәгеҙ бергәләп урманды йырып сығайыҡ. Бының өсөн мин һеҙгә «Урманда төрлө ағастар үҫә. Улар бейек йә тәпәш, киң йә нәҙек» тип әйтәм. «Бейек» тиһәм һеҙ ҡулдарығыҙҙы өҫкә күтәрегеҙ, «Тәпәш» тиһәм – сүкәйегеҙ. «Киң» тигәндә ҡулдарығыҙҙы тирә-яҡҡа йәйегеҙ, ә «нәҙек» һүҙенә ҡулдарҙы бер-береһенә яҡынайтырға кәрәк. Аңлашылдымы? Әйҙә, киттек!

Ҡуян һүҙҙәрҙе бутап әйтә. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлана.

Ҡуян:

  • Бына урманды йырып та сыҡтыҡ.

Аҡъегет:

  • Рәхмәт, мәрхәмәтле Ҡуян! Рәхмәт, балалар!

Ҡуян:

  • Хәйерле юл, Аҡъегет! (ҡулын болғап ҡала).

Аҡъегет артабан китә. Ә унда – һаҙлыҡ.

Аҡъегет:

  • Һаҙлыҡҡа ла еттек. Әммә уны нисек сығырға? Бәлки, Аҡ бүре өйрәтер?

Ул кеҫәһенән өс ҡылды алып өҙә. Аҡ бүре пәйҙә була.

Аҡ бүре:

  • Егет, бик хәтәр юлға сыҡҡанһың. Шүрәлегә ҡаршы тора алырһыңмы?

Аҡъегет:

  • Ҡарһылыуҙы ҡотҡарыр өсөн мин барыһына ла әҙер!

Аҡ бүре:

  • Изге ниәтеңде хуплайым. Был һаҙлыҡты үтергә ярҙам итермен. Тик минең генә түгел, балаларҙың да ярҙамы кәрәк. Балалар, ярҙам итәбеҙме? Әйҙәгеҙ, улайһа, паровоз яһап, бер-беребеҙҙең биленә тотоноп  түңәрәккә торайыҡ та, алдыбыҙҙа түңгәк ята, тип күҙ алдына килтерәйек. Шулай итеп һаҙлыҡтағы «түңгәктән түңгәккә» һикерәйек. Ә мин былай тип һамаҡлайым:
  • Бер, ике, өс түңгәк,

Һаҙлыҡ тулы мең түңгәк.

Һаҙлыҡ беҙҙе тарта алмай –

Бына нисек беҙ күмәк!

Әҙерһегеҙме? Әйҙәгеҙ!

Бүре үҙе иң алдан тора ла, һамаҡлай-һамаҡлай юл башлап бара. Балалар түңәрәк буйлап һикерешә.

Аҡ бүре:

  • Афарин! Ана шулай. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Бына һаҙлыҡты ла еңел генә үттек.

Аҡъегет:

  • Рәхмәт, Аҡ бүре! Балалар, һеҙгә лә ҙур рәхмәт!

Аҡ бүре:

  • Ана, алда тау эсендәге мәмерйә күренә. Артабан мин һиңә ярҙам итә алмайым. Шүрәле менән үҙеңә көрәшергә тура киләсәк.

Шулай тип һөйләшеп, Аҡъегет менән Аҡ бүре сыға.

IY күренеш.

Шүрәле менән Юха инә.

Шүрәле:

  • Ҡыҙҙы алып килеүен килгәс, ниңә уның ҡойроғон да эйәрттең?

Юха:

  • Бәй, уның ҡойроғо бармы ни?

Шүрәле:

  • Алйот! Ҡойроҡло Ҡарһылыуҙы ҡайҙа күргәнең бар? Теге егетте ни эшләп эйәрттең, тим?

Юха (ҡурҡа-ҡурҡа):

  • Ә-ә, ней, Ҡарһылыуҙың серле көҙгөһө төшөп ҡалған икән. Шунан күреп егет беҙҙе эҙләп килә ята. Мин уның юлына ҡаршылыҡтар ҡуйҙым. Ул урманды үтә алмаясаҡ! Урманды үткән хәлдә лә, һаҙлыҡта батып үләсәк.

