Айык ауыл сценарий сэламэт тормыш рэвеше

1 августан «Айыҡ ауыл −2020» республика конкурсының тәүге этабы старт алды. 2020 йылда тағы ла күберәк ауылдарҙы йәлеп итергә планлаштырыла—һәр райондан ауылдарҙың кәмендә 50 проценты ҡатнашырға тейеш. Бөгөнгә 1500 заявка ҡабул ителгән, был эш әле дауам итә.

1 августан «Айыҡ ауыл −2020» республика конкурсының тәүге этабы старт алды. 2020 йылда тағы ла күберәк ауылдарҙы йәлеп итергә планлаштырыла—һәр райондан ауылдарҙың кәмендә 50 проценты ҡатнашырға тейеш. Бөгөнгә 1500 заявка ҡабул ителгән, был эш әле дауам итә.

«Айыҡ ауыл −2019» конкурсында һаулыҡты һаҡлау, эскелекте иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән сараларҙы күп үткәрҙек, халыҡ әүҙем ҡатнашты. Беҙҙең райондан Һыуыҡҡул ауылы финалға үтте, бик ғорурбыҙ. Ауыл халҡы дәртләнеп китте. Быйыл да ҡатнашабыҙ, конкурста еңеп сығыр өсөн тырышасаҡбыҙ,»-ти Гөлшат Хөсәйенова, Дүртөйлө районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе.

Конкурстың тәүге этабына бөтә муниципаль райондар ҡушылды. Баймаҡ һәм Бөрйән райондарының бар ауылдары ла ҡатнаша. Баймаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан 89 ауылдың бөтәһе лә, Бөрйән районындағы 34 ауылдың, шулай уҡ, бөтәһе лә конкурсҡа заявка бирҙе. Уларҙан тыш, Асҡын, Әлшәй, Тәтешле, Шаран, Илеш, Нуриман, Дыуан, Ғафури, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен һәм Ҡыйғы райондары ла ҙур әүҙемлек күрһәтә. Был райондарҙағы ауылдарҙың 60% конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе.

«Айыҡ ауыл −2019» конкурсында ҡатнашыу халыҡты берләштерҙе. Һикеяҙ ауылы халҡы мәҙәни сараларҙы, спорт ярыштарын үткәреүгә ҙур дәрт менән тотондо. Бергә йыйылып әҙерләнделәр, бергә сценарий яҙҙылар, бергә костюмдар тектеләр. Конкурс барышында халыҡ ижад менән мәшғүл ине, берҙәм булды. Бында ауыл биләмәһе етәкселегенең ойоштороу һәләте лә әһәмиәткә эйә. Татьяна Пестереваның ижади ҡарашы һәм сәме менән дә беҙ финалистар рәтенә индек,»

-ти Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда тәүге этапта 464 ҡатнашыусы ине. Муниципаль этапта Мәсетле һәм Салауат райондарынан тыш 52 район ҡатнашты. Быйыл бер район да ситтә ҡалманы. Мәсетле һәм Салауат райондары ауылдарының 50 % заявка ебәрҙе.

«Бындай конкурстар менән генә эскелекте бөтөрөп булмай тигән фекер ҙә йәшәй. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Әммә тәжрибәнән күренеүенсә, айыҡ тормош алып барған әүҙем кешеләрҙең йәшәйеше, төрлө сараларҙа ҡатнашыуы, янып йәшәүе барыбер иғтибарға лайыҡ, уларҙың миҫалы эскелек менән мауыҡҡандарҙың күңеленә «орлоҡ» һалмайынса ҡалманы. Конкурста ҡатнашҡан ауылдарҙа йәшереп спиртлы эсемлектәр һатҡандар ҙа был эшен туҡтатҡан тигән миҫалдар бар.Тикшеренеүҙәр күрһәтте: ҡайһы бер кешеләр конкурстың маҡсатын аңламаған икән. Бөтөнләй эскән кеше булмаған ауылдар ғына конкурста ҡатнаша тип уйлаусылар ҙа булған. Әле беҙҙең алда торған төп мәсьәләләрҙең береһе- конкурстың маҡсаттарын аңлатыу»,— ти Белорет районы башҡорттары ҡоролтайы секретары Эльза Мөхәмәҙиева.

Конкурстың маҡсаты- ауылдар халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәҫиренән һаҡлау.

Тәүге (район) этабы 2020 йылдың 1 авгусынан 30 ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары ауылдары араһында уҙа. Ә икенсе (республика) этабы 2020 йылдың 1 декабренән 2021 йылдың 25 мартына тиклем район этаптары еңеүселәре араһында үтәсәк.

Халыҡ иҫәбе төрлөсә булған ауыл-ҡасабаларҙы ғәҙел баһалау өсөн конкурс һөҙөмтәләре түбәндәге категорияларға бүленәсәк:

— эре — 3 меңдән ашыу кеше йәшәгән,

— ҙур — 1 меңдән алып 3 меңгә тиклем кеше йәшәгән,

— урта — 0,2-нән 1 меңгә тиклем кеше йәшәгән,

— бәләкәй — 0,2 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән.

Шулай итеп, конкурста дүрт категория буйынса 12 еңеүсе билдәләнә. Еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь министрлығының, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт комитетының ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереү программаларына индереү хоҡуғы биргән сертификаттар тапшырыласаҡ. Конкурсты ойоштороу буйынса саралар иһә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 22 июнендәге 627-се һанлы ҡарарына ярашлы, эскелеккә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм урындағы үҙидара органдарының сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында «2020 йылғы Айыҡ ауыл» конкурсы старт алды.

«Айыҡ ауыл» конкурсы беҙҙең республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары инициативаһы менән конкурс яңынан тергеҙелде. Ул ике этапта үтте. Беренсе этапта 52 райондан (Салауат һәм Мәсетле райондарынан башҡа) 464 ауыл, икенсе — республика этабында 47 муниципаль этап еңеүсеһе ҡатнашты. Конкурстың маҡсаты — ауыл кешеләрен айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, үҫеп килеүсе быуынды йолаларға таянып тәрбиәләү, эскелектән, тәмәке тартыуҙан һәм наркотиктарҙан һаҡлау.

