Еңеү
яҙы килә Тыуған илгә.
Кисә День Победы йыры менән башланып китә.
1 алып барыусы: Тыуған еребеҙҙе нурлап яҙ килде. Ҡоштар оя ҡора, бала сығара. Йәй аҙағында туҡ башаҡтар менән сайҡалып ултырыр өсөн баҫыуҙарыбыҙҙың дымлы тупрағына орлоҡтар ята.
2 алып барыусы: Ваҡыт ағышын мәңгелек хәрәкәттә. Май беҙгә көләс ҡояшы, йылы елдәре, наҙлы яҙ һулышы менән генә ҡәҙерле түгел. Был көндө беҙгә ата-бабаларыбыҙҙың фашизмды тар-мар итеп, еребеҙгә йәшәүҙең үҙен ҡайтарҙы. Кешелек тарихындағы ҡанҡойғос ҡәһәрле һуғыш 9 май көндө Совет иленең еңеүе менән тамамланды.
1 алып барыусы: 9 май — Еңеү көнө. Был дата бөйөк батырлыҡ һәм ватансылыҡ, ҙур ҡайғы һәм һуғыш ҡорбандарын иҫкә алыу, бөтә донъяны ҡанлы фашизмдан ҡотҡарған яугирҙарыбыҙ батырлыҡтары өсөн оло шатлыҡ һәм ғорурлыҡ символына әүерелеп, календарҙа ғына түгел, кешеләр күңелендә лә мәңге һаҡланыр.
2 алып барыусы: Һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып, яу яраларынан, ауырыуҙарҙан бөгөнгө шатлыҡлы көндәргә килеп етә алмай үлеп ҡалған һуғыш ветерандарын хәтергә алып тын ҡалайыҡ. Бер минутҡа зинһар тын ҡалайыҡ!
Барыһы ла аяғүрә баҫа. Бер минутлыҡ тынлыҡ, тик сәғәт һуғыуы ғына ишетелә.
1 алып барыусы: Быйыл 1941-1945 йылдарҙа халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеүенә 67 йыл тула. Һеҙҙе атайҙар,олатайҙар, ағайҙар …
2 алып барыусы: Һеҙҙе әсәйҙәр, өләсәйҙәр, ҡарттар, әбейҙәр, фронтҡа ярҙам итеүселәр…
1 алып барыусы: Һеҙҙе бөгөнгө көндөң бәхетле йәштәре, уҡыусылар, уҡытыусылар…
2 алып барыусы: Бөйөк Еңеү көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Зөлфиә:
Һәр нәмәлә бөгөн яңы һулыш,
Яңы һулыш иҫкән елдәрҙә,
Ярҙарынан ташҡан йылғаларҙа,
Керпек ҡаҡҡан сәскә-гөлдәрҙә.
Яңы һулыш һәр бер күҙәнәктә,
Яңы һулыш һәр бер күңелдә.
Шатлыҡ килә. Еңеү майы булып,
Нисәнсе ҡат Тыуған илемә.
Рамазан:
Илем, һинең сикһеҙ киңлектәрҙә
Күкрәп үтте һуғыш дауылы.
Ун дәүләтте һындырырлыҡ ине
Бер үҙеңә төшкән ауырлыҡ.
Һин һынманың! Сөнки тимер ҡуллы
Халҡым һалды еңеү юлдарын,
Сөнки йәшәү өсөн утта янды
Үлем белмәҫ батыр улдарың.
Йыр «Батырҙар һәйкәле».
Гөлдәр:
Еңеү көнө!
Ветерандар атлай,
Баһадирҙар, иҫән ҡалғандар,
Сал сәслеләр, аҡ күңелле ҡарттар,
Ә бит күпме ҡайтмай ҡалғандар.
Онотоу юҡ һуғыш ҡорбандарын,
Йәшәй улар йөрәк түрендә.
Тәрән хистәр беҙҙең күңелдәрәгә
Үрмә гөлдәр булып үрелгән.
Ильмир:
Еңеү көнө!
Ул бит шундай байрам,
Шатлыҡ та хас уға, һағыш та.
Мин йыр яҙҙым тағы янып, ярһып,
Мәңге онотолмаҫ яҡты һынын
Һалдат дуҫым, һиңә бағышлап.
1 алып барыусы: Һуғыш! Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы, ватылған-емерелгән яҙмыш, өҙөлгән ғүмер, яралы мөхәббәт, йәтимлек…
2 алып барыусы: Һуғыш! Ҡәһәрле был һалҡын һүҙҙе ишетеү менән йөрәктәр ҡыҫыла, меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп алғандай, ғонаһһыҙ сабыйҙарҙыңйөрәк өҙгөс ауазы телеп үткәндәй.
Ғәлиә:
Йәшен булып осто был хәбәр:
Дошман беҙгә ҡаршы ут асҡан!..
Гитлер бандалары илгә кергән,
Яна ауыл, ҡала… түгелә ҡан.
Бер кемгә лә бирмәҫ минең халҡым
Заводтарын, шахта, тау-ерен…
Үлемен һиҙеп ҡоторонған дошман
Ошо ерҙә табыр ҡәберен.
Гөлнара:
Беҙҙең һөйөү көслө. Һәр бер кеше
Подвиг яһар, еңеү килтерер.
Беҙҙең нәфрәт утлы. Һәр нәфрәтле
Дошмандарын ҡырыр, көйҙөрөр.
Намыҫ, азатлыҡ һәм бәхет өсөн
Ватан саҡыра беҙҙе көрәшкә.
—
Ватан өсөн! Тыуған тупраҡ өсөн!
—
Алға! Еңеүҙәргә иптәштәр!
Эльвина:
Һаман һыҙлай әле һуғыш һалған
Тәрән яра тыуған тупраҡта.
Айҙар:
Балаларҙың шаулы тауыштары
Һаман яңғырай әле ҡолаҡта.
Зөлфиә:
Аҙмы йәш ғүмерҙе һуғыш алды,
Аҙмы иптәш ҡултыҡ таяҡлы.
Гөлшат:
Һәм Зояһыҙ ҡалды күпме әсә,
Күпме Марьесевтар аяҡһыҙ.
Айзилә:
Беҙ еңеүгә уттар аша килдек,
Арыҫландар кеүек һуғышып.
Бергә әйтәләр:
Бына шуның өсөн, шуның өсөн
Беҙгә бик ҡиммәт тыныслыҡ.
Башланғыс синыф уҡыусыһы башҡарыуында йыр «Солнечный круг»
1 алып барыусы: Ҡот осҡос һуғыш 1418 көн дауам итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 34 477 000 кеше һалдат шинелен кейҙе. Башҡортостан
егеттәре-ҡыҙҙары ла һынатманы.
2 алып
барыусы: Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан 704 448 кеше һуғышҡа
киткән.
1 алып барыусы: Батырлыҡ күрһәтеп, 200 810 кеше төрлө орден миҙалдар менән наградланған.
2 алып барыусы: 278 һалдат һәм офицер Советтар Союзы Геройы исеменә
лайыҡ була. М. Гәрәевҡа был исем 2 тапҡыр бирелә.
1 алып
барыусы: Тыуған ил азатлығы өсөн республиканан бөтәһе 297 979 яугир башын
һалған.
2 алып
барыусы: Әле көндә, ҡыҙғанышҡа ҡаршы, һуғыш ветерандары һаны кәмегәндән
кәмей, сафтар һирәгәйә.
1 алып
барыусы: Уҡыусылар, был һандарҙы бер ваҡытта ла оноторға ярамай. Әлбиттә,
улар йылдан-йыл үҙгәрә, әлеге көнгә тиклем исемһеҙ юғалған һалдаттарҙың
исемдәре асыҡлана, эҙләнеү эштәре дауам итә. Иҫән булған ветерандарҙы
хөрмәтләргә, яуҙа ҡорбан булған һалдаттарҙы иҫтә тоторға, ҡәҙерләргә
бурыслыбыҙ.
Йыр
«Идет солдат по городу».
Айрат:
Тура юлдан
барҙым ат уйнатып,
Хәҡиҡәттәр
өсөн йән атып,
Уңға-һулға
һелтәп ҡылысымды,
Дошман
күкрәгенә ут атып.
Мин
ҡартайҙым хәҙер, хәлдән тайҙым,
Тик йөрәгем
һаман ҡайнаша,
Ҡылыс тотҡан
ҡулым ҡалтырана,
Дошман
күрһәм күҙем ҡан баҫа.
Уйым хәҙер
минең шул турала:
«Был ҡылысты
минән кем алыр?
Һуғыш
майҙанына кемдәр сығыр,
Минең
урынымды хәҙер кем алыр?»
Айҙар:
Ҡайҙа үткер
ҡылысың? Бир һин миңә,
Һуғыштарға
үҙем барырмын.
Ҡаршы килгән
дошман яуҙарының
Бар сафтарын
үҙем ярырмын.
Һин һалған
эҙ бөтмәҫ, бөтөрмәбеҙ!
Ҙурайтырбыҙ
уны тағы ла.
Һинең урының
бына беҙ тоторбоҙ,
Хафаланма
беҙ бар сағында.
Айнур:
Эйәрләсе,
атай, ялын үреп,
Аҡбуҙ аттың
ярһыу, ап-ағын,
Әсәм һуҙа
дәһшәт ҡылысының
Ҙур яуҙарҙа
еңеп ҡайтҡанын.
Ышан, атай,
һин эйәрләп биргән
Аҡбуҙ атым
минең абынмаҫ,
Йәшең тамған
был ҡылысты, әсәй,
Һуғарырмын
дошман ҡанында
Рамазан:
Сал
ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,
Һылыуҙарын
һаҡлап илемдең,
Бөйөклөгөн
һаҡлап Уралымдың,
Гүзәллеген
һаҡлап Иҙелдең.
Ильмир:
Тыуасаҡ таң,
тыуасаҡ яҙ өсөн,
Яҙын
япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр бала,
йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм
тыуған ер өсөн,-
Мин фронтҡа
китәм иптәштәр!