Шүрәле:

  • Ахмаҡ! Ул бит Ҡарһылыуҙы оҡшатҡанға эҙләп килә! Ә мөхәббәт өсөн кәртәләр юҡ икәнен оноттоңмо ни?

Юха:

  • Улайһа, нимә эшләйек икән?

Шүрәле:

  • Хәҙер борғоланыуҙан файҙа юҡ. Ваҡытты туҡтатырға кәрәк! Теге егет бик ныҡыш күренә. Әгәр килеп етә ҡалһа, беҙгә көн бөттө! Шуға тиклем беҙгә Ҡарһылыуҙың алтын сәсен ҡырҡып, арҡан ишергә кәрәк. Бар, Ҡарһылыуҙы килтер!

Юха ҡулы бәйләнгән Ҡарһылыуҙы килтерә.

Шүрәле (мыҫҡыллы йылмайып):

  • Һаумы, Ҡыш бабайҙың ҡәҙерле ейәнсәре. Ҡарһылыумы әле исемең? Ҡурҡма, ҡурҡма! Беҙгә һин түгел, ни бары алтын сәсең генә кәрәк! Хәҙер беҙ уны ҡырҡып алырбыҙ…

Ҡарһылыу (ҡурҡа-ҡурҡа):

  • Һеҙ быны эшләргә тейеш түгелһегеҙ! Бер генә бөртөк сәсем өҙөлһә лә, ваҡыт туҡтаясаҡ, Яңы йыл килмәйәсәк! Зинһар, теймәгеҙ минең сәсемә! Балалар, бөтә халыҡ Яңы йылды көтә бит!

Шүрәле:

  • Ха-ха-ха! Ә беҙгә Яңы йылың кәрәкмәй. Ул бит кешене тағы ла бер йылға ҡартайта. Юха, һинең ҡартайғың киләме?

Юха:

  • Юҡ, юҡ, әфәндем!

Шүрәле:

  • Уның ҡарауы, бер генә сәсең өҙөлһә лә, минең ғүмерем бер йылға оҙая! (Ул Ҡарһылыуҙың сәсен услап тотоп ала) Ә бындағы сәстәр мине меңйәшәр итәсәк! Ха-ха-ха! Шунан мин һине рәхәтләнеп тороп ҡытыҡлаясаҡмын!

Шүрәле оҙон бармаҡтарын уйната. Юха ла уның ыңғайына һикерә-һикерә көлә. Шул саҡ Аҡъегет инә. Юха ҡурҡышынан ҡалтырап, тубыҡлана, Аҡъегет уны елкәһенән эләктереп ала.

Аҡъегет:

  • Ҡыуанмай тороғоҙ әле! Мин булғанда яуыз ниәтеңде атҡара алмаҫһың, Шүрәле!

Шүрәле:

  • Аҡъегет?! Һин бында нисек килдең? Һине бит ағайҙарың булдыҡһыҙ, тип атайҙар ине.

Аҡъегет:

  • Булдыҡһыҙҙы күргәнегеҙ юҡ әле! Алышмы, бирешме?

Шүрәле:

  • Алыш!

Улар һуғыша башлай. Алышҡан саҡта Аҡъегет Шүрәленең муйынынан ҡыҫып тотоп ала. Ул тубыҡлана.

Шүрәле:

 – Миңә теймә инде, зинһар! Бөтә теләгеңде лә үтәрмен!

Аҡъегет Шүрәлене Юханың эргәһенә этеп ебәрә. Улар икеһе лә теҙләнеп, баштарын иҙәнгә тейҙереп тора. Аҡъегет Ҡарһылыуҙың ҡулын ысҡындыра.

Ҡарһылыу:

  • Рәхмәт, Аҡъегет! (башын егеттең түшенә терәй).

Аҡъегет:

  • Ҡарһылыуым! Мин һине ошо көҙгөң аша эҙләп таптым! (Ҡарһылыуға көҙгөһөн тапшыра).

Юха менән Шүрәле:

  • Беҙҙе үлтермәгеҙ инде! Ҡыш бабайҙың бүләктәр тулы тоғон беҙ урланыҡ. Әгәр беҙгә тейһәгеҙ, ул һеҙгә эләкмәйәсәк!