2020 йылдың 18 мартында Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров 2019 йылғы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының еңеүселәрен һәм финалистарын бүләкләне. Тәүге өс урынды Ейәнсура районының Үрген ауылы, Баймаҡ районының Йылым, Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы алды. Төбәк башлығы еңеүселәргә рәхмәт хаттары, дипломдар, 500, 250 һәм 150 мең һумлыҡ аҡсалата сертификаттар тапшырҙы. Дәүләкән районы Иҫке Көрмәнкәй ауылы халҡы интернет-конкурста еңеп сыҡты һәм балалар майҙансығы төҙөүгә сертификат менән бүләкләнде. Иҫке Көрмәнкәйҙәр үҙҙәренең «Ауылпиада«лары менән бөтә республикаға танылыу алды. Райондың 16 ауылы халҡы саңғы, биатлон кеүек ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа көс һынаша, хоккей турниры ойоштора, тюбингтарҙа ярыша.

12 ауыл — конкурс финалистары Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары һәм һәр ҡайһыһы 25 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат менән бүләкләнде. Социаль селтәрҙәрҙә интернет ҡулланыусыларының #Айыҡауыл2019, #Трезвоесело2019 хештегтары буйынса әүҙемлеген баһалау һөҙөмтәләре буйынса Ойоштороу комитеты конкурстың егерме активисын: уҡытыусыларҙы, журналистарҙы, пенсионерҙарҙы, мәҙәниәт һәм спорт хеҙмәткәрҙәрен билдәләне, уларға ла Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары һәм һәр ҡайһыһына 10 мең һумлыҡ ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Быйыл тағы ла «2020 йылғы Айыҡ ауыл» конкурсы старт алды. 2020 йылда тағы ла күберәк ауылдарҙы йәлеп итеү планлаштырылған —һәр райондан ҡатнашыусы ауылдарҙың һаны 50 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш. Халыҡ иҫәбе төрлөсә булған ауыл-ҡасабаларҙы ғәҙел баһалау өсөн конкурс һөҙөмтәләре түбәндәге категорияларға бүленәсәк:

— эре — 3 меңдән ашыу кеше йәшәгән,

— ҙур — 1 меңдән алып 3 меңгә тиклем кеше йәшәгән,

— урта — 0,2-нән 1 меңгә тиклем кеше йәшәгән,

— бәләкәй — 0,2 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән.

Шулай итеп, конкурста дүрт категория буйынса 12 еңеүсе билдәләнә. Еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь министрлығының, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт комитетының ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереү программаларына индереү хоҡуғы биргән сертификаттар тапшырыласаҡ. Конкурсты ойоштороу буйынса саралар иһә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

20 июлдән муниципаль этапҡа заявкалар ҡабул ителә башлай, ә 1 августан «2020 йылғы Айыҡ ауыл» республика конкурсы старт ала.

1. Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районының Көрмәнкәй ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте

Иҫке Көрмәнкәй ауылы
“Айыҡ ауыл” – 2019

2. Көрмәнкәй – Үрге Урал өйәҙе Бөрйән олоҫонан сыҡҡан башҡорттар ауылы. Үҙҙәренең йәшәү урындарын ҡалдырып Ҡырҡөйлө – Мең ырыуы

еренә күсеп килеүгә һәм был урындарҙы
биләүгә Өфө провинциаль концелярияһы һәм
Башҡорттар эше комиссияһының 1738, 1755 һәм
1757 йылдарҙағы указы нигеҙ була. Ауылға
исемде лә Бөрйән старшинаһының улы, Пугачев
ихтилалында ҡатнашыусы Аҫылай Көрмәкәев
бирә.

3.

Карменкай – Иҫке Көрмәнкәй

4.

Сәләмәт һәм айыҡ
тормошто
пропагандалау
маҡсатында
ойошторолған саралар
һәм уларҙың
һөҙөмтәләре.

5. 2019 йылда Иҫке Көрмәнкәй ауылы «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды һәм “Хәтер аллеяһы” булдырҙы.

6. Ауылдаштар тырышлығы менән иман йорто- мәсет һалына башланы.

7.

Ошо маҡсаттан хәйриә концерты
ойошторолдо, унда «Арғымаҡ» этно- рок
ансамбле һәм яҡташыбыҙ Гөлфиә
Шәүәлиева ҡатнашты

8.

Оҙаҡ йылдар парлы йәшәгән ғаиләләр йәштәргә
өлгө булып торалар. Ғәзизовтар .

9.

Ждановтар мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн
билдәһе менән бүләкләнделәр .

10.

11.

Балаларҙың йәнле тәбиғәт менән аралашыуы – тәрбиәүи
сараларҙың береһе

12.

13.

Физкультурниктар көнө — ул спорт
байрамы, энергия, маҡсатҡа
ирешеүсәнлек һәм ныҡлы һаулыҡ.

14. Күңелле старттар

15.

Спорт һәм сәләмәтлек байрамы

16. Балалар һабантуйы

17. Халыҡ йолалары онотолмай.

18. Сәләмәт тормошҡа бәләкәйҙән ылығып үҫәбеҙ.

19. “Ҡояш көнө” байрамы

20.

21.

Лондонда уҙғарылған паралимпияда
чемпионы, йөҙөүсе Михаил Зимин
Иҫке Көрмәнкәй ауылында ҡунаҡта.

22.

23. АУЫЛПИАДА-2019

24.

25.

26. “Иң матур ихата” конкурсы.

27. “Сыңла салғы“ байрамы.

28.

Еңеү көнөндә үҙебеҙҙең
автопарад үтә.

29. Ҡаҙ өмәһе – көҙгө муллыҡ байрамы.

30.