2 алып
барыусы: Дошман иң тәүҙә илебеҙ йөрәге Мсәкәүгә ынтылды. Был һуғышта ике
яҡтан ике миллион кеше, бер бөтөн ундан һигеҙ мең самолет, егерме биш мең
орудия һәм миномет ҡатнашты.
Гөлшат:
Мәскәү!
Мәскәү! Бөтә ер шарын мин
Усыма ҡуйып
эҙләп ҡараным,
Ләкин,
Мәскәү, һиңә тиң ҡаланы
Һис бер ерҙә
таба алманым.
Мин Өфөмдө
һөйәм, ә Мәскәүҙә
Шул һөйөүҙең
серен аңланым:
Тыуған ергә
булған һөйөүҙе лә
Бирә икән
Мәскәү ҡалаһы.
Өфө күген
«Мессер» йыртманы һәм
Аҡтарманы
бомба йорттарҙы.
Һәм беҙ
белдек, Өфө торған тауға
Мәскәү
үткәрмәне дошманды.
Бейеү
«Синий платочек».
1 алып
барыусы: Илебеҙ ауыр көндәрҙә, 1941 йылдың декабрендә, Республикабыҙҙа
112-се Башҡорт атлы дивизиһы төҙөлдө. Уның командиры итеп Миңлеғәле Шайморатов
билдәләнде. Бынан тыш Юлаев исемендәге артиллерия полкы, бер нисә миномет
полкы, хәрби-һауа десант, саңғысылар батальондары төҙөлдө.
2 алып
барыусы: Башҡортостан 8229 доброволецты фронтҡа оҙатты. Һуғыштың тәүге
көндәрендә генө Өфөлә 1270 кеше фронтҡа ебәреүҙе һорап ғариза бирҙе.
Айзилә:
Үлтерелер
дошман. Ер йәшәрер,
Халыҡ
приговоры үтәлер.
Урал
егеттәре ҡайтып төшөр,
Уралдан ҙур
маҡтау күтәреп,
Орден тағып
ҡайтыр Юлдашбаев,
Әбсәләмов,
тағы башҡалар.
Эльвина:
Һәм уларҙы
ҡыуанып ҡаршы алыр
Ашығып аҡҡан
гүзәл Ашҡаҙар.
О, рус ере,
һинән ҡиммәтерәк
Ниебеҙ бар,
тыуған еребеҙ?!
Йәнебеҙ бар,
ләкин беҙ уны ла
Һинең сафлыҡ
өсөн бирербеҙ.
Йыр
«Смуглянка».
Гөлшат:
Тыныс кеше.
Теләмәй ул
Ҡайғы бер
кемгә,-
Һуғыш
килгәс, танкист булып,
Етте
Берлинға.
Төҙөүсе ул.
Ҡора, төҙөй
Ҡояш
донъяһын,-
Ваҡыт еткәс,
шартлатты ул
Дошман
ояһын.
Тракторист
ул. Йырлап һөрә
Бәрхәт
ҡырҙарҙы.
Һәм ул
һаҡлай илде-һыуҙы,
Гүзәл
йырҙарҙы.
Ләйсән:
Ҡаҙҙар түгел
ине — һалдаттар,
Түштәрендә
сыңлай миҙалдары,
Шинелдәрен
төрөп тотҡандар.
—
Һаумы, туған! — тиҙәр,
—
Беҙҙе, — тиҙәр, —
Онотманы мы
әле яҡташтар?
Һеҙҙән беҙгә
бер ни кәрәк түгел,
Тик шуға һеҙ
ҡолаҡ һалығыҙ:
Онотмағыҙ
беҙҙе! Онотһағыҙ…
Ҡайталмабыҙ
ҡаҙҙар булып та…
1 алып
барыусы: Ҡорбан булған һалдаттар ҡыр ҡаҙҙары булып ҡына тыуған еребеҙгә
ҡайтып китәләр кеүек. Уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Беҙ ғүмер буйы улар алдында
бурыслыбыҙ.
Гөлдәр:
Һуғыш бөтөп,
илгә еңеү килде,
Күп атайҙар
кире ҡайтманы.
Һандыҡ
төпьәрендә һарғайҙылар
Окоптарҙан
яҙған хаттары.
Зөлфиә:
Ҡайтыр тигән
өмөт менән ҡалды
Яҡындары,
тыуған яҡтары.
Ә беҙгә тик
иҫтәлеккә ҡалды
Өсмөйөшлө
атай хаттары.
2 алып
барыусы: Хаттар, хаттар… Араларҙың алыҫлығын яҡынайтыусы улар, төрлө
хәбәр-хәтер килтереүсе лә. Ә бит хат образы ҡанлы һуғыш йылдары менән ныҡ
бәйле. Сөнки фронттағылар менән тылдағыларҙың хәлдәрен бер- береһенә еткереүсе
— шул уҡ өскөл хаттар.
Йыр
«Офицеры».
1 алып
барыусы:
Еңеү!
Һағындарған данлы еңеү!
Ҡосаҡланы
бөгөн илемде
Йөрәктәрҙән
шатлыҡ ташты урғып,
Бар донъяның
баҫып киңлеген.
Ләйсән:
Батырҙарын
ҡала — ауыл халҡы
Һәр йыл
һайын иҫкә алалар,
Онотмаҫтар
һеҙҙе мәңге — мәңге,
Тыныс ҡына
торһон донъялар.
Йыр
«Олатайым миҙалдары» (башланғыс синыф уҡыусылары).
Лирик
бейеү.
2 алып
барыусы: Ерҙә һәр ваҡыт
тыныслыҡ булһын. Күк йөҙөн ҡара болоттар ҡапламаһын, ҡояш үҙенең наҙлы, шифалы,
йылы нурҙарын һибеп, беҙҙе ҡыуандырһын.
1 алып
барыусы: Беҙ һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары менән ғорурланабыҙ. Улар Ватан
өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәне. Беҙ ҙә үҙ Ватаныбыҙҙы яратырбыҙ, кешелекле һәм
кеселекле булып үҫербеҙ.
2 алып
барыусы: Хөрмәтле ата — әсәләр, инәйҙәр, ҡунаҡтар, уҡыусылар, уҡытыусылар,
ошоноң менән Еңеү көнөнә арналған кисәбеҙҙе тамалайбыҙ. Тағы ла бер тапҡыр
байрам менән ҡотлайбыҙ. Еңеүҙең алтмыш етенсе яҙы һеҙгә тик яҡшы кәйеф һәм
шатлыҡ алып килһен. Бәхет, именлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Йыр
«День Победы».
Еңеү көнөнә сценарий
БЕЙЕҮ – “Еңеү көнө”
Ике алып барыусы сыға
1. Еңеү! Һағындырған данлы еңеү!
Ҡосакланы бѳгѳн илемде
Йѳрәктәрҙән шатлыҡ ташты урғып,
Бар донъяның баҫып киңлеген.
2. Еңеү! Ҡояш балҡый бер битендә
Бер битендә моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдан шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама…
1. Быйыл 1941-1945 йылдарҙа Совет халҡының Бѳйѳк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеүенә 71 йыл тулды. Тарих –ул халыҡ яҙмыштары төйөнө, заманалар һағышы. Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ, аң менән томанлыҡ, яҡшы менән яман көрәше.
2.Бөйөк ватан һуғышы — оло тарихи ваҡиға. Тарихлы халыҡ- бәхетле халыҡ. Ул тарихи үткәнен һаҡлаусы, ирек, бәхет өсөн көрәшеүсе улдарын ололауы, онотмауы менән бәхетле.
1.Һәр нәмәлә бөгөн яңы һулыш.
Яңы һулыш иҫкән елдәрҙә.
Ярҙарынын ташҡан йылғалар ҙа
Керпек ҡаҡҡан сәскә- гөлдәр ҙә.
2.Яңы һулыш һәр бер күҙәнәктә,
Яңы һулыш һәр бер күңелдә.
Шатлыҡ килә.еңеү майы булып,
Нисәнсе ҡат тыуған илемә.
1.Ҡәҙерле ҡунаҡтар,бөйөк ватан һуғышы, тыл һәм хеҙмәт ветерандары! Һеҙҙе, атайҙар, олатайҙар, ағайҙар — фронтта туранан-тура ҡатнашыусылар…
2. Һеҙҙе әсәйҙәр, ѳләсәйҙәр, әбейҙәр — фронтҡа ярҙам итеүселәр…
1. Һеҙҙе бѳгѳнгѳ кѳндѳң бәхетле йәштәре, уҡыусылар!
2. Һеҙҙе еңеү байрамы менән бөтә йөрәктән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф , үҙегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә,яҡындарығыҙға аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын.
1. Тарихтың һәр бите ҡәҙерле. Был элекке хаталарҙы ҡабатламаҫ, хәрби аңлашалмаусанлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн кәрәк. Донъялар тыныс, күк йөҙө аяҙ булһын,
2. 9 май – иң оло һәм изге байрам. Ул бөтә халыҡ ғорурлығы, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө. Шуға ла беҙҙең өсөн унан да ҡәҙерлерәк дата юҡ. Шанлы йылдарҙы иҫкә алып, һуғыш һәм тыл батырҙарына мәдхиә йырлаған 71 еңеү байрамы быйыл да районыбыҙҙа киң билдәләнә.
1.Бөгөн беҙҙең байрамда ҡунаҡтар:
2 – се өлөш:
Алтын йыуыусылар бейеүе ( «Йәйғор» өлгөлө бейеү ансамбле )
Священная война көйөнә балалар сыға
Монтаж
Шайморат 1. Һуғыш башланды
Йәшен булып осто был хәбәр:
Дошман беҙгә ҡаршы ут аскан!…
Гитлер бандалары илгә кергән,
Яна ауыл, яна ҡала… түгелә ҡан.
Данияр 2. Бер кемгә лә бирмәҫ минең халҡым
Заводтарын, шахта, тау-ерен…
Үлемен һиҙеп ҡоторонған дошман
Ошо ерҙә табыр ҡәберен.
Риян 3.Беҙҙең һѳйѳү кѳслѳ. Һәр бер кеше
Подвиг яһар, еңеү килтерер.
