Йомробаш уйыны сценарий

Внеклассное мероприятие – игра «Йомробаш» в формате «Что? Где? Когда?» проведено между  7,9...

Внеклассное мероприятие – игра «Йомробаш»

Декабрь 9, 2021
Просмотров: 57

Внеклассное мероприятие – игра «Йомробаш» в формате «Что? Где? Когда?» проведено между  7,9,10 классов  08 декабря 2021 года.

Цель: развитие мыслительной способности, находчивости, смекалки; воспитание ответственности, организованности; привитие навыков полезного провождения.

Задачи:

·         Укреплять навыки и знания по башкирскому языку;

·         Обобщить знания детей;

·         Развивать речь, мышление, воображение, интерес, внимание;

·         Воспитывать в процессе игры дружбу, товарищество, любознательность;

Основная форма организации деятельности школьников – групповая, что обусловлено традициями проведения игры, формат которой мы старалась сохранить.

В игре участвовало 20 учащихся из 7,9,10  классов.

Мероприятие способствовало повышению качества знаний
учащихся, формированию положительных качеств личности, интереса к урокам
башкирского языка, воспитание коллективизма, познавательной активности,
нравственное воспитание учащихся. 

Башҡортостан Диниә назараты етәкселегендә ойошторолған «Йомробаш» зирәктәр клубының тәүге уйыны Өфөлә үтте. Илленән ашыу йәш егет һәм ҡыҙ туғыҙ команда булдырып  аҡыл көсөн һынарға майҙанға сыҡты. Йәш зирәктәрҙе Башҡортостан мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин сәләмләне.

«Әлбиттә, йәштәрҙең ошолай аралашыуы бик мәслихәт. Быйыл беҙ „Самауырлы ритайымда“ ла осрашҡаныбыҙ бар. Бигерәк тә дин тураһында белемле булыуығыҙ ҡыуандыра. Бөгөнгө уйынды беҙ Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.а.с.) тормошонан башлап Башҡортостандың билдәле шәхестәренең ислам һабаҡтары менән тамамларбыҙ. Һорауҙар дини белемдәрҙең төпкөлөнә кермәй, ләкин иң мөһим нөктәләргә иғтибарҙы йүнәлтә Бөтәгеҙгә лә уңыштар теләйем!» —тине Айнур Бирғәлин һәм ҡыҫҡа мәғлүмәттәр менән динебеҙ тураһында, Рабиуль Әүүәл айы һәм Мәүлит тураһында аңлатып үтте.

Йомробаш уйыны ҡағиҙәләре буйынса биш раунд ойошторолдо: «Пәйғәмбәребеҙ тормошонан», «Изге китап», «Дин нигеҙҙәре», «Пәйғәмбәрҙәр», «Башҡортостан».

Ҡатнашҡан төркөмдәрҙең дә исемдәре есеменә тап килә: «Егеттәр», «Байраҡтар», «Ғәҙеллек», «Текә бүреләр», «Гүзәлиә», «Твердышев (Йылайыр заводын ҡороусы эшҡыуар) исемендәге команда», «Урал аръяғы», «Харрасов командаһы» һәм «Ҡәләм».

Йылайыр йәштәре ойошмаһының етәксеһе «Твердышев исемендәге команда» капитаны Йәнбикә Ғәлиәкбәрова әле медуниверситетта уҡый һәм бындай уйындар зиһенде тонуста тоторға ярҙам иткәнен билдәләй.

«Әлбиттә, бындай зиһен ярыштарында дөйөм эрудицияны һынайһың. Билдәле өлкәлә профессионал булыу менән бер йәһәттән беҙ, йәштәр, көнкүреш даирәбеҙҙе лә киңәйтергә тейешбеҙ. Ошондай осрашыуҙар үҙ өҫтөбөҙҙә эшләргә тейешле урындарҙы ла күрһәтә,» — ти.

Краснокама районынан килгән команданың етәксеһе Эльвира Кәбирова осрашыуҙарҙың ижтимағи файҙаһын билдәләй:

«Интернет селтәрҙәренән сығып оффлайн аралашырға кәрәк, әлбиттә. Диниә назараты ойошторған ошондай саралар формаль булмаған мөхиттә аралашырға мөмкинлек бирә. Төрлө ҡараштағы йәштәр бер-береһе менән „реал“ да осрашыуҙары бәйләнештәрҙе киңәйтә,» — ти Эльвира туташ.

«Йомробаш» зирәктәр клубы уйындарында элек тә ҡатнашҡан Марат Ғәтиәтуллин динебеҙ темаһының бындай формала йәштәргә йүнәлтелеүен хуплай.

«Йомробаш ярыштары йыш ҡына билдәле темаларға ҡағыла. Әйтәйек, бынан алдағы тема „милләттәр араһы мөнәсәбәттәр“ ине. Һәм Диниә назаратының бындай инициатива менән сығыуы бик шәп. Сөнки ислам тураһында белмәгәндәр ҙә ошо ҡыҙыҡлы һорауҙар арҡаһында динебеҙ хаҡында билдәле мәғлүмәт эҙләй башларҙар,» — ти Марат.

Еңеүсе команданың капитаны Шәфҡәт Ғәбитов йәштәрҙең аралашырға теләгәнен дә билдәләне.

«Һуңғы осорҙа ошондай осрашыуҙар популяр булып бара. Башта тик Урал аръяғы йәштәрен йыйырға теләгәйнек, ләкин ярыш көнөндә командабыҙҙа бөтөн Башҡортостан вәкилдәре йыйылды,» — ти Шәфҡәт Ғәбитов.

Өс йыл элек «Йомробаш» клубын башлатҡан Рөстәм Абдразаҡов уйынды «онлайн» форматҡа күсерергә уйламағанын билдәләне.

«Беҙ „Йомробашты“, „Самауырлы ритайымды“ осрашыу мөхите, тип башланыҡ һәм уны уңышлы итеп алып барабыҙ. Был уйында һәр бер ҡатнашыусыны еңеүсе тип әйтергә була: осрашыуға килдеңме —тимәк, еңдең! Айырыуса шуны ла билдәләйһем килә — Башҡортостан диниә назараты йәштәр менән мөнәсәбәтте ныҡ тота. Бының өсөн мөфтиәткә айырым рәхмәттәр ҙә әйтергә кәрәк,» — тине Рөстәм Абдразаҡов.

 Яҙһылыу менән әсәйҙәр байрамы

Музыка аҫтында балалар залға инәләр, көй аҫтында парлашып бейейҙәр һәм ярым түңәрәккә баҫалар.

Алып барыусы: Балалар, ни өсөн бөгөн күбеһенең ҡулында сәскәләр?

Барыһы: Сөнки әсәйҙәр байрамы!

А.б: ни өсөн баш осонда ҡояш йылмая?