Ауыл клубында оҙаҡ йылдар халыҡ ижады
ансамбле эшләп килә .

31. Хәбибуллина Фәниә Әхиәр ҡыҙы – эшһөйәр, тырыш ҡатын, ижади кеше. Ул балаҫ һуғыу оҫтаһы. Башҡорт халҡының традицияларын

хөрмәтләп һаҡлаған өсөн,
йәш быуынға үҙенең белемен һәм оҫталығын тапшырған
өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

32. Ауыл хужалығы алдынғылары Мөхәметдиновтар һәм Юлмөхәмәтовтар

33. Ҡораманан тегеү оҫтаһы Акбердина Факия Миҙхәт ҡыҙын тантаналы ҡотлау.

34. Көрмәнкәй фермерҙарының “Алтын тирмә” телевизион уйынында ҡатнашыуы.

35.

Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулдар
менән…

36.

37. Иҫке Көрмәнкәйҙә ауылдаштар осрашыуы

38.

Ауыл йәштәренә һәр саҡ
таянырға була.

39. Көҙгө уңыш байрамы.

.
Көҙгө уңыш байрамы

40. Физкульт сәләм!

41.

Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух.

42.

Иҫке Көрмәнкәй ауылы

43. “Айыҡ ауыл 2019” конкурсында Дәүләкән районы Иҫке Көрмәнкәй ауылы район этабында еңеүсе булды.

44. Башҡортостан Республикаһы башлығы Р.Ф. Хәбиров «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһендә Көрмәнкәй ауылын иҫкә алып үтә.

45. Дәүләкән ҡалаһында «Мәргән уҡсы» ойошмаһы үткәргән сарала көрмәнкәйҙәр ҙур теләк менән ҡатнашты.

46. Район мәктәптәрендә «Айыҡ йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк» темаһына лекциялар үтте.

47. Иҫке Көрмәнкәй ауылында Республика сәләмәтлек үҙәге, Ҡоролтай депутаттары.

48. Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!

49. Дәүләкән хоккей ветерандары иҫтәлегенә уҙғарылған турнирҙа Көрмәнкәй командаһы 2се урынға лайыҡ булды.

50. Ҡышҡы ауылпиада

51.

52. Волейбол буйынса ярышта райондың 16 ауыл Советы командалары ҡатнашты.

53.

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт

Айыҡлыҡҡа ҡайтһын ауылдар

Күгәрсен ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Аллабирҙин:- Бынан биш йыл самаһы элек Күгәрсен ауылы ла “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашҡайны. Был юлы биләмәләге 8 ауылдан иң әүҙем, күп милләтле төбәкте – Үрге Мөрсәләйҙе һайланыҡ. Ни өсөн тигәндә, ауыл бәләкәй генә булһа ла, халыҡ ныҡ берҙәм.Бында 51 йорттоң унауһы буш тора, 41 йорт иҫәпләнә. Ауыл бәләкәй генә булһа ла, ниндәй генә башланғыстарға тотонмаһындар, еренә еткереп атҡарып сығалар. Экологик өмәләр тураһында әйтеп тә тормайым, йыл әйләнәһенә ауыл эргәһен, йылға буйҙарын таҙартыу эштәре даими бара. Балаларҙы ла йәлеп итәләр.Ауылды, йорттарҙы төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү, буяу, матурлау – ҡушҡанды ла көтөп тормайҙар, үҙҙәре башлап йөрөйҙәр. Дөмбәйҙә эскелек менән мауығыусылар ҙа юҡ. Күбеһе сәләмәт йәшәү рәүешен алып бара, балаларға өлгө, үрнәк булып тора. Ауылда мәсет асылды, иҫке генә булһа ла клуб та бар.Мәсеттә дини байрамдарҙа йыйылып, вәғәздәр уҡып, йома сәйҙәре эсеп, ололар ихлас аралашып ҡайта, уларға ҡарап, йәштәр ҙә тартыла иман юлына. Ағинәйҙәр ҡоро һөҙөмтәле эшләй. Төрлө мәҙәни сараларға әүҙем ҡатнаша улар, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеү йүнәлешендә лә, тәрбиәүи йүнәлештә лә эшләйҙәр.Ауылда эш юҡ тип, баш эймәйҙәр. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт та аҫрай халыҡ, етеш донъя көтә, балалар уҡытып, һәр яҡлап тырышып йәшәй.

«Эскелек – хурлыҡ, айыҡлыҡ –ҙурлыҡ»

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы быға тиклем бер нисә йыл рәттән үткәрелеп килеп, һуңғы йылдарҙа туҡтап торһа ла, быйыл йәйгеһен яңынан тергеҙелде. Бәйгенең район кимәлендәге, йәғни, муниципаль этабына июлдә старт алып, ноябрь аҙағында тамамланды.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ошо ваҡыт арауығында республиканың 52 районынан 400-ҙән ашыу ауыл ҡатнашырға теләк белдергән. Иң күп ҡатнашыусылар – Илеш һәм Баймаҡ райондарынан.

Конкурс сиктәрендә һәр районда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, айыҡ тормош алып барыуға йүнәлтелгән саралар, кисәләр, йыйылыштар, йәштәр, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы менән әңгәмәләр, йола байрамдары үткәрелгән.

Беҙҙең райондан муниципаль этапта өс ауыл – Ерекле, Ҡасҡын, Үрге Мөрсәләй ауылдары ҡатнашты.

Күптән түгел бәйге комиссияһы ағзаһы, беҙҙең райондың кураторы, Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының директор урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм матбуғат комиссияһы рәйесе Тәнзилә Үлмәҫбаева Үрге Мөрсәләй халҡы менән осрашты. Унда район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина менән Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлфиә Искәндәрова ла ҡатнашты.

Ауыл халҡы алсаҡ бында, йыр-моңға ла, бейеүгә лә маһир. Ҡунаҡтарҙы шартына еткереп, Үрге мөрсәләй халҡы ауыл осонда ҡаршы алды.