Беҙҙең нәфрәт утлы. Һәр нәфрәтле
Дошмандарын ҡырыр, кѳйҙѳрѳр.
Арслан4.Намыҫ, азатлык һәм бәхет ѳсѳн
Ватан саҡыра беҙҙе кѳрәшкә.
Ватан ѳсѳн! Тыуған тупраҡ ѳсѳн!
Алға! Еңеүҙәргә, иптәштәр!
Динислам 5.Илгә фашист ябырылғанда
Мылтыҡ буйы инек бары.
Шинель кейҙек, ҡайыш быуҙыҡ —
«Ахыр заман балалары…»
Фашист ѳңѳн туҙҙырышты
Беҙҙең быуын — ҡаты тоҡом…
Ансар 6 Партам ҡалды,
Ҡалды китаптарым,
Үкһегәндәй булды мәктәбем,
Ауыҙ итмәгәнгә иңрәп ҡуйҙы
Ҡырҡып алған ҡара икмәгем
Юлдаш 7.Тик ҡалманы намыҫ.
Шуға һалдат
Иле ѳсѳн инер уттарға
Илем алдында ла ғорур башын
Эйә белмәҫ, һалмаҫ яттарға.
Мораҙым 8.Хуш, Башҡортостан — тѳйәгем,
Бәлки, һуңғы күреүем…
Ятып ҡалһа ла һѳйәгем,
Һиңә ҡайтыр һѳйѳүем.
Үҙем ҡалһам ятып ситтә,
Һиңә атҡынам ҡайтыр
Толпарым да ауһа яуҙа,
Ғүмерлек даным ҡайтыр.
.
Тамерлан 9.Дошман ҡаса, ҡанға буяп
Әшәке эҙен,
Европа буйлап атлай
Улдарың һинең,
Ғорурлан, илем!
Тапап йыртҡыс фашистарҙың
Яуызлыҡ кѳсѳн,
Станлинградты ҡанға тѳрҙѳ
Улдарың һинең,
Ғорурлан, илем!
Фәнис10.Ҡара диңгеҙ, Дон, Днепр
Һәм Днестрҙың
Азатлығын яулап уҙҙы
Улдарың һинең,
Ғорурлан, илем!
Карпат тауҙары ҡабатлай
Батырҙар исемен,
Легендалар еңеүсе булды
Улдарың һинең,
Ғорурлан, илем!
Мин- башҡорт балаһы йыры
Һунарсы бейеүе
Алып барыусы 1. Мөхәббәт, һалдат мөхәббәте.
Яҙғы килә, хәбәр итке килә
Минән һуң да йәшәр быуынға.
Беҙ бит һөйә белдек, тик ҡайһыбыҙ
Ҡайтып етә алманы туйына.
Ах, эти тучи— Латыпова Ильнара, Гайсина Нәргизә
Алып барыусы 2. Яуҙарҙа татыным мин мөхәббәтте,
Ул тәүгеһе һәм ул бер ине.
Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр үптем,
Һәм ул тыуған ғәзиз ер ине.
Катюша йыры
Ҡыр ҡаҙҙары-Гайсина Нәргизә
Егет егет буламы-башланғыс кластар
Алып барыусылар
1.Һуғыш, һуғыш… Күпме сабый
Быуылды күҙ йәштаренә
Выҡытһыҙ салдар ѳҫтәлә
Әсәләрҙең сәстәренә.
Һуғыш… Мәскәүҙән Берлинғаса 2 мең саҡрым…
Бик әҙ, дѳрѳҫмѳ? Был — әгәр поезд менән барһаң — 2 тәүлек,
самолётта 3 сәғәт тиган һуҙ.
Ә һәр ҡарыш ер ѳсѳн кѳрәшеп имгәкләп барһаң — 4 йыл…
4 йыл-1418 кѳн!… 34 мең сәғәт!..
Һәм 27 миллион һәләк булған кеше ғүмере…
2 мең 600 саҡрым араға 27 миллион ҡорбан.
Леночка — Йәһүҙина Лидиә
1. Ҡәҙерле туғандар! Әйҙәгеҙ бер минутҡа тын ҡалайыҡ! Һуғышта яу яландарында ятып ҡалған атай-олатайҙарыбыҙҙы…
Һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып, яу яраларынан,
ауырыуҙарҙан бѳгѳнгѳ шатлыҡлы кѳндәргә килеп етә алмай үлеп ҡалған һуғыш ветерандырын хатергә алып тын ҡалайыҡ!
Барыһы ла баҫа. Бер минутлыҡ тынлыҡ, тик сәғәт һуғыуы ғана ишетелә.
Рәхмәт.
2. 27 миллион ҡорбан.. Ә күпме ҡатындар — ирһеҙ, балалар —
атайһыҙ, ҡыҙҙар — һѳгән йәрһеҙ, әсәләр — улһыҙ ҡалған.
Молитва— Лилия Салимовна
Уҡыусылар һѳйләй.
Әдилә 1.Һеҙ, инәйҙәр ул саҡтарҙа
Йәп-йәш кенә ҡыҙҙар инегеҙ
Кѳc етмәҫлек кѳстәрҙе лә
Күтәрҙе бит сибек иңегеҙ.
Элина2.Их, әсәләр, һуғыш йылдарында
Теңкәгеҙгә тейҙе ауырлыҡ,
Заман ауырлығын күтәрергә,
Яу ҡайғыһан баштан үткәрергә
Ҡайҙан тылсымлы кѳс таптығыҙ ҙа
Ҡайҙан алдығыҙ сабырлыҡ.
Фәридә3.Был-был һайрауҙарын тыңлар саҡтар
Һеҙ бит сабаталар үрҙегеҙ.
Сабаталар үреп кейҙегеҙ ҙә
Алабута баҫҡан яландарҙа
Һайыр егеп Һабан һѳрҙѳгѳҙ!
1.Еңеүгә үҙ ѳлѳштәрен индергән тыл эшсәндәре: ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, балалар! Ир-егеттәр һуғыш яландарында, ә хеҙ ауыл, ҡалаларҙа еңеү яуланығыҙ. Һеҙ күргән ауырлыҡтар, хәсрәт-ҡайғыларҙы һѳйләп, аңлатып бирерлек кенә түгел.
2. Тылда һыцыр егеп ер һѳрѳүсе, балаларын астан үлтермәҫ ѳсѳн, баҫыуҙа серек бәрәнге, башаҡ эҙләүсе әсәйҙәр, ѳләсәйҙәр, ололар менән бер рәттән һабан һѳргән, иген үҫтергән, урман ҡырҡып бүрәнә ағыҙған малайҙар, ҡыҙҙар, хәҙер инде олоғайып барған инәйҙәр, бабайҙар алдында баш эйәбеҙ.
1. Һалдат һуғыш яланында һеҙҙе онотманы, киреһенсә, өҙөлөп хаттар көттө, һәм хат килеп төшөү менән, ҡыуанып, шунда уҡ яуап яҙырға ултырҙы. Һеҙҙең һөйөүегеҙ көс арттырҙы һалдат йәнендә.
Землянкала- Султанов Арслан
1. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ 27 миллиондан артыҡ улын һәм ҡыҙын юғалтты. СССР территорияһында 1710 ҡала, 70 меңдән артыҡ ауыл яндырылды.
2.Башҡортостандан барлығы 730 мең кеше һуғышҡа алына. Шуларҙың 370 меңе яу яланында ятып ҡала.
1. 277 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Бѳтәһе 2456 һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры була. Шуларҙың 38-е — Башҡортостандан.
2. Тылда хеҙмәт иткән 161 мең кеше «1941-1945 йылдарҙағы Бѳйѳк Ватан һуғышында курһәткән хеҙмәттәре ѳсѳн» миҙалы менән бүләкләнә.
1. Дан, мәңгелек дан!
Һуғыш тураһында йырҙарҙан поппури – малайҙар вокал ансамбле
Уҡыусылар:
Шайморат Тѳҙәлә инде, тѳҙәлә
Ил тәнендәге яра,
Еңеүселәр һаны ғына
Йылдан йыл кәмей бара
- Еңеү кѳнѳнә арнап
Шиғырҙар ҙа ятлайым,
Ветеран олатайымды
Байрам менән ҡотлайым.
- Олатайҙар күкрәгендә
Миҙалдары сыңлайҙыр.
Илгә именлек яулаған
Батырҙарҙы данлайҙар
- Батырҙарын ҡала-ауыл халҡы
Һәр йыл һайын иҫкә алалар,
Онотмаҫтар һеҙҙемәңге-мәңге
Быуын-быуын килгән балалар,
Тыныс ҡына торһон донъялар.
- Беҙ еңеүгә уттар аша килдек,
Арыҫландар кеүек һуғышып
Бына шуның ѳсѳн, шуның ѳсѳн
Беҙгә бик-бик ҡиммәт ты-ныс-лыҡ!
Алина, Фәридә,Илсиә Ильгизовна — Ҡурай бейеүе
Азамат бейеүе Йәйғор бейеү ансамбле
День Победы йыры
Егет. Ҡәҙерле Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар!
Ҡыҙ. Хѳрмәтле тыл ветерандары!
Егет. Бѳтә йѳрәктән һеҙҙе һоҡланғыс байрам — Бѳйѳк Еңеүҙең 71
йыллығы менә ҡотлайбыҙ. Баһалап бѳткѳһѳҙ батырлығығыҙ ѳсѳн Һеҙгә
ҙур рәхмәт!
Ҡыҙ. Еңеүҙең 71-се яҙы һеҙгә тик яҡшы кәйеф һәм шатлыҡ алып килһен.
Бәхет, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ1
.
Бѳтәһе бергә:
Атай булһын, әсәй булһын,
Тыныс булһын һәр саҡ Ер шары!
Программа
Вступ. Часть
Военный танец
Выступления гостей
Концерт:
1.Золотари
2.Монтаж- мин- башҡорт балаһы— малайҙар
3.Һунарсы-Ильдар
4.Ах эти тучи— Нәргизә, Ильнара
5.Катюша
6.Ҡыр ҡаҙҙары-Нәргизә
7.Егет, егет буламы— башланғыс кл.