Барыһы: Сөнки әсәйҙәр байрамы!

А.б:ни өсөн бөгөн тәмле күмәс еҫе сыға?

Барыһы Сөнки әсәйҙәр байрамы!

А.б: Яҡты көн, яҙғы көн, шатланып тама тамсы! Ҡыуанышып яҙҙы ҡаршылайбыҙ, әсәйҙәр байрамын башлайбыҙ….

Балалар шиғыры 2

А.б.: Хәйрле иртә, ҡәҙерле ҡунаҡтар. Бына көтөп алған яҙ ҙа килеп етте. Ҡатын ҡыҙҙар байрамы һигеҙенсе март та килеп етеп килә. Был барлыҡ изге, яғымлы, хәстәрлекле һәм иң матур ҡатын ҡыҙҙар байрамы. Ысын күңелдән барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ. Һеҙгә яҙғы кәйеф, йылы ҡояш нурҙары, шатлыҡ, бәхет теләйбеҙ.

Йыр ,,Әсәкәйем, әсәйем,,(балалар ултыралар)

Көй ишетелә, Яҙһылыу инә.

Яҙ: Һаумыһығыҙ балалар, хәйерле иртә, ҡунаҡтар. Бына мин дә килеп еттем, йылы аҙымдар менән атлап үттем ерҙәрҙән, алып килдем мин ҡояштың, яҙҙың тәүге сәләмен.

Балалар:Һаумы Яҙһылыу.!

А.б: Әйҙә түрҙән уҙ Яҙһылыу. Беҙ һине һағынып көттөк.

Яҙ: Һеҙҙең матур йырҙарығыҙҙы ишетеп уяндым әле мин дә. Залда шундай күңелле, яҡты. Байрам менән барығыҙҙы ла

Ҡотлайым һеҙҙе әсәйҙәр

Көләс йөҙлө өләсәйҙәр

Эштә уңған апайҙар

Һигеҙенсе март менән!

Яҙ: Ҡәҙерле әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр, беҙ һеҙгә балалар менән үҙебеҙҙең  бүләгебеҙҙе тапшырабыҙ. Бына ул! (Кәнфит ағасына күрһәтә). Был ағасты балалар бер, ике ай ғына үҫтермәне. Улар Һәр ваҡыт ағасҡа яҡшы, яғымлы һүҙҙәр генә әйтеп торҙолар. Бына яҙ еткәс унда бөрөләр япраҡ ярҙы, әсәйҙәр, өләсәйҙәр өсөн кәнфиттәр үҫеп сыҡты.

Аб: Моғайын был бүләк әсәйҙәргә оҡшар. Был ағастың кәнфиттәре ябай түгелдер ул? Бәлки унда мармелад?

Балалар:ЮЮЮҡ

Аб: бәлки унда шоколад?

Б-р: юҡ

Аб: унда сәтләүек йәки хәлүә?

Б-р:юҡ

А.б: әллә инде белмәйем. Сер итеп кенә әйтегеҙ әле, нимә йәшенгән кәнфиттәрҙә?(балалар бармаҡтарын ауыҙҙарына килтереп тссс, бер береһенә ҡарап)  

Яҙ: Беҙ кәнфиттәрҙе асып ҡарамайынса белеп булмас. Ағас янына барып ,,Ҡыҙыл кәнфитте ағастан алам, Эсендә нимә ятҡанын беләм.(кәнфитте ала)  Бында беҙҙең әсәйҙәргә ҡотлауҙар…

Яҙ: Әсәйҙәрҙе ҡотларға тип үҙем менән ҡояш нурҙарын да алып килдем. Йәгеҙ әле ҡыҙҙар..

Бейеү,,Ҡояш нурҙары,,

Яҙ: Һеҙҙең янға иртән иртүк кем янығыҙға килә? Әсәй!

Кем үбеп ала? Әсәй!

Кем бала көлөүөн ярата?Әсәй!

Кем донъяла иң һәйбәте?Әсәй!

  • Йәгеҙ әле икенсе кәнфитте өҙәйем. Йәшел кәнфитте ағастан алам, эсендә нимә ятҡанын беләм…

Әсәйҙәргә шиғыр бүләк

Әсөйемде бик яратам,

                   Эшкә китһә һағынам.

                   Китмәһен тип тағы ла,

                   Ҡайтһа, уға һыйынам.     Мадина

                   Әсәй өйҙә булған саҡта

                   Бөтәбеҙгә күңелле-

                   Яҡты нурлы, йылы ҡояш

                   Көлөп торған шикелле.      Йәмилә

                  Өләсәйҙәр йылмайғас

                  Өй эсе йәмлерәк.

                  Өләсәй бешергән

                  Аштар ҙа тәмлерәк.      Айлина

                     Әсәйҙәр бер генә-

                     Ҡәҙерен беләйек.

                     Йөрәктәр йылыһын.

                     Уларға бирәйек.           Самира

                    Әсәйем ҡәҙерлем

                    Һин минең бер генәм.

                    Ал нурлы ҡояшым.

                    Наҙланған ел генәм     Эмиль

                     Әсәйем йөҙөләй,

                     Нурланып таң ата

                     Был ерҙә һәр бала

                     Әсәһен ярата.       Ю Айлин

                  Әсәкәйем, берҙән-берем,

                  Мин һине ныҡ яратам.

                  Һинең матур күҙҙәреңде

                  Гел-сәскәгә оҡшатам       Айлина

А.Б.Балалар, бер  Йомағымды сисегеҙ әле

Һеҙҙе кем балалар баҡсаһына оҙата? Кем тәмле итеп ҡоймаҡ бешерә? Кемде атай-әсәйҙәр хөрмәт итә? кемгә бар ерҙә лә почет була?

Балалар:Өләсәй

А.Б. :Дөрөҫ! Һеҙҙең өләсәйҙәрегеҙ!Уларҙы барыһы ла ярата! Өләсәйҙәргә лә сәләмдәребеҙҙе еткерәйек.

Яҙ: Һары  кәнфитте ағастан алам, эсендә нимә ятҡанын беләм…Йәгеҙ әле кем һары кәнфитте алып бирә?(..ҡыҙ өҙә, яҙға бирә)

Йыр ,,Бабушка моя,,

Яҙ: Ҙәңгәр кәнфитте ағастан алам, эсендә нимә ятҡанын беләм…Йәгеҙ әле кем ҙәңгәр кәнфитте алып бирә?(..ҡыҙ өҙә, яҙға бирә)

Өләсәйгә шиғырҙар

Яҙ: Аҡ кәнфитте ағастан алам, эсендә нимә ятҡанын беләм…Йәгеҙ әле кем аҡ кәнфитте алып бирә?(..ҡыҙ өҙә, яҙға бирә)

Яҙ: Бында беҙҙең малайҙарҙың, буласаҡ ил һаҡсылығының бүләге.