Тарихын белгән милләт — киләсәкле

Үрге Мөрсәләй халыҡ телендә Дөмбәй тип йөрөтөлә. Унда башлыса бөрйән ырыуы вәкилдәре йәшәй.

Тарихҡа күҙ һалғанда, ауыл 1600-1630 йылдарҙа барлыҡҡа килгән.

Ауыл тарихы менән Гүзәлиә Ниязбәк ҡыҙы Ҡотлогилдина таныштырҙы. Ауыл аҡһаҡалы Әхмәтйән Шәрифйән улы Ҡотлогилдин (1932-2005 йй.)

иҫән сағында туплап ҡалдырған тарихи мәғлүмәттәрҙе лә еткерҙе.

— Әүәл башҡорттарҙың ере күп булған, башҡа милләт кешеләре, бигерәк тә урыҫтар күпләп башҡорт еренә килеп ултыра башлағас, уларға бирмәҫ өсөн бәләкәй генә ауылдар булып, төркөмдәргә бүленеп, үҙ ерҙәренә таралышып ултырғандар.

Беҙҙең ауыл Ай-һай Мөрсәләйҙән бүленеп сығып, Оло Эйектең һул яҡ яры буйына күсенгән. Әлеге ултырған урыны — ауылдың өсөнсөгә күскән ере. Бында ул 1770-1780 йылдарҙа төйәкләнгән.

Ауылға Төнбай исемле уҙаман нигеҙ һалған тигән фараз бар. Шунан исеме лә киткән.

1915-1916 йылдарҙа Һарытау губернаһынан 15-ләп урыҫ ғаиләһе килеп, башҡорттарҙан рөхсәт һорап, ауылдың бер яғында йәшәй башлаған. Ул ауыл 2-се Сарат тип аталған. Шулай итеп, ауылдың бер яғында – башҡорттар, икенсе яғыда урыҫтар төйәкләнгән.

Ауылда әле лә Урыҫ урамы, Башҡорт урамы тигән төшөнсәләр һаҡланған.

Төнбай тигән исемде урыҫтар боҙоп, Тунбай, Дунбай тип йөрөтөр булған. Ауылдың Дөмбәй тигән исеме лә нәҡ шунан киткән.

Ауылға күсенеүселәр — Кинйәғол тигән кешенең улдары Буран (Бәрәк), Урмансы, Байһары. Бурандың (бәлки, Буранбайҙыр ҙа) 7 улы булған, Ҡотлогилдеһенең ике улы — Мөхәмәтғәли менән Мөхәмәтшәйфи. Мөхәмәтғәлиҙең улдары – Мөхәмәтвәли менән Мөхәмәтҡолой быуыны вариҫтары йәшәй әлеге көндә.

Һуңғараҡ ауылға тағы ла Әбсәләмовтар, Исҡужиндар күсеп килгән.

Бына шулай итеп, ауылыбыҙҙа хәҙерге көндә 41 генә йорт булһа ла, килеп сығыу тарихы бай һәм ҙур ғына, — тип ентекле бәйән итте Гүзәлиә Ниязбәк ҡыҙы.

Биләмә башлығының уң ҡулы ул Дөмбәй халҡы

Күгәрсен ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Аллабирҙин да ауыл халҡының һәр йәһәттән берҙәм, татыу булыуын билдәләп үтте:

— Бынан биш йыл самаһы элек Күгәрсен ауылы ла “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашҡайны. Был юлы биләмәләге 8 ауылдан иң әүҙем, күп милләтле төбәкте – Үрге Мөрсәләйҙе һайланыҡ. Ни өсөн тигәндә, ауыл бәләкәй генә булһа ла, халыҡ ныҡ берҙәм.

Бында 51 йорттоң унауһы буш тора, 41 йорт иҫәпләнә. Ниндәй генә башланғыстарға тотонмаһындар, еренә еткереп атҡарып сығалар. Экологик өмәләр тураһында әйтеп тә тормайым, йыл әйләнәһенә ауыл эргәһен, йылға буйҙарын таҙартыу эштәре даими бара. Балаларҙы ла йәлеп итәләр.

Ауылды, йорттарҙы төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү, буяу, матурлау – ҡушҡанды ла көтөп тормайҙар, үҙҙәре башлап йөрөйҙәр.

Дөмбәйҙә эскелек менән мауығыусылар ҙа юҡ. Күбеһе сәләмәт йәшәү рәүешен алып бара, балаларға өлгө, үрнәк булып тора.

Ауылда мәсет асылды, иҫке генә булһа ла клуб та бар.

Мәсеттә дини байрамдарҙа йыйылып, вәғәздәр уҡып, йома сәйҙәре эсеп, ололар ихлас аралашып ҡайта, уларға ҡарап, йәштәр ҙә тартыла иман юлына.

Ағинәйҙәр ҡоро һөҙөмтәле эшләй. Төрлө мәҙәни сараларға әүҙем ҡатнаша улар, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеү йүнәлешендә лә, тәрбиәүи йүнәлештә лә эшләйҙәр.

Ауылда эш юҡ тип, баш эймәйҙәр. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт та аҫрай халыҡ, етеш донъя көтә, балалар уҡытып, һәр яҡлап тырышып йәшәй.

Бәйгелә еңеүгә ҡарағанда ҡатнашыу мөһим тиҙәр бит. Шуға күрә ошо сара сиктәрендә ауыл да әҙерәк тартылып ҡалыр ине тигән өмөттәбеҙ, — ти Рафаэль Хәйбулла улы.

Ауылдың йәнле генә эшләп килеүендә, һис шикһеҙ, ауыл старостаһы, депутат Азамат Әхмәтйән улы Ҡотлогилдиндың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Абруйлы уҙамандың һәр кемгә һүҙе үтемле. Эште дөрөҫ итеп ойоштороу, халыҡты йәлеп итә белеү ҙә тәбиғәттән бирелгән һәләт бит ул.