8.Леночка-Лидиә
9.Молитва-Лилиә С.
10.Әдилә, Элина, Фәридә- шиғырҙар
11.Землянка— Арслан
12.Поппури-малайҙар- шиғырҙар
13.Алина, Фәридә,Илсиә И.- Азамат
14.День Победы
Сценарий «Еңеү көнө»
Маҡсат:
1.Уҡыусыларҙа Тыуған илгә ҡарата һөйөү, ветерендарға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.
2. Уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡбыҙҙың еңеү өсөн индергән
өлөшөн, һуғыш һәм хеҙмәт батырлығын күрһәтеү, рухи ҡиммәттәрҙең мөһимлеген
аңлатыу
Сәхнә темаға ярашлы биҙәлгән. Һуғыш алды йылдарында популяр булған йырҙарҙан
попурри яңғырай.
Музыка аҫтында алып барыусылар сыға.
1-се алып барыусы.
Ҡәҙерле ҡунаҡтар, тыл һәм хеҙмәт ветерандары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм
уҡыусылар! Һеҙҙе Еңеү байрамы менән бөтә йөрәктән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, үҙегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.
2-се алып барыусы .
Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын. Һеҙҙең өсөн , хөрмәтле ҡунаҡтар, 9 класс уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән, Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған әҙәби-музыкаль кисәне ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.
1-се алып барыусы .
Памяти павших, памяти вечно молодых солдат и офицеров, оставшихся на фронтах Великой Отечественной войны, посвящается. Славным ветеранам Великой Отечественной войны, победившим, подарившим миру жизнь и счастье – посвящается!
2-се алып барыусы.
Тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан быуынға бағышлана. Кемдәргә бөгөн 17 йәш, уларға.
Кемдәр һуғыштың нимә икәнен белмәй, уларға бағышлана. Аңлаһындар өсөн…
Онотмаһындар өсөн…
1-се алып барыусы.
Мы расскажем сегодня о наших ровесниках, которым в 1941 году исполнилось семнадцать. О тех, кто из-за школьной парты бесстрашно и гордо шагнул в зарево войны, в грохот канонады.
2-се алып барыусы.
Шул көндәрҙе иҫкә алып үтәйек. Тарих биттәренә күҙ һалайыҡ.
1-се алып барыусы.
Прошло 77 лет, как закончилась Великая Отечественная война, но эхо её до сих пор не затихает в людских душах, потому что у времени есть своя память – история.
Так давайте же перелистаем несколько страниц той далёкой войны и вспомним, как всё это было…
2-се алып барыусы.
22 июня…Этот день вечно будет отбрасывать нашу память к 1941 году…
Июнь …клонился к вечеру закат.
И белой ночи разливалось море.
И раздавался звонкий смех ребят,
Не знающих, не ведающих горя.
1-се алып барыусы.
Соцализм идеялары сәскә атҡан осор ине.
2-се алып барыусы.
Илебеҙҙә күңелле йырҙар, байрамдар мәле ине.
Беҙҙең көндәребеҙ яҡты һәм тыныс ине.
1-се алып барыусы.
Тарих… 22 июнь 1941 йыл. Таң атып килә. Ауылдар, ҡалалар йоҡоға талған. Тәмле тѳштәр күреп балалар йоҡлай.
2-се алып барыусы.
Мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре бара ине.
“Рио-рита” музыкаһы аҫтында лицей уҡыусылары “Сығарылыш кисәһе” күренешен күрһәтә.
1-се ҡыҙ:
Эх, ниндәй иртә! Ниндәй таң! Бер ҡасан да ошо төн бөтмәһен ине. Беҙҙең сығарылыш кисәһе мәңгелек булһын ине.
1-се егет:
Бөтә нимәнең дә аҙағы була һәм был насар түгел, сөнки беҙҙе алда ысын оло тормош юлдары көтә.
2-се егет:
Бына бала саҡта үтте. Һау бул, мәктәп, һау булығыҙ, уҡытыусылар, класташтар!
Беҙҙе алда ниҙәр көтә икән? Билдәһеҙлек…
2-се ҡыҙ:
Ни өсөн билдәһеҙлек? Һин капитан буласаҡһың, ә мин башланғыс класстар уҡытыусыһы.
3-сө ҡыҙ:
Егеттәр, ҡыҙҙар! Мин күҙ алдына килтерәм: биш йылдан беҙ бөтәбеҙҙә юғары белемле буласаҡбыҙ, институт тамамлаясаҡбыҙ. Бәлки кемдәрҙер кейәүгә сығыр.
3-сө егет:
Бәлки, өйләнер. Юҡ, былар барыһы ла һуңынан. Мин геолог булам, тайгаға китәм. Романтика!
4-се ҡыҙ:
Ә мин химия буйынса булған өслө арҡаһында ни эшләргә лә белмәйем.
4-се егет:
Айһылыу, күңелеңде төшөрмә. Бер өс алғандан ғына тормош бөтмәй.
1-се егет:
Егеттәр, ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ фотоға төшәйек әле иҫтәлеккә.
(Барыһы ла “ Әйҙәгеҙ” тип фотоға төшөргә теҙеләләр)
2-се егет:
Иғтибар!Тарихи ваҡыт, иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ, 1941 йылдың 22 июнь таңы . .
1-се егет:
Беҙ йәшбеҙ , бәхетлебеҙ.
2-се ҡыҙ:
Беҙ хыялланабыҙ…
3-сө ҡыҙ:
Беҙ биш йылдан врачтар, уҡытыусылар,геологтар булырға хыялланабыҙ …
2-се ҡыҙ:
Минең хыялым уҡытыусы булыу.
3-сө егет:
Күңел асып, бейеп алайыҡ, әле дуҫтар!
Вальс бейейҙәр
Ҡапыл һуғыш темаһына музыка уйнап ебәрә, “ СВЯЩЕННАЯ ВОЙНА” ,1 куплет. Диктор Ю.Левитан һуғыш башланыуы тураһында иғлан итә.
Сәхнәлә ҡыҙҙар егеттәргә баштарына пилотка кейҙерәләр, фронтҡа оҙатып
ҡалалар.
1-се алып барыусы.
1941 йылдың 22 июнь көнө салт аяҙ ине. Көтмәгәндә радиолар аша шомло хәбәр таралды: илебеҙгә бөгөн немец фашистары баҫып инде…
2-се алып барыусы.
Йәшен булып осто был хәбәр,
Дошман беҙгә ҡаршы ут асҡан.
Гитлер бандалары илгә кергән.
Яна ауыл, ҡала…Түгелә ҡан.
1-се алып барыусы.
Сәскәле болондарҙа бесән сабып йөрөгән ағайҙар өйҙәренә ашыҡты.
2-се алып барыусы.
Бөтә ил дәррәү аяҡ үрә баҫты. Ошо көндән алып Бөйөк Ватан һуғышы башланды.
1-се алып барыусы.
Һуғыш! Ҡәһәрле был һалҡын һүҙҙе ишетеү менән, йөрәктәр ҡыҫыла. Меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп алғандай, гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы телеп үткәндәй.
2-се алып барыусы.
Ранним, солнечным утром в июне,
В час, когда пробуждалась страна.
Прозвучало впервые для юных
Это страшное слово «война».
Шамиғолов Фирғәт“Мин фронтҡа китәм, иптәштәр” шиғырын уҡый
1-се алып барыусы.
Чтоб дойти до тебя, сорок пятый,
Сквозь лишения, боль и беду,
Уходили из детства ребята
В сорок первом, далёком году.
2-се алып барыусы.
Һуғыш!
Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы.
Ватылған-емерелгән яҙмыш, өҙөлгән ғүмер, яралы мөхәббәт, йәтимлек.
1-се алып барыусы.
Беҙҙең ҡораллы көстәребеҙ сафында күп милләтле илебеҙҙә йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың да улдары һәм ҡыҙҙары ҡыйыу һуғышты.
2-се алып барыусы.
Бөйөк Ватан һуғышында иң ҙур батырлыҡ күрһәткән яугирҙаргә илебеҙҙең иң юғары хәрби наградаһы – Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелгән. Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Шулар араһынан 277 яугир Советтар Союзы Герой исеменә лайыҡ була. Муса Гәрәйевкә был исем ике тапҡыр бирелә.
1-се алып барыусы. За подвиги, совершённые в годы Великой Отечественной войны, высокого звания Героя Советского Союза удостоено 11 тысяч 657 человек , в том числе дважды — 108. В числе Героев Советского Союза, участников Великой Отечественной войны — 90 женщин.
2-се алып барыусы. Дәүләт Оборона Комитеты рөхсәте менән 1941 йылдың декабрь айында Башҡортостанда 2 милли башҡорт атлы дивизияһы төҙөлдө. 112-се дивизияның командиры итеп полковник Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов тәғәйенләнде.
1-се алып барыусы.
Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡтан легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов хаҡында беләбеҙ. Уның биографияһы иҫ китмәле. Оҙаҡ йылдар уның ҡаһарманлығы тейешенсә баһаланманы.Һәм бына хәҙер Рәсәй Президенты Башҡортостанда йәшәгән бер нисә быуындың ынтылыштарын хупланы: бик һирәк була торған ҡарар ҡабул итте. Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәй Геройы исеме менән бүләкләнде.
9а класы уҡыусылары башҡарыуында “Шайморатов генерал”йыры
2-се алып барыусы. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән күп башҡорт яҙыусылары фронтҡа китә.
1-се алып барыусы. Һуғыш бик күп талантлы яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың ғүмерен өҙә.Сәғит Мифтахов, Хәй Мөхәмәтйәров, Мәлих Харис һәм башҡалар батырҙарса һәләк була.
2-се алып барыусы.
Һуғыш яландарынан – еңеүсе исемен күтәреп ҡайтҡан яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ: Мостай Кәрим , Назар Нәжми, Шәриф Биҡҡол һәм башҡалар .
В исполнении девушек прозвучит песня “Катюша”
1-се алып барыусы.