ЙЫР,,Любизники, любизар,,

А.Б. Бөгөн Ҡатын ҡыҙҙар байрамы, тимәк малайҙар ҡыҙҙарға ярҙам итергә тейеш. Хәҙер инде беҙҙең малайҙар күрһәтә инде, ниндәй улар ухажерҙар.

Уйын: Ухажеры..

Альяпҡыс, шляпа, очки солнцезащитные, сәскә гөлләмәһе. Бер яҡҡа ҡыҙҙар, икенсе яҡҡа малайҙар. Малайҙар ҡыҙҙарҙы кейендерә. Иң һуңғы сәскә биреп ҡуя. Кем тиҙерәк бөтә, шул еңә

А.Б.: Афариндар, күренеп тора беҙҙең малайҙар ысын ухажерҙар. Буласаҡ ҡатын ҡыҙ йөрәген яулаусылар. Әйҙәгеҙ ҡыҙҙарҙы ла беләйек. Ниндәй хужабикәләр үҫә?

Уйын ,,Хужабикәләр,,

Ике өҫтәлгә борщ ашы өсөн аҙыҡ түлек һалына:банан, апельсин. Ҡыҙҙар дөрөҫ аҙыҡ һайлап алалар.

А.Б.: ҡыҙҙар ҙа беҙҙең ысын хужабикәләр икән. Беҙҙең бында бары тик дама һәм кавалерҙар йыйылған икән.

Яҙ: Байрамды дауам итәйек. Ҡалған кәнфиттәрҙе ҡарайыҡ. Алтын кәнфитте ағастан алам, эсендә нимә ятҡанын беләм…Йәгеҙ әле кем алтын кәнфитте алып бирә?(..ҡыҙ өҙә, яҙға бирә)

Яҙ.: Беҙҙең балалар бик талантлылар! Һәм беҙҙе бөгөн үҙҙәренең кулинарһәләттәре менән ғәжәпләндерәсәк.

Бала:Мы сегодня рано встали

И пока мамуля спит

Кашу ей сварить решили

Чтоб немного удивить!

Бейеү..Ашнаҡсылар,,

Яҙ: Байрамды дауам итәйек. Ҡалған кәнфиттәрҙе ҡарайыҡ. Алһыу кәнфитте ағастан алам, эсендә нимә икәнен беләм…Йәгеҙ әле кем алһыу кәнфитте алып бирә?(..ҡыҙ өҙә, яҙға бирә)

Йыр ,,Мама наше солнышко,,

Балалар бергә: Әсәй – ул һауа(ҡулдар өҫкә)

Әсәй – ул яҡтылыҡ(ҡулдарҙы өҫкә күтәреп фонарик күрһәтеү)

Әсәй – ул бәхет(ҡулдар күкрәккә)

Әсәйҙән яҡшырағы юҡ алға эйелеп баштар менән юҡ-юҡ тип һелкейбеҙ)

Әсәй- ул әкиәт(ҙур бармаҡ менән өҫкә)

Әсәй- ул йылмайыу(көлөү,йылмайыу)

Әсәй ул – иркәлә(баштарын һыйпау)

Әсәй барыһын да ярата?воздушный поцелуй шлем)

4 бала алға сығып йөрәккә яҙылған һүҙҙәрҙе теҙә

ӘСӘЙ МИН ҺИНЕ ЯРАТАМ

ЯҘ: Беҙҙең тылсымлы ағастың кәнфиттәре лә бөттө. Рәхмәт балалар, һеҙҙең менән күңелле булды. Байрам менән!Һау булығыҙ!

А.б.: Бына инде беҙҙең шатлыҡлы байрамдың һуңы ла етте. Ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр, һеҙҙе тағын да байрам менән ҡотлайбыҙ, бәхет, һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ.

“Йомробаш” башҡорт йәштәрен тупланы

9 декабрҙә, Башҡорт теле көнө алдынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 18-35 йәшлек әүҙем башҡорт йәштәре араһында “Йомробаш” интеллектуаль уйынын ойошторҙо.

“Йомробаш” башҡорт йәштәрен тупланы

“Йомробаш” башҡорт йәштәрен тупланы

9 декабрҙә, Башҡорт теле көнө алдынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 18- 35 йәшлек әүҙем башҡорт йәштәре араһында “Йомробаш” интеллектуаль уйынын ойошторҙо.

Сараның маҡсаты — башҡорт халҡының милли, мәҙәни, рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләү.  Уйын Өфө үҙәгендәге   “Радость есть” кафеһында үтте, барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар теүәл үтәлде.
Уйында ун команда көс һынашты. Ҡайһы бер йәштәр сара тураһында фекере менән уртаҡлашты.

Башҡорт дәүләт университеты командаһы ағзаһы, икенсе курс студенты Нурия Ғилмуллина: “Беҙ командабыҙ менән был уйынға әүҙем әҙерләндек, мәғлүмәт тупланыҡ, китаптар уҡыныҡ. Был, минеңсә, бик  яҡшы проект, йәштәрҙе берләштерә, таныштыра. Әһәмиәте лә ҙур, сөнки ҡараштар даирәһе киңәйә, милли тарих һәм мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу көсәйә. Әлбиттә, бындай сараларҙы йышыраҡ үткәреп торорға кәрәк”,  – тип белдерҙе.

Башҡорт дәүләт педагогия университеты командаһы ла сараға әүҙем әҙерләнгән. “Беҙ был уйында ҡатнашыр өсөн Башҡортостан тарихын уҡыныҡ, тыуған еребеҙ тураһында төрлө ҡыҙыҡлы факттар таптыҡ. Уларҙы уйында ла ҡулландыҡ. Был сара һис шикһеҙ башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ярҙам итә”, – тип белдерҙе Сынғыҙ Ғәлимов, университет студенты.

Бәйге алты раундтан торҙо: “Разминка”, “Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә”, Башҡорт теленән руссаға тәржемә ит”, “Башҡорт әҙәбиәте өлгөләре”, “Унан-бынан”, “Алтын ҡумта”. Уйын барышында башҡорт йәштәренең Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен, билдәле шәхестәрен, әҙәбиәтен ниндәй кимәлдә белеүе асыҡланды. Камиллаштыраһы урындар ҙа бар. Был турала Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева түбәндәгеләрҙе белдерҙе: “Йәштәргә яңынан башҡорт классик әҙәбиәтен уҡып сығарға кәңәш итер инем. Классика – туған телебеҙҙең матур өлгөһө. Был әҫәрҙәрҙә башҡорт халҡының тарихы, көн-итмеше, уйҙары, йолалары сағылған. Ошо йәһәттән һеҙ белемле, аңлы булырға тейешһегеҙ. Беҙ, әлбиттә, был уйындарҙы артабан дауам итергә тырышасаҡбыҙ”, — тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.

