Сценарии башкирских свадеб и других праздников
На этой страничке приведены сценарии мероприятий на башкирском языке:
1. Сценарий юбилея на башкирском языке «Туй».
2. Сценарий юбилея на башкирском языке «Юбилейная поездка».
3. Сценарий свадьбы на башкирском языке.
Можете скопировать любой из них себе бесплатно или заказать у нас индивидуальный на своё мероприятие. А также у нас можно заказать любую услугу для проведения башкирской свадьбы и другого банкета.
Любой наш ведущий готовится к мероприятию заранее, при этом составляя сценарий Вашего праздника, который согласуется с Заказчиком. Это входит в стоимость услуг тамады и является бесплатной услугой. Если же вы хотите провести свой праздник самостоятельно, то можете заказать у наших ведущих личный сценарий на русском или татарском языке. Эта услуга платная, гонорар с автором сценария оговаривается персонально. Звоните и мы подберём Вам ведущего или автора сценария на любой проект.
Туй. Сценарий юбилея на башкирском языке
Әссәләмәғәләйкүм, йәнә лә һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар,ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, ҡоҙа-ҡоҙасалар, ағай-эне, туған-тумаса, бала-саға. Беҙ бөгөн оло мәжлескә, никахлашыу кисәһенә йыйылдыҡ. Кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ, мәңге иҫтә ҡала торған мәле бөгөн. Айбулат менән Гөлнара ғүмер буйы үҙҙәре генә барасаҡ тормош юлдарына аяҡ баҫалар . Шуға күрә был мәжлесте матур, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреп ебәрәйек.
Ҡәҙерле йәштәр, һеҙҙе иң күркәм, шатлыҡлы байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Тормош юлығыҙҙы ололар һоҡланырлыҡ, йәштәр үрнәк алырлыҡ, дуҫтарығыҙ шатланырлыҡ итеп үтегеҙ.Ҡауышыу көндәрегеҙҙең шатлығын, мөхәббәтегеҙҙең сафлығын ғүмер буйы һаҡлағыҙ, керһеҙ саф мөхәббәт, тигеҙ ғүмер һеҙгә. Беренсе тост йәштәр һәм уларҙың оҙон ғүмерле бәхете өсөн.
Хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙ әкертен генә ҡапҡалап –ниткәләп, тирә-йүнде байҡап таныша тороғоҙ, ә мин һеҙҙе бөгөнгө мәжлестең кейәү менән килендән ҡала төп кешеләре менән таныштырып үтәйем. Шулай итеп, наливайко һәм угащайкалар-… Кемгә — нимә етмәй, ҡалағы етмәһә, бесәйҙең башына һуғыр инем, тип ултырмағыҙ, обращайтесь.
Табын ҡыҙғансы, ҡунаҡтар ҡыҙмаса булып алғансы, туй тәртибе менән таныштырып үтәйем.
Үҙеңде өйҙәге кеүек хис ит, әммә ҡунаҡта икәнеңде онотма.
Табында ҡош тотҡан бесәй кеүек шатланып, ауыҙ йырып ултыр.
Аслан күршеңде үҙ ҡатының менән бутай күрмә. Иҫеңдән сығарма, күрше тауығы – ҡаҙ, күрше ҡатыны ҡыҙ булып күрененә.
Ҡатынығыҙ аяғығыҙға баҫһа, ботоғоҙҙан семтеп алһа, ҡысҡырып ебәрмәҫкә, ә «аппағым» тип үбеп алырға.
Күҙ алдың томалана башлап, бер ишек өсәү булып күренә башлай икән, аптырап торма, алтын уртаны һайла, яңылышмаҫһың, күптәр шулай итә.
Ҡәҙерле ҡунаҡтар,инструкция үттек , инде ҡултамға ҡуйып та ҡуяйыҡ. Кем дә кем ошо тәртип менән килешә, рюмкаһын төпләп ҡуя.
Бер-берең менән таныштырыу.
Оло шатлыҡ ата-әсәгә
Улы менән ҡыҙы менән ҡыҙы туйында.
Сөнки һаман йәш бала булып ҡалаһығыҙ улар уйында.
Һеҙҙең өсөн улар гел борсола,
Һеҙҙең өсөн керә уттарға.
Шуға күрә ҡотлау өсөн
Беренсе һүҙ — уларға.
Һүҙ- свидетель менән свидетельницаға:
Танытмалар бирәләр.
Загста биргән яҙыу
Һарғая ул һандыҡ төбөндә.
Һүрелмәһен һеҙҙең саф мөхәббәт
Һаҡланһын ул күңел түрендә.
Айбулат, Гөлнара.
Бөгөн яҙмыш бүләк итте һеҙгә
Бергә-бергә ғүмер итергә
Боролмалы тормош һуҡмаҡтарын
Етәкләшеп бергә үтергә.
Иртәгәһен һйҙылып атҡан таңдар
Оло шатлыҡ алып килһендәр.
Алдағы көндәрегеҙ тигеҙлектә
Бәхет менән имен үтһендәр.
Туғандарҙың ҡотлауы.
Гөлнара киленгә.
Кеймә итек, кей сабата,
Сабата шәп атлата.
Тиҙ атлаған килендәрҙе
Ҡәйнәләр бик ярата.
Йәш килендәр борондан уҡ
Иртә торорға тейеш,
Ҡәйнәһенең тороуына
Сәйҙәр ҡуйырға тейеш.
Ҡәйнәңдең ҡомғанынан
Йылы һыу өҙөлмәһен,
Килен кеше йүгереп торһон,
Атлап ҡына йөрөмәһен.
Тик хәҙер сабата түгел,
Техника заманаһы,
Гөлнара яңы килен,
Замананың балаһы.
Риза булмаҫ иртүк тороп,
Көн буйы йүгерергә.
Йыуырға, һеперергә.
Башың иҫән булһа, яйы сығыр,
Һин, Гөлнара, ҡайғырма,
Ир һәм ҡатын араһында юҡ бит хәҙер айырма.
Көйләп, сөйләп, яйлап, майлап,
Бер яйын килтерерһең.
Тиҙ атлаған сабатаңды
Айбулатҡа кейҙерерһең.
Туғандарҙың ҡотлауы.
Тиҙ бейеү.
Өҫтәл артында. Уйындар.Фантиктар.
Сладкая парочка. Ирҙәрен сәүистәре еткәнсе сисендерергә.
ЕТЕ ҠЫҘ БЕЙЕҮЕ.
Р. Сафин. Имәндәр.
Уларҙы мин күрҙем быйыл
Урман буй лап тауға менгәндә.
Ҡаза килгән хатта имәндәргә,
Ҡороғандар хатта имәндәр.
Имән тиклем имәндәрҙе лә бит
Бөрөп алған ҡыштың һалҡыны.
Тикберәүһе нисек иҫән ҡалған?
Ах, янында икән ҡайыны.
Бына ғәжәп. Имән эргәһендә
Үҙе ҡайын ғына булһа ла
Сибек кенә ботаҡтары менән
Алып ҡалған уны ҡурсалап.
Ҡарап торҙом да мин ошо мәлдә
Ҡатындарға килде өндәшкем:
Һәләкәте лә бар был донъяның,
еңелеүе лә бар көрәштең.
Ирҙәрегеҙ әгәр бөрөшөп китеп,
Янтайһалар бөлө килгәндә,
Һеҙ ҡарағыҙ, ҡайын эргәһендә
Иҫән ҡалған анау имәнгә.
Ошо шиғырҙы уҡығанда бер лаҡап иҫкә төштө әле.
Ҡасандыр мулла һәм бур йәшәгән ти. Оҙаҡламай улар өйләнгән. Мулла мулла ҡыҙын алған, ә бур үҙе кеүек бур ҡыҙына өйләнгән. Тиҙҙән мулла бурға әйләнгән, ә бур – муллаға. Әйҙәгеҙ әле, йәмәғәт,иманһыҙҙан иманлы яһай алған ҡатындар өсөн тост күтәрәйек.
Ҡыҙыбыҙ еләк кеүек.
Кейәүе алтын кеүек.
Ниңә аҡса йәлләйһегеҙ,
Һаран бажалар кеүек.
Сценарий юбилея на башкирском языке «Юбилейная поездка»
Йыр. Әссәмәғәләйкүм.
Ҡәҙерле ҡунаҡтар, бөгөн был ыҡсым ғына залда беҙ һөйөклө һәм тоғро ҡатын, ғәзиз әсә, хәстәрле туған, тырыш хеҙмәткәр, ғөмүмән, мировой ҡатын Рәсимәнең илле йәшлек юбилейы айҡанлы йыйылдыҡ. Әйҙәгеҙ әле юбилярыбыҙҙы йөрәк түрендә һаҡланған иң йылы хистәребеҙҙе белдереп, берҙәм алҡышлап алайыҡ. Һәм, әлбиттә, беренсе һүҙ – Рәсимәгә.
Кризис, көрсөк тиҙәр, шөкөр, юбилярҙың өҫтәле ризыҡтан һығылып тора. Беренсе тост – осрашыу хөрмәтенә.
Фоновый йыр.
Зарураттан ғына осрашыу хөрмәтенә зәм-зәм һыуҙарын уртлап ҡуябыҙ, ә мин үҙебеҙ менән таныштырайым әле. Алып барыусы – Люциә һәм оператор Сергей. Һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ
Фоновый йыр.
Рәсимә, 50 яшьне узам димә,
Син яшьлектән әле китмәгән.
Үтеп барган еллар йөзләреңә
Тирән буразналар сызмаган.
***
Буй-сының да артык үзгәрмәгән,
Күзләреңдә шул ук очкыннар.
Табигатең синең һаман да яшь,
Әйтерсең лә синдә тылсым бар.
***
Сабыр гына атлап кердең,
5 ун булган алтын көзеңә.
Саулык, бәхет янәшәңдә булып,
Җитсәң иде олуг көзеңә.Рәсимә.
Рәсимәгә – минән сәскәләр..
Давай наливай.
Йәмәғәт, мин һөйләй тип тормағыҙ, “Давай наливай” тигән ҡөҙрәтле фразаны ишетеү менән, тиҙ генә рюмкаларҙы тултырып төпләп тә ҡуйығыҙ.
Рим Хәсәнов музыкаһы ”Иртәнге томан”. аҫтында
Кеше ғүмере аҡҡан һыуҙай. Әле яңы ғына” Мин тыуҙым!” тип донъяға ауаз һалаһың, ә ҡай арала бала саҡ үткән, ҡыңғыраулы мәктәп йылдары артта ҡалған…
Илле йәш күп тә һымаҡ, юҡ та һымаҡ. Бары ла булғандыр, шатлыҡ – ҡыуаныстары ла, яманы ла… Башҡа балалар ата-әсә наҙына төрөнөп , ихлас көлгәндә етем ҡалып, бәләкәй генә көйө туғандарыңдан айырылып, балалар йортонда тәрбиәләнеүе бик үк еңел дә булмағандыр…
Һынмағанһың, һығылмағанһың, юғалмағанһың…Бына тигән ҡатын, әсә, өләсәй бөгөнгө көндә Рәсимә. Бәхетте кеше үҙе яһай. Һин дә үҙ бәхетеңде үҙең тыуҙырып, иреңә, балаларың, туғандарыңа ла өлөш сығараһың. Киләсәктә лә ул хазинаңдың шишмәһе һайыҡмаһын, өйөң гел элеккеләй нурға сумып, балҡып торһон, Рәсимә.
Беҙҙең юбилярыбыҙ хаҡында кем бөтәһен дә беләм, ти. Хәҙер мин һеҙгә төрлө һорауҙар бирермен, кем тиҙ генә яуап бирә, татлы приз ала.
1.Рәсимә нисәнсе йылда уҡырға төшә?
2.Иң яратҡан дәресе ниндәй булған?
3.Иң яратҡан уҡытыусыһы?
4.Тормошонда иң ҙур уңышы тип нимәне һанай?
5.Тәүге балаһын нисә йәштә таба?
6.Яратып башҡарған эше?
7.Иң яратмаған эше?
8.Ҡайныһының исеме кем?
9Кем өсөн Рәсимә берҙән-бер, иң матуры, иң булдыҡлыһы?
Әлбиттә, Ғәлимулла өсөн. Әйҙәгеҙ әле ҡотлау өсөн һүҙҙе тормош иптәшенә бирәйек.
Йыр.
Ялан сәскәләре.
Ғәлимулла менән Рәсимә парлап бейей.
Минең өләсәйем бәләкәй саҡта гел Күҙең янып , ҡулың ялпылдап эшләп, ауыҙың шапылдап торһон тип әйтергә ярата торғайны. Хөрмәтле ҡунаҡтар, тел төбөмдө аңлап тораһығыҙҙыр, эш ҡушырға уйлайым. Бына ошо биттәргә ун биш минут эсендә юбиляр исеменә рифмалар уйлап табырға кәрәк. Мәҫәлән,
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Рәсимә.
Бик асыуына тейһәң,
Кәрәгең бирмәҫ тимә.
Исемдәре, исемдәре
Исемдәре Рәсимә…
Ә хәҙер ҡотлау өсөн һүҙҙе юбилярҙың баларына, ҡәҙерле ҡыҙы һәм кейәүенә бирәйек. Диана һәм Сергей
Давай наливай.
Әйҙәгеҙ хәҙер шиғри рифмаларға күсәйек, еңеүсене билдәләйек.. Приз- горячий поцелуй юбиляра.
ДИСКОТЕКА.
Все ли слышат микрофон, объявляю танцевальный марафон.
Танец Кавказский.
Танец Цыганский.
Танец Башкирский.
Танец Восточный.
Победителем танцевального марафона объявляется Расима. Ну нет человека, который бы мог перетанцевать нашего юбиляра.
Өҫтәл артына ултыртыу.
Рәсимә. Ачуланма инде,
Узган елларыңны барлыйбыз.
Бер аз көнләшеп тә, сокланып та,
Яратып та сиңа карыйбыз.
Җиңел тормыш белән яшәмәдең,
Хәсрәтең дә булды, сагыш та.
Тезләндерер кебек тоелса да,
Җиңә белдең син бу алышта.
Яннарыңда апаң, туганнарың ,
Һәр чак ярдәм кулы суздылар.
Оло апаң әти-әни булды,
Биреп тордо дөрөс киңәшләр.
Көнләшәбез сиңа димен,
Туганнарың белән көслөһең.
Тырыш, бөтмер,эшсән,
Гел бер төптән, диерсең.
Котлау өсөн һүҙҙе Рәсимәнең туғандарына бирәбеҙ.
Давай наливай.
Песня Гены. Мы пришли не напрасно –
Это каждому ясно –
И уселись за этим столом.
Юбиляра поздравить
И на память оставить
Эту песню, что мы пропоём!
Припев.
Пусть не старят тебя годы,
В жизни будь ты на виду,
К сожаленью, день рожденья,
Только раз в году!
Юбиляр, наш дружочек,
Выходи в наш кружочек
И вина нам покрепче налей!
Ведь не часто же здесь мы
Собираемся вместе
На торжественный твой юбилей!
Припев.
Мы тебя поздравляем
И, конечно, желаем
Оставаться такой же, как есть:
Скромной, доброй и милой,
Терпеливой, красивой …
Всех достоинств твоих нам не счесть.РӘСИМӘ
Хәҙер мин үҙекәйем янына Рәсимәнең бөтә серҙәрен белеп торған һыналған әхирәте Зиләне, Әлфирәне, Гөлнараны саҡырам. Хәҙер һеҙ бер команда. Бына һеҙгә егерме бит, Беренсе ун биткә Рәсимәгә ниндәй яҡшы теләктәр яҙыр инегеҙ, шуны яҙығыҙ.