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына беҙҙең республика 5 меңдән ашыу автомобиль, 750 трактор, 71 мең ат, 13 мең арба һәм аҙыҡ-түлек оҙатты. Белорет металлургия комбинаты танк һәм артиллерия заводтары өсөн ҡорос, нефть эшкәртеү заводтары хәрби машиналар өсөн яғыулыҡ сығара башланы.
2-се алып барыусы.
Белоретта, Өфөлә авиация бомбалары, мина һәм снарядтар, реактив миномет (катюшалар) корпустары яһалды.
1-се алып барыусы.
Арба, сана, саңғы, поход кухнялары, кейемдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Башҡортостан колхоздары һәм совхоздары дәүләткә 160 млн. бот иген, 980 мең центнер ит продукттары тапшырҙы.
2-се алып барыусы.
Республика 1944 йылдың аҙағына тиклем 600 мең яугир ебәрҙе.
Яғымлы музыка дауам итә.
1-се алып барыусы.
Ауыр, фажиғале ине йылдар,
Һай, дәһшәтле ине ул заман.
Ҡорал тотоп, көрәш юлына сыҡты
Үҙ иленән уҙаман.
2-се алып барыусы.
Ил улдарын тоғро көтөп алған тылдағы хеҙмәтсәндәргә лә, бөйөк әсәләргә лә һәйкәл ҡуйырлыҡ.
1-се алып барыусы.
Борондан йырланған йырҙар бар
Егетен яуҙарға оҙатҡан,
Һылыуҙар хаҡында ул йырҙар.
Ирҙәрен яуҙарға оҙатҡан,
Ҡатындар хаҡында ул йырҙар.
2-се алып барыусы.
Мең йылдар йырланған йырҙар бар,
Ҡайғынан таш һынға әйләнгән
Әсәләр хаҡында ул йырҙар.
Таш һынға әйләнмәй
Тормошто гел алға әйҙәгән
Әсәләр хаҡында ул йырҙар.
1-се алып барыусы. Һеҙҙең иғтибарға Рафиков Рәмзил һәм Фәнзил башҡарыуында йыр“Кисер мине, әсәй, ғәфү ит”
2-се алып барыусы.
Тотош ил буйынса 27 миллион ҡорбан, 1710 ҡала ,70меңдән артыҡ ауыл яндырыла. Беҙҙең Башҡортостандан һуғышта 700 меңдән ашыу яугир ҡатнашып,шуларҙың 300 меңдән ашыуы яу яланында ятып ҡала.
1-се алып барыусы.
Ғүмерегеҙ сәскә атырға тип,
Бөрөләнеп килгән саҡтарҙа,
Ауылымдан киткән ир- егеттәр
Баш һалдығыҙ икән ҡайҙарҙа
Ауылымдан киткән ир-егеттәр,
Юғалдығыҙ ҡайһы яҡтарҙа
Юғалдығыҙ, ләкин өлгөрҙөгөҙ
Илебеҙҙе уттан һаҡларға.
2-се алып барыусы.
Һуғыш бөтөп, ергә еңеү килде,
Күп һалдаттар кире ҡайтманы.
Һандыҡ төптәрендә һарғайҙылар
Окоптарҙан яҙған хаттары.
Ә хәҙер Казакулова Рәсилә башҡарыуында йыр “ АХ ЭТИ ТУЧИ В ГОЛУБОМ”
1-се алып барыусы.
Бөйөк Еңеү! Һин бит беҙҙең өсөн
Яҙғы гөлдәй йәшһең, күркәмһең.
Ләйсән төҫлө сафһың.
Ә бит үҙең
Тамуҡ яфалары күргәнһең.
2-се алып барыусы.
День победы — это праздник общий.
Девятое мая — красный день календаря.
С нами гости дорогие,
Мы от души поздравить Вас хотим.
1-се алып барыусы .
Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә,
Бер битеңдә — моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән әсе йәш тама.
2-се алып барыусы.
Немало песен и стихов посвящено победе.
Действительно великий праздник.
Для нас и для всей страны.
Мы от души поздравим ветеранов,
Спасибо Вам за подвиг Ваш огромный,
Что совершили для страны.
1-се алып барыусы.
9 май — Еңеү көнө…Бөгөнгө йәш быуын өсөн ул – Хәтер көнө. Нисек кенә атаһаҡ та, был көн һуғыш менән бәйләнгән.
2-се алып барыусы.
Ҡәҙерле туғандар!Әйҙәгеҙ, бер минутҡа тын ҡалайыҡ. Һуғышта ятып ҡалған олатай-бабайҙарыбыҙҙың, атайҙарыбыҙҙың исемдәрен әйтеп, уларҙың рухтарына тыныслыҡ теләйек.
1-се алып барыусы.
Тын ҡалайыҡ…тылда һыйыр егеп ер һөрөүсе,балаларын астан үлтермәҫ өсөн,баҫыуҙа серек бәрәңге, башаҡ эҙләүсе,бар ауырлыҡтарға үс итеп,атай-әсәйҙәребеҙҙе үҫтереүсе өләсәйҙәребеҙ алдында баш эйәйек.
2-се алып барыусы.
Многие, кто погиб сражаясь в Великой Отечественной Войне до сих пор числятся пропавшими без вести. Война не щадила никого: ни мужчин, ни женщин, ни детей. До сих пор не подсчитано точное количество людей, которые погибли во время Великой Отечественной войны.Но благодаря труду каждого человека победа осталась за нами. Давайте почтим память погибших героев минутой молчания, а затем вознесём цветы к памятнику. Мы не забудем Вас, Герои!
БЕР МИНУТ ТЫНЛЫҠ (МЕТРОНОМ).
( Уҡыусылар һәйкәлгә сәскәләр алып сығалар)
1-се алып барыусы.
Ҡәһәрле һуғыш 1418 көн һәм төн дауам иткән.Күпме әсәләр — улһыҙ,балалар — атайһыҙ, ҡыҙҙар — һөйгән йәрһеҙ,ҡатындар — ирһеҙ ҡалған.Яуҙа ятып ҡалған һалдаттар һәйкәлдәр булып әйләнеп ҡайтты көткәндәр янына.
2-се алып барыусы.
Ғүмерегеҙ сәскә атырға тип,
Бөрөләнеп килгән саҡтарҙа,
Ауылымдан киткән ир- егеттәр
Баш һалдығыҙ икән ҡайҙарҙа.
1-се алып барыусы.
Килегеҙ һәйкәлдәр янына,
Сәсәкәләр килтерегеҙ.
Яуҙа үлгән һалдатты
Иҫтәргә төшөрөгөҙ.
Ҡарағыҙ ҙа уйланығыҙ
Мәңгелек ут янында:
Илен яҡлап үлгәндәр
Йәшәй мәрмәр ташында.
Һуғыш йылдан – йыл йырағая бара, ә ветерандарҙың, һуғышта ҡатнашыусыларҙың сафтары һирәгәйә.
2-се алып барыусы.
1945 йылдың Еңеү көнөндә 18- 20 йәштә булған ир- егеттәр, бөгөн 93-95 йәш. Әйҙәгеҙ, уларға иғтибарлыраҡ булайыҡ, беҙ был тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән Һеҙгә бурыслыбыҙ, хөрмәтле ветерандар!
Еңеү! Ниндәй матур хәбәр!
Көрәш тә юҡ, тынды һуғыш та.
Күп батырҙар яуҙа ятып ҡалды,
Илен яҡлап һуңғы һулышта.
Миҙалдары сыңлай күкрәктәрҙә,
Шундай туған, шундай яҡындар.
Рәхмәт һеҙгә, батыр ил улдары,
Еңеү алып ҡайтҡан өсөн,
Яу эсенән, утлы ялҡындан.
Аликбаева Алина “Бөйөк Еңеү” исемле үҙенең шиғырын уҡый.
1-се алып барыусы.
Тыуған тѳйәгебеҙҙе нурлап яҙ килде. Ҡоштар оя ҡора, бала сығара. Ваҡыт ағышы мәңгелек хәрәкәттә. Май беҙгә кѳләс ҡояшы, йылы елдәре, наҙлы яҙ һулышы менән генә ҡәҙерле түгел. Был кѳндѳ беҙгә ата-бабаларыбыҙ фашизмды тар-мар итеп, еребеҙгә йәшәүҙең үҙен ҡайтарҙы. Кешелек тарихындағы ҡанҡойғос ҡәһәрле һуғыш
9 Май кѳнөндә Совет иленең еңеүе менән тамамланды. Илебеҙгә 75-се тапҡыр яңы һулыш, яңы кѳс-ҡеүәт, шатлыҡ менән Еңеү байрамы килә.
Ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү «Бөрйән ҡыҙҙары»
2-се алып брыусы.
Беҙ хѳрмәтле ветерандарыбыҙға доньяға йәм биреп йәшәүҙәре ѳсѳн рәхмәт әйтергә, уларҙың алдында баш эйергә тейешбеҙ. Бѳгѳнгѳ сараны Советтар Союзы Геройы маршал Г.К. Жуковтың һүҙҙәре менән тамамлағы килә.
Ҡәҙерле уҡыусылар! «Һеҙҙең менән бергә Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡан кешеләр йәшәй. Уларҙы байрамдарҙа ғына түгел, кѳндәлек тормошта ла ихтирам итегеҙ. Һуғыш ветераны һеҙҙән ярҙам һорамаҫ – автобуста, урамда, ғаиләлә үҙегеҙ иғтибарлы булығыҙ. Бының менән 1941-1945 йылдарҙа улар һеҙҙең ѳсѳн эшләгәндең бик бәләкәй ѳлѳшѳн генә ҡайтарырһығыҙ»
Тагирова Лилиә һәм Саттарова Диана башҡарыуында йыр“О той весне” .
1-се алып барыусы.
Сейчас я предлагаю исполнить всем вместе самую известную и красивую песню о Дне Победы с одноимённым названием. (Ведущие тоже поют)
День Победы, как он был от нас далек
Как в костре потухшем таял уголек.
Были версты, обгорелые, в пыли
Этот день мы приближали как могли.