Уйында һәр команда бик әүҙем ҡатнашты, көсөргәнешле ярышта уның еңеүселәре билдәләнде. Өсөнсө урынға “Әбйәлил йәштәре” командаһы сыҡты, икенсе урын “ХХ централ” командаһына бирелде, ә еңеүсе тип “Юлдаш” радиоһы командаһы билдәләнде.

“Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы Нурзилә Усманова фекере менән бүлеште: “Бөгөн беҙ, “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре, был сараны яҡтыртырға килергә тейеш инек. Әммә бер төркөм “Юлдаш” хеҙмәткәрҙәре –  йәштәр йыйылғас, нисек әле беҙ был саранан ситтә ҡалабыҙ тигән уй килде һәм беҙ ҙә ҡатнашырға булдыҡ.  Еңеүебеҙҙе көтмәй инек. Әлбиттә, беҙ сәмләндек, уйланыҡ, тырыштыҡ. “Юлдаш” радиоһының мәғлүмәт таратыусы каналы булараҡ, әгәр беҙ еңелһәк, яуаптарҙы белмәһәк, беҙгә бик уңайһыҙ булыр ине. Шуның өсөн беҙ  бик шатбыҙ һәм артабан да шундай саралар үтеп торһон, тигән теләктә ҡалабыҙ”.

Сара аҙағында командалар грамоталар һәм бүләктәр менән билдәләнде, еңеүсе командаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күсмә кубогы тапшырылды.

И. Сәетгәрәева.

Автор фотолары.

08.01.2018

Башҡорт халыҡ уйындары

Динисламова Гульшат Гаяновна

учитель башкирского языка

Балалар уйыны (сценарий)
— Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, баҫтырыш уйнап алайыҡ! (сәхнәгә ҡыҙҙар сыға)
— Әйҙәгеҙ һуң! Кем баҫтыра?
— Үҙем баҫтырам!
— (Ҡыҙҙар баҫтырыша башлайҙар. Ошо ваҡытта сәхнәгә бер малай сыға)
— Эй, ҡыҙҙар, һеҙ нимә уйнайһығыҙ ул?
— Баҫтырыш.
— Әйҙә, бергәләп уйнайыҡ!
— Әйҙәгеҙ! (ҡыҙҙар)
— Эй, малайҙар, килегеҙ бында! Ниндәй уйын уйнайбыҙ? (сәхнәгә малайҙар сыға)
— Йәшенмәк уйнайыҡ!
— Юҡ, әйҙә “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйнайыҡ!
— Бөтәһе бергә:
— -Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!
— (бер яҡта- малайҙар, икенсе яҡта- ҡыҙҙар ҡулға- ҡул тотоношоп баҫалар) Ҡыҙҙар башлай:
Аҡ тирәк, күк тирәк!
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк!
Беҙгә Гүзәл кәрәк! ( Гүзәл йүгерә, өҙә алмай, шул яҡта тороп ҡала)
Малайҙар һорай: Аҡ тирәк…
Ҡыҙҙар: “Ризат кәрәк!” Ризат өҙә, Альбинаны алып ҡайта.
Ҡыҙҙар һорай: ( 3 ҡыҙ тороп ҡалырға тейеш) Аҡ тирәк…
Малайҙар: Беҙгә Ләйсән кәрәк! ( Ләйсән өҙә, Айнурҙы алып ҡайта)
— Уф, арытты! Әйҙәгеҙ икенсе уйын уйнайыҡ!
— Әйҙәгеҙ, “Назаны”!
— Әйҙә! (бергә)
— Кем башлай?
— Мин!
( Малайҙар, ҡыҙҙар ҡулға- ҡул тотоношоп торалар)
— Ләйсән үҙенә иптәш эҙләй.( 2 тап)
— Ул Айнурҙы (ярата.)2
( Ләйсән Айнурҙы етәкләп, алғы рәткә сығып баҫалар.)
Уйнап арығас;
— Ҡыҙҙар, кемегеҙҙә яулыҡ бар ? Әйҙәгеҙ, “Йәшерәм яулыҡты” уйнайыҡ!
— Әйҙәгеҙ!
— Мин һанашмаҡ әйтәм!
Бер бабай юлға сыҡҡан
Тәгәрмәсе ватылған.
Уны йүнәтер өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?( биш)
— Мин башлайым!
— Йәшерәм-йәшерәм яулығымды
— Йәшел ҡайын аҫтына.
— Һиҙҙермәйсә һалып китәм
— Бер иптәшем артына.
(Ризатҡа һала)
-Ризатҡа ни наказ? (Низам)
— Әтәс булып ҡысҡырһын! (Айнур)
-Кикиририк-ү-ү-ү-ү-к!
Ризат яулыҡты Низамға һала.
-Ни наказ? (бөтәһе бергә)
-Йырлаһын! (Альбина)
(Низам йырлай)
Низам яулыҡты Самираға һалып китә.
-Самираға ни наказ? (Вика)
-Бейеһен! (Айнур)
Самира бейей. Яулыҡты Айнурға һала.
— Айнурға ни наказ? (Марсель)
— Гармунда уйнаһын! (Низам)
— Айнур гармунда уйнай башлай. (Башҡалар тороп, ул уйнаған көйгә бейейҙәр.)
— Ҡыҙҙар, малайҙар, әйҙәгеҙ уйынға тамашасыларҙы ла саҡырайыҡ!
— Әйҙәгеҙ! Әйҙә!( бөтәһе бергә)
— Әйҙәгеҙ беҙҙең менән уйнарға! (сәхнәгә ҡарап әйтә)
— (Ҡыҙҙар, малайҙар сыға, “Осто, осто” уйыны уйнайҙар)
(уйын бөткәс, өләсәй сыға)
— Ләйсән ҡыҙым! Күпме уйнарға була? Әйҙә ҡайт!
— Уф, өләсәй ! Ҡайтҡы килмәй!
— Ярар! Иртәгә тағы ла уйнарһығыҙ.
— Эй, ҡыҙҙар, малайҙар! Иртәгә уйнарға киләбеҙме?
-Киләбеҙ! Киләбеҙ! ( бергә)
Сығып китәләр.

Оценить★★


6927

Содержимое разработки

Башҡорт халыҡ уйындары

Инеш

Халыҡ уйындарының быуындан-быуынға тапшырылып, әлегә тиклем һаҡланып ҡалғандарына иғтибар итһәң, улар халыҡтың уҙған тормошон, культураһын, көнкүрешен күҙ алды­на баҫтырырға ярҙам итәлер. Халыҡ уйындарының әһәмиәтенә килгәндә, уларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙә тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Уйындар кешене күп яҡлап үҫтерә, уларҙың фекерләүен, хәте­рен, ихтыяр көсөн үҫтерә (арттыра) һәм физик яҡтан нығыта. Уйын барышында һәр кем етеҙҙәрҙән, көслөләрҙән өлгө алыуҙы, үҙе лә беренселеккә ирешеүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм төрлө ҡаршы­лыҡтарҙы еңеп сығырға тырыша, уңышҡа ирешһә, үҙенең еңеүе менән ләззәтләнә. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифатта­рын тәрбиәләргә булышлыҡ итә.