Ә ҡалған ун биткә, киреһенсә, нимәләр теләмәҫ инегеҙ, шуны.
Фоновая песня.
Ҡәҙерле әхирәттәр, иптәштәр, әйҙәгеҙ, Рәсимәгә булған бөт
Ә изге теләктәрегеҙҙе йырлап әйтегеҙ.
Хәҙер Рәсимәне нимәнән ҡурсыр, аралар инегеҙ, шул һүҙҙәрҙе аяҡ аҫтына һалып тапағыҙ. Күңелле бейеү көйө ебәрелә. Әхирәттәр ҡағыҙҙар өҫтөндә бейей.
Әхирәттәрҙең ҡотлауы.
Давай наливай.
Сценарий свадьбы на башкирском языке
Йәштәр ЗАГС-тан ҡайтып, әлегә тышта тора. Ҡунаҡтар тере коридор булып теҙелгән. Музыка.
Тамада. Хөрмәтле ата-әсәләр, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, килгән ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә оло тантана — ике йәш йөрәктең, … менән … ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле көндәре — законлы никах туйҙары! Ҡорған ғаиләләрен ҡотлап, уларға иң изге теләктәребеҙҙе еткерергә, пар күгәрсендәй тап килеп торған .. менән … ихтирам хөрмәт итеп ошо байрамға йыйылдыҡ. Әйҙәгеҙ, тәүҙә кәләш менән кейәүҙең иң яҡын дуҫтарын — шаһиттарҙы саҡырайыҡ.
(Музыка. Шаһиттар инә. Уларҙың ҡулдарында шарҙар. Улар шарҙарҙы ҡунаҡтарға таратып бирә)
Т. Хөрмәтле ҡунаҡтар!
Тормош юлын бергә башлайһығыҙ
Аҙҙаҡаса бергә үтегеҙ
Ауырлыҡтар килһә уртаҡлашып
Шатлыҡтарҙы бергә бүлегеҙ.
Мөхәббәт көслө тик бергә
Типкәндә ике йөрәк,
Таһир-Зөһрәләй һөйөгөҙ —
Беҙҙән һеҙгә шул теләк,
тиеп, әйҙәгеҙ кәләш менән кейәүгә *һөйөү ҡапҡаһын* төҙөйөк.
(Музыка. *Ҡапҡа* — тимерҙән ярымтүңәрәк, барыһы ла шарҙарын шунда бәйләй.)
Ә хәҙер, шаһиттар, һеҙҙең йәштәрҙе саҡырыуығыҙҙы һорайбыҙ.
(Музыка Ҡул сабыуҙар. Йәштәр инә.)
Т. Ҡәҙерле .. һәм .. ! Бөгөнгөләй шат, алсаҡ йөҙлө, ихтирамлы, изгелекле, ә ғаиләгеҙҙең ырыҫлы, ныҡ нигеҙле, уйҙарығыҙ бер, бәхетегеҙ һәр саҡ мөлдөрәмә тулы булыуын теләп, барлыҡ яҡындарығыҙ йыйылған. Улар һеҙҙең өсөн иң изге теләктәр менән *һөйөү ҡапҡаһын* төҙөнө.
Хызыр Ильяс һеҙгә юлдаш булһын
Фәрештәләр алға әйҙәһен.
Бәхет-шатлыҡ, муллыҡ, йәшәү йәме
Икегеҙҙе бергә бәйләһен.
Мин һеҙгә туғандарығыҙ тик һеҙҙең өсөн генә тип төҙөгән ҡапҡанан, үҙегеҙҙең туй мәжлесенә үтергә тәҡдим итәм. Йәшлек мөхәббәтегеҙ бер ҡасан да һүнмәһен, һүрелмәһен, бер-берегеҙҙе һөйөп, һөйөлөп, оҙон-оҙаҡ ғүмер итегеҙ!
Халҡыбыҙҙа ҡыҙ алырға килеү йолаһы бик тә популяр. Йылдан-йыл кейәү өсөн һынауҙарҙың төрҙәре артҡандан-арта бара. Һынауҙарҙы кәләш яғынан шаһитбикә һәм дуҫ ҡыҙҙары үткәрә. Һәр ишек һайын кейәүгә берәр һынау.
Шаһитбикә: Уң аяғың менән атла,
Тормошың да уң булһын.
Ҡыҙ алырға килгәнһең —
Кеҫәңдә акса сыңлап торһон.
Йүгереп кереп китер өсөн
Беҙҙең ишегебеҙ тар.
Хазиналарҙан да ҡиммәт,
Еләктәй ҡыҙыбыҙ бар!
1 һынау:
Яратам тигән һүҙҙе
Һәр кеше әйтергә әҙер.
һин … хистәреңде,
Ҡысҡырып белгерт хәҙер!
(Кейәү өс тапҡыр * .. мин һине яратам! тип ҡысҡырырға тейеш)
2 һынау:
Ҡапҡаға кәләштең исеме яҙылған,
Был осраҡлы ғына түгел.
… исемен аҡса менән
Дөрөҫ итеп яҙа бел!
(Кейәү аҡса менән кәләшенең исемен яҙа)
3 һынау:
Кәләштең һеңлеһе йәки ҡустыһы тора:
Ишек бауы бер тәңкә,
Минең апай мең тәңкә.
(Еҙнәһенән аҡса ала)
4 һынау:
Был эҙҙәр кейәүҙе үзенең яратҡан (кәләштең исеме) мәҫәлән, Гөлнараһына тағы бер-нисә аҙымға яҡынайтыр.Тик ул аҙымдарҙа серле һандар яҙылған.
(аяк эҙҙәренә кәләшкә ҡағылған һандар яҙылған. аяҡ размеры, тыуған көнө, мәктәпте тамамлаған йылы, һ.б. Кейәү быларҙы әйтеп бирергә тейеш)
5 һынау:
Умарта өсөн иң ҡәҙерле
Тәбиғәттә татлы бал.
Кәләш өсөн иң кәрәкле
Ҡәҙерле әйбереңде һал.
(Ишек янында тас ҡуйылған. ҡайһы берәүҙәр“аҡса һал” тип кәңәш бирә. Ә кейәү тасҡа үҙе баҫырга тейеш. Әгәр ул быны белмәй икән, яза бирелә — штраф түләй).
Ишек төбөндә өс стакан
Әсе ҡатыҡ ҡойолған
Ошо әсе ҡатыҡтан,
Барыһы ла асҡыс тапҡан
(Ҡатыҡлы стакандарҙың береһенән асҡысты табырға тейеш, бының өсөн күмәкләшеп егеттәр ҡатыҡты эсеп ҡуйырға тейеш)
Шаян ҡыҙҙар күмәкләшеп:
Беҙ риза йомарт кейәүгә
Ҡыҙыбыҙҙы бирергә.
Пар ҡоштар кеүек һайрашып,
Ғүмер итегеҙ бергә!
Мәсеттә вәғәз тыңлап, никах уҡытып, ҡыҙ йортона килгәс, ҡоҙалар менән яҡындан танышып, уларҙы ашатып-эсереп, йырлап-бейеп күңел асҡан арала, ипләп кенә бикәсте саҡырып сығарҙым да ҡоҙаларҙы уйната башланым. Ҡунаҡтар бер-береһенә төрлө йырҙарҙың берәр юлын йырлап, эстафета кеүек тапшырырға тейеш. Бына йыр конкурсы китте ҡыҙып, кәләш ҡайғыһы онотолдо. Әмәлгә ҡалғандай, иң аҙаҡҡы йыр йырлаған ҡоҙа йыр һуҙҙы: «Иртәнсәккәй тороп, бер ҡараһам, телефоным юҡ, урлағандар».
— Телефон нимә ул, кәләш юҡ, урлағандар, — тигәйнем, табындағылар гөж итеп ҡалды.
Алдан яҙылған маршрут ҡағыҙын тапшырып та өлгөрмәнек, кейәү һәм уның егеттәре саң туҙҙырып «тимер ат»тарына атланып, сығып та сапты. Ҡыҙҙы 5-6 урам аша йәшергәйнек. Былар урау-урау юлдарҙан беҙҙең өйҙө тапҡансы, ҡайта һалып, ҡапҡаны шарт бикләп, ишек уйымына ептән ау һуҙып, бөйөргә таянып ҡаршы алдым. Осҡондары осоп, тай-тулаҡтай үрәпсеп торған егеттәр кәртә аша ғына һикереп, штурм менән алырға уйлағайны, килеп сыҡманы. Был йәһәттән Рексҡа рәхмәт — этем абалап, ҡапҡаның теге яғындағыларҙың ярһыуын бер аҙ баҫты. Ул арала мин һөжүмгә күстем. «Кем унда?» — тип ҡысҡырған булам. Кейәү балаҡай ҙа шаян:
— Өфөнән посылка ебәргәйнеләр, асығыҙ әле, — ти.
— Юҡ, бер ниндәй ҙә посылка көтмәйем, ана бара юлығыҙ, — тим.
— Ҡыҙ эҙләйбеҙ, һеҙҙә юҡмы? — тиҙәр.
— Беҙҙә ниндәй ҡыҙ булһын? Шытыр өс малай! — тигән булам, асыулы тауыш менән.
— Кәләш бар тиҙәр һеҙҙә, — тип ярыҡтан ҡарай кейәү үңгәрҙәре.
— Мин бараммы? Тик өс балам бар… — тим.
— Бара, — тиҙәр тыштан.
Ҡапҡаны астым да:
— Кейәү бала, ҡайҙа йөрөйһөң, үрмәкселәр ау һуҙғансы, — тим.
Үңгәрҙәр сыҙамай, шатыр-шотор үтеп китмәксе.
— Туҡтағыҙ әле, егеттәр, был тирәлә мин хужа, минең һүҙҙе, минең шарттарҙы үтәгәндә генә дуҫығыҙҙы кәләшле итерһегеҙ, һынауҙар аша үткәрмәйенсә, бикәсемде тоттороп ебәрмәм инде, мине тапап китһәгеҙ, өс баламды етем итерһегеҙ, кем дә кем мине тыңламай, үҙ кеҫәһенән штраф түләйәсәк, — тигәйнем, бөтөнләй йыуашландылар.
Тәүге һынау — ҡайсыһыҙ-ниһеҙ ау аша үтергә. Дуҫтарының ярҙамы менән кейәү уны ут менән өҙөп үтте.
Икенсе һынау — «Мин һине яратам», тип ҡысҡырып, серенада йырларға. Кейәүҙән алда дуҫтары кем уҙарҙан «яратам» тип ҡысҡыра ла башланы. Йыр тамамланыу менән икенсе ҡаттан тәҙрә асылып, ҡулъяулыҡ болғанылар, йәнәһе лә, мин бында! Өсөнсө һынау — бикәстең исемендәге хәрефтәргә матур һүҙҙәр әйтеү. Кейәү быны ла уңышлы үтте. Ингәс, унан сынаяҡ йыуҙырып, саң һөрттөрөп, гөлгә һыу ҡойҙороп ҡараным, йәғни ҡатын-ҡыҙҙың ҡырылмаһа ҡырҡ эшенең бер нисәһен эшләттем. Быны мин шулай тип аңлаттым:
— Кәләшеңдең эшен һиңә ауҙарырға уйлайҙар икән тимә. Бикәс йә командировкаға китер, йә бәпес алырға барыр, шул арала өйҙә сүп-сарға батып, астан аяҡ һуҙып ҡуймауыңды хәстәрләп, һинең киләсәгеңде ҡайғыртыуҙан булды был һынау. Артабан икенсе ҡатҡа менеп еткәнсе бикәскә ҡағылышлы һорауҙар яуҙырҙым. Уныһын да үтте. Шунан бер бүлмәнең ишеге төбөндә ике мәҡәл әйтәм, береһен һайла тинем: «Сила есть — ума не надо» һәм «Беләге йыуан — берҙе йығыр, белеме йыуан — меңде йығыр». Икенсе мәҡәлде һайлауына, әйҙә инде, ҡарап ҡарайыҡ, тип ишекте асып ебәрҙем. Унда, тренажерҙар бүлмәһендә, бокс бирсәткәләрен кейеп, бик ажар ҡиәфәттә улдарым тора.
— Йә кейәү, беҙҙең ҡыҙҙы яҡлар-һаҡлар көс-ғәйрәтең, аҡылың бармы икән? — тим кейәүгә. Ҡәйнештәренә аҡса биреп килеште был.
Киләһе һынауҙы ҡуйырғамы, тип оҙаҡ ҡына уйланым, шулай ҙа атҡарырға булдым. Шаршауға төрөп, «ялған» кәләш ултырттым.
— Кәләшеңде таптың, ҡосағыңа ал, — тим.
Кейәү икеләнеп кенә алға ынтыла бирҙе лә, артҡа сигенде.
— Кейәү, юлыңда быуар йыландай арбап, юхалай һылашыр сырмалсыҡтар ҙа, бәлки, осрар. Берүк тайғаҡ юлға төшмә, әрәм булырһың, — тинем.
Бына кәләш йәшенгән бүлмәгә лә килеп еттек.
— Ишек бауы бер тәңкә, бикәс хаҡы мең тәңкә , — тип һатыулашып, һамаҡлап, йыртыш йырттырып, бикәсте кейәү ҡулына тапшырҙым.
Был кәмит нимәгә кәрәк, тип уйламағыҙ. Борондан ҡалған традицияларҙы хөрмәт итеп, хәлегеҙсә үтәргә кәрәк. Йыртыш йыртыу — ҡыҙҙың намыҫын, егеттең көс-ғәйрәтен күрһәтеү, ҡыҙ йәшереү — йәш ғаиләне яман күҙҙән, яуыз көстәрҙән йәшереп, күҙ яҙлыҡтырыу маҡсатында килеп сыҡҡан йолалар.
— Иреңә тоғро ҡатын бул, йылы һүҙең, яҡты йөҙөң, тәмле ашың менән ҡаршы ал. Иреңде батша, тип һанаһаң, батшабикә булырһың, ҡол итеп күрһәң, ҡол бисәһе булырһың. Аҡыллы ҡатын бул, бикәс. Иманлы, аҡ уйлы булығыҙ, башҡорт телле, башҡорт рухлы балалар үҫтерегеҙ. Аҡ юлдар, аҡ бәхеттәр насип итһен һеҙгә, йәштәр, — тип кейәүгә аҡ түбәтәй, бикәскә аҡ селтәр яға бирҙем. Ярты литрлыҡ банкыны биҙәнем дә:
— Бына һеҙҙең тәүге ғаилә банкығыҙ, нишләп бәләкәс кенә икән тимәгеҙ, тиндәрҙән һумдар йыйыла, үҙ көсөң менән тапҡан ҡәҙерле лә, бәрәкәтле лә була, — тинем.
Бына шулайыраҡ булды ҡыҙ һатыуым. Ҡытыршы урындары ла булғандыр, әммә ихлас күңелдән, барлыҡ изге теләктәремде теләп, бәхетле, оҙон ғүмерҙәр юрап атҡарҙым был эшемде. Күреүегеҙсә, һуңғы тиненәсә аҡсаһын һығып, алйытып-арытып маташманым кейәүҙе. Төп маҡсатым — уның кешелекле, сос, отҡор, ҡыйыу, алдынғы ҡарашлы, утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ, шәп Кеше икәнен үҙенә лә, кәләшкә лә, йыйылған йәмәғәткә лә иҫбатлау ине.