Ҡарһылыу:

  • Ни эшләйек икән, балалар? Беҙгә Ҡыш бабайҙың бүләкле тоғо кәрәк бит! Бәлки, уларҙы хәйләләп еңеп булыр? Һеҙ миңә ярҙам итәһегеҙме? Әйҙәгеҙ, былай итәйек: мин Шүрәле менән Юхаға өс йомаҡ әйтәм. Йәнәһе, улар йомаҡтарҙы сисһә, тоҡ уларға була. Ә һеҙ уларҙан алдараҡ сисергә тырышығыҙ. Килештекме?

Шүрәле:

  • Һеҙ унда нимә тип бышылдашаһығыҙ?

Ҡарһылыу:

  • Ә беҙ ошолай итергә булдыҡ: әйҙә, кем иң беренсе булып минең йомаҡтарҙы сисә, тоҡ – шуныҡы!

Юха:

  • О-о, мин йомаҡтарҙы яратам ул! Беләһегеҙме, мин ниндәй аҡыллы?

Шүрәле:

  • Ә мин үҙемдең һаҙлығымда – иң аҡыллыһы! Күреп торорһоғоҙ: бөтә бүләктәр ҙә минеке буласаҡ!

Юха:

  • Юҡ, миңә эләгәсәк!

Шүрәле (уға ташлана):

  • Юҡ, бүләктәр минеке! (Улар көрмәкләшә башлай).

Ҡарһылыу:

  • Тороп тороғоҙ әле, мин йомаҡтарҙы әйтмәнем бит әле, ә һеҙ тоҡто бүлешә лә башланығыҙ!

Шүрәле:

  • Йә, тиҙ генә йомаҡтарыңды әйтә һал! Минең оҙаҡ көтөргә ваҡытым юҡ!

Ҡарһылыу:

  • Улайһа, тыңлағыҙ! Беренсе йомаҡ:

Ҡыш, яҙ, йәй һәм көҙөн дә

Ул тәлмәрйен төҫөндә.

Терпе кеүек энәле –

Әйтеп ҡарағыҙ әле!

         Юха:

  • Тәлмәрйен!

Шүрәле:

  • Алйот, тәлмәрйендең ниндәй энәһе булһын, ти!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, тәлмәрйен төҫөндә, тинем бит. Йәки нимә йыл әйләнәһенә ҡарағусҡыл йәшел төҫтә була?

Шүрәле:

  • Белдем, белдем. Ул – мин йәшәгән һаҙлыҡ!

Юха:

  • Нимә, һаҙлығыңдың энәһе бармы әллә?

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, Юха, Шүрәле, белмәнегеҙ. Нимәне, ҡыш еткәс, барыһы ла йортона ултырта, матур итеп биҙәй?

Балалар:

  • Шыршы!

Ҡарһылыу:

  • Дөрөҫ!

Шүрәле:

  • Ҡарһылыу, һин минең өсөн бик ауыр йомаҡ әйтәһең. Әйҙә, ябайырағын әйт!

Ҡарһылыу:

  • Ә хәҙер икенсе йомаҡ: Йәйен һоро, ҡышын аҡ, уға шулай яҡшыраҡ.

Шүрәле менән Юха:

  • Тау! Беҙҙең тауыбыҙ йәйгеһен һоро, ҡышҡыһын, ҡар япҡас, аҡ була! Ур-ра!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, дөрөҫ түгел. Балалар, нимә була ул?

Балалар:

  • Ҡуян!

Ҡарһылыу:

  • Дөрөҫ!

Шүрәле:

  • Һин, Ҡарһылыу, уҫалһың, юрый беҙ белмәгән йомаҡты әйтәһең!

Ҡарһылыу:

  • Иғтибар, һуңғы йомаҡ ҡалды. Тышы шарҙай, эсе ҡандай, тәме балдай. Нимә була ул?

Шүрәле:

  • Белдем! Ул – Ҡыш бабайҙың бүләк тулы тоғо. Ул шар кеүек түңәрәк, үҙе ҡан кеүек ҡыҙыл, ә эсендәге тәмлекәстәре – м-м-м! – бал кеүек татлы! Мин еңдем! Мин еңдем! Тоҡ – минеке!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, Шүрәле, дөрөҫ әйтмәнең. Балалар, ни була икән ул?