Элек уйын ва­ҡыттарында туранан-тура һунар, хеҙмәт ҡоралдары ҡулланыл­һа, тора-бара уҡ-йәйә, һөңгө, таш урынына таяҡ, шар, туп һәм башҡа шундай нәмәләр ҡуллана башлағандар. Шул рәүешле хеҙмәт деталдәрен үҙ эсенә алған спорт уйындары тыуған.

Башҡорт халыҡ уйындары ҡатмарлы үҫеш баҫҡыстары үткән. Беҙҙең көндәргә килеп еткән уйындарҙа халыҡтың боронғо ышаныуҙарын, хәрби мөнәсәбәттәрҙе һәм күп төрлө хеҙмәт де­талдәрен күреп була. Мәҫәлән, тәүтормош кешеләренең төрлө ышаныуҙары «Ҡарға бутҡаһы», «Убыр әбей», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Соҡор туп», «Ашыҡ сағыу», «Үгеҙ уйыны», «Һаҡыташ» кеүек уйындарҙа һаҡланған.

Ә бына «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынын уйнаусы малайҙар билгә тиклем сисенеп, йәғни күлмәктәрен һалып уй­нау барСәпәмә туп» уйынында ла һауанан осоп килгән тупты тотоп алып, йән-фарман ҡасып барған «дошманға» бәреп, уны «үлте­реү», уйынсынан ҙур тәжрибә, көсөргәнешле күнегеү талап итә. Күреүебеҙсә, халыҡ уйындары — халыҡ көнкүрешенең кескәй бер сағылышы, тимәк, халыҡ үҙе ижад иткән төрлө уйындар ярҙамында йәш быуынды тормош көтөргә, матур ғүмер итергә әҙерләй.

Фәнни-ғәмәли эҙләнеү эшенең актуаллеге

Һуңғы йылдарҙа һәр бер йортта интернет селтәре барлыҡҡа килеү менән балалар компьютерға йомолдолар. Өйҙән сыҡмай ғына виртуаль уйындарҙы хуп күреүселәр артҡандан- арта бара. Ата- әсәләр ҙә әллә ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, әллә урам буйында йөрөүгә ҡарағанда өйҙә ултырыуҙы һәйбәтерәк күреп, балаларының уйындарына бик иғтибар бирмәйҙәр. Шуның менән уларҙың һаулығына ниндәй зыян килеүен уйламайҙар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта балалар араһында элек- электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Ә халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Беҙҙең төп маҡсат- балаларға хәрәкәт талап иткән уйындарҙың файҙаһы тураһында аңлатма эше алып барыу. Һәм, әлбиттә, уларҙы компьютерҙан айырып урам буйына алып сығыу.

Башҡорт халыҡ уйындары 

Башҡорт халҡының тарихи яҡтан нығынған күңел асыу, уйын-көлкө, тамаша ҡылыу саралары һәм спорт, бейеү, йыр бәйгеләре ул. Башҡорт халыҡ уйындары күсмә мәҙәниәт традицияларында формалашҡан һәм башҡорттарҙың тарихы, хеҙмәте, көнкүреше һәм йолалары менән бәйле үҫешкән. Уйындар кешелә ғәйрәтлелек, сыҙамлылыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар үҫтерә һәм тәрбиәләй, башҡалар менән аралашырға, хеҙмәт һәм хәрби ҡоралдар менән эш итергә өйрәтә.Уйындарҙың берәүҙәре ҡатнашыусыларҙың уҙышыуына, ярышыуына, икенселәре оҫталыҡты күрһәтеүгә, өсөнсөләре донъяны танып белеүгә ҡоролған.

Халыҡ уйындарын бер нисә төркөмгә бүлергә була. Мәҫәлән, йыр менән башҡарылған уйындар- етеҙлек, йылғырлыҡ, осҡорлоҡ һәм башҡа физик тәрбиә биреү менән бергә эстетик тәрбиә лә бирә. Был төр уйындарына “Йәшерәм яулыҡ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Аҡ ҡалас”, “Наза” кеүек уйындарҙы индерергә була.

Туп менән башҡарылған уйындар физик яҡтан үҫешергә ҙур ярҙам итә, күбеһе йүгереүгә ҡоролған. Улар етеҙлек, йылдамлыҡ, һиҙгерлек тәрбиәләйҙәр. “Өйрәк һәм һунарсы”, “Соҡор туп”, “Туҡта” һәм башҡа уйындарын туп менән уйнайҙар.

Киләһе төркөм- таяҡтар ярҙамында уйналған хәрәкәтле уйындар. Һәр ваҡыт таяҡтар менән эш итергә тура килгәнлектән, уларҙы саф һауала ойошторалар. Уйында ҡатнашыусылар йүгерәләр, һикерәләр. Мәҫәлән, “Ун таяҡ”, “Себен”, “Көршәк”, “Сәкән уйындары”.

Коллектив рәүештә башҡарылған төрлө хәрәкәтле уйындар бик күп һәм үҙенең төрлөлөгө менән айырылып тора. Уйындарҙың күбеһе хәрәкәткә, йүгереүгә, һиҙгерлекте арттырыуға, етеҙлеккә өйрәтә, балаларҙа берҙәмлек, намыҫлылыҡ, татыулыҡ сифаттары тәрбиәләй.

Был төркөмгә ошо уйындар инә: “Буяу”, “Бесәй һәм сысҡан”, “Энә һәм еп”, “Һәпәләк”, “Алтын тау”, “Кем һуҡты” кеүек уйындар.

Балаларҙы тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары

Уйындарҙа- хәрәкәт, хәрәкәттә- бәрәкәт”, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Бала донъяға килгәс тә хәрәкәтләнә башлай, сөнки хәрәкәт- йәшәүҙең һәм физиологик үҫештең төп нигеҙе ул. Бары хәрәкәт арҡаһында ғына кеше йәшәй, үҫә, тормош ҡора, ижад итә һәм эшләй. Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын алып тора. Әкиәт, йырҙар уйлап сығарған кеүек уйындарҙы ла халыҡ уйлап тапҡан.