Мәжлес тамамланып, ҡайтырға йыйынғас, баяғы йәш-елкенсәктең: «Һеҙ — супер еңгә, ундайҙарҙы күргәнебеҙ юҡ әле», — тип хөрмәтләп, оҙатып ҡалыуҙарынан һуң уларҙың күңеленә остоҡ ҡына булһа ла халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәте, халыҡ ижады ынйылары орлоғон һибә алғанмындыр, тип ҡыуандым. Ҡасан да булһа ул орлоҡтар шытып сығыр, тип ышанам. Йәштәребеҙҙе шулай үҙ йолаларыбыҙға ылыҡтырайыҡ, тип әйтмәксе инем.
Гүзәл МЫРҘАЕВА.
Баймаҡ районы.
Бикәс һатыу йолаһы сценарийы
Кешенең үз гомерендә иң олуг һәм күркәм бәйрәмнәрнең берсе — туй. Бу бәйрәмне матур, зәвыкь, кызык һәм башкалар кызыгырлык күңелле итеп үткәрү өчен бик күп көч түгәргә кирәк. Кияү белән кәләшнең бәйрәме булганга, моның барысы да алар өстенә төшә. Нәрсә алырга, ничек каршыларга, ни сөйләргә, йоласы ничек? Бу сорауларның барысына да алдан ук җавап табып, әзерләнеп куелса, туйлар гөрләп үтә. Шушы кечкенә мәкаләбез сезгә бу көнне онытылмаслык итеп үткәрергә ярдәм итәр дип ышынып калабыз.
8. Йомгак.
0 көн
Һәрбер өлешен бәйнә-бәйнә тасвирлауга кереп киткәнче, 0 көн турында әйтеп узасы килә. Бу көнне, гадәттә, ерак кунаклар, яшьләр кайталар һәм кызлар-егетләр аерым-аерым бүленеп «мальчишник», «девичник» оештырыла.
1 көн
1. Кыз алу
Иртән иртүк торып, киенеп, ясанып, бизәнеп, кияү дуслары белән Кыз алырга баралар. Кәләшнең туган-тумачалары кияүне каршы алырга төрле уеннар, җәзәлар, киртәләр әзерлиләр. Мисал өчен, иң киң таралган киртәләр:
— капка төбенә килеп җиткәч, сөйгәнең кем, чакырып чыгар дип, бар җиһанны яңгыратып егетны акырту, җырлату, биету
— «нихәтле яратасың микән» дип сөлгене бер төенгә бәйләтү, аннары «өйдәге бәхәсләрне ничек тиз чишәсең микән» дип чиштерү. (Сөлгене бөтереп төен бәйләсәң, чишүе җайлырак. Егет бәйләгәннән соң башкасы ныграк кысып куймасын өчен «үзем генә яратам, башкалар катышмасын» дип бирмәскә мөмкин)
— «күпме хөрмәт итәсең микән» дип бер телем ипигә тоз сиптерү, аннары «ничаклы сөясең, шулхәтле кап» дип ашату. (Егет тозны бөтен килеш сибеп, ипине әйләндереп тозын коеп капсын) Бу киртәне егетнең авызын йомып, дуслары катнашкан киртә алдыннан башкару хәерлерләк. Бер биш минуттан соң егетне кызганып су чыгарып бирсәгез бик яхшы була
— шырпылар тыгып чыгылган алма. шырпына ала-ала егет кызның бер яхшы сыйфатын әйтә (яки дуслары — егетнекен).
— «Мин һәрвакыт…», «Гаиләбез гел…», «Мин беркайчан да…» кебек сүзләр язылган кәгазьләр, егет тартып чыгара да, җөмләне дәвам итә.
— баскычларга аяк эзләре ябыштырылган. егет һәрберсен куптарып алып, икенче ягына язылган санны кызга бәйләп юрый. Мәсәлән: 165 — буе, 56 — әнисенең яше, һ.б.
— төрле сүзләр язылган кәгазьләр. Егет шул сүзләрне кыстырып кызга мәхәббәтен аңлата. Мәсәлән: үтүк кебек кайнар булыр сөюем, басу кебек мул булыр өстәлебез, алма кебек алсу йөзле, һ.б.
— дусларын сынау. Биеккәрәк кызның фотосы беркетелгән. егеткә куллары белән тимичә генә кызның сүрәтен үбәргә кушалар.
— ишек яки капка ефәк бау белән бәйләнгән. Атлап чыксаң басачаксың, иелеп чыксаң — басылачаксың. (Егеткә: яндырып яки кисеп чыгарга кирәк. Кызының дуслары кайчыны матырга да мөмкиннәр)
— зур ватман кәгазе. Анда бик күп ирен эзләре. Тик берсе генә — сөйгән ярыныкы. Һәрбер хаталы җавапка — җәза.
— шарлар эленгән. Һәрберсе эчендә кәгазь, хата өчен — җәза. Ачкыч, кайчы, я кызның берәр сыйфаты яки исемен табарга тиеш.
— өй ишеге бикле. Аны кызның туганнары (сеңлесе, энесе) сатып тора.
— өйгә кергәч кызны эзләү: кайсы бүлмәдә икәнен белергә. Һәрбер бүлмә не карау аерым бәягә.
Егет сынауларга әзер булырга тиеш:
— мәхәббәт, сөю турында берничә җыр җырлый белергә
— бии белергә
— 1дән алып 100 гә хәтле санның нәрсә аңлатканын белергә: кызның әти-әнисенең, башка тумачасының туган көннәре, яшьләре, кызның буе, авырлыгы, үлчәме, һ.б.
Аңа менә нәрсәләр ярдәм итәргә мөмкин:
— бер ярты аракы/шәраб
— бер кочак тиеннәр/тимер акчалар
— төрле купюрадагы акча
— канфит ише вак-төяк тәм-томнар
— яндыргыч, шырпы, кайчы.
Кызның дуслары төрледән-төрле җәзалар әзерләргә, каршы алу җирен плакатлар, рәсемнәр, шарлар белән бизәргә тиеш, кунакларны сыйларга җиңелчә генә өстәл.
Барлык киртәләрне үтеп кияү белән кәләш очрашкач никах була. Барлык кунаклар да сыймаса, никахка олыларны калдырып, яшьләр башка берәр алдан ук әзерләнгән җирдә күңел ачалар (әйтик урамда). Никахның рәсми өлеше тәмам булгач яшьләр бергә утыралар. Кичкә кияү белән кәләш өйдә икесе генә зәфаф киченә калдырыла, ә кунаклар һәм туганнар барысы да күңел ачырга чыгып китәләр (табигатькә, сауна, дискотека, клуб, бильярд, боулинг һ.б.)
2. Никах.
Никахка кәләш өчен өсте ябык кием һәм яулык кирәк булыр. Ир-атларга — түбәтәй.
Мулланы сөйләшеп куярга кирәк. Никахның шарты туры килсен өчен ике шаһит булырга тиеш (ике ир-ат, яисә дүрт хатын-кыз: 1 хатын-кыз=0,5 шаһит). Егет алдан ук кыздан сорап, кызга никах бүләге — мәхәр — алып куярга тиеш. Никах вакытында мулла кыздан «мәхәргә ни сорыйсың» дисә. Кызның җавабы, ә егетнең мәхәре әзер буларга тиеш. Догалар укылганнан соң сәдака бирелә. Гадәттә егетнең әти-әниләре, олы туганнары өләшеп чыга.
Никах гадәттә әзерләнгән өстәл янында уздырыла. Өстәлдә хәләл ризыклар гына булырга тиеш һәм алкоголь эчемлекләр катгый тыела. Догалар укылганнан соң, сәдака өләшенгәч ашау-эчү башланып китә. Мулла үз вакыты белән чыгып киткәч рәсм өлеше тәмам булганы аңлашыла инде.
Никахны өйдә түгел, ә, мәсәлән кафе-рестораннарда яки Кол Шәриф мәчетендә үткәрергә дә мөмкин.
2 көн
3. Кияү мунчасы
Зәфаф төненнән соң иртән туган-тумачалар кайталар һәм иртәнге табын әзерлиләр. Ул арада кияү белән кәләш мунчага китә. Ләкин аларга анда озак утырырга ирек бирмиләр. Тәм-томнар тотып (чәк-чәк, ширбәтле су һ.б.) алар янына «кунаклар» керә. Башта мунча өйалдына әтәч белән тавык кертеп җибәрәләр. Кияү белән кыз аларны куып чыгара: беренче әтәч чыкса, беренча бала малай, тавык чыкса — кыз була. Аннары җырлап биеп «кунаклар» керәләр һәм бераз җырлап утыргач яшьләрне алып чыгып китәләр.
Өйгә кереп бал һәм коймак белән чәй эчәләр.
4. Кыз озату
Кияү мунчасыннан соң алдагы көнне таралышкан кунаклар җыелышып өстәл янында утыралар да, вакытны чамалап юлга кузгалалар. Кыз ата-анасы белән саубуллашып чыгып китә. Йола буенча туйдан кыз бер атна өйгә кайтмакса тиеш бугай. Бирнәләр, бүләкләр — барысы да шул вакытны әзерләнеп алып кителә.
5. Никахны канунлаштыру (загс)
Бер ай алдан гариза язып, вакытын белеп, сөйләшеп куйган булсагыз, хәзер инде елмаеп басып кына торасы. Котлаганда еламаска, күңелне тутырмаска. Әгәр дә мөмкин икән, тантана беткәч, залда бераз биеп, вальста әйләнеп алсаң бик күңелле була.
Никахны канунлаштырып киткәндә бокаллар вату, букет ташлау кебек йолалар бар.
Шушы рәсми өлештән соң яшьләр һәм кунаклар туй булган төбәкнең күренекле җирләрен әйләнеп китәләр: Җиңү паркын, чишмә буен, мәсәлән Арчада — Тукай музеен.
6. Килен төшү
Барча җирне әйләнеп чыккач, егет өенә килен төшә.
Кияү белән кәләш машина белән ишек янына ук килеп туктыйлар. Егет чыга да кызны күтәреп алып баскыч янына, әнисе җиргә ташлаган ак мендәргә бастыра.
Егетнең әти-әнисе егет белән кызга берәр кашык бал һәм май каптыралар:
— Бал кебек татлы, май кебек йомшак бул, — диләр.
Шуннан соң кыз әти-әнигә бүләкләрен тапшыра: егетнең әнисенә яулык (ак шәл), әтисенә түбәтәй.
Егет кызны күтәрә дә (кыз мендәрне аяк астыннан тартып алып үзе алып керә) өйгә кереп китә.
Бу вакытта кызның туганнары егетнең туганнарына кызның бирнәсен саталар.
Бирнә кергәч кыч бүләкләр өләшә:
— бер чиләк токмач, бер чиләк печенье, конфет, тәм-томнар,
— әти-әнигә бүләк,
— өйдәге өстәл әзерләшкән хатын-кызларга бүләк (сөлгеләр)
Өстәл артына утырып бераз капкалап алгач, кәләшкә су юлы күрсәтәләр.
Яшьләр җырлап-биеп су алып кайталар. Бер көянтә су.
Суга барып җиткәндә су сатырга яки су юлын бүлү дә була. Суны җырга, биюгә табышмакка сатып җибәрәләр.
7. Кичке туй мәҗлесе.
Килен төшкәннән соң кич, билгеләнгән вакытта кичке туй мәҗлесе башлана. Мәҗлес урынын бизәү — плакталар, рәсемнәр (теләкләр язар өчен берәр буш ватман кәгазе һәм маркерлар куярга була), шарлар — берәр кешегә алдан ук йөкләнеп, әзерләү, җыештыру оештырылган, тамада чакырылган булса, кияү белән кәләш ял итеп күңел ачып утырсалар да була инде.
Егеткә кызын урлатмаска сак булып йөрергә кирәк.
Мәҗлес тәмам булгач, кияү белән кәләш әти-әниегезне, туганнарыгызны, кунакларыгызны, табын әзерләүчеләрне котлап сүз әйтергә онытмагыз!
3 көн
8. Йомгак.
Гөрләп узган туйны матур итеп йомгаклап кую да шарттыр. Ерактан кайткан кунакларны озатып, калганнары белән табигатькә, су буена чыгып күңел ачып, шашлык кыздырып төгәллиләр.
Менә шул. Кияү белән кәләш күзлегеннән караганда туй шушылай уза. Туй уеннары, туйга нәрсәләр алырга, әзерләргә кирәк икәне мәкаләдән бераз ачыклангандыр. Бәлки киләчәктә тулыландырып, җентекләбрәк язырмын. Мөрәҗәгать итегез!
Туй сценарийлары
Сценарий молодёжной свадьбы на татарском языке
«Яшьләр мәҗелесе” Туй сценарие
Алдагы сценарийны без яшьләр дә, шулай ук урта яшьтәгеләр һәм өлешчә өлкәннәр дә катнаша торган туй мәҗлесләренә исәпләп төзегән булсак (хәзер шундый катнаш туйлар күбрәк үткәрелә), монысын яшьләр мәҗлесенә багышлыйбыз. Ике яктан да гаилә коручыларның әти-әниләре, туган-тумачалары һәм дәрәҗәле танышлары катнашканлыктан, беренче очракта мәҗлесләрнең, артык иркенәеп китмичә һәм юморга хилафлык китермичә, билгеле бер кысаларда үтүе характерлы. Яшьләр мәҗлесендә исә берничә тәнәфес ясау исәбенә уеннарны да, җыр-биюләр һәм танцыларны да бермә-бер диярлек арттырып була. Шулай ук озын-озын шигъри текстларны да мондый компания җиңелрәк кабул итә. Менә шушы үзенчәлекләр яшьләр мәҗлесенең йөзен билгели дә инде. Читать далее →
Сценарий на свадьбу на татарском языке
Котлы булсын туегыз! Туй сценарие
Туй узасы залда “Туйга рәхим итегез!”, “Туй көне – тормыш башы” дигән язмалар эленә. Салмак кына көй уйный. Шулчак алып баручы сәхнәгә, халык янына чыга. Кунаклар табында утыралар.
Тамада:
Тормыш итү – диңгез кичү, диләр,
Ә тормышлар тормый дулкынсыз.
Тормыш дулкыннарын басар өчен,
Яшәп булмый сөю, ялкынсыз. Читать далее →
Сценарий Свадьбы на татарском языке
Туй сценарие
Беренче өлеш.
Тамада:
Хөрмәтле туганнар! Кодалар-кодачалар, дуслар-иптәшләр! Бүген без барыбызгада якын булган Дамир белән Гөлсинәнең яшьлек туен үткәрергә җыелдык. Алар өчен сөйгән ярлары белән кавышу – олы куаныч, зур шатлык дип уйлыйбыз.Без моны ЗАГСта күреп ышандык. Алар бер-берсенә тугрылыклы ир белән хатын булырга вәгъдә биреп, газиз имзаларын куйдылар. Хәзер без аларны законлы ир һәм хатын дип танырга мәҗбүр һәм барыбыз исеменнән дә яңа тормышка аяк басулары белән чын күңелдән котлыйбыз, аларга бәхетле озын гомер, саулык-сәләмәтлек, игелекле балалар үстереүләрен телибез. Читать далее →
Туй мәҗлесе “Мәхәббәт корабында”
Сценарий свадьбы на татарском языке
Туйга сценарий “Мәхәббәт корабында”
Беренче табын. Закускалардан авыз итү.