Балалар:

  • Ҡарбуз!

Ҡарһылыу:

  • Афарин, балалар! Һеҙ еңдегеҙ! Шүрәле, Юха, биреләһегеҙме?

Шүрәле, Юха:

  • Ы-ыһ, ни хәл итәһең инде, биреләбеҙ. Ләкин киләһе йылда беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ! Бөтә йомаҡтарҙың да яуаптарын ятлап аласаҡбыҙ! Ул сағында тоҡ, ысынлап та, беҙҙеке буласаҡ!

Шүрәле менән Юха тоҡто сығарып бирә. Аҡъегет тоҡто ала.

Ҡарһылыу:

  • Рәхмәт, Шүрәле, Юха! Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә беҙҙең Яңы йыл байрамына рәхим итегеҙ! Тоҡ табылды. Ә Ҡыш бабайыбыҙ ҡайҙа икән һуң? Әллә беҙҙе эҙләп йөрөп, урман араһында аҙашып ҡалдымы икән? Әйҙәгеҙ, күмәкләп уны саҡырайыҡ!

Күмәкләп:

  • Ҡыш бабай! Ҡыш бабай!

Ҡыңғырау тауышы ишетелә. Ҡар ҡыҙҙары оҙатыуында Ҡыш бабай инә.

Ҡыш бабай:

  • Һаумыһығыҙ, балалар! О-о, ҡайһылай күмәк йыйылғанһығыҙ. Хатта Шүрәле менән Юха ла килеп еткән түгелме? Һеҙҙе бында ниндәй елдәр ташланы?

Шүрәле менән Юха:

  • Беҙҙе Ҡарһылыу был матур байрамға саҡырҙы.

Ҡыш бабай:

  • Ҡарһылыу, ҡыҙым, афарин! Шүрәле менән Юха ла изге күңеллегә әйләнгәс, Ерҙә яуызлыҡ юҡҡа сыҡҡан бит! Ҡарағыҙ әле! Мин һеҙҙең өсөн бүләктәр, күстәнәстәр һалынған йомарт тоғомдо юғалтҡанмын икән, тип ҡайғырып килһәм, ул бында булған икән! (Тоғон һөйөп ала) Һай, отҡорһоң да инде, Ҡарһылыу! Минең билемдең ауыртҡанын белеп, үҙең алып килгәнһең икән! (Ҡарһылыу шаян йылмая) Тик ни эшләп әле беҙҙең ҡупшы шыршыҡайыбыҙҙың уттары янмай? Әйҙәгеҙ, күмәкләп: «Ян, ян, ян, шыршы!» – тип әйтәйек! (Күмәкләп ҡабатлайҙар. Шыршының уттары балҡып китә) Балалар! Донъя ана ниндәй матур! Әйҙәгеҙ, бергәләшеп Яңы йылды ҡаршылайыҡ! Уйнайыҡ, көләйек, йырҙар йырлайыҡ, бейейек! (Бергәләшеп түңәрәккә тороп йырлашып әйләнәләр). Ә кем хәҙер миңә һөнәрен күрһәтергә теләй?

Балалар Ҡыш бабайға һөнәрҙәрен күрһәтә. Ҡарһылыу менән Аҡъегет, Ҡар ҡыҙҙары  бүләктәр тарата. Шүрәле менән Юха ла, балаларға ҡушылып, йырлап, бейеп, ҡыланып йөрөй.

Ҡыш бабай:

  • Һеҙҙең арала һәләтле балалар бик күп икән! Һай, афарин! Рәхмәт яуғыры! Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым! Яңы йылда ла тырышып уҡығыҙ, тик яҡшы билдәләр генә алығыҙ, кешеләргә ярҙам итегеҙ, дуҫтарығыҙ менән татыу булығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙҙе ҡыуандырып ҡына тороғоҙ! Ә беҙгә көмөш ҡыңғыраулы боландарға ултырып ары елергә лә ваҡыт етте. Беҙҙе башҡа илдәрҙә лә һеҙҙең кеүек аҡыллы, матур, талантлы балалар көтә. Һау булығыҙ!