— Ауылда эшләнелгән эштәр бихисап. Һуңғы ун йылды ғына алғанда ла, әллә күпме эштәр башҡарылған: шәжәрә байрамы үтте, уға әҙерлек сиктәрендә ауыл да төҙөкләнде; Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙ хөрмәтенә үҙ көсөбөҙ менән (халыҡтан аҡса йыйып) обелиск астыҡ; мәсеткә нигеҙ ҡороп, 11 ай эсендә эшләп, ҡорбан байрамын шунда үткәрҙек һәм киләһе йылына рәсми рәүештә астыҡ; “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса һыу юлына баҫма һалдыҡ; мосолман зыяратын кәртәләнек өр-яңынан; туҡталыш эшләп ҡуйҙыҡ, клуб алдына янғын һүндереү гидранты урынлаштырҙыҡ. Күрегеүеҙсә, йыл һайын нимәлер эшләнеп тора.

Ә ауыл халҡын, староста булараҡ,тик ыңғай яҡтан ғына баһалайым. Нимә әйтһәң дә, күтәреп алырға әҙер генә торалар.

“Айыҡ ауыл” бәйгеһендә лә лайыҡлы ҡатнашырбыҙ тип уйлайым, — ти Азамат Әхмәтйән улы.

Үрге Мөрсәләй ауылы арҙаҡлы шәхестәре менән дә дан тота. Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Фәниә инәй Ғилметдинова, Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау отличнигы Гөлгөнә Рауил ҡыҙы Әбсәләмова, Радмир Рауил улы Аҙнабаев, алдынғы медицина хеҙмәткәре Кәримә Ғиләж ҡыҙы Ҡотлогилдина, Башҡортостандың мәғриф отличнигы Гүзәлиә Ниязбәк ҡыҙы Ҡотлогилдина, Айгөл Әлмир ҡыҙы Килсенбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрих Ғариф улы Таипов, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Ирек Әлмир улы Булатовтар ҙа (әйткәндәй, Ирек Әлмир улына маҡтаулы исем ошо көндәрҙә генә – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллығы уңайынан бирелде) оло юлға фатиханы тыуған ауылынан, тыуған төйәгенән алғандыр.

— Минең хеҙмәтемде юғары баһалаған етәкселәргә, наградаға тәҡдим иткән коллективыма ихлас рәхмәтлемен. Әлбиттә, иң ҙур баһа – ул халыҡ һөйөүе.

Шулай ҙа кешенең хеҙмәте ваҡытында баһаланырға тейештер, был юғары исем иңгә оло яуаплылыҡ булып ятты, артабан да тырышып эшләргә, яңы үрҙәргә ынтылырға көс-дәрт, этәргес булыр тип ышанам.

Уңайҙан файҙаланып, минең шатлығымды уртаҡлашҡан яҡташтарыма сәләмдәремде еткерәм. Бигерәк тә, тыуған ауылыма. Әйткәндәй, ул “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Ауыл бәләкәй генә булһа ла, халыҡ берҙәм. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап, айыҡлыҡ хәрәкәтенә ҡушылыуҙарын хуплайым.

Шәхсән үҙем дә айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барам, башҡаларҙы ла шуға өндәйем. Хәйер, хәҙер йәштәр хәмер менән дуҫ түгел, спорт менән шөғөлләнә, үҙенең эшен аса, матур ғаилә ҡороп, тиңдәштәренә үрнәк күрһәтә. Элегерәк ауылдарҙа эш юҡлыҡҡа һылтанып эсекелек һаҙлығына батыусылар күп булһа, хәҙер кеше шыңғырлатып донъя көтә, ишле мал-тыуар аҫрай, баҡсаһын да үҫтерә, ҡош-ҡорт та үрсетә. Тырыш кеше – ҡайҙа ла тырыш. Ауылдаштарыма бәйгелә ауыл данын лайыҡлы яҡлап, еңеп сығыуын теләйем!- ти Ирек Әлмир улы ауылдаштарына сәләмдәрен еткереп.

Ауыл халҡы – кино артистары

Сығышы менән Дөмбәй ауылынан булған Фәймә Миңлейәр ҡыҙы Аҡъюлова тураһында ла әйтмәй булмай. Ағинәйҙәр ҡоро эргәһендә “Йәнбикә” тигән фольклор төркөм булдырып, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша улар. Бынан тыш, ул районда кино төшөрөүҙе лә ойошторған Фәймә Миңлейәр ҡыҙы. Район телевидениеһы менән берлектә төшөрөлгән “Гармунсы дуҫ”, “Ике аҡҡош”, “Аҡлы-ҡаралы донъя”, “Шәһит Хоҙайбирҙин”, “Бар булмышы уның тауға үрләү” (Гөлгөнә Рауил ҡыҙы Әбсәләмова тураһында документаль фильм) ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙы күптәр яратып ҡараны. Һуңғыһы инде нәҡ эскелек арҡаһында фажиғәгә тарыған йәш ғаилә яҙмышы тураһында.

Әйткәндәй, фильмда Дөмбәй ауылы халҡы халҡы ҡатнаша. Мәктәп уҡыусылары ла, оло инәй-олатайҙар ҙа яҡташтарының һүҙе йыҡмай, фильмда төшөргә ризалаша. Был, әлбиттә, ауыл халыҡының ихласлығы, алсаҡлығы, берҙәмлеге, ярамсыллығына ишаралай.

Ауылдың актив уҙамандарының береһе Ғәли ағай Әбсәләмов тураһында ла яҙып үтмәү яҙыҡ булыр. Һөнәре буйынса юғары белемле ауыл хужалығы хеҙмәткәре булһа ла, бөтә мәҙәни сараларҙа әүҙем. Бәйге комиссияһы ағзаларын ауыл менән таныштырыу презентацияһында ла алып барыусы ролендә сығыш яһаны, билдәле шағирҙарҙың әҫәрҙәрен тасуири итеп яттан һөйләп, тамашасы күңелен яуланы.