Тамада:
Тормыш итү – диңгез кичү, диләр. Ә тормышлар дулкыннарсыз булмый инде ул. Гаиләне шушы дулкыннардан саклап калса, бары тик чын МӘХӘББӘТ, СӨЮ генә саклап кала ала. Кадерле кунаклар, дуслар һәм туганнар, без бүген “Мәхәббәт корабында” олы юлга, _________________(фәләновларны) тормыш дигән сәяхәткә озатырга дип җыелдык. Ай-һай авыр да, катлаулы да, шул ук вакыт та мавыктыргыч та, ләззәтле дә бу сәяхәт. Тормыш итүне сәяхәт итү димичә ни диясең тагын. Әйдәгез әле, бүгенге көнне онытылмаслык итеп, кызыклы үткәрик. Мәхәббәт корабына, аның хуҗаларын, кияү белән кәләшне көчле алкышлар белән каршы алыйк. Рәхим итегез!
(Кунакларның алкышлары астында залга кәләш белән кияү керә).
Хөрмәтле _________________________________________________! Читать далее →
Кейәү яғында уҙғарылған туй тантаналарының иң йөкмәткелеһе – «Һыу башлау», йәғни кәләшкә һыу юлын күрһәтеү йолаһы. Көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттары уны «Һыу башлау» тиһә, төньяҡ-көнбайыштар – «Һыу юлы башлатыу», ә Урал аръяғы халҡы «Һыу күрһәтеү» тип атай.
Ғәҙәт буйынса, туйҙың иртәгәһенә, кейәү менән кәләш йоҡонан торғас, көйәнтә, биҙрәләр алып һыу буйына киткәндәр. Йәш ғаилә Һыу эйәһенә бүләккә көмөш тәңкәләр алған.
Боронғо ырымдарға ярашлы, Һыу эйәһенә тәңкәләр ырғытып, уның ризалығын алғандар, йәштәргә бәхетле һәм татыу тормош юрағандар. Килен кеше тулы биҙрәләрҙең тамсыһын да сайпылтмай өйгә алып ҡайтырға тейеш булған. Килендең һыу алып ҡайтҡандағы йыйнаҡлығы ғаиләнең киләсәкке тормошон, ырыҫ-бәрәкәтен билдәләй, тигәндәр.
Шишмәне күрһәткән саҡта кейәүҙең ата-әсәһе йортона ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарын килен сәйенә саҡырғандар. Унан алда һандыҡтан йәш кәләштең бирнәһен: шәхси әйберҙәрен, өй кәрәк-яраҡтарын, һауыт-һабаһын сығарып, бөтәһенә лә күрһәткәндәр. Йыйылған кешеләргә килен бүләктәре: яулыҡтар, ҡулъяулыҡтар, туҡыма киҫәктәре, ептәр таратҡандар. Ошо ваҡыттан башлап килен өй эштәрен башҡара башлаған: самауыр ҡуйған, ҡоймаҡ бешергән, мунса яҡҡан».
«Һыу башлатыу» йолаһы әле лә башҡорттарҙа популярлыҡ менән файҙалана.
Шуның менән бергә, тикшеренеүселәр ғәҙел рәүештә туй йолаһының иҫке һәм шартлы булыуын күрһәтә. «Һәр яңы быуын уға замандың иҡтисади һәм мәҙәни үҫеш шарттарына бәйле теге йәки был үҙгәрештәр индергән һәм индерә. Йола үҙе лә, кешеләрҙең айырым хәл-шарттарҙа эш итеүен сикләп, икенселәрендә уларға ирек биргән. Шул сәбәпле туй йолаларында урындағы варианттар барлыҡҡа килгән, ә йола яйлап үҙгәрә барған, яңы деталдәр менән тулыландырылған. Үҙгәрештәр иҫке ғөрөф-ғәҙәттәр менән бергә һыйышып йәшәгән», – тип яҙа китап авторҙары.
Әйтергә кәрәк, башҡорт туй йолалары мәҙәниәтендә ҡатын-ҡыҙ роленең әһәмиәтен филология фәндәре докторы, сәсәниә Розалиә Солтангәрәева айырыуса образлы билдәләй.
«Ҡатын-ҡыҙ – Ер һәм Һыу кимәлендә баһаланған донъя тотҡаһы, түл ҡото булараҡ, ғөрөф-ғәҙәттәр мәҙәниәтендә төп урынды биләй. Ул йолаларҙа ҡатнашыусы ла, атҡарыусы ла, ойоштороусы ла. Кәләште биҙәндерәләр, кейендерәләр, алиһәләй күреп әҙерләйҙәр. Сөнки кәләш был мәлдә фәрештә лә, ҡорбан да кеүек. Шишмәгә барыуы, уға өндәшеүе, Һыу һәм Ер стихияларына табыныуы, ялан-ҡырҙарға сығып ҡыҙ саҡтары һәм нәҫел-ырыуы менән хушлашыуы – ҡатын-ҡыҙҙың, һыу кеүек үк, тереклекте тыуҙырыусы, йәшәтеүсе тормош сығанағы булыуы күрһәткесе» – тип яҙа ул үҙенең тикшеренеүҙәренә нигеҙләнгән «Йолаларҙа – кеше тормошо» китабында.
Ҡот алып ҡасыу
Был йола Урал аръяғында киң таралған. Ҡоҙалар ҡыҙ яғына туйға килгәндә уларҙы ауылға инәрәк ерҙә ҡаршы алып, алыҫ юлдан һыуһын ҡандырғас, ҡыҙ яғынан берәй йәш ҡоҙа кейәү яғынан берәйһенең яулығынмы-нимәһен алып ҡаса. Тегенеһе ҡыуа төшә. Ҡотто бирергә ярамай, шуға ҡот алып ҡасыусы итеп йүгерек егетте тәғәйенләйҙәр. Ҡапҡа эргәһенә еткәс, ҡот алып ҡасҡан егет баҫтырыусыға ҡуйынынан икенсе бүләк – яулыҡмы, ҡулъяулыҡмы¸таҫтамалмы –сығарып бирә.Ҡороҡлау
Ҡыҙ яғынан өлкән ҡоҙалар (ғәҙәттә, ҡыҙҙың оло инәй-олатаһы) кейәү яғына туйға һарыҡ алырға бара. Туйға шул һарыҡтарҙы һуялар. Ас эсәктәрен артып, айырып ҡуялар ҙа, туйҙа шул эсәктәр менән ҡоҙаларҙы ҡороҡлайҙар. Ҡороҡҡа эләккеһе килмәһә, ҡоҙалар аҡса бәйләй йә бүләк һала.Сыбыртҡылау
Туй элек өсәр көнләп барған. Хәҙер генә ике яҡ та бергә мәжлес үткәрә лә, икенсе көнөнә оҙатып ала. Ҡоҙа өс көн ҡунаҡ, өсөнсө көндән һуң –муйнаҡ тип юҡҡа әйтмәгәндер халыҡ.
Сыбыртҡылау йолаһы — ҡунаҡтарға кинәйә менән ҡайтырға ваҡыт еткәнлеген, ҡоҙаларҙы үпкәләтмәй генә белдертеү күренеше. Бер таяҡ осона төҫлө таҫмалар бәйләп, ҡоҙаларҙы “Ашанығыҙ, эстегеҙ, ҡунаҡ булдығыҙ, хәҙер инде ҡайтығыҙ” тип сыбыртҡылайҙар. Сыбыҡ осо тейһә, таҫмаға ҡағыҙ аҡса бәйләйҙәр.Көрәгә асыу
Төп йортҡа йыйылған ҡунаҡтар менән «аҡ эсеү» йолаһы үткәрелә. Егеттең атаһы ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән һыйлай. Шунан туй көрәгәһен алып сығалар. Барыһы ла: «Һай! Көрәгә! Ҡотло көрәгә, бәрәкәтле көрәгә!» – тип тәбрикләп, көрәгәне ҡаршы ала.
– Һай! Көрәгә килә! Көрәгә килә,
Көрәгәләр тулы бал килә.
Көрәгәләр тулы балдар килә,
Ҡура-ҡураларға мал килә! Һай!
Көрәгәне тире, йәки толоп өҫтөнә ултырталар. Көрәгә өҫтөнә аҡ таҫтамал ябылған була. Көрәгә асыусы мал (бүләк) әйтеп, таҫтамалды ала. Уның бүләгенең һебәһенә (һибәһенә) ҡыҙ атаһы мал әйтә. Аяҡсылар, ҡоҙаларға туй эсемлеген йырлап биреп, хөрмәтләп йөрөйҙәр. Беренсе кәсәне һәр ҡоҙа тәңкә һалып ҡайтарып бирә. Көрәгә асыусы көрәгә ҡырында ғына була, һыйлап йөрөмәй.Йыуаса
Туйҙың икенсе көнөндә егет яғы алып килгән күстәнәс – йыуаса менән һыйлау йолаһы була. Был көндө сығарыла торған төп һый – йыуаса. Шуға туйҙың икенсе көнөн «Йыуаса көнө», «Йыуаса ашы» тип тә йөрөткәндәр. Йыуасаны барыһына ла ауыҙ иттерергә тырышалар, уны ауыҙ иткән һәр кем ҡунаҡ һыйлаусыға аҡса (тәңкә) бирә.
Йыуаса батмусы бушағас, ҡәйнә (килен түгел) уның өҫтөнә баҫып бейей. Уның аяғы аҫтына тәңкә һелтәйҙәр. (Йыуаса батмусына баҫып бейеү ҙә боронғо йола бейеүҙәренә инә. Батмуста бейеүҙә төп элементтар – туҡылдау, ҡағыу – сихыр, яуыз заттарҙы өркөтөү менән бер рәттән йәштәргә ҡот, тыуым-үрсем теләүҙе лә аңлата).Килен һөйөү йолаһы
Килен һөйөү туйҙың икенсе көнөндә үткәрелә.Киленде бүлмә уртаһына ултырғысҡа ултырталар. Иң тәүҙә ҡәйнәһе килендең иңенә шәл яба ла, арҡаһынан һөйөп, изге теләктәрен әйтә. Шунан кейәү яғынан туйға килгән бөтә ҡоҙағыйҙар киленгә яулыҡ ябып, бүләктәрен һалып, һөйөп теләк теләй.
«Ҡәйнәң менән ирешмә, апһындарға бирешмә» тигән шаян теләктәр ҙә әйтәләр.
Фотолар асыҡ сығанаҡтан алынды.
Һеҙҙең яҡта ниндәй йолалар бар, әйҙәгеҙ, фекер алышайыҡ!
Башҡорт халҡының йолалары.
Ғүмерҙең, йылдың һәр миҙгеле, айы, көнө һәр кемдән билдәле бер ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен талап итә. Әҙәмдең һәр аҙымы, хатта ниәт-маҡсаттары ла әүәл-әүәлдән ҡанундарға яраҡлаштырылған. Улар бөтә кешегә лә фарыз иҫәпләнгән. Ана шуны йола, йола үтәү, йола атҡарыу тейҙәр.
Кешеләр борон-борондан тәбиғәт күренештәренә, физик һәм физиологик үҙгәрештәргә, ғаиләлә, йәмғиәттә булып ятҡан хәлдәргә үҙҙәре теләгәнсә йоғонто яһарға тырышҡан. Шул ынтылыштар ҙа фарыз ҡағиҙәләр тыуыуына сәбәпсе булған. Тимәк улар ҙа — йола күренештәре . Йолалар кеше аңын мифологик ҡараштар биләгән тәүтормош дәүерҙәрендә үк барлыҡҡа килә башлаған.
Йола атҡарғанда, көйләнә, һөйләнә торған теҙмә һәм сәсмә телмәр өлгөләрен, ғәҙәттә,йола фольклоры тип йөрөтәләр. Йола атҡарыу йыш ҡына театраль күренеште хәтерләтә. Шуға нигеҙ булған халыҡ драмаһын да йола фольклорына индерергә була.
Хөрәфәттәр, боронғо ыҙан-йолалар.
Биренән һаҡланыу.
Бире бигерәк тә йәш балалар менән булышырға ярата. Шуға күрә, бире эйәләмәһен тип, баланың сәңгелдәгенә Ҡөрьән бите һалалар. Ҡыҙ баланың ҡулына ҡыҙыл мунсаҡ, ә малайҙың ҡулына күк һүренте еп бәйләйҙәр.
Исем ҡушылмаан баланы бире алмаштыра. Шуға, исем ҡуштырмайынса, уның яңғыҙын ташлап ҡалдырмайҙар.
Бире ҡыуыу.
Биреләр өйгә эйәләһә, уны мылтыҡ алып,ҡоро дары менән атып ҡыуалар. Сүкәйеп ултырып, дүрт мөйөшкә аталар, иң һуңынан мейес эсенә аталар. Шулай итһәң, биреләр мейес эсенән зыҡ ҡубып осоп сығып китәләр.
Бисура.
Бисура элмә күлдәкле бәләкәй генә һары кеше ҡиәфәтендә була. Улар урман төпкөлөндәге аҡландарҙа йәшәй. Ир енесенә булған бисуралар ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ә ҡатын енесенән булған ирҙәрҙе аҙҙыра. Кем менән яҡынлыҡ ҡыла, шуға бисура аҡса килтерә, ти.Шунан ул кеше байып китә икән.
Бисура өйгә эйәләшһә, түңәрәк нәмәләрҙе( һауыт-һабаны) урлай. Уны мылтыҡ атып ҡына ҡурҡытып,ҡасырға мәжбүр итеп була. Ҡасыр саҡта Бөтә ҡашыҡ-аяҡты, үс итеп. ишек алдына һелтәй.
Тәбиғәт- ыҙан йолалары, байрймдары.
Май сәйе.
Элгәре был йола сәсеү бөткәс, болондар сәскәгә күмелгәс, тауҙа уҙғарылған. Унда сәй ҡайнатып, сәй, ҡымыҙ эсеп,күңел –сафа ҡорғандар.
-Сәселгән ашлыҡтар уңып, ризыҡҡа яҙһын,-тип мул уңвш теләгәндәр. Көн кискә һарыҡҡас, май миндеге һындырып, ҡайтышҡандар. Хәҙерге көндә был йола икенсерәк формала йәшәй. Май байрамында йәштәр тауға менә, уйындар уйнай, уларға эйәргән өлкәндәр май миндеге һындыра, теләк теләү юҡ.
Ҡарға бутҡаһы.
Ҡарға бутҡаһы байрамын үткәрер алдынан ҡыҙ-ҡырҡын, бисә –сәсә, әбей-һәбей йыйыллып кәңәш- төйөш итәләр.Байрймды ҡайҙа, ҡайһы көн үткәреү, уға ҡайһы ауылдарҙан кемде саҡырыға һүҙ беркетәләр. Үткенерәк еткән ҡыҙҙарҙан, килендәрҙән саҡырыусылар һайлана.
Ҡарға бутҡаһы – халыҡ байрамы. Әммә унда ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнаша ала. Бешере м-төшөрөм, бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү сығымдарын да бергәләп күтәрәләр. Ауыл буйлап бүләк, ярма, май йыйыусыларҙы алсабырҙар тип йөрөтәләр.
Алсабыр итеп ауылда абруйлы, һүҙе үтемсәк, үҙе күңелсәк, йыр, бейеү оҫтаһы булғандай әбейҙәрҙе һайлайҙар.
Ауыл буйлап бүләк,ризыҡ йыйғанда, алсабырҙар сағыу-сағыу күлдәктәр кейеп, биҙәкле таяҡтар таянып, һамаҡлай-һамаҡлай йөрөйҙәр. Уларға бала-сағ эйәрә. Улар шулай тип ҡысҡырыша;
-Ҡарға әйтә; “Ҡар-ҡар.