Этот день Победы
Порохом пропах
Это праздник
С сединою на висках
Это радость
Со слезами на глазах
День Победы, День Победы, День Победы!
Дни и ночи у мартеновских печей
Не смыкала наша Родина очей
Дни и ночи битву трудную вели
Этот день мы приближали как могли
Этот день Победы
Порохом пропах
Это праздник
С сединою на висках
Это радость
Со слезами на глазах
День Победы, День Победы, День Победы!
Здравствуй, мама, возвратились мы не все
Босиком бы пробежаться по росе
Пол-Европы прошагали, пол-Земли
Этот день мы приближали как могли
Этот день Победы
Порохом пропах
Это праздник
С сединою на висках
Это радость
Со слезами на глазах
День Победы, День Победы, День Победы!
2-се алып брыусы.
Тыныс булһын аяҙ күгебеҙ,
Нур бөркөһөн көләс йөҙөбөҙ!
Хужалары илдең үҙебеҙ,
Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!!!
Кисәбеҙ тамам, һау булығыҙ!!!
9 май, 2021
Музыка аҫтында балалар залға инә, марш менән зал буйлап үтәләр һәм урындарына ултыралар.
А.б. Бына 76 йыл инде беҙҙең илебеҙҙә тыныслыҡ ҡояшы балҡый, 76 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған. Беҙҙең илебеҙ фашистик Германияны еңде. Күпме китап, шиғыр һәм йырҙар яҙылған еңеүсе батырҙар тураһында! Бөйөк еңеү байрамы беҙҙең баҡсабыҙҙа ла иң ҡәҙерле, иң яратҡан байрам.
А.б. Илем буйлап атлай,
Аҡ күбәләктәй,
Алмағастар сәскә атҡан май.
Берҙәмлек, көс, батырлыҡ менән
Фашистарҙы ҡыйратҡан ай,
Ҡояшлы май, аяҙ күктәр менән, еңеү көнө менән, туғандар!
1-се бала:
Еңеү көнө бөгөн,
Тышта йылмая ҡояш.
Олатайҙар сафҡа теҙелгән,
Әйтерһең, улар һаман йәш!
Күкрәктәрендә миҙал
Янып – ялтырап тора!
Сәстәренә ҡунһа ла сал,
Йөҙҙәре көлөп тора!
2-се бала:
Ветеран олатайым
Ерҙә еңеү яулаған.
Ҡанлы һуғыш яланында
Йәнен дә аямаған.
3-сө бала:
Тыуған илде һаҡлағандар
Өләсәй – олатайҙар.
Беҙгә тыныслыҡ өсөн
Күп көстәрен һалғандар.
4-се бала:
Рәхмәт әйтеп уларға
Башыбыҙҙы эйәбеҙ.
Оҙон ғүмер, ҙур һаулыҡ
Беҙ уларға теләйьеҙ!
А.б. Беҙ бөгөн һуғыш яланында ятып ҡалған, ғүмерен биргән һалдаттарҙы иҫкә алабыҙ. Улар беҙҙең тыныс тормош өсөн баштарын һалған. Һәр һалдатты – тере ҡалғанын да, ҡорбан булғанын да хөрмәтләп иҫкә алайыҡ.
5-се бала:
Һәйкәл эргәһендә ветерандар
Тәрән уйға батҡандар.
Һуғышта ҡалған дуҫтарын
Иҫкә алып торалар.
6-сы бала:
9 май! Йөҙҙәрҙә шатлыҡ та,
Һағышы ла сағыла.
Күҙҙәрҙән йәштәр тама.
Ветерандар еңеү көнөндә
Орден – миҙалын таға.
Йыр
Һуғыш! Ниндәй ҡот осҡос һүҙ! Оҙон һуғыш йылдары, аслыҡ йылдары. Күпме ауыл, ҡалалар яндырылды. Күпме бала етем ҡалды, кешеләр үлтерелде? Фашистар беҙҙең илебеҙгә 1941 йылдың июнь айында таң менән баҫып инделәр. Был көн һәм йыл беҙҙең хәтерҙә мәәңге һаҡланыр. Был ҡурҡыныс, аяуһыҙ һуғышта бөтә илебеҙ ҡатнашты, еңеүҙе яҡынлаштырҙы, көрәште. Көн һайын поезд менән һалдаттарҙы һуғышҡа оҙаттылар. Туғандары, балалары, әсәләре илашып оҙаттылар. Һәр кем еңеүгә ышаныс менән йәшәне.
А.б. Еңеү көнөн бер кем дә, бер ҡасан да онотмаясаҡ. Хәҙерге тыныс тормош, күңелле көндәр өсөн, й ыр һәм бейеүҙәр өсөн үҙебеҙҙең олатай – оләсәйҙәребеҙгә, ҡартатайҙарыбыҙға бурыслыбыҙ. Ҡәҙерен беләйек тыныс тормошобоҙҙоң!
Бейеү
А.б. Беҙҙең малайҙарыбыҙ ҙур үҫкәс Армияға барасаҡтар һәм илебеҙҙе һаҡлаясаҡтар. “Өйрәнеү ҡыйын – яуҙа еңел” тип әйткән бөйөк полководец Суворов. Хәҙер беҙҙең ҡыйыу саперҙар үҙҙәрнең һөнәрен күрһәтәсәк.
Уйын “Саперҙар”
А.б. Һуғыш осоронда һалдаттарға йырҙар ныҡ ярҙам иткән. Һуғыш йылдары йырҙары… яуҙан һуң әҙерәк тыныслыҡ урынлашҡас, һалдаттар ял итеп, костер янында йырҙар йырлағандар, ғаиләләренә хаттар яҙғандар. Йыр һалдаттарға аслыҡты, һыуыҡты оноторға, еңергә ярҙам иткән.
Йыр____________________
А.б. Һуғыш, батырлыҡ тураһында ла бик күп мәҡәлдәр сығарылған. Әйҙәгеҙ, уларҙы иҫләп әйтәйек. Мин башлайым, һеҙ мәҡәлдең аҙағын әйтеп бөтөгөҙ.
Тыныслыҡ төҙә, ә һуғыш емерә.
Ҡыйыу еңер, ҡурҡаҡ үлер.
Берәү бөтәһе өсөн, бөтәһе берәү өсөн.
А.б. 1945 йылдың 9 майында Б.В.һуғышы тамамлана. Был көн иң яҡты, иң ҡәҙерле байрам булып һанала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш батырҙары көндән – көн кәмей, арабыҙҙан китә. Беҙ уларға һәр ваҡыт рәхмәтлебеҙ. Был һуғышта миллионлап халыҡ ҡырыла. Улар хаҡында беҙ оноторға тейеш түгел. Улар ьеҙҙең йөрәктәрҙә ғүмергә һаҡланыр.
Ребенок:
Встань сегодня утром рано,
Выйди в город, посмотри.
Как шагают ветераны
С орденами на груди.
Ребенок:
За страну родную люди
Отдавали жизнь свою.
Никогда мы не забудем,
Павших в доблестном бою.
Ребенок:
Горит огонь у обелиска,
Березы в тишине стоят.
И мы склонились низко-низко,
Тут неизвестный спит солдат.
А.б. Ә хәҙер бер минутлыҡ тынлыҡ менән яуҙа башын һалған һалдаттарҙы иҫкә алайыҡ.
Минута молчания
31.03.2015
Сценарий мероприятия «Встреча с ветераном ВОВ» ( на башкирском языке)
Сценарий встречи с ветераном ВОВ
Оценить
4866
Содержимое разработки
Бөйөк Еңеүгә-70 йыл
“ Еңеү яҙы килә тыуған илгә”
Әҙерләне:РозалияРафаэль ҡыҙы Заһитова
Аургазы районы,Толбазы башҡорт
гимназияһы тәрбиәсеһе
Толбазы-2015
Маҡсат:Тыуған илебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү;
һуғыш ветерандарын хөрмәт ,ихтирам итеү;
балаларҙың характерында ыңғай һыҙаттар,илһөйәрлек
тойғолары тәрбиәләү;
Йыһазландырыу:«Бөйөк Еңеүгә-70 йыл», «1941-1945»тигән
яҙыуҙар,Еңеү ордены һүрәте,байрамға арнап
сығарылған гәзиттәр,стендтар ҡуйыла,
сәскәләр,шарҙар менән биҙәлә.
Кисә барышы
1-cе алып барыусы.Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ветерандар,атайҙар, олатайҙар,
ағайҙар- фронтта туранан-тура ҡатнашыусылар…
2-се алып барыусы.Һаумыһығыҙ, апайҙар,әсәйҙәр- өләсәйҙәр бөгөнгө көндөң
бәхетле йәштәре,уҡыусылар !
1-cе алып барыусы .Һеҙҙең барығыҙҙы ла тантаналы байрам –Бөйөк Еңеүҙең
70йыллығы менән ҡотлайбыҙ!
2-се алып барыусы.Илебеҙ күгенең 70-се йыл аяҙ булыуы менән беҙ һеҙгә
бурыслы.Оҙон ғүмер ,тыныс көндәр насип булһын
барығыҙға ла!
1-cе алып барыусы.
Матурлығы өсөн был көндәрҙең
Кемдәр генә ҡорбан булмаған !
Исемдәрен тарих беҙгә үҙе
Һаҡлап килә алыҫ йылдарҙан.
Тыуған ил хаҡына ,тыуған ер хаҡына
Ауылдаштар башын һалдылар.
Беҙҙең ғүмер өсөн улар
Мәңгегә сит илдә ҡалдылар!
2-се алып барыусы.Хөрмәтле ветерандар!Бөгөн беҙ һеҙҙең батырлыҡҡа тағы
ла бер тапҡыр һоҡланыр өсөн ,һеҙгә дан һәм мәҙхиә
йырлар өсөн ,һеҙҙең түҙемлегегеҙ ,сабырлығығыҙ
алдында баш эйәбеҙ.