Ололарҙың һөйләүе буйынса, борон, балаларҙы мәргәнлеккә, сослоҡҡа өйрәтеү маҡсатында, аҡһаҡалдар балалар араһында “балдаҡ атыш”, шар, бура, туп һуғыу кеүек махсус ярыштар ойошторор булғандар. Физик һәм әхләҡи яҡтан сыныҡтырыуға ҡоролған бындай уйындар, асылда, һунарсының, малсының, балыҡсының көндәлек хеҙмәте өсөн мотлаҡ күнекмә булып торған. 4-5 йәшкә тиклем малайҙарҙы атайҙары үҙ тәрбиәһенә алған. Улар һыбай йөрөргә, уҡтан атырға, йүгерергә, көрәшергә өйрәткән. Төрлө уйындарҙы ла улар үҙҙәре уйлап тапҡан, әлбиттә. Мәҫәлән, бура һуғыу уйыны. Күпме сослоҡ, мәргәнлек һәм көс кәрәк. Ул-борондан килгән уйын.

Халыҡ уйындарының шундай һәйбәт яғы бар: улар ваҡыт һынауынан ҡурҡмайҙар, оҙаҡ йылдар һуҙымына бер аҙ үҙгәреш кисерһәләр ҙә, һаман да киләсәк быуынға хеҙмәт итеүен дауам итәләр. Шуныһы ла ҡыуаныслы — уйындар тел барьерына ла дусар түгелдәр. Әйтәйек, башҡорт малайҙарының уйындарын рус, сыуаш, мари, мордва, удмурт һәм башҡа милләт халҡы ул­ балалары ла кинәнеп уйнайҙар.

Балалар уйыны (сценарий)

Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, баҫтырыш уйнап алайыҡ! (сәхнәгә ҡыҙҙар сыға)

Әйҙәгеҙ һуң! Кем баҫтыра?

Үҙем баҫтырам!

(Ҡыҙҙар баҫтырыша башлайҙар. Ошо ваҡытта сәхнәгә бер малай сыға)

Эй, ҡыҙҙар, һеҙ нимә уйнайһығыҙ ул?

Баҫтырыш.

Әйҙә, бергәләп уйнайыҡ!

Әйҙәгеҙ! (ҡыҙҙар)

Эй, малайҙар, килегеҙ бында! Ниндәй уйын уйнайбыҙ? (сәхнәгә малайҙар сыға)

Йәшенмәк уйнайыҡ!

Юҡ, әйҙә “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйнайыҡ!

Бөтәһе бергә:

Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

(бер яҡта- малайҙар, икенсе яҡта- ҡыҙҙар ҡулға- ҡул тотоношоп баҫалар) Ҡыҙҙар башлай:

Аҡ тирәк, күк тирәк!

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк!

Беҙгә Гүзәл кәрәк! ( Гүзәл йүгерә, өҙә алмай, шул яҡта тороп ҡала)

Малайҙар һорай: Аҡ тирәк…

Ҡыҙҙар: “Ризат кәрәк!” Ризат өҙә, Альбинаны алып ҡайта.

Ҡыҙҙар һорай: ( 3 ҡыҙ тороп ҡалырға тейеш) Аҡ тирәк…

Малайҙар: Беҙгә Ләйсән кәрәк! ( Ләйсән өҙә, Айнурҙы алып ҡайта)

Уф, арытты! Әйҙәгеҙ икенсе уйын уйнайыҡ!

Әйҙәгеҙ, “Назаны”!

Әйҙә! (бергә)

Кем башлай?

Мин!

( Малайҙар, ҡыҙҙар ҡулға- ҡул тотоношоп торалар)

Ләйсән үҙенә иптәш эҙләй.( 2 тап)

Ул Айнурҙы (ярата.)2

( Ләйсән Айнурҙы етәкләп, алғы рәткә сығып баҫалар.)

Уйнап арығас;

Ҡыҙҙар, кемегеҙҙә яулыҡ бар ? Әйҙәгеҙ, “Йәшерәм яулыҡты” уйнайыҡ!

Әйҙәгеҙ!

Мин һанашмаҡ әйтәм!

Бер бабай юлға сыҡҡан

Тәгәрмәсе ватылған.

Уны йүнәтер өсөн

Нисә сөй кәрәк булған?( биш)

Мин башлайым!

Йәшерәм-йәшерәм яулығымды

Йәшел ҡайын аҫтына.

Һиҙҙермәйсә һалып китәм

Бер иптәшем артына.

(Ризатҡа һала)

-Ризатҡа ни наказ? (Низам)

— Әтәс булып ҡысҡырһын! (Айнур)

-Кикиририк-ү-ү-ү-ү-к!

Ризат яулыҡты Низамға һала.

-Ни наказ? (бөтәһе бергә)

-Йырлаһын! (Альбина)

(Низам йырлай)

Низам яулыҡты Самираға һалып китә.

-Самираға ни наказ? (Вика)

-Бейеһен! (Айнур)

Самира бейей. Яулыҡты Айнурға һала.

Айнурға ни наказ? (Марсель)

Гармунда уйнаһын! (Низам)

Айнур гармунда уйнай башлай. (Башҡалар тороп, ул уйнаған көйгә бейейҙәр.)

Ҡыҙҙар, малайҙар, әйҙәгеҙ уйынға тамашасыларҙы ла саҡырайыҡ!

Әйҙәгеҙ! Әйҙә!( бөтәһе бергә)

Әйҙәгеҙ беҙҙең менән уйнарға! (сәхнәгә ҡарап әйтә)

(Ҡыҙҙар, малайҙар сыға, “Осто, осто” уйыны уйнайҙар)

(уйын бөткәс, өләсәй сыға)

Ләйсән ҡыҙым! Күпме уйнарға була? Әйҙә ҡайт!

Уф, өләсәй ! Ҡайтҡы килмәй!

Ярар! Иртәгә тағы ла уйнарһығыҙ.

Эй, ҡыҙҙар, малайҙар! Иртәгә уйнарға киләбеҙме?

-Киләбеҙ! Киләбеҙ! ( бергә)

Сығып китәләр.

Әҙәбиәт:

Абсаликова Ф. Ш. Игры и развлечения башкир: конец XIX — первая половина XX в. — Уфа: Гилем, 2000.- 133 с.

Башҡорт халыҡ уйындары — Өфө: Ғилем, 2006. — 72 б.

Галяутдинов И. Г. Башкирские народные детские игры (на башк. и рус. яз.). Кн. первая. 2-е изд., с изм. Уфа: Китап, 2002.

Игры взрослых у башкир //Интеграция археологических и этнографических исследований. — Омск, 1995, — Ч. 2. — С.54-58

Игрушки башкирских детей. //Вторые Валидовские чтения. — Уфа, 1994 г. — С. 74.

Игра и её роль в воспитании мальчиков в башкирском обществе //Ватандаш. — 2000. — № 5. — С.142-146.

Игры как историко-этнографический источник. //Евразийство: историко-культурное наследие и перспективы развития. — Уфа, 2000.-С. 114.