Ҡарғатуйға бар,бар.
Ҡарғатуйға бармағандың
Күңеле булыр тар,тар,
Күңеле булыр тар,тар-
Ҡарғатуйға бар,бар.”
Ер һыҙыу.
Ҡар иреп, түбәләрҙә йәшел үлән,ағастарҙа бөрөләр тулыша башлағас, ауыл ҡарттары йыйылып тауға баралар. Унда ил йолаһы һабантуйҙы нисек, ҡайҙа, ниндәй ҡунаҡтарҙы саҡырышып, үткәреү тураһында кәңәш ҡоралар. Майҙан урыны билдәле булғас, утыҙ-ҡырҡ йәштәге ир ҡорона ингән уҙаманды ат саптырып, һабантуй урырынына баған ҡағырға һәм ер ҡаҙырға ҡушалар. Ололарҙың ышанысын үтәп, был кеше эйәргә арҡан, арҡан осона ҡамсы, аҡ йә ҡыҙыл төҫтәге йыртынды сепрәк бәйләп, байрам булаһы урынды билдәләп, бер нисә рәт, ғәҙәттә ,өс әйләнеп сабып сыға. Быны “ер һыҙыу” йә “майҙан һалыу” тейҙәр. Һуңынан бер нисә ир майҙан уртаһына бағана ултырта. Ҡатын-ҡыҙҙар майҙанды биҙәй; ағастарға суҡ, таҫмалар бәйләй.
Аҡһаҡалдар кәңәш ҡора. Улар ил хәлдәрен һөйләшеп, уйлашып бата әйтә, зыяратҡа барыу көнөн билдәләп ҡайталар.
Ғаилә-көнкүреш йолалары.
Бала теләү.
Киленгә теләк теләгәндә йәки игелеге өсөн фатиха биргәндә былай тиҙәр;
Ал итәгеңде бала баҫһын,
Арт итәгеңде мал баҫһын!
Бала-сағаң күп булһын,
Берәү түгел, йоп булһын,
Берәү түгел, йоп булһын да,
Алды тулы б…ҡ булһын!
Йүгерә-йүгерә йөклө бул,
Бәпәйләгәс һөтлө бул!
Ир бала тап,
Иркенләп ят!
Балаға уҙған ҡатындарға тәғәйен тыйыуҙар.
Ауырға уҙған ҡатындарға ҡәбергә барырға ярамай, сөнки аяғына ҡәбер тупрағы йәбешһә, баланың ғүмере ҡыҫҡа була йә үле тыуа. Ауырлы ҡатындар мейес көлдөксәһендә ултырһа, бала “өс йәнле” булып тыуа . Ауырлы сағында ҡатын бысаҡ ҡайраһа, бала киләсәктә ашамһаҡ була.
Бала ҡаршылау.
Бала тыуҙырыусының сәстәрен һүттерәһең, йөҙөктәрен, балдаҡ, беләҙектәрен систерәһең. Шулайтһаң, йәнәһе, ул еңелерәк тыуҙыра. Кендек инәһе итәген алдан бер ҡул менән бөрә тотоп, уны уңа, һулға һелтәй-һелтәй килеп инә лә;
— Уңын бир,
Йүнен бир!
Уңын бир,
Йүнен бир!
Уңын бир,
Йүнен бир!-
тип әйтә. шунан ишеккә эстән бик һалалар. Өйҙәгеләр кендек инәһенә:
-Ниңә килдең?- тиҙәр. Ул:
-Тоҡ бушатмаға килдем,-ти.
-Ниңә килдең?
-Тоҡ бушатмаға.
-Ниңә килдең?
-тоҡ бушатмаға.
Шулай өс тапҡыр һорап, өс тапҡыр яуап алалар. Тулғаҡ ауырлашһа, кендек инәһе тоҡ бушата йә инде тулғаҡ эйәһен таҫтамал аша атлата. Ҡатын тыуҙыра алмай ыҙаланһа, тәҙрәләрҙе асалар. Шунан уны кейеҙгә урап, иҙәнгә тәгәрәләткәндәр, иренән өс ҡабат аша атлатҡандар. Туй йолалары.
БИШЕК ТУЙЫ
Ике ғаилә, үҙ-ара туғанлашыу-дуҫлашыу ниәтенән, тыуасаҡ балаларын йәрәштерергә һүҙ бирешәләр. Береһенең ҡыҙы, икенсеһенең улы тыуһа, бишек туйы үткәреү ваҡытын тәғәйенләйҙәр. Ғәҙәттә, туй балалар тыуыуына ҡырҡ көн тулғанда уҙғарыла. Исем ҡушыу йолаһы ла ошо туйҙа үткәрелә. Бығаса баланы тәүге исеме менән генә исемләп йөрөтәләр. Ғаиләлә тәүге балалар үлеп торһа, бишек туйын мотлаҡ үткәрергә тырышалар.
Бишек туйы ҡыҙ атаһы йортонда үтә. Балаларҙың ата-әсәләре сит ырыуҙан абруйлы кешеләрҙе ҡиәмәтлек ата-әсә итеп һайлайҙар, уларҙы туйға саҡыралар. Ҡиәмәтлек ата-әсә булыу хөрмәтле һәм изге эш иҫәпләнгән.
Бишек туйында ике яҡ бер-береһенә бүләк бирешә. Шулай уҡ ҡиәмәтлек ата-әсәгә, килгән әбей-һәбейҙәргә бүләктәр бирелә. Йәрәшеү билдәһе итеп, ике яҡ бер туҫтаҡтан ҡымыҙ эсә. Был йола бата эсеү тип атала. Шунан сабыйҙарҙан бер-береһенән ҡолаҡтарын тешләтәләр . Әбейҙәр әйтә:
— Ир бала ла ирәбе
— Атаһынан ҡот ейгән.
Ҡыҙ бала ла ирәбе
— Әсәһенән һөт имгән.
Собханалла , машалла !
Яман күҙҙән һаҡлаһын,
Яман артаҡтан һиҫкәнмәй,
Батырҙарса йоҡлаһын.
Беҙ — ҡиәмәт
Көсөк күлдәк ташлатып,
Яңы күлдәк бесәбеҙ.
Шулай бишек туйы уйын-көлкө менән уҙғарылған бер байрам төҫөн ала.
ҺЫРҒА ТУЙЫ
Ир бала атҡа менерлек, ҡыҙ бала көйәнтә күтәрерлек булғас, һырға туйы үткәрелә. Был туйҙа ир баланың ата-әсәләре килен буласаҡ ҡыҙға бүләккә алҡа, шәл алып килә. Бүләктәрҙе тапшырыу әсән ҡушамат егет (кейәү егете) тәғәйенләнә. Ул йырсы ла, ҡурайсы ла, көрәшсе лә булырға тейеш.
Ҡыҙҙың да ата-әсәләре буласаҡ кейәүҙәренә сигелгән билбау, түбәтәй алып килә. Ошоларҙы тапшырыу әсән «ҡушамат ҡыҙ» тәғәйенләнә. Уның да һәйбәт йырсы, бейеүсе, төҫкә-башҡа сибәр булыуы шарт. Ҡушамат егеткә һәйбәт ҡуш булырлыҡ булһын.
һырға туйының үҙәк өлөшө — үҫмер йәштәргә теләк әйтеү һәм ҡыҙға алҡа тағыу йолаһы. Бер яҡтан, башын ҡыҙыл сымылдыҡ менән ҡаплап, ҡыҙҙы, икенсе яҡтан егетте алып сығалар. Егет башына күк йә йәшел төҫтәге сымылдыҡ ҡаплайҙар .
Ҡыҙҙы күрһәтерҙән әүәл кейәү егеткә лә, ҡыҙға ла үҙен нисек тоторға өйрәтеп, өгөт-нәсихәт әйтәләр. Ҡыҙға:
Ҡушағаңды күргәндә
Ҡулың ҡалтырамаһын;
Кейәүең айбарһыҙ тип,
Юҡ-барға бойоҡмаһын.
Ҡыҙға бәхет, тәүфиҡ теләйҙәр; ипле, баҫалҡы, эшсән, тыңлаусан килен булырға өгөт-нәсихәт бирәләр. Ошонан һуң йәштәрҙең йөҙөн асып, икеһенә лә бәхет теләйҙәр.
Йырҙар, әйтештәр бөткәс, ике яҡ бер-береһен бүләкләй. Ҡушамат ҡыҙ үҙенең кейәүенә янсыҡ, сигеүле билбау, ә ҡушамат егет ҡыҙға алҡа, шәл бүләк итергә тейеш. Йырсылар маҡтап, ҡеүәтләп тора:
Әйҙә, егет, шәл ябындыр,
Буйын биҙәп торһон тип.
Йәш елкенсәк һүҙ ҡушҡанда,
Битен ҡаплап торһон тип.
Йәш елкенсәк һүҙ ҡушҡанда,
Йөҙөн ҡаплап торһон тип.
Әгәр бығаса бишек туйы, үткәрелмәгән булһа, үҫмер кейәү ҡыҙға шәл яба. Кейәү яғы артынса ҡыҙ яғы бүләк бирә башлай. Ҡушамат ҡыҙ һәр бер бүләкте маҡтап, йыр йырлап таратырға тейеш. Кейәү балаға ул суҡлы янсыҡ бүләк итә, билен уҡалы билбау менән быуа. Барыһы ла балаларға бәхет теләй. ҺЫҒЫМТА
Башҡорт халҡының йола фольклоры миҙгел һәм ғаилә-көнкуреш фольклорына бүленә. Ә уларҙың тамырҙары мифологик ҡараштарға барып тоташа, йола фольклоры үҙенең ижадсыларының көнкүрешен, хеҙмәт тәжрибәһен сағылдыра. Үҙе Һәм үҙенең мал-тыуарының сәләмәтлеге, быуындар алмашыныуы, хужалыҡтағы уңыштар хаҡында ҡайғыртып, башҡорттар илаһи көстәрҙең күңелен табырға тырышыр булған. Улар хөрмәтенә байрамдар ойошторған. Тирә-йүнде оҙайлы күҙәтеүҙәре һөҙөмтәһендә улар үҙҙәренең кәсептәре әсен уңай һәм уңай булмаған шарттарҙы-көнэл-гәре билдәләргә өйрәнгәндәр. Күпҡырлылыҡ, күптөрлөлөк йәһәтенән ғаилә-көнкүреш, бигерәк тә, туй йолалары ныҡ айырылып тора. Ә туй төшөнсәһе, киң мәғәнәһендә, үҙ эсенә тыуым, ғаилә ҡороу һәм ҡайтмаҫ юлға оҙатыуға бәйле тантаналарҙы, тар мәғәнәһендә — никахлашыуға бәйлеләрен генә ала: ике ырыуҙа бер мәлдә тыуған малай менән ҡыҙ балаға ҡырҡ көн булғас та, бишек туйы; үҫмер саҡҡа аяҡ баҫыр-баҫмаҫтан — һырға туйы; ҡыҙ ҙа, егет тә бәлиғенә инеүгә никах туйы үткәрелер булған. Традицион йола менән уны оҙатып килеүсе фольклорға, айырыуса кумеү-ер-ләү менән бәйлеләренә, исламдың йоғонтоһо була. Әммә улар үҙҙәренең нигеҙҙәре менән үҙ аллы ерлеген һаҡлап ҡалған һәм башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтенең мөһим бер өлкәһен хасил итә.
Башҡорт туй йолалары — никахҡа ингән башҡорттарҙың туй йолалары комплексы.
Башҡорттарҙың никахҡа ҡарата етди мөнәсәбәтен башҡорт халыҡ мәҡәлдәре дәлилләй: «Өйләнмәгән ир-егет әҙәпле булмаҫ», «Ҡош-ҡорттоң да үҙ ояһы бар», «Өйләнмәгәндең йорто юҡ, йорто булмағандың — иле юҡ» һәм башҡалар.
Башҡорт туйы, уның йолалары, ғөрөф—ғәҙәттәре үҙ эсенә боронғо инаныуҙарҙан заманса яңылыҡтарға тиклем башҡорт мәҙәниәтенең үҫеш элементтарын алған. Туй йолалары башҡорт фольклорында (мәҫәлән, «Алдар менән Зөһрә», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Ҡуҙыйкурпәс менэн Маянһылыу» эпостары һәм башҡалар) сағылыш тапҡан. Башҡорттарҙа, башҡа халыҡтарҙағы кеүек, туйға әҙерлек ваҡыты (туй алды), туй үҙе һәм туй арты билдәләнә.
Кеше ғүмеренә бәйле туйҙар кешенең бер ҡорҙан икенсе ҡорға күсеүен билдәләгән. Сабыйҙарҙы йәрәштереү туйы — бишектуй — күп кенә төрки халыҡтарға хас күренеш. Башҡорттарҙа был йоланың ҡасандыр мөһим урын алыуын эпостарҙан күреп була, бының хаҡта риүәйәт — әкиәттәрҙә лә бәйән ителә. Балаларҙы бер бишеккә һалып, теләктәр әйтелгән. Бигерәк тә бала ауырып киткән саҡта бишек туйын үткәрергә ашыҡҡандар. Был йола ХIХ быуат аҙағына тиклем һаҡланып килеүе һәм ырыу — араны нығытыу ролен уйнауы билдәле.
Һырғатуй балалар үҫмер сағында үткәрелгән. Кеше ғүмерендә был сара ла бик мөһим урын алған, сөнки 12 — 13 йәштәре етеүгә ҡыҙ сөннәте — алҡа (һырға) тағыу, ир сөннәте — бағышланыуҙы сағылдырған йола.
«Теләктәр, фатихалар бирелеп, ике үҫмерҙең ҡотло киләсәге ил алдында нығытыла. Уларҙың туйында ҡушамат ҡыҙ, егет булыуы һәм уларҙың ир — ҡатын булып ҡушылыу шарты ла түл, ырыҫ көҫәй торған сара. Изге теләк, фатиха, йола өйрәтеү һырға туйының фольклорында төп урынды биләй» (Башҡорт халыҡ ижады, I том, 34 бит).
Төп туйға бик ентекле әҙерлек барған, кәләш һәм кейәү егет өсөн матур кейемдәр тегелгән. Был кейем туйҙан һуң байрам кейеме булып ҡалған.
Кәләш димләү, әйттереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Балалары никахҡа инә торған ваҡыты еткән һайын, ата-әсәне борсоу баҫа. Атаһы ҡатыны менән кәңәшләшә — өйләндерергә ваҡыт етте түгелме? Әсәһе риза булһа инде, улдары менән һөйләшәләр. Улы ризалыҡ биргәс, атай кеше кәләш эҙләй башлай. Оҡшатҡан ҡыҙҙың атаһына ул үҙе бара йәки яусыларҙы ебәрә. Ҡайһы бер райондарҙа никахлашыуға ризалыҡты алғас, бер туҫтаҡтан бата (һыу ҡушылған бал йә иһә ҡымыҙҙы) эсеп, ике яҡлы килешеүҙе нығытып ҡуялар. Бынан һуң ҡыҙ бала кәләш тип һанала.
Буласаҡ ҡоҙаларҙың бер туҫтаҡтан ҡымыҙ эсеү йолаһы шул тиклем көскә эйә була, хатта ҡыҙҙы кейәүгә бирмәҫкә булһалар, уның ата-әсәләре кейәү егетенең ата-әсәһенә аҡса йәки ҡалым хаҡы бүләк (мал, ҡиммәтле кейем) биреп кенә ҡотола алған.