Ауыл халҡы үткәргән сараларҙың уртаһында ҡайнаған Ғәли ағай ысын мәғәнәһендә үҙ еренең патриоты, тирә-яҡта уны талантлы йырсы, район һәм республика конкурстарында оҫта шиғыр һөйләүсе, киноларҙа, спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарыусы булараҡ та беләләр.

Бая үрҙә телгә алып үткән “Йәнбикә”ләр ҙә сараны музыкаль яҡтан биҙәп, моңло йырҙарын башҡарҙы. Уларҙан тыш, Сағымбай Джангучуков, Фәриҙә Гәрәева, Үрге мөрсәләй ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ансамбле сараға йәм өҫтәне, сараны ойоштороуҙа мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәхимә Ишмөхәмәт ҡыҙы Сәмиғуллинаның да өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Фәймә Аҡъюлова, Үрге Мөрсәләй ауылы ҡыҙы:

— Бөгөнгө көндә Үрге Мөрсәләйҙә йәштәр ғаилә ҡороп, ауылда төпләнә, күп балалы ғаиләләрҙең һаны йылдан-йыл арта. Йәштәр ҙә йәмәғәт эштәрендә әүҙем. Күмертауҙа колледжда белем алған Венер Ҡотлогилдинды ғына алйыҡ, ул көрәш буйынса күп тапҡырҙар район, төбәк, республика, Ҡаҙағстанда үткән халыҡ-ара бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеү яуланы. Һабантуйҙа ла милли көрәш буйынса батыр исемел яулап, һарыҡ алды, Башҡортостандың Ҡыпсаҡ батыры исеменә лайыҡ булды. Уның өс туған һеңлеһе Эльза Мусина ла ҡыйыу йөрәкле ҡыҙ. 10 йәшлек кенә сағында янған өйҙән 78 йәшлек ҡартәсәһен сығарҙы.

Үткән йәйҙә 4 метр тәрәнлек һыуҙа өйөрөлтмәккә эләгеп, батып барған ҡыҙҙы ҡотҡарған 12 йәшлек үҫмер Азамат Арапов та Үрге Мөрсәләй батыры.

Ошондай ҡурҡыу белмәҫ йәштәр башҡаларға ла өлгө булып тора.

Матур тәбиғәт ҡосағында ултырған Үрге Мөрсәләй ауылы, уның эшһөйәр, татыу, берҙәм халҡы күңелдә йылы тәьҫораттар ғына уятты. Иң мөһиме – бөтә изге башланғыстарға оло йәштәгеләр фатиха бирә, йәштәр дауам итә. Комиссия менән осрашыуға ла күбеһенсә олатай һәм инәйҙәр килгән ине. Тимәк, улар ауылдың киләсәгенә битараф түгел, тимәк, эшләнәһе эштәрҙең байтаҡ икәнне улар яҡшы аңлай һәм йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш биреп ҡалырға ашыға. Әгәр бәйге һөҙөмтәһендә артабан айыҡ быуындар китһә, был мәртәбәле бәйге үҙ маҡсатына иреште тигән һүҙ.

Республика кимәленә сыҡҡан яҡташтарыбыҙға бәйгенең һуңғы этабында интернет- тауыш биреүҙә ярҙам да кәрәк буласаҡ. Район менән бергәләп, уларҙы алға сығарыу өсөн ваҡытыбыҙҙы ла, тауыштарыбыҙҙы ла йәлләмәҫбеҙ тип ышанабыҙ. Конкурс барышы тураһында гәзит биттәрендә даими яҡтыртып барасаҡбыҙ.

Нуриман районы Иҫке Исай ауылы «Айыҡ ауыл — 2019» бәйгеһенә иң беренселәрҙән ҡушылды, сөнки Иҫке Исай ауылы кеүек боронғо ауылдар – республикабыҙ данын күтәреүсе, башҡорт рухын,уның йолаларын, кәсебен һаҡлаусы тере тарих ул.

Әйе, ошо тарихты өйрәнмәһәк, артабан уҫтермәһәк, байытмаһаҡ, айыҡ аҡыл менән эш итмәһәк беҙҙән һуң килер быуынға нимә ҡалыр? Тигән һорау ҡуйыла.

 Ауыл кешеләре йәшел йылан ҡорбаны булмаһын өсөн бында байтаҡ ҡына эштәр башҡарылды ла инде. Йыл әйләнәһенә төрлө кәңәшмәләр, саралар, осрашыуҙар ойошторолдо. Ауылдың бөтә йәмәғәт ойошмалары ла: ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, аҡһаҡалдар, ҡоролтай был изге эштә бик әүҙем ҡатнаша. Айырыуса ауыл советы, мәктәп коллективы, мәсет имамы ныҡ әүҙем эш алып бара. 24 октябрҙә ошо эште артабан йәнләндереү маҡсатында сираттағы ауыл»Айыҡлыҡ үҙәге» ултырышы ойошторолдо. Сара балалар баҡсаһынан башланып китте.Бәпескә исем ҡуштыу йолаһы,мәктәптә төрлө йәштәге балалар менән төрлө саралар уҙғарылды:5 класс уҡыусылары «Алкоголь –ағыу» тигән сара күрһәтһә,7-8 класстар «Эскелек – хурлыҡ,айыҡлыҡ ҙурлыҡ» кластан тыш сара менән ҡыуандырҙы. 9 кластар сәләмәтйәштәр рәүеше һайланылар.»Өлгө булып йәшәйек ер йөҙөндө,ҡалдырайыҡ беҙ бары яҡшылыҡ»тигән сара «Иман Нуры» мәсетенә күсте, унда бәләкәй балаларҙың көръән уҡыу һәләттәре буйынса бәйге үткәрелде һәм бүләктәр таратылды. Иман Нуры мәсетендә оло апай ағайҙар менан йыйын үткәрҙелар,йыйындан һуң Иҫке Исай ауылы мәҙәниәт йортонда Сара яугир интернационалистар союзы рәйесе,ҡоролтай башҡармакомитеты ағзаһы Тимерйән Рәжәпов Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Хәлим Халилов, шулай уҡ, йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе, физик культура, спорт һәм туризм Марсель Рәхмәтуллин, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лениза Хәлилова, Хөҙәйбирҙен исемендәге беренсе респуублика балалар йорто директоры Фәнисә Малик ҡыҙы Бәҙретдинова, аҡһаҡалдар советы ағзаһы Фәнзил Әхмәтшин сығыш яһанылар. Үҙҙәренң сығышында ошо эштә әүҙем ҡатнашҡан ауыл активына рәхмәт белдерҙе. Ул артабан да ауылды харамдан азат итергә саҡырҙы.