Игры и развлечения башкир. //В степях Евразии. — Стерлитамак, 2000. — С.136-144.

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/291314-bashort-haly-ujyndary

Также вас может заинтересовать

  • ВНЕКЛАССНОЕ МЕРОПРИЯТИЕ
  • СЦЕНАРИЙ КОНКУРСА КРАСОТЫ «МИСС СОВЕРШЕНСТВО»
  • Сценарий мероприятия, посвященного окончанию 5 класса.
  • Сценарий Новогоднего бала олимпийцев (чествование победителей муниципального этапа всероссийской олимпиады школьников)
  • Презентация программы гражданственно-патриотического воспитания

Свидетельство участника экспертной комиссии

«Свидетельство участника экспертной комиссии»

Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!

Уйындарҙы һайлау

Уйынды
һайлағанда баланың теләген белеү мөһим.
Зал эсендә уйнағанда уртаса һәм аҙ
хәрәкәтле уйындарҙы уйнатыла. Ә саф
һауала етеҙ хәрәкәтле уйындар уйнала.

Урын һәм атрибуттар

Балалар
баҡсаһында башҡорт халыҡ уйындары
күпселек саф һауала үткәрелә:

Спорт
майҙансығында, саф һауала йөрөү
урындарында. Уйынды үткәреү урынын
әҙерләү. Шулай уҡ саф һауала уйнағанда
һауа температураһына иғтибар биреү
кәрәк. Уйындар өсөн атрибуттар сағыу
төҫтәрҙә булырға тейеш.

Уйындың ҡағиҙәһен аңлатыу

Хәрәкәтле
уйындарҙы аңлатҡанда ҡыҫҡаса, аңлайышлы
булырға тейеш. Ә сюжетлы уйындарҙы
аңлатыр алдынан башҡорт халҡының
фольклорын, тормошон һүрәтләгән альбом,
открыткалар, иллюстрациялар ҡулланыу
отошло. Хәҙер коллегалар һеҙҙе башҡорт
халыҡ уйынын уйнарға саҡырам.

Уйын “Алырмын ҡош,бирмәм ҡош”.

Маҡсат:иғтибарлылыҡты,
сослоҡто, етеҙлекте,хәрәкәт әүҙемлеген
үҫтереү: ойошҡанлыҡ тәрбиәләй.

Балалар
был уйынды яҙ көндәре, ҡаҙҙар бәпкәләрен
сығарғас, уларҙы көткән саҡта уйнағандар.

Уйында
“ҡаҙ”, уның “бәпкәләре” һәм “төйлөгән”
ҡатнаша.Төйлөгән булған бала ерҙе соҡоп
ултыра. Ҡаҙ, бәпкәләрен эйәртеп уның
эргәһенә килә һәм:

-Төйлөгән,
төйлөгән, ни эшләйһең? -тип һорай.

Төйлөгән:

-Бына
һинең балаларыңды атып алырға ултырам,
-ти.

Ҡаҙ:

-Мин
һиңә балаларымды бирмәйем! -ти.

Төйлөгән
урынынан тора ла:

-Алам,
алам, атар ҡош! -тип, ҡаҙ бәпкәләренә
ташлана.

Ҡаҙ:

-Бирмәм,
бирмәм битәр ҡош! -тип, бәпкәләрен
ҡурсалай башлай. Ә бәпкәләр, ҡаҙ артынан
бер-бер артлы тотоношоп: Сип-сип-сип,-тип
йөрөйҙәр. Төйлөгәндең ҡулы тейгән бала
уйындан сыға бара. Уйын ҡаҙ бәпкәләре
тотолоп бөткәнсе дауам итә.

Мин
балалар ойошмаһын уйын менән байытылырға
тейеш тип иҫбат итәм, хәтерҙән сығармағыҙ,
беҙ, бөтәһенән элек, уйынға ҙур ихтыяжы
булған баланың айырым бер үҫеш осоро
тураһында фекер йөрөтәбеҙ. Бала ни
тиклем матур уйнаһа, шундай итеп матур
эшләйәсәктә». -тип яҙҙы А.С.Макаренко.

Уйында,
баланың уйнай белеүе генә етмәй, ул
дөрөҫ һәм матур итеп уйын ҡора белергә
тейеш. Баланы тәрбиәләүҙә был бик мөһим
мәсьәлә.

Донъяны
танып белеүҙең һәр өлкәһе халыҡ тормошон
һәм тарихын үҙенә төп сығанаҡ итеп ала.
Ошонан сығып, балалар уйынын ойоштороу
ҙа халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп
килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен
юғалтмаған милли уйындарын
популярлаштырыуҙан башланып китергә
тейеш.

Ҡыҙғанысҡа
ҡаршы, хәҙерге ваҡытта балалар араһында
элек –электән йәшәп килгән халыҡ
уйындары онотола бара. Ә халыҡ уйындары
беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың
береһе бит!

Шуларҙың
береһен иҫкә төшөрөп китәйек.

«Һаҡыташ
уйыны»
(уйынға
саҡырыу)

Әҙерлек.
Был
уйын ҡыҙҙар араһында таралған. Уны
икенсе төрлө «Бишташ»тип тә атайҙар.
Биш ашыҡ һөйәге йәки турғай йомортҡаһы
ҙурлығындай, шымарған биш таш алына.
Былуйынды ике кеше лә, ишләшеп тә уйнарға
мөмкин. Һанашмаҡ әйтеп йәки шыбаға
тотоношоп, сират билдәләнә.Уйын өс
бүлектән тора.

Беренсе
бүлек.
әмәр
хан ете улын саҡырып алып
Уйынды
башлаусы таштарҙы ҡулына ала һәм уларҙы
юғары сөйөп,ергә туҙҙыра. Һирпелгән
таштарҙың бишенсеһен яңынан һауаға
сөйә һәм, ерҙә туҙышып ятҡан береһен
ала һалып, һауанан төшөп килгән ташты,
ергә төшөрмәй, тотоп ала. Шул хәрәкәттәр
менән башҡа таштар ҙа алына.

Икенсе
бүлек.
Таштарҙы
һауаға сөйөп, ҡулдың һырты менән тотоп
алырға кәрәк һәм, уларҙы тағы юғары
сөйөп, араларынан тәүҙә берәүһен генә
тотоп алалар. Артабан шул уҡ хәрәкәттәр
менән икеһен, унан өсөһөн, дүртеһен
һәм, аҙаҡ килеп, барыһын да ергә төшөрмәй
тоталар.

Ҡағиҙәләр.
Һауала
тотоп алынырға тейешле таш ергә төшһә,
уйнаусы уйындан сыға һәм ул таштарҙы
сираттағы иптәшенә тапшыра.

Уйындың
әһәмиәте.
Ҡулдарҙың
етеҙ хәрәкәт итеүенә булышлыҡ итә.
Балала иғтибарлы булыу, маҡсатҡа
ирешергә тырышыу кеүек сифаттар
тәрбиәләнә.