Ҡалым[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡалымды биреү-алыу йолаһы бергәләп йәшәй башлау өсөн кәрәкле мөлкәт менән йәштәрҙе тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала. Ҡалымдың күләме ата-әсәнең йәшәгән районына бәйле, алдан уҡ һөйләшелеп ҡуйыла, уның күләме килешелгән һәр яҡ өсөн ҡулдан килерлек һәм ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫҡа тейеш була. Ҡалым төшөнсәһенең барлыҡҡа килеүе мөлкәтте бүлеү тураһындағы закондарҙың булмауы менән аңлатыла. Никах тарҡалған саҡта ҡалым кире ҡайтарылған.
Башҡортостандың төрлө райондары өсөн ҡалымдың минималь күләме булған. Әгәр ҡәйнәгә, мәҫәлән, ҡалымға төлкө тиреһенән тун бирерлек мөмкинлек булмаһа, йоланы үтәү өсөн, һарыҡ тиреһенән тун, ул да булмаһа, ябай елән биргәндәр. Ҡалым тулыһынса кәләштең атаһына бирелгән, тегеһе ҡалым урынына бирнә тапшыра. Йыш ҡына бирнәнең күләме һәм хаҡы ҡалымдан ҡиммәтерәк тә булған[1].
Ҡалым бер юлы тулыһынса бирелгән йәки өлөшләтә, әммә тулыһынса түләп бөтмәйенсә, кейәү кеше ҡайны—ҡәйнәһе күҙенә күренергә тейеш булмаған.
Шулай уҡ кәләшкә кесе ҡалым биреү традицияһы ла булған. Был осраҡта кәләшкә көндәлек тормошта кәрәкле әйберҙәр бүләк ителгән — яулыҡ, елән, аяҡ кейеме, һандыҡ.
Ырымбур мосолман дини йыйылыш фонды эштәрендә ғаилә ағзаларының мөлкәт хоҡуғы тураһында бик ҡыҙыҡ мәғлүмәт һаҡланған. Ғәҙәттә никахлашҡан саҡта ҡалымдың күләме генә түгел, бирнәнең дә күләме билдәләнгән. Бер кәләш тә кейәү йортона бирнәһеҙ инмәгән. Уның күләме ҡалымдың күләменән бер ҙә кәм булмаған. Мосолман башҡорттарҙа (христиандарҙа шулай уҡ) бирнә ҡатындың шәхси милке була. Балаһы булмаған ҡатындың вафатынан һуң бирнә ғәҙәттә уның ата-әсәһенә ҡайтарылған. Шулай, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ өйәҙе Үтәш ауылынан хәлле общинник Бикбулат Буранғолов Сәлих ауылына кейәүгә бирелгән үҙенең балаһы булмаған ҡыҙының вафатынан һуң элекке кейәүенән ҡыҙының бирнәһен ҡайтарып алған: 2 һарыҡ, ҡолон, 5 һыйыр, 3 елән, 3 ҡашмау һәм башҡа әйберҙәрен. Имам һәм аралашсылар шаһит булалар.
Бүләкләшеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бик ҡатмарлы туй йолаларының дауамы булып йыш ҡына кейәү йортонда үткән бүләкләшеү тора. Махсус әҙерләгән һыбайлы малай атта ҡунаҡтарҙы урап сыға һәм аҡса, яулыҡ, еп һымаҡ бүләктәрҙе йыя һәм, уларға ҡул тигеҙмәй, кейәүгә тоттора. Заманса туйҙарҙа аҡса конверттарға һалына һәм шулай уҡ кейәүгә тапшырыла.
Буласаҡ ҡәйнә үҙенең туғандарын, күршеләрен сәй янына саҡырып ала, тегеләре уға галантерея тауарҙары алып килә — еп, энә, күлдәклек һәм башҡалар.
Никах туйы (кесе туй)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт туйы. Киленде йорттан оҙатыу
Никахлашыу йолаһы өйҙә үткәрелгән. Йоланы үткәреү өсөн мулла саҡырылған, ул мәсеттәге кеүек рәсми рәүештә никахты теркәү өсөн, үҙе менән махсус китап (метрическая книга) алып килгән. Мулла килгәнгә тиклем ҡоҙалар бер-береһенә бүләктәр йәки ҡалымдың яртыһын булһа ла бирә. Мулла никахҡа ризалыҡты йәштәрҙең үҙҙәренән түгел, уларҙың аталарынан һораған. Мулланың хеҙмәте ҡалымдың бер өлөшөнән түләнгән.
Туй[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт туйы. Кәләшкә ир ҡатыны булыуын аңлатҡан ҡашмау кейҙерәләр
Туй — ҡалым тулыһынса түләнеп бөткәндән һуң үткәрелә торған байрамса никахлашыу тантанаһы. Әгәр ҡалым тулыһынса түләнеп бөтмәһә, байрам ябай ғына формала үткәрелә һәм тик ҡатындың туғандары ғына саҡырыла.
Туй иртәнсәктән кискә тиклем ике-өс көн дауамында бара. Ҡунаҡтарҙың күңелен асыр өсөн бейеүҙәр, уйындар, көрәш, ат сабыштырыу бәйгеләре ойошторола.
Кәләш өсөн көрәш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яҡын әхирәте һәм башҡа ҡатын-ҡыҙ туғандары кейәүгә бирелгән ҡыҙ менән айырылырға теләмәгәнен күрһәтеп,
байрамдың аҙағында кәләште кейәү йортона алып китергә ҡамасау иткән төрлө йола уйындары үткәрелгән.
Ҡамасау исемлеге кейәүҙең дуҫ-иштәренең һәм туғандарының фантазияһынан ғибәрәт булған: йәш ҡатынды алыҫыраҡ йәшергәндәр, бауҙар менән бәйләгәндәр, сығармаҫ өсөн көрәш ойошторғандар. Кәләш менән кейәү яғынан ҡатындарҙың һәм ҡыҙҙарҙың көрәше башланған. Ғәҙәттә ҡатындар еңеү яулаған. Көрәш ваҡытында өҙөлгән төймәләрҙең, йыртылған кейемдәрҙең хаҡын кейәү егет түләгән. Ахырҙа, ҡатындар йәш кәләште бауынан ысҡындырған, һәм ул ҡатындар иҫәбенә индерерлгән. Бауҙы кейәү һатып алған.
Кейәү йортона китер алдынан кәләш үҙенең туғандары менән хушлашҡан. Уның баш өҫтөнән дүрт әхирәте дүрт мөйөшөнән яулыҡ тотҡан, ҡалған ҡыҙ туғандары сеңләй башлағандар. Кәләш туған ҡаты-ҡыҙҙарға бүләктәр: таҫтамал, ашъяулыҡ, әсәһенә туҡыма киҫәктәре, еп һәм башҡа нәмәләр таратҡан (был әйберҙәрҙе уның өлкән апаһы йә берәр әхирәте тотоп йөрөгән). Туған ҡатын-ҡыҙҙар уға ла бүләк: мал, яғаларға ҡушып тегелә торған тәңкәләр, туҡыма киҫәктәре биргән. Был киҫәктәр йәғни йыртыш уның башына, кейеменә беркетелгән.
Шунан кәләште ултырып китә торған арбаға килтерергә тейеш булғандар. Әммә кәләш ҡарышҡан, атаһы йә ағалары уға бүләк бирмәй тороп, өйҙән сығырға баш тартҡан. Әхирәттәре, кәләш ауылдан сығып киткәнсе, оҙата килеп, юл буйына сеңләгәндәр. Сеңләү аша ҡыҙ үҙенең атаһына, ағаларына үпкәһен белдергән.
Йола, әлбиттә, кейәүҙең еңеүе менән тамамланған, кәләшкә өҫтәлмә бүләктәр бирелгән һәм уны ире йортона оҙатҡандар.
Ире алдан ат өҫтөндә һыбай барған. И. И. Лепехин яҙғанса, боронораҡ кәләште лә кейәү йортона һыбай күсергәндәр.
Ирҙең өйөнә килеү ҙә билдәле тәртиптә барған: йәш кәләш килеп етеүе тураһында хәбәр еткерелгән, кейәү атаһы йә уны алмаштырыусы башҡа ир туғаны кәләште ауылға етәр элек алдан һөйләшелгән ерҙә һатып алған. Кәләш яғынан оҙата килеүсеуның ҡайныһы ебәргән ҡатындарға дилбегәне тапшырған.
Ир өйөндә килендең йәшәй башлау тәртибе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Туйҙан һуң беренсе мәртәбә кәләштең ир йортона инеү тәртибе лә йола буйынса атҡарылған:
- йәш килен ир туғандарына бүләктәр тарата;
- ир туғандары үҙ сиратында йәш киленде бүләкләйҙәр;
- йәш килен көйәнтәгә биҙрәләр элеп һыу башлай, һыу эйәһенә йолом биреп ҡотолор өсөн һыуға епкә бәйләнгән көмөш тәңкәләр ташлай;
- ошо йолаларҙы үтәгәндән һуң ғына, йәш кәләш, оялмай, беренсе мәртәбә иренә йөҙөн аса[2].
Ир йортона ингәндән һуң кәләштең ҡатын статусына инә торған йолалар үтәлгән:
- сәсен ике толом итеп үрәләр;
- ҡыҙ баш кейеме (таҡыя) ҡатындар кейгән баш кейеменә (ҡашмау) алыштыралар;
- биленә — бәхет, изгелек һәм именлек символы һаналған билбау бәйләйҙәр.
Кейәүҙең ир статусына инеү йолалары ла булған:
- никахҡа ризалыҡ алыу;
- кәләште йәшерен рәүештә барып күреп йөрөү;
- ғаилә тормошона инеү.
Йолалар йәштәргә ғаилә тормошо серҙәрен төшөндөрөү, енси яҡтан тәрбиәләү, ҡатын — ҡыҙҙың үҙһүҙлелеген сыҙамлы үтәргә өйрәнеүгә булышлыҡ иткән.
Урыҫ телендәге яҙмаларҙа башҡорт туйы йолалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт туйы тураһындағы урыҫ телендәге иң тәүге яҙма тураһында С. И. Руденко «Башкиры»[3] тигән китабында хәбәр итә. Ул И. И. Лепёхиндың «Дневные записки путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепёхина по разным провинциям Российского государства в 1768 и 1769 году» тигән китабында башҡорт туйы тураһында кейәү йортона килгәс, йәш килен өс тапҡыр ҡайны-ҡәйнә алдында тубыҡлана, уны өс тапҡыр тубыҡтан торғоҙалар тигән яҙмаһына һылтана. Билдәле булыуынса, И. И. Лепёхин 18-се быуат аҙағында Урал төбәктәренә сәйәхәт ҡылған булған. С. Руденконың был һүҙҙәре «Башҡорт энциклопедияһы»на ла инеп киткән, әммә был йола телгә алынған һөйләмдә тәүсығанаҡ күрһәтелмәгән, шуға күрә ул бөгөнгәсә ысынбарлыҡ кеүек ҡабул ителә[4].
Туй йолаларын ентекле өйрәнеп, ХХ быуат башында пьеса итеп яҙған Мөхәмәтша Буранғолов яҙмаларында иһә «килен кеше кеше өйгә ингәс, түргә ҡарап өс ҡайра сәләм ҡыла, ике ҡулын һул теҙенә һалып аяғын артҡа һуҙып, тубығын иҙәнгә тейҙереп ала» тип әйтелгән[5]. Был йола беҙҙең көндәргәсә һаҡланмаған.
Никах тыйыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорттар ғәҙәттә ҡатынлыҡҡа үҙ ырыуҙарынан (дүрт быуын айырылмайса) алмағандар. Тик бишенсе (тыуа ят) йәки алтынсы (ете ят) быуында ғына туғандар үҙ- ара никахлаша алғандар.
Ҡыҙҙарҙы кейәүгә 14-15 йәшендә биргәндәр, ире ҡатынынан 3-5 йылға өлкәнерәк булыуы һәйбәт һаналған.
ХХ быуат башына тиклем башҡорттарҙа левират (лат. levir — ҡайнаға) ғәҙәттәге хоҡуҡ тәртибе буйынса никах формаһы булған, был тәртипкә ярашлы үлгән ағаһының тол ҡалған ҡатыны ҡәйнешенә кейәүгә сыға алған, шулай уҡ тол ҡалған еңгәйгә иренең ике туған ҡустыһы йәки икенсе ир туғаны. Тол ҡатын менән бергә уның балалары, мөлкәте, социаль статусы, хоҡуҡтары һәм бурыстары ла яңы ниҡахлашҡан кешегә күскән. Левират никахтар хеҙмәткә яраҡлы ҡатын-ҡыҙҙы ғаиләлә алып ҡалырға булышлыҡ иткән[6]. Башҡорттарҙа левират башлыса хоҡуҡи нигеҙгә әйләнгән боронғо йола булған. Ул балаларҙың атаһының ырыу-ҡәбиләһенең ағзаһы булараҡ хоҡуҡтарын, айырыуса иҡтисади хоҡуҡтарын, яҡлауға бәйле. Бала, тәү сиратта, уны тапҡан, тыуҙырған әсәһенеке түгел, ә атаһыныҡы, уның туғандарыныҡы тип иҫәпләнгән, ошо ырыу кешеһе булараҡ уның ергә хоҡуғы һаҡланған. Левираттың башҡорттарҙа оҙаҡ һаҡланыуының тағы бер сәбәбе — башҡорттар хәрби халыҡ булған, хәрби хеҙмәттә һәләк булған яугирҙың ғаиләһе һәр саҡ ҡурсыулы булған, тол ҡатын балалары менән яңғыҙы ҡалмаған.
Заманса туй[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Салауат ҡалаһындағы туй күпере
Заманса туй күпкә йыйнағыраҡ, йолаларҙы тулыһынса үтәмәйенсә үткәрелә. Ҡалым, бирнә төшөнсәләре формаль рәүештә генә атҡарыла. Хәҙерге ваҡытта йәштәр бүләккә иномаркалы автомобилдәр, фатирҙар, компьютерҙар алырға теләйҙәр.
Никах һарайында никахлашҡандан, балдаҡтар менән алмашҡандан һуң, заман йәштәре машиналарҙа Салауат Юлаев һәйкәленә (Өфө, Салауат, Сибай ҡалалары). Мәңге ут янына барып сәскә һалалар. Ошо һәйкәлдәр янында фотоға төшөү традицияға инде. Йыш ҡына изге һаналған шишмәләргә баралар (мәҫәлән, Сибай — Баймаҡ яҡтарында Хәсән ауылы янындағы шишмәгә барыу йола һанала). Ағиҙел аша күперҙә йоҙаҡтар беркетәләр, һыуға гөлләмәләр ташлайҙар.
Туй тантанаһын видеоға төшөрөү традицияға инде.
Айырылышыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Никахты тарҡатыу башҡорттарҙа элек-электән ғәҙәттәге тәртип буйынса башҡарылған, ислам дине инеүе менән — шәриғәт буйынса.
Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө булған. Мәҫәлән, ике яҡтың береһе үҙ бурыстарын үтәмәү, ир яғынан ҡалымдың тулыһынса түләнмәүе.
Айырылышыуҙың бер формаһы талаҡ булған. Ир кешенең шаһиттар алдында өс тапҡыр «талаҡ» һүҙен әйтеүенән һуң никах тарҡалған тип һаналған.