1-cе алып барыусы.Бөгөн яуҙа ятып ҡалған яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә
дошманды тар-мар итеп иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан
хөрмәтле ветерандарға ,тылда ас-яланғас килеш ҡар
һыуҙарын йырған ,ел-бурандар аҫтында барлыҡ
сәләмәтлектәрен ,ғүмерҙәрен биргән ҡатын-ҡыҙҙар һәм
шул осор үҫмерҙәре алдында хөрмәт менән баш
эйәбеҙ.Бөгөнгө сығышыбыҙ һеҙгә бағышлана ,ҡәҙерле
яҡташтар!
2-се алып барыусы.Хөрмәтле ветерандар!Был еңеү ҙур ҡорбандар аша
яуланды һәм бына 70 йыл инде илебеҙ халҡы тыныс
тормошта йәшәй.4йыл дауам иткән һуғышта халҡыбыҙ
күрһәткән батырлыҡтар һәм кисергән ҙур ғазаптар70йыл
буйына ла ,100йылдан һуң да оноторлоҡ
түгел.Ҡаһармандар даны мәңгелек!Халыҡ күңелендә лә
улар мәңге һаҡланыр!
1-се бала. Еңеү Һағындырған данлы еңеү!
Ҡосаҡланы бөгөн илемде
Йөрәктәрҙән шатлыҡ ташты урғып,
Бар доңъяның баҫып киңлеген.
(Ф.Бикбаев)
2-себала. Еңеү!Ҡояш балҡый бер битендә
Бер битендә моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә ,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама…
(М.Кәрим)
1-се бала.1941йылдың22июне …Был көн совет кешеләре өсөн ҙур ҡайғы
алып килде.
Йәшен булып осто был хәбәр :
Дошман беҙгә ҡаршы ут асҡан!..
Гитлер бандалары илгә кергән,
Яна ауыл,ҡала …түгелә ҡан.
Бер кемгә лә бирмәҫ минең халҡым
Заводтарын,шахта ,тау-ерен…
Үлемен һиҙеп ҡоторонған дошман
Ошо ерҙә табыр ҡәберен.
(Х.Кәрим)
(Фонограмма.Һуғыш башланыуы хәбәр ителә.)
(“Изге һуғыш” (В.Лебедев-Кумач һүҙҙәре,А.В. Александров көйө) йыры яңғырай.)
1-cе алып барыусы. Һуғыш!!! Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге
уңалмаҫ ер яраһы,күңел яраһы,ватылған-емерелгән
яҙмыш,өҙөлгән ғүмер,яралы мөхәббәт,йәтимлек…
2-се алып барыусы. Һуғыш!!!Ҡәһәрле был һалҡын һүҙҙе ишетеү менән
йөрәктәр ҡыҫыла,меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше
күңелде өтөп алғандай,гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк
өҙгөс ауазы телеп үткәндәй…
(“Һалдаттар “йыры яңғырай (Р.Әхмәтйәнов
һүҙҙәре,Ф.Әхмәҙиев көйө))
1-cе алып барыусы. Ҡыҙыл Армия һалдаттары1418 көн һәм төн бығаса
тарихта тиңе булмаған батырлыҡтар күрһәтте.Яуызлығы
һәм яһиллығы бер ниндәй үлсәүҙәргә һыймаған аяуһыҙ
дошманды тар-мар иткәндә бик күптәрҙең исеме
легендаға әүерелде,улар бөгөн дә киләсәк быуын өсөн
һоҡланғыс өлгө булып йәшәүҙәрен дауам итәләр.
2-се алып барыусы.
Беҙ ҡайтырбыҙ ,тиеп киткән юлдан
Китһәләр ҙә ,улар ҡайтманы.
Улар өсөн бары елдәр генә
Асып-ябып йөрөй ҡапҡаны.
1-cе алып барыусы. “Бер ҡайтмаһаҡ,бер ҡайтырбыҙ әле”,-тип китһәләр ҙә
күпме яҡташтарыбыҙ сит тупраҡта ятып ҡалдылар.Ә
күпме әсәләр- улһыҙ, балалар – атайһыҙ,ҡыҙҙар-һөйгән
йәрһеҙ,ҡатындар-ирһеҙ ҡалдылар.
2-се алып барыусы.Беҙҙең тыуған еребеҙ өсөн башын һалған
батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.Улар беҙҙең
менән,беҙҙең арала.
1-се бала. Илдә иҫән ҡалған батыр улың,
Йәшәй халҡы менән ул бергә.
Тыныс тормош өсөн тырыша ул,
Йырлап иген игә ул ерҙә.
1-cе алып барыусы. Хөрмәтле ҡунаҡтар,ветерандар!
Беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ,сабыйҙарыбыҙҙың тыныс
йоҡоһо өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәгән
яҡташтарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алайыҡ!
(Бер минут тынлыҡ.)
Барыһы ла аяғүрә баҫа.Бер минутлыҡ тынлыҡ,тик сәғәт
һуғыуы ғына ишетелә.
2-се алып барыусы.Рәхмәт.“Йылдар аша баш эйәбеҙ”йыры
яңғырай.(Ф.Чанышева һүңҙҙәре ,С.Садыҡова көйө.)
1-се бала Һуғыш бөтөп,илгә еңеү килде,
Күп атайҙар кире ҡайтманы.
Һандыҡ төптәрендә һарғайҙылар
Окоптарҙан яҙған хаттары.
2-се бала. Ҡайтыр тигән өмөт менән ҡалды
Яҡындары,тыуған яҡтары.
Ә беҙгә тик иҫтәлеккә ҡалды.
Өсмөйөшлө атай хаттары.
1-cе алып барыусы.
Хаттар…Хаттар…Араларҙың алыҫлығын яҡынайтыусы
улар,төрлө хәбәр-хәтер килтереүсе лә.Ә бит хат образы
ҡанлы һуғыш йылдары менән ныҡ бәйле.Сөнки
фронттағылары менән тылдағыларҙың хәлдәрен бер-
береһенә еткереүсе – шул уҡ өскөл хаттар.Әлеге көнгә
тиклем һаҡланған һалдат хаттарының һәр береһендә
фашизмға,Гитлергә ҡаршы нәфрәт тойғоһо сағыла.
(Һуғыш яланынан яҙылған хат.Хат уҡыу)
2-се алып барыусы.Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта саҡырылған һуғыш һәм хеҙмәт
ветерандары ла ошо Бөйөк Еңеүгә үҙҙәренең тос
өлөштәрен индергән.Бөгөнгө кисәлә беҙҙә ҡунаҡта
Мусағитов Шәриф Һаҙый улы һәм Зайнағутдино Рәшид
Сирәжетдин улы саҡырылды.
1-cе алып барыусы.Хөрмәтле, ҡәҙерле ветерандар!!!Хәҙер һалдат иҫтәлеге
биттәрен асайыҡ.Үҫеп килгән йәш быуынға хәтерегеҙҙә
ҡалған бер нисә ваҡиға тураһында һөйләп үтһәгеҙ.
(Ҡәҙерле ветерандар һүҙ һеҙгә бирелә)
2-се алып барыусы.Рәхмәт.Ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ,Бөйөк Ватан һуғышы һәм
хеҙмәт Ветерандары!!!Һеҙҙе Еңеү байрамы менән ысын
йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ,ныҡлы һаулыҡ,үҙегеҙгә һәм
ғаилә ағзаларығыҙға аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.Еңеүҙең70-се
яҙы һеҙгә тик яҡшы кәйеф һәм шатлыҡ алып
килһен.Бәхет, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.Донъяға
йәм биреп йәшәүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!!!
1-cе алып барыусы.Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм
тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын!Һеҙҙең өсөн
хөрмәтле ҡунаҡтар,йыр яңғырай “Еңеү көнө”.
Музыка аҫтында композицияла ҡатнашыусы уҡыусылар
ветерандарға сәскәләр һәм бүләктәр тапшыралар.
Байрам тантанаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған обелискҡа сәскәләр һалыу менән тамамлана.
Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/120009-scenarij-meroprijatija-vstrecha-s-veteranom-v
«Свидетельство участника экспертной комиссии»
Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!
9 Май Е5е9 к2н2н1 6арата сценарий
Я88ар 9теп й1мле й1й81р килде,
Тыу7ан я7ым к9мелде с1ск1г1.
41-не5 й1йен халы6 6аршылай
*ур 2м2тт1р ба7ып кил1с1кк1.
А6 болоттар 2й2р2н тирб1теп
Йылы елд1р та7ы и4тел1р.
:ояш нуры мен1н би81лешк1н
К9б1л1кт1р осоп 9ттел1р.
К9кр1к киреп г2лд1р тажын елпей,
К9реге8, к9р бе88е тиг1нд1й.
Тойолалар улар с1л1м юллап,
Бер-бере3ен1 башын эйг1нд1й.
Шул ирт1л1 бес1н сабыу 2с2н
Ауыл хал6ы сы6ты болон7а.
К9м1кл1шеп, 2м1 я3ап эшл19-
Шундай 7181т борон-борондан.
№ы87аныулы 6улда сал7ы,
Эх, ул й1шел бес1н е4т1ре.
Эшк1 д1рт 31м 6ул7а д1рт бир1
Тыу7ан я6ты яратыу хист1ре.
— Бес1нсел1р бейе9е
— Левитан тауышы.
— «Свящённая война» к2й2, презентация
— «Мин фронт6а кит1м, ипт1шт1р» ( М.К1рим)
Эйәрләне атай, ялын үреп,
Аҡбуҙаттың ярһыу, ап-ағын,
Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының
Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.
Мин фронҡа китәм, иптәштәр.
Ышан, атай, һин эйәрләп биргән
Аҡбуҙатым минең абынмаҫ,
Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй,
Һуғарырмын дошман ҡанында. Йыуырмын мин фашист ҡаны менән
Илем күкрәгенең яраһын,
Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙа
Үс һәм нәфрәт биргән ҡанатым.
Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,
Һылыуҙарын һаҡлап илемдең,
Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,
Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең,
Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн –
Мин фронҡа китәм, иптәштәр.
!с1.
№ау бул, улым, ситк1 ос 3ин,
Б1хет яу3ын юлы5а.