Башҡорт
халыҡ эпосы, легенда һәм әкиәттәренән
күренеүенсә, уйындар, төрлө ярыш-
һынауҙар борон –борондан халыҡ
тормошонда бик ҙур һәм мөһим урын алып
килгән.

Йәшәү
өсөн төп сығанаҡ булған хайуандарҙы,
йәнлектәрҙе, төрлө ҡоштарҙы аулау,уларҙы
эйәләштереү боронғо кешеләр өсөн бик
үк еңелдән булмаған. Былар барыһы ла
һунарсынан мәргәнлек, етеҙлек,
иғтибарлылыҡ, туҙемлек, маҡсатҡа ярашлы
ынтылыш талап иткән.

Ололарҙың
һөйләүе буйынса,борон,балаларҙы
мәргәнлеккә, сослоҡҡа өйрәтеү маҡсатында,
аҡһаҡалдар балалар араһында “балдаҡ
атыш”, шар, бура, туп һуғыу кеүек махсус
ярыштар ойошторор булғандар. Физик һәм
әхләҡи яҡтан сыныҡтырыуға ҡоролған
бындай уйындар, асылда, һунарсының,
малсының, балыҡсының көндәлек хеҙмәте
өсөн мотлаҡ күнекмә булып торған. 4-5
йәшкә тиклем малайҙарҙы атайҙары үҙ
тәрбиәһенә алған. Улар һыбай йөрөргә,уҡтан
атырға, йүгерергә, көрәшергә өйрәткән.
Төрлө уйындарҙы ла улар үҙҙәре уйлап
тапҡан, әлбиттә. Мәҫәлән, бура һуғыу
уйыны. Күпме сослоҡ,мәргәнлекһәм көс
кәрәк. Ул-борондан килгән уйын.“Алпамыша
“эпосында бындай юлдар бар: «Аҡкүбәктең
улы һәләк теремек булып тыуа.Ул ай
үҫәһен көн үҫеп, йыл үҫәһен ай үҫеп, бер
көнлөк сағында уҡ аяҡ атлап,икенсе
көнөндә урамға сығып,балалар менән
йүгереп,бура һуғып уйнай башланы, ти».
“Заятүләк менән Маянһылыу”эпосында
Сәмәр хан ете улын саҡырып алып, былай
ти: “Балаларым, һеҙ бер аҙ быуынға
ултырҙығыҙ. Инде уҡ атырға, һыбай
сабышырға, ҡош сөйөп һунар итергә
һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтергә ваҡыт етте”,
-тигән.

Тимәк
быуын нығына бара –ата һөнәрен өйрәнә
бара үҫмер малайҙар. Атҡа менеү, уҡ
атышыу, тоҡ кейеп йүгереү, ҡолғаға
үрмәләү, алыҫлыҡҡа бейеклеккә һикереү
һәм башҡа бик күп уйындар һабантуйҙан
һабантуйға ғына уйналмаған, ә көндәлек
уйын һаналған.

«Минең
атым»
(уйынға
саҡырыу)

Маҡсат:
балаларҙа
ойошҡанлыҡ бер-береһе менән эш итә
белеү һәләтлелеген тәрбиәләү; етеҙлекте,
сослоҡто, хәрәкәт әүҙемлеген үҫтереү.

Уйын
барышы.
Балалар
сафҡа теҙелеп, бер нисә төркөмгә
бүленеп,һыҙыҡ артына баҫалар. Уларҙың
алдында торған тәрбиәсе йырлай.

Эйәрләп
менеп атҡа

Еләм
еләҫ ҡырҙарҙан.

Уҡтай
атыла бурыл

Елдәр
етмәҫ ерҙәрҙән.

Йыр
тамамланыуға балалар ат һымаҡ тура
сабып баралар. Былар әйләнеп килгәс,
икенсе атлылар маршрутҡа сыға.Ҡайһы
төркөм тиҙерәк яңылышмай уйнай, шул
еңеүсе була.

«Тоҡ
кейеп йүгереү»

(уйынға саҡырыу)

Маҡсат:
һикергәндә
ике аяҡҡа дөрөҫ төшөргә, кәүҙә торошо
тигеҙлеген һаҡларға өйрәтеү;
иғтибарлылыҡты, етеҙлекте, хәрәкәт
әүҙемлеген үҫтереү.

Уйын
барышы:
балалар
сафҡа теҙелеп,ике командаға теҙелеп
баҫалар.Сигнал буйынса тоҡто кейеп
алға күрһәтелгән урынға тиклем һикереп
баралар.

«Арҡан
тартыш»
(уйынға
саҡырыу)

Маҡсат:
сослоҡто,
иғтибарлылыҡты, етеҙлекте, хәрәкәт
әүҙемлеген үҫтереү; дуҫлыҡ тойғоһон
тәрбиәләү.

Уйын
барышы:
балалар
ике тигеҙ төркөмгә бүленә Һыҙыҡ һыҙыла.
Ике төркөм һыҙыҡтың ике яғында тора.
Сигнал буйынса һәр төркөмдөң уйнаусылары
арҡанды үҙ яғына тарта башлай. Ҡайһы
яҡ балалары ҡаршы төркөмдө үҙ яғына
һөйрәп сығара, шул яҡ еңеүсе була.

Халыҡ
фольклоры быуындан – быуынға күсеп
килә, ул үҙенең әһәмиәтен юғалтмай.

Шулай
итеп, халыҡ уйындары башҡорт халҡының
тормошона һәм шөғөлөнә тығыҙ бәйләнгән,
борон –борондан баланы донъя көтөргә
әҙерләү сараһы булып хеҙмәт иткән.Башҡорт
халыҡ уйындары йөкмәткеләренән сығып,
ике ҙур төркөмгә бүленә; lрамалы (сюжетлы
йәки башҡарыусанлы) һәм хәрәкәтле(ҡағиҙәле)
уйындар. Бынан тыш, балалар уйыны йыл
миҙгелдәренә ҡарап та төркөмләнә, сөнки
уларҙың ҡайһы берҙәре-ҡыш, икенселәре
–яҙ, өсөнсөләре йәй һәм көҙ көндәрендә
генә уйнала.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]

  • #
  • #
  • #
  • #
  • #
  • #
  • #
  • #
  • #
  • #
  • #

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Йом кипур смысл праздника
  • Йом кипур праздники израиля
  • Йом кипур описание праздника
  • Йом кипур какой праздник
  • Йом кипур дата праздника

  • 0 0 голоса
    Рейтинг статьи
    Подписаться
    Уведомить о
    guest

    0 комментариев
    Старые
    Новые Популярные
    Межтекстовые Отзывы
    Посмотреть все комментарии