Ҡарһылыу:

  • Олатай, мине Аҡъегет Шүрәле менән Юханың тотҡонлоғонан ҡотҡарҙы!

Юха менән Шүрәле бөршәйеп төшә.

Икеһе бергә:

  • Ҡы-ҡыш ба-ба-бай, ғәфү ит! Беҙ ба-ба-башҡа улай и-итмәҫбеҙ!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, улар хәҙер үҙгәрҙе, мин уларҙы ғәйепләмәйем. Тик, әйҙә, Аҡъегетте лә үҙебеҙҙең илгә алып ҡайтайыҡ!

Ҡыш бабай:

  • Ә егет үҙе ни тип әйтер?

Аҡъегет:

  • Мин Ҡарһылыу менән ер сигенә лә китергә әҙермен!

Ҡыш бабай:

  • Афарин! Бына был, исмаһам, ысын ир-егет һүҙе!

Шул саҡ Аҡъегеттең ете ағаһы килеп инә.

Аҡъегет (аптырап):

  • Ағайҙарым? Һеҙ бында ни эшләйһегеҙ?

Улар Аҡъегеттең алдына килеп тубыҡлана:

  • Аҡъегет, беҙ һинең турала хата уйлағанбыҙ икән. Һинең Ҡарһылыуҙы ҡотҡарыуың – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ! Зинһар, беҙҙе ғәфү ит!

Аҡъегет:

  • Ҡуйығыҙсы әле, ағайҙарым! Һеҙ булмаһағыҙ, мин Ҡарһылыуҙы ҡотҡара ла алмаҫ инем! Рәхмәт һеҙгә!

Туғандар ҡосаҡлаша. Ҡарһылыу Аҡъегетте етәкләп ала.

Ҡарһылыу менән Аҡъегет:

  • Һау булығыҙ, балалар! Киләһе йылда осрашҡанға тиклем!

Шүрәле менән Юха (илай яҙып):

  • Беҙгә лә китергә ваҡыт етте. Һаҙлыҡта беҙҙе юғалтҡандарҙыр инде. Һеҙ беҙгә шул тиклем оҡшанығыҙ. Һеҙҙең менән Яңы йылды ҡаршылауы ныҡ-ныҡ-ныҡ күңелле икән! Рәхмәт беҙҙе лә үҙегеҙҙең байрамығыҙға саҡырыуығыҙға! Киләһе йылда ла саҡырырға онотмағыҙ, йәме! Беҙ килербеҙ!

Улар барыһы ла сыға. Матур көй яңғырай. Куранттар һуға.

Әкиәтсе:

  • Йылдар үткән һайын Яңы йылды

         Ҡаршылауы, никтер, серлерәк –

         Сәғәт ун икене һуҡҡан саҡта

         Ҙур мөғжизә көтә һәр йөрәк.

         Яңы йыл ул Ҡәҙер кисе кеүек,

         Теләктәрҙән күңел сафлана.

         Өр-Яңы йыл ҡаҡһын һәр ишекте –

         Шул саҡ яңы тормош башлана!

         Яңы йыл менән, дуҫтар!

         Барыһы ла бергә:

  • Яңы йыл менән!

Әкиәтсе:

  • Байрам тамам. Әкиәтем ары, ә үҙем бире киттем. Әммә был әкиәттән алған фәһемде мыйыҡтарға урап ҡуйырға онотмағыҙ, дуҫтарым!

Әкиәтсе сыға.                   

Байрамда үткәрелгән уйындар, конкурстар.

  1. «Ҡыш бабайҙы эшлә!» конкурсы.

10 кешенән торған ике команда ҡатнаша. Ҡыш бабай төшөрөлгән ике һүрәт стенаға эленә. Тик һүрәттә Ҡыш бабайҙың башы һәм кәүҙәһе генә бар. Ә ике күҙе, танауы, ауыҙы, һаҡалы, ике аяғы, ике ҡулы, тоғо пластилиндан эшләнеп, тәрилкәгә һалына. Күҙҙәре бәйләнгән ҡатнашыусылар тәрилкәлә ятҡан «ағзаларҙы» табып, һүрәттәге Ҡыш бабайға йәбештерергә тейеш. Ҡайһы команда алдан бөтә һәм кемеһенең һүрәте теүәлерәк сыға?