Шулай уҡ, башҡорттарҙа айырылышыуҙың тағы ла бер формаһы хула булған. Үҙе теләп айырылғаны өсөн ҡатын иренә мәһәрҙең йәки ҡалымдың бер өлөшөн ҡайтарып биргән. Айырылғандан һуң ҡатын балаларын иренең рөхсәтенән тыш үҙендә ҡалдыра алмаған. 1828 йылдан никах теркәү тураһында яҙыу метрик китаптарҙа эшләнгән. 1917 йылдың 19 декабрендә «Айырылышыу тураһында» декрет ҡабул ителә һәм уның нигеҙендә никахты тарҡатыу буйынса гражданлыҡ процедураһы индерелә.[7]
Никахҡа ҡағылышлы башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Туй фотогалереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
-
Машинаны ҡушъяулыҡ менән биҙәү
-
«Юл быуыу» йолаһы
-
Килен төшөрөү
-
Йәш килен бүләктәр өләшә
-
Никах йорто алдында
-
«Һыу юлы»н күрһәтеү
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Асфандияров А. З. Семья и брак у башкир в XVIII — первой половине XIX в. Уфа, 1989. Бадретдинов С. Башкирская свадьба и обрядовая поэзия // Ватандаш. — 2006. — № 3. — ISSN 1683-3554. (башк.)
Видеоматериалдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Видео Бөрйән районы Килдеғол ауылында туй. 2017
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт туй йолалары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Статья «Свадебные обряды» в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)
- Башҡорт халыҡ ижады. I том. Йола фольклоры.
- Башкирская свадьба
- Зугура Рахматуллина. Этикет в культуре свадебных ритуалов башкир: история и современность
- Лепёхин И. И. Дневные записки путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепёхина по разным провинциям Российского государства в 1768 и 1769 году. Часть 1. — СПб., 1771
- М. Буранғолов. Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар / Мөхәммәтша Буранғолов; төҙ., баш һүҙ авт., яуаплы мөхәр. Б. Байым. — Өфө: Китап, 1995. — 352 б.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башкирская свадьба » История и Культура Башкортостана. Дата обращения: 15 ғинуар 2013. Архивировано 28 ғинуар 2013 года.
- ↑ Башкирская свадьба
- ↑ Башкиры. Историко-этнографические очерки
- ↑ СВАДЕБНЫЕ ОБРЯДЫ 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ М. Буранғолов. Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар / Мөхәммәтша Буранғолов; төҙ., баш һүҙ авт., яуаплы мөхәр. Б. Байым. — Өфө: Китап, 1995. — 352 б.
- ↑ Левират
- ↑ Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)
Туй малы һуйыусылар, ғәҙәттә, туйҙың эс-ҡарынын алыусылар (таҙартыусылар) уларҙың бисәләре, ҡыҙҙың яҡын еңгәләре була. Мал һимеҙ булһа, һуйыусылар араһынан бер ир – ҡоҙаларға, ҡарын алыусыларҙан берәү ҡоҙағыйҙарға: “Туй һимеҙ ҙә, туй һимеҙ”, – тип таҡмаҡлап бейеп һөйөнсөләй, уларҙан аҡса ала. Шул уҡ ваҡытта егеттең әсәһе (баш ҡоҙағый) үҙе алып килгән ҡоҙағыйҙары менән барып, киленде һөйә, уға бүләк бирә. Киленде һөйгәндә баш ҡоҙағый уның тәүфиҡлы булыуын көйлө һүҙҙәр менән теләп, өгөт итә.
Туй малы һуйылып бөткәс, уның ите бер нисә өлөшкә бүленә. Туйлыҡ йылҡы малы булғанда (ғәҙәттә, туйлыҡ һәр ваҡыт йылҡы малы була), ике ҡабырғаһының икеһенән дә өсәр ҡабырға һебәләк (ҡабырға бөткән йомшаҡ ит яғы) алына. Был һебәләктәр туй көрәшендә иң тәүҙә сығып көрәшкән батырҙарҙың йыҡҡанына ла, йығылғанына ла бирелә торған бүләк була.
Ике артҡы боттоң оса һөйәгенә ҡушылған янбаш өҫтө “ейән һөйәк” кенә – ҡыҙҙың әсәһенең апаһы иренә бирелә торған өлөш. Шуның өсөн “ейән һөйәк” алған кеше ҡасан да булһа ҡыҙҙы кейәүе менән саҡырып күлдәк кейҙерергә һәм берәй мал бирергә тейеш.
Ҡартаның бер өлөшө, аҙлап эс-ҡарын һәм бер аҙ ит, күтән ите бүлеп ҡалдырыла. Иң ҡәҙерле еренән кейәүгә ашатыу өсөн бер аҙ ит алып ҡалынып, ҡалғандары туйға ҡатышҡан ҡоҙа һыйлаусыларға, ҡоҙаларға ашатырға билдәләнә.
Эсәк-ҡарын таҙартыусылар, таҙ ҡарын тип йөрөтөлә торған өлөшөнән тыш, ҡарындың бер аҙ өлөшөн таҙартып, бергә араларында батырыраҡ берәү етәкселегендә бысраҡ көйө ҡоҙаларға алып килә. Һәм төп ҡоҙанан башҡаларының башына бысраҡ ҡарын кейҙереү менән ҡурҡытып, үҙҙәренең хеҙмәттәре өсөн аҡса ала.
Был таҙ ҡарын кейҙереү көлкөлө мәл була. Таҙ ҡарын тотҡан килен уны бер айырсалы ағас башына элеп, түрҙә ултырған ҡоҙаларҙың башына берәм-берәм кейҙерергә, уларҙың өҫтәрен бысратырға тырыша. Уға иптәштәре ярҙам итә. Ҡоҙалар бысраныуҙан ҡурҡып, аҡса бирә. Әгәр берәйһе аҡсаны аҙыраҡ бирһә, ҡарын тотҡан килен үҙенең һорағанын алырға маташып, ҡарынды һелкетеп, аяуһыҙ сауҙалашырға тотона. Мутыраҡ ҡоҙа килендәрҙең һорағанын бирмәй, уларҙы үҙенең янында ун-ун биш минут яуаплашырға мәжбүр итә.
Ҡоҙаларҙан аҡса йыйып алғас, килендәр ҡоҙағыйҙарға бара, ләкин унда ҡарынды алмайҙар. Тик ҡулдарын йыумайынса: “Туй ҡарынын йыуғанда ҡулыбыҙ өшөнө, ҡулыбыҙҙы йылытып ебәрегеҙ”, – тигән булып, ҡоҙағыйҙарҙың өҫтөндәге кейемдәренә йышына. Ҡоҙағыйҙар, бысраныуҙан ҡурҡып, быларға тағы аҡса бирә. Килендәр ҡоҙаларҙан һәм ҡоҙағыйҙарҙан алған аҡсаны үҙ-ара бүлешеп ала йәки шуға әйбер алып, йыйылып сәй эсә.
Туй малы һуйылып бөткәс, хасланған туй ите бешерелә. Уны ашап бөткәс, ат саптырыу, батырҙар көрәштереү, сапҡан аттарға, көрәшкән батырҙарға, ҡыҙҙың атаһының хәленә ҡарап, бүләктәр бирелә.
Туй малы һуйылғандың иртәгәһенә ҡоҙалар ҡыҙҙың атаһы тарафынан оҙатыла, ләкин төп ҡоҙа һаман үҙ ҡоҙаһында ҡалып, тағы ла өс-дүрт көн яңынан ҡунаҡ була.
Ҡоҙалар оҙатылған көндөң иртәгәһенә күтән (ҡартаның ҡалдырылған өлөшө) ашатыу була. Был ашҡа фәҡәт йәш егеттәр һәм йәш килендәр, ҡыҙҙар ғына саҡырылып, күтән ашарға килгән кешеләр ҡыҙға һаҡал, ҡашмау яһау өсөн аҡса, һаҡал, ҡашмау әйберҙәре, йөҙөк һәм башҡа шуның кеүек нәмәләр бүләк итә. Ҡыҙҙың яҡын еңгәләре күтән менән үҙҙәренең бүләк итә торған аҡсаларын бер ҡалаҡҡа һалып ҡыҙға һоғондора (аҡса, әлбиттә, йотолмай. – Г.А.).
Туйҙың башынан аҙағынаса һәр мәжлестә ҡурай, йыр, бейеү, уйын-көлкө була.
Кейәү булып барыу һәм кәләш кейәүләү
Туй бөткәндән һуң кейәү егет, үҙенең яҡын иптәшен алып (ул иптәшен “нөгәр” тип йөрөтәләр), кискә табан һыбай кәләшкә килә. Беренсе мәртәбә кәләшкә килеүендә кейәү туп-тура үҙенең ҡайын йортона төшмәй, шул ауылдағы еҙнә тейеш кешеһенә йәки яҡын ағай-энеһенә килә. Яҡын кеше ҡыҙҙың әсәһенә кейәүҙең килеүе хаҡында хәбәр итә: уның ҡыҙға ҡушылыуына һәм уны кем өйөнә (кейәү тәүге килеүҙә ҡайын йортонда булмай, ҡайынының айырым сыҡҡан улының өйөндә йәки ҡайынының ҡусты тейеш кешеһендә була) төшөрөргә рөхсәт һорай. Кейәү нөгәре менән ҡәйнәһе тарафынан күрһәтелгән өйгә бара. Был өй хужаһының ҡатыны, кейәүгә иң яҡын ҡайынеңгә булып иҫәпләнеп, кейәүҙе тәрбиәләй, ҡулынан килгән ҡәҙер-хөрмәт итә һәм ҡыҙҙы алып килеп кейәүгә ҡуша.
Әгәр ҡыҙ кейәүҙең килгәнен белеп ҡалһа (ҡайһы ваҡыт ҡайынеңгәләре ҡыҙҙы юрый, кейәүҙән аҡса алыр өсөн йәшереп тә ҡуя), йәшенә. Был ваҡыт ҡайынеңгә менән кейәү ҡыҙҙы эҙләргә сыға һәм йәшенгән еренән табып алып ҡайта.
Кейәү өсөн билдәләнгән айырым өй йәки бер бүлмә булып, шул бүлмәгә ике ҡомған йылы һыу әҙерләп ҡуйылған була. Кейәү менән ҡыҙ үҙҙәренә билдәләнгән шул урында төн үткәрә. Иртәгәһенә таң менән ҡыҙ өйөнә ҡайтып китә. Кейәүҙең яҡын ҡәйнештәре килеп, кейәүҙән – бәке, балдыҙҙары аҡса алып сыға.
Өй хужаһының ҡатыны (ҡайынеңгә) иртә менән күршеләрендәге йәш килендәрҙе кейәү янына саҡыра һәм ул бүләк ситсаны (тажтарлыҡ) ҡыҙҙың әсәһе күрһәткән килендәргә өләшә, ҡунаҡ күрһәтә, ләкин ҡыҙ ул көндә көн буйы күренмәй һәм саҡырған ерҙәрҙә лә кейәү менән бергә булмай.
Ҡунаҡ күргән килендәр берәм-берәм кейәүҙе үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра. Һәр өйҙә егет кеше сәй эсеп бөтөүгә, башҡаларҙан йәшереп, сынаяҡҡа тәңкә (аҡса) һалып ҡалдыра. Ул аҡса шул өйҙөң ҡыҙына була. Әгәр ҙә ул өйөндә ир балалар булһа, уларға кейәү бәке бирергә тейеш.
Шулай дүрт-биш көн ҡунаҡ булғас, кейәү ҡайтып китә. Ун-ун биш көн уҙыуға, тағы килеп, дүрт-биш көн ҡунаҡ була, ләкин был һуңғы килеүендә һәр саҡырған өйҙә, баштағы кеүек, аҡса өләшеп йөрөмәй һәм фатир йорто ла төп ҡайын атаһы йортонда була.
Кейәү ҡайын атаһы менән ҡайын әсәһенән, шулай уҡ ҡайын атаһынан йәшкә өлкән кешенән һәм уның ҡатынынан ҡасып, йәшеренеп, уларға йөҙөн күрһәтмәй йөрөй.
Ҡалын (ҡалым) биреү һәм ҡалын алыу
Кейәү кәләшкә бер-ике тапҡыр барып ҡайтҡас, егеттең атаһы, үҙ ағай-энеһе менән кәңәшләшеп, ҡыҙҙың атаһын ҡалын алырға саҡырырға ауылдан урта йәштәге бер-ике кешене ебәрә. Ҡалын йолаһын атҡарышыу өсөн сит ауылдан бер-ике хәллерәк кеше саҡырыла.
Саҡырыусы булып барған кешеләр, ҡыҙҙың атаһына барып, өс-дүрт көн ҡунаҡ булғандан һуң, ҡыҙҙың атаһы тарафынан күкрәк йәки сапан кейеп оҙатылалар һәм ҡыҙҙың атаһын ҡалын алырға саҡырып ҡайталар.
Быларҙың ҡайтыуына егеттең атаһы ҡалын бирергә әҙерләнгән, һуя торған малдарын һуйған, ҡалын атҡарышыу өсөн саҡырылған ҡунаҡтары ла, берәр тәкә һуйып, күпләп күстәнәстәр алып килгән була.
Ҡыҙҙың атаһы саҡырыусы ҡунаҡтар (ҡоҙалар) ҡайтыу менән ауылдан туғыҙ-ун пар ирле-ҡатынлы һәм биш-алты һыбай кешегә ҡалын алырға барырға әйтә. Ҡалын алырға әйтелгән ирле-ҡатынлы кешеләр төп ҡоҙағыйға күстәнәстәр бирә, ҡалын йолаһы бөткәнсә ятып-тороп йөрөй торған йорт хужаһына ла күстәнәстәр әҙерләй.
Ҡалын көнө килеп етә. Ҡыҙҙың атаһы, ҡалын алырға барырға әйткән кешеләрен алып, барыһы бергә егеттең атаһы йәшәгән ауылға юлға сыға.
Егет атаһы тарафынан ҡоҙаларҙы һыйлашырға әҙерләнгән йорт хужаларының йәштәре килгән ҡоҙаларҙы ҡаршылап алыр өсөн яланға сығып тора. Ҡоҙалар күренеү менән, уларҙы ҡаршы алып (туйҙағы һымаҡ), алдан берәү ҡот алып ҡаса. Уның артынан һыбай барған ҡоҙалар ҡыуа. Ҡаршы сыҡҡан кешеләрҙең бер аҙы килгән ҡоҙаларҙың бүректәрен ат өҫтөнән талап алып ҡаса; ҡоҙаларҙы ауылға яланбаш алып инәләр.
Ҡоҙалар, егеттең атаһы ишек алдына килеп туҡтау менән, ҡаршы алыусылар уларҙы өйгә алып инә. Ауылдың ваҡ бала-сағаһы ҡоҙаларҙың аттарын һыуытырға (йөрөтөргә) урам буйына алып сығып китә.
Ҡоҙалар өйгә инеп ултырыр-ултырмаҫ (туйҙағы һымаҡ) өҫтәренә бауырһаҡ сәсеү була. Шуның артынса сәй, аш ашатылып, кис ҡунаҡтарҙы егеттең ағай-энеһе алып ҡайта, тик баш ҡоҙа ғына үҙенең ҡоҙаһында (егеттең атаһында) ҡала. Иртәгәһенә егеттең атаһы, ауылдан бик күп кешене саҡырып, ҡунаҡ күрһәтеү ойоштора. Шул ваҡытта егеттең әсәһе ҡоҙағыйҙар килтергән бүләк ситсаны ҡунаҡ күргән ҡатындарға берәр сиректән, яртышар аршиндан йыртып, йыртыш өләшә. Ул көндә ҡунаҡ күреүселәрҙең бер нисәһе ҡоҙаларҙы үҙҙәренә саҡырып ала. Иртәгәһенә ҡалын атҡарышыу өсөн килгән ҡунаҡтарҙың тәкәләре ашатылып, тағы бер нисә өйҙә ҡоҙалар ҡунаҡ булып ала.