“Был эш ауылды ошо йәмһеҙ һәм иләмһеҙ, үтә зыянлы ғәмәлдән тулыһынса таҙартып бөткәнсе дауам итергә тейеш” – тине сығыш яһаусылар.Сығыштарзан һуң матур концерт карап Иман Нурымәсетенә барып башҡорт милли аштары: бишбармак,плов,ҡоймаҡ,сәк-сәк,бәлештәр һыйланып үҙҙәренең фекерҙәрен әйттеләр.

Ысынлап та бөгөн беҙ балаларыбыҙ күңеленә изгелек, айыҡлыҡ орлоҡтары сәсһәң, ошо орлоҡтарҙан беҙ мул уңыш аласаҡбыҙ.Айыҡ атаә- әсәй йөрәк йылыһын тойоп, олатаә – өләсәһенең аҡылынзиһененә һеңдереп үҫкән кеше йәмғиәтебеҙҙә үҙ урынын табыр,милләтебеҙ юғалмаҫ.

Әйе, бөгөн насар күренешкә юл ҡуймаҫҡа, туғандарыбыҙҙы, нәҫелдәребеҙҙе, күршеләребеҙҙе һәм ауылыбыҙҙы ошо тоҙаҡтан алып сығырға һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайларға! Тигән теләктә һәм өмөттә ҡалабыҙ хөрмәтле ырыуҙаштар, ҡан-ҡәрҙәштәр,рухташтар,фекерҙәштәр, серҙәштәр!

Юлиә Хурматуллина,

Йәштәр эше буйынса белгес

Һарғайҙың активисы, һулып барған ауылға йән өрөүсе Фәрүр ағай Вәлитовҡа килеү маҡсатыбыҙҙы белдереп телефон аша һөйләшкәндә: “Айырым кемделер тәҡдим итмәйем, беҙҙә барыһы ла егәрле, етеш йәшәйҙәр, һәр береһе лә һөнәрле. Үҙегеҙ теләгәнен яҙырһығыҙ”, тигәс, күңелдә бер аҙ икеләнеү булһа ла, ауылға етәрәк был тойғолар юҡҡа сыҡты. Иҫәкәй яғынан Һарғайға боролоуға бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарҙың скандинав таяҡтарында китеп барыуын күргәс тә, улар янында туҡталдыҡ.

Әңгәмәселәрем араһында күпселекте хаҡлы ялдағылар тәшкил итә, йәшерәктәре лә бар.

— Хәҙер ныҡлы өс йыл ошолай шөғөлләнәбеҙ. Тәүҙә 5-6 кеше генә инек, хәҙер 10-дан ашыубыҙ. Көн һайын 5 километрлап юл үтәбеҙ. Ауыл эсендә лә йөрөйбөҙ, — тип һөйләне үҙҙәренең сәләмәтлектәренә битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар.

Гүзәл заттар менән хушлашып, ауыл башына килеп етеүгә, геүләп шыуып йөрөгән саңғысыларҙы күреп йәнә туҡталдыҡ. Бәләкәй генә ауылдан саңғыны үҙ итеүселәрҙең шулай күп булыуы ғәжәпләндерҙе. Улар араһында ауыл мәсетенең имам-хатибы Венер Сәлимовтың булыуы ихтирамыбыҙҙы арттырҙы. Спорт һарғайҙар өсөн ят күренеш түгел икән. “Йәй бик ваҡыт эләкмәһә лә, ҡышын мал ҡарағас, кемдер эшкә китә, хаҡлы ялдағылар ошолай саңғыларҙа шыуырға сығабыҙ. Тау-урман яғына беҙҙең саңғы трассаһы ла һуҙылған”, — тине улар.

Рәүҙәк туңыу менән каток эшләп ҡуйғандар. Каникулда унда балалар шыуып кинәнә. Был да йыл һайын ойошторола торған эш. Ауыл башындағы волейбол, футбол уйнау өсөн майҙансыҡ та халыҡтың яратҡан урыны. “Унда элек беҙҙең атайҙар спорт менән шөғөлләнгән. Үҙебеҙ ҙә шунда футбол, волейбол уйнап үҫтек. Киләсәктә заманса итеп ҙур спорт майҙансығы булдырырға ине”, — тип ниәттәрен дә әйтеп алды әңгәмәселәрем. Шуға һарғайҙарҙың спортта әүҙем булыуҙары ла ғәжәп түгел. Үткән аҙнала ғына Маҡарға мини-футбол буйынса ярышҡа барып ҡайтҡандар, унан алда волейбол уйыны ла бик сәмле үткән. Спортта ғына түгел, үҙҙәрендә клуб булмаһа ла, йыр-моңға дәртле халыҡ йәшәй бында. Әсәйҙәр көнө уңайынан Маҡарға барып концерт күрһәткәндәр.

Спорт, физкультура тән сәләмәтлеге өсөн мөһим булһа, дин күңел таҙалығы өсөн кәрәк. Бер нисә йыл элек халыҡ тырышлығы менән иман йорто һалынған. Ул хәҙер ауылдың ҡотон-бәрәкәтен арттырып тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра.