Ауылы5 2с2н тыныс бул 3ин,
!с1йе5 6ала урыны5а.
Ыласындай ос 3ин, улым,
Дошманды 6ыу илен1.
Й1шен ташы булып ос 3ин,
Ос 3ин фашист 24т2н1.
С1л1м хаты5 килг1н 3айын
Байрам к9лд1ген кей1рмен.
Мине5 улым батыр8арса
Бурысын 9т1й тийермен.
Музыка
№у7ыш…Биш кен1 х1рефт1н тор7ан был 39881 м15ге
у5алма4 ер яра3ы, к95ел яра3ы, ватыл7ан-емерелг1н я8мыш,
282лг1н 79мер, яралы м2х1бб1т, й1тимлек.
Й1шен булып осто был х1б1р,
Дошман бе8г1 6аршы ут ас6ан.
Гитлер бандалары илг1 керг1н,
Яна ауыл, 6ала…т9гел1 6ан.
Ир-егетт1р яу7а у9т1рел1,
№а6лап бе88е5 71зиз Ватанды.
Аямайса улар 98 й1нд1рен :ыйраталар яуыз дошманды.
Бер кемг1 л1 бирм14 мине5 хал6ым
Заводтарын, шахта, тау-ерен.
(лемен 3и8еп 6оторон7ан дошман
Ошо ер81 табыр 61берен.
Бе88е5 32й29 к2сл2. №1р бер кеше
Подвиг я3ар, е5е9 килтерер.
Бе88е5 н1фр1т утлы. №1р н1фр1тле
Дошмандарын 6ырыр, к2й82р2р.
Намы4, азатлы6 31м б1хет 2с2н
Ватан са6ыра бе88е к2р1шк1.
-Ватан 2с2н, Тыу7ан тупра6 2с2н
-Ал7а, е5е981рг1, ипт1шт1р.
Шайморатов генерал» к2й2.
№алдат форма3ында 2с у6ыусы егет сы7а
Илг1 фашист ябырыл7анда
Мылты6 буйы инек бары.
Шинель кей8ек, 6айыш быу8ы6-
«Ахыр заман балалары»
Фашист 252н ту88ырышты
Бе88е5 быуын- 6аты то6ом…
Партам 6алды,
:алды китаптарым,
(к3ег1нд1й булды м1кт1бем,
Ауы8 итм1г1нг1 и5р1п 6уй8ы
:ыр6ып ал7ан 6ара икм1гем.
Тик 6алманы намы4. Шу7а 3алдат
Иле 2с2н инер уттар7а.
Илем алдында ла 7орур башын
Эй1 белм14, 3алма4 яттар7а.
Хуш, Баш6ортостан- т2й1гем,
Б1лки, 3у57ы к9ре9ем
Ятып 6ал3а ла 32й1гем,
№и51 6айтыр 32й29ем.
(8ем 6ал3ам ятып ситт1,
№и51 ат6ынам 6айтыр
Толпарым да ау3а яу8а,
?9мерлек даным 6айтыр.
«Батыр8ар йыры»
№у7ыш, 3у7ыш…К9пме сабый
Быуыла к98 й1шт1рен1.
Ва6ыт3ы8 салдар 24т1л1
!с1л1р8е5 с1ст1рен1.
№у7ыш…М1ск1981н Берлин7аса 2600 са6рым
!г1р поезд мен1н бар3а5, 2 т19лек, самолётта 3 с171т тиг1н
398
№1р 6арыш ер 2с2н к2р1шеп, имг1кл1п бар3а5- 4 йыл…
4 йыл
1918 к2н
34000 с171т
№1м 27миллион 31л1к бул7ан кеше 79мере.
27миллион 6орбан… ! к9пме 1с1л1р- ул3ы8, балалар-
атай3ы8, 6ы88ар- 32йг1н й1р3е8, 6атындар- ир3е8 6ал7ан.
:18ерле ту7андар. !й81ге8 бер минут6а тын 6алайы6.
№у7ышта яу яланында ятып 6ал7ан олатай- бабай8арыбы88ы5, атай8арыбы88ы5 исемд1рен 1йтеп,
улар8ы5 рухтарына тыныслы6 тел1йек.
№ыуы6 окоптар8а бар 3аулы7ын ю7алтып, яу яраларынан,
ауырыу8ар8ан б2г2нг2 щатлы6лы к2нд1рг1 килеп ет1 алмай
вафат бул7ан 3у7ыш ветерандарын х1терг1 алып тын
6алайы6. Бер минут6а зин3ар тын 6алайы6.
Бер минут тынлы6.
:а88ар т9гел ине-3алдаттар,
Т9шт1ренд1 сы5лай ми8алдары,
Шинелд1рен т2р2п тот6андар.
-№аумы, ту7ан, ти81р,
-Бе88е, -ти81р,-
Онотманымы 1ле я6таштар?
№е881н бе8г1 бер ни к1р1к т9гел,
Тик шу7а 3е8 6ола6 3алы7ы8.
Онтма7ы8 бе88е. Онот3а7ы8…
:айталмабы8 6а88ар булып та.
Йыр. Оло юлдан яу7а китк1н са6та
Та5 елен1н томан таралды.
Ауыл ситенд1ге к9к нарат6а
Аттар 8а бит боролоп 6араны.
№ауалар8а торна тауыштары,
Ишетел1 6анат 6а7ыштары.
:оштар8а ла кеше я8мыштары
Сит ер81рг1 китеп барыштары.
№у7ыш б2т2п илг1 е5е9 килде,
К9п атай8ар кире 6айтманы.
№анды6 т2пт1ренд1 3ар7ай8ылар
Окоптар8ан я87ан хаттары.
:айтыр тиг1н 2м2т мен1н 6алды
Я6ындары, тыу7ан я6тары.
! бе8г1 тик и4т1лекк1 6алды
«см2й2шл2 атай хаттары.
Ал нур8ар7а т2р2н2п 6ояш байый,
(тк1н юлдар кил1 к95елг1.
Е5е981р8е яулап ал7ан к2нд1р
Онотолма4 79ме-79мерг1. Ю7алтыу8ар алып килде 3у7ыш,
К9пие ир81р 6айтмай 6алдылар.
Шул ир81р8е5 йо6оларын 3а6лап,
А6 6айындар мо53оу шаулай8ар.
№е8, ин1й81р, ул са6тар8а
Й1п-й1ш кен1 6ы88ар инеге8.
К2с етм14лек эшт1р8е л1
К9т1р8е бит сибек и5еге8.
Их, 1с1л1р, 3у7ыш йылдарында
Те5к1ге8г1 тей8е ауырлы6.
Заман ауырлы7ын к9т1рерг1
Яу 6ай7ы3ын баштан 9тк1рерг1
:ай8ан тылсымлы к2с тапты7ы8 8а
:ай8ан алды7ы8 3у5 сабырлы6.
Былбыл 3айрау8арын ты5лар са6та
№е8 бит сабаталар 9р8еге8.
Сабаталар 9реп кей8еге8 81
Алабута ба46ан яландар8а
№ыйыр егеп 3абан 32р82г28.
Е5е9г1 98 2л2шт1рен индерг1н тыл эшс1нд1ре- 6арт-6оро,
6атын-6ы8, балалар. Ир-егетт1р 3у7ыш яландарында, 1 3е8
ауыл, 6алалар8а е5е9 яуланы7ы8. №е8 к9рг1н ауырлы6тар,
х1ср1т- 6ай7ылар8ы 32йл1п, а5латып бирерлек кен1 т9гел.
Тылда 3ыйыр егеп ер 32р29се, балаларын астан 9лтерм14
2с2н, ба4ыу8а серек картуф, баша6 э8л19се 1с1й81р,
2л1с1й81р, ололар мен1н бер р1тт1н 3абан 32рг1н, иген
94терг1н, урман 6ыр6ып б9р1н1 а7ы87ан малай8ар, 6ы88ар,
х18ер инде оло7ай7ан ин1й81р, олатай8ар алдында баш
эй1бе8.
Болондар8ы к9меп май8ы5
Н1фис г2л2н1.
Е5е9 к2н2 бал6ып килде
Тыу7ан илем1. Тик е5е9 98ен1н 98е
Килм1не ерг1.
Уны яулап 6а3армандар
К2р1ште берг1.
Атай-олатай8ар яу8а
Е5е9 яуланы.
Фашистар8ы д2м2кт2р2п
Илен данланы.
Йыр «Олатайым ми8алдары»
Б2й2к Е5е9.№ин бит бе88е5 2с2н
Я87ы г2лд1й й1ш3е5, к9рк1м3е5.
Л1йс1н т24л2 саф3ы5. ! бит 98е5
Таму6 яфалары к9рг1н3е5.
Е5е9. :ояш бал6ый бер бите5д1
Бер бите5д1 – мо53оу ай 3аман.
Бер к98е5д1н шатлы6 нуры 3ибел1,
Бер к98е5д1н 1се й1ш тама.
Бейе9 «Катюша»
Батыр8арын 6ала-ауыл хал6ы
№1р йыл 3айын и4к1 алалар.
Онотма4тар 3е88е м15ге-м15ге
Быуын-быуын килг1н балалар.
Атай бул3ын, 1с1й бул3ын
Тыныс бул3ын 31р са6 Ер шары.
Бе8 е5е9г1 уттар аша килдек,
Ары4ландар ке9ек 3у7ышып.
Бына шуны5 2с2н, шуны5 2с2н
Бе8г1 бик-бик 6имм1т ты-ныс-лы6.
Йыр «№1р ва6ыт бул3ын 6ояш»
Музыка «День Победы»
Х2рм1тле тыл ветерандары.
Х2рм1тле 6уна6тар, ата-1с1л1р, у6ыусылар.
Б2т1 й2р1кт1н 3е88е 3о6лан7ыс байрам- Б2й2к Е5е98е5 72
йыллы7ы мен1н 6отлайбы8. Е5е98е5 72 –се я8ы 3е8г1 тик я6шы к1йеф 31м шатлы6 алып
кил3ен.Б1хет, именлек 31м о8он 79мер тел1йбе8.
:отлау.