  1. «Алтын ҡапҡа» уйыны.

Ике Ҡар ҡыҙы, ҡулдарын өҫкә  күтәреп тотоношоп, ҡапҡа булып тора. Балалар түңәрәк яһап тороп, шул ҡапҡа аҫтынан үтергә тейеш (ҡапҡа булған бер Ҡар ҡыҙы түңәрәктең эсендә, ә икенсеһе – тышында тороп ҡала). Ҡар ҡыҙҙары былай тип һамаҡлай:

  • Үтәбеҙ алтын ҡапҡанан,

Эшләнгән алтын таҡтанан.

Эй, үтәбеҙ, эй, көтәбеҙ

Кемдең килеп ҡапҡанын!

«Ҡапҡанын» һүҙенә еткәс, Ҡар ҡыҙҙары ҡапыл күтәреп торған ҡулдарын аҫҡа төшөрә. Кем эләгә, шуға наказ бирелә.

  1. Ҡар осороу.

Балаларға кескәй мамыҡ киҫәктәре таратып бирелә. Улар уны тартҡылап, «ҡар» әүәләй һәм «Башланыҡ!» тигәс тә уны аҫтан өҫкә  өрөргә тейеш. Кемдең ҡары иң оҙаҡ һауала эленеп тора – шул еңеүсе.

  1. Уртаға быйма ултыртып, шунда «ҡар» (ҡағыҙ) ташлау.

7-8 бала ҡатнаша. Йыл ырыҫлы килһен өсөн ҡар күп булырға тейеш. Уйнатыусы Ҡар ҡыҙҙары балаларға ҡағыҙҙар таратып бирә. Уртаға ҙур быйма ултыртыла. Ым бирелгәс тә, балалар ҡағыҙҙы, йәғни, «ҡарҙы», йомарлап, быйма эсенә ташларға тейеш. Кем күберәк мәрәй йыя – шул еңеүсе.

  1. «Уйынсыҡты таны!»

Балалар тоҡ эсенә ҡулдарын тығып, унда ниндәй уйынсыҡ  ятҡанын танырға тейеш. Дөрөҫ әйтһә, шул уйынсыҡ уға эләгә.

  1. «Көлдөрткөс» уйыны.

Уйнатыусы Ҡар ҡыҙы балаларҙың һәр береһенең ҡолағына ҡыш, Яңы йыл менән бәйле исемдәр әйтеп сыға. Мәҫәлән, боҙ, һырғалаҡ, ҡар, шыршы, тубырсыҡ, курант һ.б. Көлдөрткөс инә һәм балаларҙың һәр береһенә яҡын килеп ҡыҙыҡлы һорауҙар бирә. Мәҫәлән: «Исемең кем?»  – «Боҙ». «Нимә, тоҙ, тиһеңме?» – «Боҙ». «Ә-ә, берәй нәмәне боҙорға ҡушаһыңмы әле, ә?» – «Боҙ».  «Нимә, тутыйғош булдыңмы әллә? Йә,  тағы берәй һүҙ әйтеп ҡара әле!» – «Боҙ» һ.б. Көлдөрткөс нисек тә көлдөрөргә тырыша, тик балалар көлөргә тейеш түгел. Кем көлә – шул йә уйындан сыға, йә наказ ала.

  1. Епкә эленгән приздарҙы күҙ бәйләнгән килеш ҡырҡыу.
  2. Байрам барышында «Иң яҡшы Яңы йыл кейеме» конкурсы ойошторола. Уйындарҙың еңеүселәре урындар йәки номинациялар буйынса баһаланыуы мөмкин.

  (Авторҙың пунктуация, орфография, стиле шул көйө һаҡланды).

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Беларусь традиционные праздники
  • Башкиры религия праздники
  • Беларусь сценарий праздника ко дню матери
  • Башкиры происхождение народа обычаи праздники
  • Беларусь спортивная страна сценарий

  • 0 0 голоса
    Рейтинг статьи
    Подписаться
    Уведомить о
    guest

    0 комментариев
    Старые
    Новые Популярные
    Межтекстовые Отзывы
    Посмотреть все комментарии