— Иманлы булып, матур итеп йәшәргә ынтылырға кәрәк. Әҙәп кешенең ғүмерен оҙонайта. Ауылыбыҙҙа халыҡ йома намаҙҙарына йөрөй, ғәйет байрамдары үтә, сабыйҙарына исем ҡуштырырға ла киләләр. Пандемия ваҡытында ғына мәсеткә йөрөүселәр һүлпәнәйҙе. Ләкин был беҙҙең сәләмәтлекте һаҡлау өсөн кәрәк ине, — тине мәсеттең имам-хатибы Венер хәҙрәт.

Мәсет эргәһенә генә балалар майҙансығы ла эшләнгән. Уның тап ошонда ҡоролоуы ла юҡҡа түгел – балалар бәләкәйҙән аҙан тауышын ишетеп үҫһен тигән теләктә
башҡарылған. Һарғай ҙур ауыл түгел. Бында яҡынса 70 йорт иҫәпләнә, 100- ҙән ашыу кеше йәшәй. Ҡасандыр һүнеп барған ауылдың күҙгә күренеп үҙгәреүен, уға йән инеүен һарғайҙар Фәрүр Вәлитовтың ауылға ҡайтыуы менән бәйләй.

— Һарғайҙы перспективаһыҙ ауыл, бер ҡасан да бында ҡайтмаҫмын тип сығып киткәйнем. Иң беренсе булып Фәрүр Вәлитов ҡайтып, ауылды күтәреүгә ҙур көс һалды.
Унан уңдыҡ тип әйтә алабыҙ. Ысынлап та, йыш ҡына башҡа ауыл халҡынан “Һарғайҙарҙың Фәрүрҙәре бар бит!” тиеүҙәре юҡҡа түгел. Сит ауылға барғанда урам тирәһендә сүп үләндәре үҫеп йәмһеҙләп ултырған ерҙе күрһәм: “Һеҙҙең Фәрүрегеҙ юҡмы әллә?” тип һорап ҡуям. Ауылда тәртиптең көслө булыуында, халыҡтың берҙәмлегендә Фәрүр Вәлитовтың әһәмиәте ҙур, — тип һөйләне бер нисә йыл элек ауылда төпләнеүсе Әнисә Хөсәйенова.

Һуңғы йылдарҙы алып ҡарағанда ғына ла Һарғайҙа ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. Интернет үткән, урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса быйыл урамға асфальт юл һалынған. Күҙгә күренеп күркәм йорттар ҡалҡыуы, яңы урамдар барлыҡҡа килеүе лә Һарғайҙың өмөтлө киләсәген фаразлай. “Беҙҙең ауылда барыһы ла бар. Газ һәм клуб ҡына юҡ. Зәңгәр яғыулыҡ уңайлыҡтары булғанда, йәштәр күберәк ҡайтырҙар ине”, — тигән теләктәрен белдерҙе һарғайҙар.

Халыҡ үҙе быраулап һыуын хәстәрләгән. Һәр йортта йылы һыу, душ, башҡа уңайлыҡтар булдырылған. Эшһеҙ кешене күрмәҫһең. Күп балалы йәш ғаиләләр булыуы бигерәк тә шатлыҡлы. Мәҫәлән, Гөлиә менән Таһир Усмановтар бына тигән өс малай үҫтерәләр, күпләп малтыуар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар.

— Үҙем ошо ауылда тыуып-үҫтем. Ситтә лә эшләргә тура килде. Ләкин иң яҡшыһы Һарғайҙа икәнлеген тиҙ аңланым. Күпләп һыйыр, йылҡы малы аҫрайбыҙ. Умарталар алып, был эштең нескәлектәрен дә өйрәнә башланым. Быйыл беренсе тапҡыр үҙебеҙҙең балды тәмләнек, — тип һөйләне Таһир Хәйҙәр улы.

Һәр уңыштың нигеҙендә хеҙмәт ята. Ҙур матур йорт, ихаталағы трактор, йөк һәм еңел машиналар — былар барыһы ла хужаларҙың егәрлелек билдәһе.

Балалары ла уңыштары менән шатландыра. Һәр береһенең үҙенең һәләте. Өлкәне Вилнур техника яғына оҫта, аттар ҡарағанда ла атаһының уң ҡулы, уртансылары Айнур спортты үҙ иткән, кеселәре Тимур ҡурайҙа шәп уйнай. Әйткәндәй, Таһир Хәйҙәр улы үҙе лә оҫта йырсы һәм гармунсы.

Зөбәржәт һәм Әйүп Ибәтуллиндар умарта оҫталары булып сыҡты. Улар Һарғайға хаҡлы ялға сыҡҡас ҡайтып төпләнгән.

— Умартасылыҡ – бала саҡтан һеңгән шөғөл. Элек атайым да умартасы булды. Миңә ҡарап хәҙер улыбыҙ ҙа ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһына. Уның да ауылға ҡайтып йорт һалыу дәрте бар. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн беҙҙә шарттар уңайлы. Йүкәлек күп. Үҙебеҙҙән артҡанын баҙарҙа һатып торған юҡ, таныштар алып бөтә, етмәй ҙә ҡала әле ул, — тип һөйләне Әйүп Мөхәмәт улы.

Ҡайһы йортҡа инһәгеҙ ҙә, донъялары ҡарап торорлоҡ, тиеүҙәре дөрөҫ булып сыҡты.

Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 101-се һанында уҡығыҙ.

Автор фотолары

Үҙ көсөбөҙгә таянабыҙ, тиҙәр “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы Һарғай ауылында йәшәүселәр

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Arx fatalis что подарить троллю
  • 15 февраля праздник афганистан открытки
  • Абхазия отдых на новогодние праздники 2022 цены
  • Айран солындызы праздник последнего айрана
  • Am life корпорация праздников

  • 0 0 голоса
    Рейтинг статьи
    Подписаться
    Уведомить о
    guest

    0 комментариев
    Старые
    Новые Популярные
    Межтекстовые Отзывы
    Посмотреть все комментарии