Шул рәүешле өсөнсө көн иртә менән бер нисә ерҙә ҡунаҡ булғандан һуң, егеттең атаһы өйөндә көрәгә ябыу һәм мал тотоу була. Кейәүҙең атаһы тарафынан мал һуғыу өсөн башына яулыҡ бәйләнеп, бер ҡороҡ әҙерләнеп ҡуйылған була. Шуны алып, ҡоҙалар тышҡа мал араһына сыға. Унда улар егеттең атаһы тарафынан никах туйында ҡыҙға тәғәйен малды, атаһына бирелгән мал тип билдәләп, өйгә инергә килә, ләкин берәү ишекте бикләп, ҡоҙаларҙы эскә индермәй берәү: “Ишекте ас!” – тип ҡысҡыра. Эстән берәү: “Күпме мәһәр ташлайһың?” – тип яуап бирә. Ҡоҙа сама менән: “Ун биш, йәки егерме, егерме биш һум”, – тип ҡысҡыра. Эстән: “Юҡ, ул аҙ”, – тиҙәр. Инергә маташҡан ҡоҙа хаҡты арттыра. Тағы: “Аҙ”, – тигән тауыш ишетелә. Шулай итеп, сауҙалаша торғас, мәһәр бер сама ярарлыҡ булһа, эстән ишекте асып, ҡоҙаны өйгә индерәләр. Уның артынан мал тоторға сыҡҡан икенсе бер ҡоҙа ишек янына килә. Уға ла ишек эстән бикле була. Уның артынан өсөнсө ҡоҙа килә. Быларҙың һәр береһенә, баштағы ҡоҙа кеүек сауҙалашып, өйгә инергә тура килә.
Шул рәүешле ҡоҙаларҙың барыһы ла, берәм-берәм өйгә инеп, үҙ урындарына ултыра. Ләкин быларҙың алдарына ултыртылған ҡымыҙ йәки сәйҙең өҫтө бер аҡ ситса менән ябыулы булып, уның үҙенә күрә һайлап ҡуйылған кешеһе була. Ул алға ултыртылған ҡымыҙ йәки сәйҙе ҡарай, уны асырға бер кемгә лә рөхсәт итмәй.
Шул ваҡыт егеттең атаһы тарафынан ҡоҙа һыйлап йөрөгән кешеләр, түрҙә ултырған ҡоҙаларҙы берәм-берәм урындарынан һөйрәп торғоҙоп, үҙҙәре уларҙың урындарына түргә ултыра. Ҡоҙалар аяғүрә тороп, түргә ултырған кешеләрҙе хөрмәтләргә, уларҙы ауыҙы ябылған ҡымыҙ йәки сәйҙе мәһәр хаҡын кәметеп һатып алып, ҡунаҡ итергә тейеш.
Алға ултыртылған ҡымыҙ йәки сәй ҡалын алырға килгән ҡоҙалар тарафынан мәһәр хаҡын кәметеп һатып алынғас, араларынан берәү түрҙә ҡунаҡ булып ултырған кешеләргә берәй туҫтаған (туҫтаҡ – Г.А.) ҡымыҙ йәки берәй сынаяҡ сәй яһап бирә. Ҡалғандары аяғөҫтө баҫып, тәбиғи ҡунаҡ хөкөмөндә олуғлап йырлай, бейей, ҡурай уйнай, үҙҙәренә күрә хөрмәт итәләр. Шул рәүешле түрҙә ултырған кешеләр берәй алдыр ҡымыҙ йәки берәй сынаяҡ сәй эскәндән һуң аяғүрә баҫып торған ҡоҙалар кире үҙ урындарына ултыралар. Түрҙәгеләр әүәлгесә уларҙы ҡунаҡ итеп, хөрмәтләп, аяғөҫтө тора. Ошо ҡымыҙ йәки сәй эсеүҙе “көрәгә ябыу” тип йөрөтәләр.
Был эш ҡоҙағыйҙар араһында ла ошо тәртиптә була, ләкин улар, тышҡа сығып мал тотоп, мәһәр кәметеп йөрөмәй, мәшәҡәтләнмәй.
Көрәгә ябыу (ҡымыҙ йәки сәй эселеп) бөтә. Бының артынан (туйҙағы һымаҡ) ат саптырыу, батырҙар, балалар көрәштереү һәм сапҡан аттарҙың алда килгәндәренә, көрәшкән батырҙарҙың йыҡҡандарына (ҡалын биреүсенең хәленә ҡарап), алда килгән атҡа ат, тай, яҡшы сапан, булмаһа, ҡуй, кәзә, һарыҡ вә башҡа нәмәләр биреү, батырҙарға күлдәклек ситса, йыртыш, аҡса биреү була. Шул көндөң кисендә һаба урлау ойошторола.
Һаба урлағанда ҡоҙа һәм ҡоҙағый булып килгән кешеләр кис, ҡараңғы төшкәс, егет атаһы тарафынан ҡунаҡ күрһәтелгән кешеләрҙең барыһына ла ирҙәр – үҙҙәре бер башҡа, ҡатындар икенсе ергә йыйылып, өй беренсә аш-һыу йыйырға йөрөй. Быларҙың йырлаусылары, һәр өйҙөң тәҙрә төбөнә барып, фәҡәт йырлау хеҙмәтен үтәй, ҡурайсылар ҡурай тартыу, бер-икеһе ҡап тотоп бирелгән аш-һыу йыйыу хеҙмәтен үтәй.
Ғәҙәттә, улар өйгә кермәй, тик тәҙрә төбөнә килеп, ҡурай менән ҡушлап йырлай ғына. Өй хужаһы, уларҙың килерен белеп, алдан әҙерләп ҡуйған ашамлыҡтарын сығарып биреп ебәрә. Ҡайһы берәүҙәр сабанланып үҙенең әҙерләп ҡуйған ашамлыҡтарын сығарып бирмәгәндә генә аш-һыу йыйыусылар өйгә кереп, тейешен алып сығырға мәжбүр була.
Шул рәүешсә һаба урлаусылар һәр бер өйҙә булып уҙғандан һуң, ирҙәр – бер башҡа, ҡатындар үҙҙәренә айырым аулаҡ өйгә барып, йыйылған ашамлыҡтар менән үҙ-ара ҡунаҡ булыша, уйын-көлкө яһай.
Иртәгәһенә егеттең атаһы тарафынан ҡоҙалар оҙатыла, ләкин баш ҡоҙа, ҡалып, яңынан тағы өс-дүрт көн ҡунаҡ була.
Ҡыҙ оҙатыу йәки ҡыҙ урлау
Егет, үҙенең кәләшенә ҡушылып, өс-дүрт тапҡыр ҡунаҡ булғандан һуң, ҡалын (ҡалым) биреп ҡыҙҙы оҙатып алыу егет өсөн ауыр булһа, үҙенең кәләшен ҡайын аталарынан урлап, төндә алып ҡасырға мәжбүр була, ләкин ҡыҙ урлау бигүк уңай булмай. Күп ваҡытта ҡайын әсәһе кейәү менән уның эйәрен һәм атын бикләп, йоҙаҡлап, ҡыҙҙың арыуыраҡ кейемдәрен йәшереп һәм ҡыҙҙы урлап алып китмәһендәр тип ҡарауыллап сыға. Әгәр кейәү ҡыҙҙы урлап алып китергә әҙерләнгәндә тотолһа, ҡайын ағалары тарафынан туҡмалып та ҡуя. Шуның өсөн ҡыҙ урлау берәй кешенең йоҙағын ватып, әйберен урлауҙан бер ҙә кәм булмай.
Кейәү ҡыҙ урларға булғанда шул ауылдағы бер яҡын иптәшенә ат әҙерләп ҡуйырға ҡуша. Ул үҙенең атын-арбаһын йәки кейәүҙең атын, әйберҙәрен бикле еренән урлап алып әҙерләй. Кейәүҙең әйткән еренә барып тора. Кейәү, ҡыҙ риза булғанда, үҙенең алып китергә әҙерләнгәнен әйтеп, уны кейендереп алып сығып китә. Әгәр ҡыҙ бер ҙә риза булмаҫтай булһа, тышҡа бергә сыҡҡан кеше булып, өҫтөндәге күлдәге менән генә мәжбүрләп алып китә. Ошолай эшләмәгәндә ҡыҙҙы оҙатып алырға кәрәк була.
Ҡыҙ оҙатҡанда кейәүҙең ата-әсәһе, йә булмаһа кейәү үҙе ҡыҙҙың атаһында ҡунаҡ булып, ҡыҙға әйтелгән бер ҡат кейем, яҫтыҡ, юрған, сымылдыҡ кеүек кейем-һалым әйберҙәренең барыһын да алып килеп, ҡыҙҙың атаһында өс-дүрт көн ҡунаҡ була.
Ҡыҙ оҙата торған көндә уның атаһының ишек алдына ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға килеп тула. Өйҙә ҡыҙ үҙенең әхирәттәре менән ҡосаҡлашып илаша башлай. Ҡыҙҙың еңгәләре, уларҙы әрсәләп алып, ҡыҙҙы кейендерә, уны юлға әҙерләй. Ләкин ҡыҙҙар бер-береһенән айырылмай, илауын дауам итә. Шул мәлдә аранан йырға оҫтараҡ килен, илашҡан ҡыҙҙарҙы үсекләгән, оҙатыла торған ҡыҙға атаһының өйөндә һуңғы минут үткәргәнен иҫенә төшөрөргә теләгән һымаҡ, оҙон, моңло көй һуҙырға тотона.
Ат егелә. Ҡыҙҙы мәжбүрләп кейендереп, өйҙән алып сығалар. Уның сыҡҡанын көтөп торған ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға инә ҡорт һымаҡ уратып ала.
Өҫтөнә сымылдыҡ йәки шаршау күтәреп, оҙатырға алып сығалар. Ҡыҙ һаман үҙенең әхирәттәре менән күмәк ҡыҙ-ҡатын араһында ҡосаҡлашып илаша-илаша бара. Быларҙың артынан ҡыҙ һәм егеттең атаһы үҙҙәренең арбаларында килеп, күмәк ҡыҙ-ҡатын араһынан оҙатылып барған киленде арбаға ултыртып алалар, ғәҙәттә, ҡыҙ (кейәүе булмағанда) үҙенең атаһының арбаһына ҡунаҡлай. Әгәр атаһының яҡын туғаны ҡыҙҙы оҙатышып барһа, шул ағаһының арбаһына ултыра. Киленде оҙата килгән ҡатын-ҡыҙ, килен арбаға ултырыу менән ҡоҙаның (егеттең атаһы) атының башынан алып, килендең баш таңыу (һыйҙар менән оҙатыу. – Г.А.) итеп йыйылып, сәй эсеү өсөн аҡса һорай. Аҡса бирмәй тороп уны ебәрмәйҙәр.
Шул рәүешле егеттең атаһы, киленен оҙатып, ауылға ҡайтыуға, ауылдан ҡатын-ҡыҙ киленде ҡаршы алыу өсөн яланға сығып тора. Килен килеп етеү менән, уны арбанан төшөрөп алып, йәйәү ауылға алып инәләр. Улар егеттең атаһының өйөнә килеп еткәс, килен өйгә инмәй тора. Күмәк ҡатын-ҡыҙ араһынан берәү: “Килен инмәй”, – тип ҡысҡыра. Өйҙән егеттең әсәһе: “Бер һарыҡ” йәки “Бер башмаҡ”, – ти. Әгәр мал биргеһе килмәһә: “Йыуғыс менән ҡырғыс”, ти. Шунан килен өйгә кереп ултыра. Ул көндә бер нәмә лә эшләмәй, ҡунаҡ була.
Иртәгәһенә килендең балдыҙҙары, бикәстәре йыйылып, уның билен быуҙырып, эсәр һыу ала торған ерҙе күрһәтер өсөн яҡындағы бер ҡоҙоҡҡа алып барып, шунан бер көйәнтә һыу күтәртеп алып ҡайталар. Быны “киленде һыуға башлау” тип йөрөтәләр. Килен үҙе менән бергә барған яҡын балдыҙҙарына йөҙөктәр өләшә. Яҡын ҡәйнеш тейеш кешеләренә балдаҡтар бирә.
Шунан һуң килендең ҡайын инәһе тарафынан күрше-тирә ҡатындары саҡырылып, килен күрһәтелә. Улар килендең аяҡ алыштарын, эшләгәндә ипле, сымырый булғанлығын, ҡулы буш торғанда, аяғөҫтө баҫып, ҡунаҡтарҙы хөрмәт итә белеү-белмәүен, биленең быуыулы һәм нисек быуылғанлығын, өҫтө-башына кейгән кейемдәренең таҙа булыу-булмауын – барыһын да энәһенән-ебенә хәтле тикшереп, үҙҙәренсә килендең тәртипле-тәртипһеҙ, тәрбиәле-тәрбиәһеҙ булғанлығын тикшерә. Ҡулы бушаған саҡта килен берәй урынға һөйәлеп торһа, балдыҙ йәки ҡәйнештәре менән күберәк һөйләшһә: “Был килен ус ялатмаҫ, ауыҙы-башы остаңлап, күп һөйләй, һөйәлеп тора, ялҡау булыр”, – тип тә китәләр.
Шул көндән алып килен һис бер ваҡыт өҫтөнә кәзәки йәки елән кеймәй. Ялан күлмәк көйөнсә (асыҡ күлдәк менән. – Г.А.), башына яулыҡ (ҙур йоҡа шәл) ябынмайынса, билен быумайынса йөрөргә тейеш түгел. Һәр көн ул бөтә кешеләрҙән иртәрәк торорға, бөтә кешеләрҙән һуңыраҡ ятырға тейеш.
Йомошҡа, һыуға барғанда, урамда һис бер кеше менән һөйләшеп, барған ерендә оҙаҡлап торорға тейешле булмаған кеүек, үҙенә ҡәйнеш булмаған ир кешенең һис берәүһенең (алыҫ булғанда) алдынан үтергә хаҡлы түгел. Ул бер йылға саҡлы ҡол рәүешендә эшләргә, һорамайынса бер ергә лә бармаҫҡа, йәштәр уйнаған ергә лә йүнләп йөрөмәҫкә, өйҙә ҡапланып, йәшенеп кенә эшләргә, ашарға тейеш. Уның өсөн бер генә хөрлөк булһа, ул да булһа – килен кеше үҙ ҡәйнештәре менән теләһә нисек һөйләшә, мыҫҡыллаша, шаяра, яғалаша, көсө етһә, уларҙы йығып һала ала. Ул хаҡта уны берәү ҙә ғәйепләмәй, килен ул саҡта хөррә (ирекле, азат. – Г.А.) була.
Ғәббәс ДӘҮЛӘТШИН,
Мәҡәләне, ғәрәп графикаһынан транслитерация эшләп, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми-тикшеренеү институтының әҙәбиәт бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Гөлнара АБДРАФИҠОВА (ҒАРИПОВА) баҫмаға әҙерләне.